«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАЗАПТАРЫ МЕНӘН ҒОРУР ИНЕ...
+  - 


Буранбай Исҡужиндың тормошо тотошлайы менән парадокстарҙан торҙо. Ижады ла бындай асылдан азат була алманы. Гайканы болтҡа борған саҡта бер тапҡыр ҡыйыш китһә, аҙаҡтан уны нисә тапҡыр борһаң да, шул ҡыйыш юлынан киткән кеүек, Буранбайға кемдәр тарафынан ғына ниндәй генә йоғонтолар яһалмаһын, ул барыбер ҙә үҙенең "Буранбай асылына" тоғро булып ҡалды. Уны үҙгәртеү һәм һаҡлап, оҙағыраҡ йәшәтергә тырышыу булмаҫтай ваҡиға ине.
Ул донъяға Хаҡ Тәғәлә тарафынан ут һәм һыу менән дә, мөхәббәт һәм нәфрәт менән дә, изгелек һәм яуызлыҡ менән дә, барлыҡ һәм юҡлыҡ менән дә, аҡ һәм ҡара менән дә, төн һәм көн менән дә һыналыр өсөн ебәрелгәйне, буғай. Үҙен, беләгүрә, берсә утҡа, берсә һыуға һалыуҙарын, тырышып-тырмашып ғазаптарға ынтылыуын башҡаса бер нисек тә аңлатып булмаҫ кеүек.
Афған шағиры Сөләймән Лайыҡтың "Ғазаптарым менән ғорурланам" тигән шиғри юлдарын девиз итеп алып үтте, гүйә, Буранбай тормош юлынан. Ғазаптары менән ғорур ине ул. Мулла ҡушҡан Бүребай исеменән баш тартып, халҡыбыҙ тарихының мең ғазаплы Буранбай исемен үҙенә алыуы ла юҡҡа ғына түгел ине. Әллә исемгә есемде тап килтерергә тырышты инде? Әллә - киреһенсәме? Нисек кенә булмаһын, ябай ғына аңлатмаларға һыйҙырып булмаҫлыҡ Буранбайҙың тормош һәм ижад юлын.
50 йәше тулыу уңайынан республика йәштәре гәзитенә биргән интервьюһында Буранбай, һәр ваҡыттағыса, шаярыу ҡатыш һәм үҙенә генә хас кинәйә менән журналистың: "Артабанғы йылдарға ниндәй ижади пландар ҡораһығыҙ?" - тигән дежур һорауына шундайыраҡ дежур булмаған һүҙҙәре менән яуап биргәйне: "... имен-аман, һап-һау көйө үлеп китергә яҙһын..."
Ижадсының был һүҙҙәре юмор менән әйтелһә лә, уларҙың артында оло кинәйә лә ята булыр. Сиргә дусар булып, кемдәндер мәрхәмәт, ярҙам там итеп, өмөт бағлап, бахырланып йәшәүгә ҡарағанда, үҙе әйткәнсә, "имен-аман, һап-һау" көйө үлеүҙе артыҡ күргән шағир.
Буранбай шағир, прозаик, драматург, сатирик булараҡ ҡына түгел, һәр йәһәттән дә талантлы булды. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тигән әйтем тап уның хаҡында. Ул етмеш төрлө һөнәрҙе лә ижади зауыҡ менән, юғары профессиональ кимәлдә башҡара белә ине. Уның һөнәрҙәренең мин белгәндәре генә: гармунсы, ҡурайсы, мандолина сиртеүсе, скрипкасы, ҡумыҙсы, көрәшсе (уң ҡулын өҙҙөргәнгә тиклем), бейеүсе, рәссам, балта оҫтаһы, тегеүсе, ашнаҡсы, баҡсасы, бәшмәксе, балыҡсы, натуралист, саңғысы, һ.б.
Ҡазаға тарып, уң ҡулһыҙ тороп ҡалғас, уның яңы шарттарға нисек ҡулайлашыуына үҙем шаһит булдым. Ул тиҙ арала һул ҡулы менән яҙырға өйрәнде, почергы ысынъяһау, сәнғәт әҫәре кеүек килеп сыға ине. Миндә уның һул ҡулы менән яҙған байтаҡ ҡына хаттары, әҙәби әҫәрҙәре һаҡлана. Һул ҡулы усының эсендә ятҡан шырпы ҡабынан бөртөгөн алып, шунда уҡ ут ҡабыҙыу тиһеңме, бер ҡул менән генә картуф әрсеү тиһеңме, барлыҡ-барлыҡ ғәмәлдәрҙе лә ул юғары профессиональ кимәлдә башҡара ала ине. "Бары тик күлдәгемдең һул еңе осондағы төймәһен генә элә алмайым..." тип шаяртҡаны әле һаман иҫемдә.
Шулай ҡотло ҡуллы, ҡотло юллы ине Буранбай. Һул ҡулы менән генә бешергән аштары ла ашап туйғыһыҙ татлы, ҡылған ғәмәлдәре күркәм, затлы булды. Үҙе бер-ике көн генә булһа ла һин дә мин йөрөп алһа, йөҙөнә, һын-һыпатына, ғөмүмән, тормошона ҡот, бәрәкәт ҡунырға әҙер генә тора ине. Үҙен кисә генә "тибендә" йөрөгән кеше тимәҫһең. Ап-аҡ күлдәк, галстук, тройка костюм, салбарындағы үтек уғы менән шалҡан турарлыҡ, лаклы туфли, кеҫәһендә хушбуй еҫе сығып торған, тәкләнеп һалынған ҡулъяулыҡ. Үҙенең ҡылғандай шырт сәсе тигеҙ итеп ҡырҡылған, әҙерәк ҡыҙарыңҡырап торған ҡырыҫ йөҙөндә кинәйәле йылмайыу ғәләмәте. Кисә генә, үҙе әйткәнсә, "Аҡса барҙа тиң-тош һыйлайым, тип, трамвайлыҡ та тинһеҙ ҡалһа" ла, бөгөн яңы сүрәткә ингән Буранбайҙың кеҫәһендә ҡайҙандыр байтаҡ ҡына аҡса ла барлыҡҡа килә. Холҡонда ла, әллә ҡайҙан феодал сифаттары пәйҙә була үҙенең. Феодал, әммә һаран түгел, һуңғы тиненә, һуңғы кейеменә тиклем башҡаларға хеҙмәт итеүсе "феодал".
Уның бына ошондай елле, фыртауай саҡтарының күп тапҡырҙар шаһиты булдым. Шундай даланлы, өлөшлө бәндә булыуы һоҡланырлыҡ та, көнләшерлек тә ине. Әгәр ҙә шул сүрәткә ингән Буранбай бер йыл ғына йөрөһә, ниндәйен шәхескә әйләнерен дә төҫмөрләй инем. Әммә ул мин һәм башҡалар күрергә теләгән һәм үҙе өсөн мөмкин булған юлды һайламаны, үҙенең ҡотолғоһоҙ әжәленә йүгерә-атлай барҙы. Уны һаҡларға тырыштыҡ, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп ҡараныҡ, тик саҡ ҡына ситкәрәк китһәк, ул йәһәт кенә кире үҙенең "Буранбай үҙәне"нә төшә һалды. Әллә инде ихтыяры етмәне, әллә үҙе юрамал шулай эшләне, тормош менән "һин" тип һөйләшеп, үҙ яҙмышы менән бик уҫал шаярҙы ул.
Бер мәл шулай урамда аңҡы-тиңке йөрөгән сағында: " Әйҙә, ағай, беҙҙең ауылға йәшәргә, Буранбай атлы шағир Буранбай ауылында йәшәргә тейеш", - тип, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, ауылыма алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, яңғыҙ йәшәгән бер егеткә лә ҡалдырып киттем үҙен. Оҙаҡ торлаҡламаны Буранбай Буранбайҙа, үҙенең баяғы "Буранбай үҙәне"нә кире төштө. Бер ниндәй рәсми сиктәрҙе, шартлы мөнәсәбәттәрҙе, формализмды үҙһенмәне ул, йәмәғәтселек урынында ла, урманда ла, ҡырҙа ла, шиғриәттә лә, прозала ла, драматургияла ла парадоксаль холоҡло, парадоксаль фекерле шул Буранбай булып ҡалды...
Вафатынан ике йыл алда ул миңә "Васыят" тип аталған яҙмаһын тапшырҙы. Ҡағыҙ 1999 йылдың 20 мартында яҙылған. Васыят ете пукттан тора, унда миңә ҡағылған юлдар ҙа бар. 1-се пункт шундай һүҙҙәрҙән тора: "Мине, үлгәс, ҡайҙа ҡуйһағыҙ ҙа ризамын. Тик башҡорт төйәкләгән ер генә булһын".

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru