«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕҢЕҮСЕ БУЛДЫМ!
+  - 

Мин Өфө районы Шамонин ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы синыфында белем алам. Быйыл Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, еңеүсе булдым.

Ошо мауыҡтырғыс, сәмле бәйгелә ҡатнашыу, бер яҡтан, еңел кеүек тойолһа, икенсе яҡтан, ауыр булды. Сараға башҡорт телен, илен яратҡан, үҙ халҡы менән ғорурланған балалар йыйылғайны. Бөтәбеҙҙең дә матур, асыҡ итеп, бер рус һүҙен дә ҡушмай һөйләшеүебеҙ бигерәк тә оҡшаны. Конкурсанттар барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе бер татыу ғаилә кеүек тойҙоҡ, бер-беребеҙ менән танышып, аралашып, уңыштар теләштек. Еңеүсе икәнемде һуңғы минуттарға тиклем белмәнем. Олимпиаданы ябыу тантанаһында үҙ исем-шәрифемде ишеткәс, бик ныҡ тулҡынландым. Алдыма ҡуйған маҡсатымдың тормошҡа ашыуына шатландым һәм ғорурландым.
Был мәртәбәле сараға көн һайын әҙерләндем, уҡытыусым менән мәктәптә кискә тиклем әҙерләнеп ултырҙыҡ. Көн дә китап уҡып, хатта ундағы мөһим тип һанаған урындарҙы ике дәфтәр тулғансы күсереп яҙыуым еңеүемә ҙур өлөш индерҙе тип уйлайым. Шулай уҡ остазымдың да өлөшө бик ҙур. Шуға, кәйефем төшкән мәлдәрҙә тынысландырып, матур, йылы һүҙҙәре менән йыуатып, илһамландырып торған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Усман ҡыҙы Шәриповаға оло рәхмәтемде белдерәм.
Әлбиттә, туған телеңә һөйөү бала саҡтан, ғаиләнән башлана. Ошо донъяны әле бер ҙә аңламаған сабыйҙың әйткән беренсе һүҙҙәре йөрәктә мәңгегә уйылып ҡала. Миңә лә туған телем - бишектә ятҡанда уҡ ишеткән башҡорт теле әсә һөтө менән һеңгән. Башҡортса һөйләшеүем, башҡорт булыуым менән бик ғорурмын.
Туған телемә, тормошҡа һөйөү тәрбиәләгәндәре, ҡыйын минуттарҙа хуплап торғандары өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Башҡорт теленең артабан да ошондай тиңдәр араһында тиң булыуын теләйем. Тиҫтерҙәрем араһында, ғаиләлә генә түгел, көндәлек тормошта, төрлө өлкәләрҙә лә башҡорт теле иң күп аралашҡан, заманса тел булһын ине тип тырышам. Гел башҡортса һөйләшәм!

Дания ҒӘЗИЗОВА.
Өфө районы Шамонин ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 553

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru