Күптән түгел Петразаводск ҡалаһында Рәсәй Милли театрҙары ассоциацияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм яңы ойошманың Советы составына республикабыҙҙан М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин да инде. Иршат Ишбулат улы менән был ижади берләшмәнең алдына ҡуйған маҡсаттары, киләсәккә пландары тураһында әңгәмәләштек.
Бындай ойошма булдырыу ихтыяжы ниҙән барлыҡҡа килде?
- Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһын булдырыу тураһында ҡарар быйыл 10 ғинуарҙа Петразаводскиҙа ҡабул ителде. Унда илдең 31 театры вәкилдәре ҡатнашты һәм тәү сиратта был яңы ойошма беҙгә гастролдәр ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу, белем камиллаштырыу, хеҙмәттәшлек итеү, уртаҡ мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итеү йәһәтенән файҙалы булыр, тигән уй беректерҙе. Башҡаларынан юридик ойошмаларҙы берләштереүе менән дә айырылып тора ул.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 70-кә яҡын милли театр бар һәм тупланыу, һис шикһеҙ, тик ыңғай һөҙөмтәләргә генә килтерәсәк. Иң мөһиме, ул төбәктәге театрҙарға Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына гастролдәр ойошторорға ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Сөнки быға тиклем һәр театрға сығыш яһау өсөн майҙансыҡты үҙе эҙләп табырға, шул театр менән килешеү төҙөргә һәм уға аренда өсөн ҙур ғына сумма түләргә тура килә ине. Милли театрҙар ассоциацияһы әле был мәсьәләне ыңғай хәл итергә өлгәшеп килә, тиҙҙән тәғәйен майҙансыҡ булдырыласаҡ. Бынан тыш, театр белгестәрен уҡытыу, квалификацияларын күтәреү буйынса ла әүҙем генә эштәр алып барыласаҡ. Быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында техник цехтар етәкселеге өсөн уҡытыу программаһы ҡаралған, улар Александринский театр базаһында яҡтыртыу, тауыш биреү ҡорамалдары буйынса белемдәрен камиллаштырып ҡайтасаҡ. Шулай уҡ Ҡаҙанда "Науруз" фестивале, Өфөлә март айында уҙғарыласаҡ "Арт-Ҡоролтай" сиктәрендә лә төрлө уҡытыу программалары тормошҡа ашырыласаҡ. Беҙгә Санкт-Петербургтан Милли театрҙар мәктәбе уҡытыусылары килеп, менеджмент буйынса уҡытасаҡ.
Ассоциацияның киләһе конференцияһы йәйгеһен Яҡутстанда уҙғарыласаҡ һәм унда хәл ителәһе мәсьәләләр ентекләберәк тикшерелер, фекер алышырбыҙ тип уйлайым. Сөнки әле беренсе генә йыйында барыһын да уртаға һалып һөйләшеп өлгөрөп булманы. Милли театрҙар өсөн туған тел, мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, үҙ телеңдә сығарған спектаклдәрҙе ҡараған тамашасылар, милли драматургия булыуы кеүек электән килгән һорауҙар ҙа актуаль. Был турала ла бер-беребеҙҙең фекерен тыңлау, тәжрибә уртаҡлашыу ҡамасауламаҫ ине.
Әлегә Рәсәй Милли театрҙары ассоциацияһына инеүҙең Башҡортостан театрҙары өсөн файҙаһы тураһында аныҡ яуап биреүе ауырыраҡ, әммә тәү сиратта был ил кимәлендә билдәлелек яуларға бер ярҙам булыр, моғайын. Әлбиттә, беҙҙең М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры күптән билдәле, шулай ҙа киңерәк аудиторияны ижадыбыҙ, башҡорт драматургияһы менән таныштырыу мөмкинлеге асылды, тип өмөтләнәм. Был ойошманың Советы составына инеүем дә үҙебеҙҙең республика театрҙарының мәнфәғәтен яҡларға, уларҙың һорауҙарын Советҡа еткерергә һәм ыңғай сиселеш табырға ярҙам итеү өсөн.
Киләсәктә Милли театрҙар ассоциацияһы төрлө фестивалдәр, форумдар үткәреүҙе лә ойошторор, моғайын. Беҙгә 2023 йылда Будапешт ҡалаһында уҙғарыласаҡ Театраль олимпиадаға Рәсәйҙән барған 6-7 милли театр иҫәбенә эләгеү мәсьәләһе лә мөһим. Ә бының өсөн театр донъяһында мәғлүмәтле булырға һәм сифатлы, матур спектаклдәр сәхнәләштерергә кәрәк.
Әйткәндәй, театр тамашасыларын һөйөндөрөр яңылыҡтарығыҙ бармы?
- Беҙҙең театрҙың тоғро тамашасылары 27 ғинуарҙа уҙғарылған "Драмквадратик" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театраль лаборатория" мәғариф проекты йомғаҡлау сараһын да йылы ҡабул итте. Был тамашаны ойоштороу өсөн башта балалар йәш драматург Ангиза Ишбулдина етәкселегендәге драматургия түңәрәгендә шөғөлләнде һәм пьесалар яҙҙы, шунан төрлө театр актерҙары ҡатнашлығында үҙенсәлекле генә бер сәхнәләштереү килеп сыҡты. Ә бына 4 мартта башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдин әҫәре буйынса "Әсмә" спектаклен тәҡдим итмәксебеҙ, уның режиссеры Зиннур Сөләймәнов. Бик фәһемле драма ҙур сәхнәлә ҡуйыла, бик күп актерҙар ҡатнаша, матур костюмдар әҙерләнә. Шулай уҡ театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Зифа Ҡадырованың "Яраларың менән яратырмын" тигән әҫәре буйынса эш башланы, һөҙөмтәһен тамашасылар апрель-май тирәһендә баһалай алыр. Фирғәт Ғарипов та әле материал һайлай, моғайын, үткән быуаттың 90-сы йылдарында барған матур спектаклдәрҙең береһе булыр был.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Милли театрҙар ассоциацияһын булдырыу башланғысы менән Рәсәйҙең беренсе милли театры - Александринский 2019 йылда уҡ сыҡҡайны. Уның художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерий Фокин ассоциация булдырыу дәүләт кимәлендә әһәмиәтле эш, тип билдәләгәйне. Нәҡ быйыл, илдә Халыҡ сәнғәте һәм рухи мәҙәни мираҫ йылы уҙғарылғанда, уны тормошҡа ашыра башлау илдәге милли театрҙарҙың эшен яңы кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итер, моғайын.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА