«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҠИҠӘТКӘ ТОҒРОЛОҠ ӨЛГӨҺӨ
+  - 

Был көндәрҙә республика халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыллыҡты киң билдәләй. Был байрам тураһында республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус указы сыҡты, Республика Хөкүмәте лә халыҡ шағирының яҡты иҫтәлеген, талантлы ижадын күтәрмәләү буйынса бихисап саралар планлаштырҙы. Шуға ярашлы быйыл "Китап" нәшриәтендә шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған 5 китап сығасаҡ, Рәми Ғариповтың балалары менән бергә әҙиптең һанлы архивы булдырыласаҡ. Архив фондында - көндәлектәр, хаттар, тәржемәләр һәм, әлбиттә, шиғырҙар, улар араһында быға тиклем баҫылмағандары ла буласаҡ.

Шағирҙың юбилейына арналған байрам, әлбиттә, йыл аҙағында, 14 декабрҙәге Башҡорт теле көнөндә үк дәррәү башланғайны. Һәр ауылда, мәктәптә генә түгел, һәр ғаиләлә уның данлыҡлы "Туған тел" шиғыры яңғыраны, флешмоб кеүек күмәк саралар ҙа Рәми һүҙенә арналды. Февраль тыуыу менән шиғыр һөйләүселәрҙең "Минең Рәми" конкурсы, башҡа бәйгеләр старт алды. Теге аҙнала Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары үҙ тамашасыларына "Февраль. Буран..." спектаклен тәҡдим итте. Зөһрә Бураҡаева, Хөрмәт Үтәшевтар тарафынан шағирҙың көндәлектәренә нигеҙләнеп ижад ителгән был тамаша ун йыл рәттән театр афишаһынан төшкәне юҡ. Һәм унда ысынлап та Шағир шәхесен хөрмәтләгән, уның талантын йөрәгенә яҡын иткән, уның һүҙен рухына һеңдергән тамашасы йыйылды. Сәхнәлә Рәми образын кәүҙәләндереүсе йәш артистар Артур Кәбиров, Фирғәт Ғариповтар инде тормошта ла Шағир рухын йөрөтөүселәрҙән тип ҡабул ителә. Был юлы Фирғәт Ғарипов урынына уйнаған Артур Ҡунаҡбаевты ла йылы ҡаршыланы тамашасы. Уны Булат Йосопов төшөргән "Рәми" киноһында ла ошо ролдә күрәсәкбеҙ әле. Киноның премьераһын май айында тамашасылар хөкөмөнә сығарырға вәғәҙәләй авторҙар.
Үткән шәмбелә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ғаилә архивы күргәҙмәһе эшләй башлау уңайы менән шулай уҡ матур осрашыу булды. Әҙиптең хеҙмәтен нисек баһаларға була? Баҫылып сыҡҡан китаптары аша, тиерһегеҙ. Әммә Рәми ағайҙың, билдәле сәбәптәр арҡаһында, баҫылып сыҡҡан китаптары әллә ни күп түгел. Ә әлеге күргәҙмәләге баҫылып сыҡмаған ҡулъяҙмаларының бер бәләкәй өлөшө аша ғына ла Рәми Ғариповтың иҫ киткес эшһөйәрлек, фиҙаҡәрлек өлгөһөнә шаһит булына. Тәржемәләре, шиғырҙары, фольклор экспедициялары материалдары - барыһы ла матур почерк менән яҙылып, үҙ ҡулдары менән төпләнгән бихисап китаптар рәүешендә тәҡдим ителә бында. Осрашыуҙағы сығышында: "Шағирҙың көндәлектәре, биографияһы Томас Эдисондың "Гений - ул бер процент талант һәм туҡһан туғыҙ процент ауыр хеҙмәт" тигән цитатаһын раҫлай", - тине Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов Рәми Ғариповтың хеҙмәт фиҙаҡәрлеген билдәләп. Әммә Шағирҙың талантын да, һис шикһеҙ, шул уҡ проценттар менән үлсәп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер: "Рәми Ғарипов шиғырҙары көсө буйынса Көмөш быуат авторҙарыныҡынан кәм түгел, - тип дауам итте ул һүҙен. - Юҡҡа ғына уның ижадын Сергей Есениндыҡы менән сағыштырмайҙар. Рәми Ғарипов - башҡорт поэзияһының генийы. Шуға күрә уның ижадын популярлаштырыу беҙҙе илһамландыра һәм ҡыуандыра. Шул уҡ ваҡытта һәр билдәле шәхес кеүек, Рәми Ғариповтың тормошо ла төрлө мифтар менән тулы (тап шуның өсөн дә Рауил Бикбаев яҙған биография китабы яңынан баҫыласаҡ). Рәми Ғариповтың ихласлығы, дөрөҫлөктө тура бәреп әйтеүе, идеялылығы ҡайһы бер замандаштарына оҡшамағандыр, шуның өсөн дә уларҙың ҡайһы берҙәре Рәми Ғариповҡа төрлө ярлыҡтар тағырға һәм нисек тә булһа уның абруйын төшөрөргә маташҡандыр инде. Әлбиттә, ниндәй шағир-яҙыусыға ғәҙел тәнҡит оҡшаһын инде! Әммә йәш шағирҙар һәм яҙыусылар уға тартылған бит!
Тағы шуны ла әйтеү кәрәк: Рәми Ғариповты "милләтсе" булғаны өсөн Яҙыусылар союзынан ҡыуыуҙары хаҡында ла имеш-мимеш хәбәр тамыр йәйгән. Ә ысынында иһә бындай факт бер ҡасан да булмаған. Шағир ғүмеренең аҙағына тиклем Яҙыусылар союзы ағзаһы булып ҡалған. Хатта ул йәш яҙыусы Михаил Чвановты Яҙыусылар берләшмәһенә индереү тураһында юллап йөрөгән. Был хаҡта Михаил Андреевич айырым бер йылылыҡ менән һөйләй.
Рәми Ғариповтың тормош юлын өйрәнеү һәм уның ижадын популярлаштырыу йылдарында мин шуны аңланым: "милләтсе Ғарипов" милләтселәргә үҙҙәренең кәмселеген аҡлау өсөн генә кәрәк булған. Башҡорт халҡы Рәми Ғариповты үҙе тере саҡта уҡ һәр һүҙендә сағылған ғәҙеллеге, ихласлығы өсөн яратты. Һәм беҙ бөгөн йәмғиәткә үҫеп килеүсе быуынды үҙ өҫтөндә көндәлек эшләргә дәртләндергән һәм еңеүсе фәлсәфәһе тип аталған тормошҡа ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләгән Рәми Ғариповты - генийҙы - өлгө итеп күрһәтергә тейешбеҙ..."
Эйе, Шағир шәхесен, уның хеҙмәтен дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтәһе бар әле йәмғиәтте. Ҡарағыҙ, бөгөн халҡыбыҙ Рәми һүҙен күтәрмәләй, уның юбилейын үҙенең ысын байрамына әйләндерә, бер-береһен ҡотлай. Йә, тағы кем ошондай күтәрмәләүҙәргә лайыҡ булғаны бар! Беҙ бөгөн Рәми ағайҙы үҙ заманында баһаланмағаны, ижад емештәрен китап итеп сығара алмағаны, кемдәрҙер әйтеүенсә, ҡыйырһытылыуы, эҙәрлекләнеүе өсөн түгел, ә оло таланты, Хәҡиҡәткә, туған телгә, халыҡ рухына тоғро булғаны, батыр йөрәге өсөн күтәрәбеҙ, өлгө итеп ҡуябыҙ. Ошо өлгөлә тәрбиәләйек йәш быуынды. Хәҙерге заман йәштәре кәмһенеүҙәрҙе, меҫкенлекте ҡабул итмәй икәнен дә иҫкәртеп ҡуйғы килә...

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru