«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАТОН БИҪТӘҺЕНДӘ ЙӘШӘЙЕМ
+  - 

Ҡаланың үҙәгенән ситтә ятҡан, әммә уның өсөн бер үк кимәлдә кәрәкле булған биҫтәләр менән Өфөбөҙ ҙур, йәмле, йәшел, заман талаптарынан ҡалышмай үҫешкән миллионлы ҡала булып тора. Баш ҡала рәсми рәүештә райондарға бүленеп йөрөтөлә, ләкин барыһы ла һөйләшкәндә Өфөнө төрлө атамалағы - Черниковка, Инорс, Затон, Үҙәк һәм башҡа исемле биҫтәләр менән атай. Бөгөнгө һүҙебеҙ Өфөнөң Ленин районына ҡараған Затон биҫтәһе хаҡында.

Затон биҫтәһе халыҡ телендә "спальный" райондар иҫәбендә. Был, ысынлап та, шулай. Бында тормош үҙенең ҡабаланмаҫ ағышы менән бара, кешеләр ҙә яй ғына атлап йөрөгән кеүек (үҙәктә иһә күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй сабалар), йәйгеһен бында әле булһын йорт янында шешлек ҡыҙҙыралар, күршеләр менән әңгәмә ҡоралар һәм башҡалар. Элек биҫтә йылғасылар районы иҫәпләнгән һәм был тенденция бөгөнгө көндә лә һаҡланған, сөнки беҙҙә ошо өлкәгә бәйле әйберҙәр күп.
Затон әүҙем үҫешкән биҫтәләрҙең береһе. Бында һуңғы йылдарҙа ғына ла әллә күпме иҫке йорттар һүтелеп, улар урынына яңы йорттар ҡалҡып сыҡты, элек буш торған ерҙәр ҙә хәҙер балалар тауышынан яңғырап тора. Фатир хаҡтары ла башҡа райондар менән сағыштырғанда ҡот осорлоҡ түгел. Йәшәр өсөн бөтә социаль инфраструктура бар, үҙәккә лә алыҫ түгел. Йәйге йылы оҙон көндәрҙә фатирҙа ултырмаҫ өсөн биҫтәнән алыҫ булмаған ерҙән баҡса алып ебәрергә була.
Шулай ҙа биҫтәлә яҡшыртаһы ерҙәр ҙә бик күп. Мәҫәлән, композитор Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Затондың үҙәк урамын ипкә килтереп, матурлап алыу урынлы булыр ине. Ә барактар янындағы тулып, һаҫыҡ еҫ сығарып ятҡан канализиция янындағы күләүектәр тураһында яҙыуы ла сирҡаныс хатта. Канализация соҡорҙарын ваҡытында таҙартып тороу өсөн яуаплы ойошмаларҙың үҙ эшенә һүлпән ҡарауы шунда йәшәгән әллә күпме кешенең тормошо насар шарттарҙа үтеүенә сәбәпсе. Ғөмүмән, был барактар күптән үҙҙәренең функцияһын үтәп бөткән, уларҙы тиҙерәк бушатырға һәм һүтеп ташларға кәрәк. Был биҫтәнең йөҙөн дә яҡшыртасаҡ, унда йәшәгән кешеләр өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Шулай уҡ беҙ үҙебеҙҙең кинотеатрыбыҙ булыуы тураһында хыялланабыҙ. Йәмәғәт транспорты әүҙемерәк йөрөй башлар тигән ышаныста йәшәйбеҙ. Оҙаҡламай бында тағы ла балалар баҡсалары, мәктәптәр асылыр һәм бында күсеп килеүселәр иртәле-кисле балаларын ыҙалатып ҡала үҙәгенә йөрөтмәҫ, тип көтөп ғүмер итәбеҙ.
Биҫтәнең берҙән-бер паркы - "Тулҡын"ға айырым туҡталып үткем килә. Һуңғы йылдарҙа ул күҙгә күренеп матурайҙы. Миңә бигерәк тә парктағы юлдар оҡшай - улар тигеҙ, асфальт түшәлгән, коляска үтеүгә ҡамасаулаған бордюрҙар юҡ. Балалар өсөн төрлө уңайлыҡтар булдырылған - уйын һәм спорт майҙансыҡтары, автоҡаласыҡ, хоккей ҡумтаһы, уңайлы ултырғыстар менән йыһазландырылған сәхнә майҙансығы һәм башҡалар. Ғөмүмән, паркыбыҙ бик күркәм һәм уңайлы. Затон биҫтәһенә йәштәрҙең күпләп күсеүе мине шатландыра, тимәк, биҫтә йәшәрә, яңы һулыш ала, әүҙемләшә, сөнки ҡайҙа йәшлек, шунда көс-дәрт һәм ғәйрәт. Һәм йәштәрҙең үҙҙәре йәшәгән биҫтәне тағы ла матурыраҡ һәм заманса итеүҙәре өсөн тырышасаҡтарына шигем юҡ. Шулай булғас, Затон алдағы көндәрҙә үҫәсәк һәм балҡыясаҡ әле.

Земфира АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 298

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru