Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары тамашасыларын яңы миҙгел асылғанда ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә премьералар менән шатландырып тора. Ошо көндәрҙә тамашасы Мөнир Ҡунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" хикәйәһе буйынса "Тоғролоҡ" спектаклен сәхнәлә күрәсәк. Инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина. Яңы спектакль тураһында театрҙың баш режиссеры Лиана НИҒМӘТУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ?
- Тәү сиратта әҫәрҙең темаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Гонаһһыҙ кеше бармы икән ул был донъяла? Юҡтыр, моғайын. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, автор еткерергә теләгән төп фекер күңелде йылытты. Был бик көнүҙәк. Әҫәр Нәфисә исемле ҡатын һәм уның ире Иҙристең ғаилә тарихы тураһында. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаилә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙы бер оло мәсьәлә борсоуға һала - тиҫтә йыл бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, сәбәп Иҙристә. Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Был хәҡиҡәттең әсеһен үҙ башынан үткәндәр яҡшы аңлайҙыр. Ғаиләлә сабый тауышы сыҡһын өсөн әҙәм балаһы ниндәй аҙымға бармаҫ. Нәфисә әсә булыу бәхетен татырға бик теләй, төрлө юлдарын эҙләп ҡарай һәм ул иренән бер генә тапҡыр хыянат итергә рөхсәт һорай. Тейешле кандидатураны - йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде табып та ҡуя. Серҙәрҙең барыһын да асып бөтмәйем, юғиһә, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Нәфисә был аҙымға барырмы-юҡмы, ҡылған гонаһтары өсөн уны ниндәй яза көтөүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ.
Сәхнәләштереүгә ҡасан тотондоғоҙ?
- Яңы йыл каникулдарынан һуң әҫәр өҫтөндә эшләй башланыҡ. Хикәйә буйынса бик күп фекер алышыуҙар, бәхәсләшеүҙәр, анализлау булды. Нимә ул гонаһ, уның ҙуры, бәләкәйе бармы, гонаһ ҡылмайынса йәшәп буламы - ошондайыраҡ һорауҙарға яуап эҙләргә кәрәк ине. Әҙерлек әле тулы көс менән бара. Еңел тип әйтеп булмай, сөнки һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән бик сетерекле тема алынған. Автор уҡыусыларға бер генә гонаһтың да эҙһеҙ үтмәүен, уның өсөн үҙенә булмаһа, балаларына яуап бирергә кәрәк буласағын еткерергә теләй.
Спектаклдә нисә кеше уйнай?
- Артыҡ күп кеше ҡатнашмай. Нәфисә ролендә - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Минзилә Ҡотошева, Иҙрис - Рамир Дәүләтбаев, Юнир Мансуров, Рәсүл - Әмир Үтәбаев, Рафаэль Ғәйнуллин, Сара инәй - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлфирә Сафиуллина, Нәүфилә Яҡупова, Хәсән ҡарт - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов. Театрға яңы килгән йәш актерҙарыбыҙ Лилиә Байгилдина, Элвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Халикова, Гөлфинә Ибәтуллина күп кешеләр ҡатнашҡан күренештәрҙә уйнаясаҡ.
Шулай итеп, Салауат башҡорт дәүләт драма театры "Тоғролоҡ" спектакленең премьераһын 9 март көнөнә билдәләгән һәм был көнүҙәк, фәһемле, уйландырырлыҡ тамашаға көтөп ҡала.
Динә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА