«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЫЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (8-се бүлек)
+  - 


Икенсе берәү урынынан ҡуптарыла:
- Матур һүҙҙәр күп әйтелде был табында. Улар тәғәйен эйәһенә тамам ғына… Мин тағы ла шуны өҫтәр инем… - башҡараҡ һүҙҙәр менән, миҫалдарға таянып, шундай уҡ маҡтау тағы яңғырай. Сит ҡолаҡҡа ялҡытҡыс, буш һәм мәғәнәһеҙ һүҙҙәр теҙмәһе. Ә байрам сәбәпсеһе, табын хужаһы, ҡояштай балҡып, уларҙы ихлас, инанып ҡабул итеп ултыра. "Коллегалар, шапыртмағыҙ артыҡ, мин һеҙҙең кеүек үк гонаһлы зат", - тип әйтергә уҡталып та ҡуймай, исмаһам. Лайыҡлымын, тейеш, ти бар булмышы уның, маһайып, ҡайҡайған башын тағы ла юғарыраҡ сөйә.
Икенсе осраҡта шундай уҡ мәжлестең түрен коллегаларының бүтәне биләй. Сама менән шундай уҡ сценарий буйынса, бәлки, саҡ ҡына төҫө ҡайтышыраҡ шул уҡ һүҙҙәр ҡабатлана. Тик улар төбәлгән ҡолаҡтар ғына башҡа. Бере-береһенән шул тиклем маҡталған кешеләр, әлбиттә, бер команда, бер ҡор тоя үҙҙәрен. Ул тиклем күккә сөйөп ҙурланып, иртәгәһенә башын эйеп әрләнеп тора алмай бит түрә кабинетының келәмендә. Тырыша, хужаның һүҙен йыҡмаҫ өсөн сәсе менән уның юлын һеперергә әҙер.
- Отчетты боҙаһығыҙ, - ти, ғәҙәттә, Хөбөтдинов сабый бала дауаханала үлеп ҡалһа ла, йәш кеше башын элмәккә тыҡһа ла, еңел атлетика буйынса ҡала ярышында "Наркотиктарға - юҡ!" тип яҙылған плакат эленеп тормаһа ла. Аяныслы был хәлдәргә илткән сәбәптәрҙе асыҡларға, саралар күрергә кәрәклеге тураһында фекер уның башына инеп тә сыҡмай. Яуаплы кешеләр бар, уйлаһындар, эшләһендәр! Әйтелгән: "Проблеманы хәл итеүҙә ведомство-ара бәйләнештәр генә уңыш алып киләсәк. Мин бының фәҡәт дөрөҫ булыуына тәрән инанам, иманым камил… Мәсьәлә кисектермәй хәл ителергә тейеш! Һүҙем тамам, башҡа һорауҙар булмаһа - эшкә!"
Ғәжәп, һөҙөмтә бирә тылсымлы был доға. Матур отчет - күҙ буяулыҡ оҫтаһы ул. Мандариндарға был йәһәттән кешелек тарихында етеүсе булмаған. Беҙҙең осраҡта, матур отчет - сираттағы наградаға тура юл. Ә награда, белеүебеҙсә, Хөбөтдиновтың ауырыуы. Шуға ла ул барлыҡ күрһәткестәрҙе лә ентекле тикшереп бара, диаграммаларҙа, графиктарҙа һандарҙың аҫҡа ҡолауын күрһә, ҙур ғауға ҡуптара, барыһын да аяҡҡа баҫтыра, кәрәк һандар яҙҙырта.
Мандариндарҙы башҡаларҙан өҫкө кейеме һәм һәр осраҡ өсөн айырым ҡатмарлы церемониялары ла айырып торған. Көйәҙ өҫ-башлы Хөбөтдинов ни ере менән мандариндан кәм? Ә бер ҡалыпҡа һалып алған кәңәшмәләр, байрамдар, башҡа саралар һуң? Билдәле бер урында билдәле һүҙҙәр әйтеүсе? Сихырсының әүрәткес һын-хәрәкәттәре, кинәйәле һүҙҙәре…
Идеалдың наградалар йыйылмаһы ла ярайһы һәлмәкләнде был урынды биләгән ун йыл эсендә. Илле биш йәше тулыу айҡанлы ул Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исемен алды. "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа өлгө күрһәткәне өсөн" миҙалы артынан ярайһы ҡыуҙы. Таһыллы һунарсылай, кәрәкле урындарға тоҙаҡ ҡорҙо, ҡапҡан һалды, уларға илткән һуҡмаҡтарҙы емләп торҙо - иллә мәгәр миҙалды эләктерҙе. Миҙал бит ҡағыҙ киҫәге түгел - күкрәккә тағыла, эйәһе менән кеше алдына сыға. Аһ, итә уларҙың тоноҡ алтын һарыһына бар ғәм. Ҡандай ғорурлыҡ, ниндәй кинәнес, башҡаларҙан айырып, һине иғтибар үҙәгенә алыуҙары!

5

Хөбөтдинов Идеал Салют улы яңы вазифала ике йылдан ашыу. Киң, яҡты, бейек түшәмле кабинетында ултырып эшләгән һәр минутын йөрәге аша үткәреп, сикһеҙ кинәнес кисерә. Иртәнсәк уянғанда, өйҙән алырға килгән машинаға ҡайҡая биреп ултырып алғанда, сәркәтибен сәләмләгәндә, кабинетының ишек тотҡаһына тотонғанда, йомшаҡ креслоһына барып ултырғанда кисергән уй-тойғоларын ҡыҫҡа бер һөйләмгә һыйҙырырға мөмкин. Ул да булһа: "Китсе, мин - министр урынбаҫары!" Бөгөн дә ошо ләззәттән уны бер кем дә мәхрүм итмәне. Сәркәтибе кистән индереп өҫтәленә һалған эш графигына күҙ ташланы. Алты кәңәшмә ҡуйылған. Ун биш кенә минут арауыҡ менән.
Әлегә - һиллек. Борсоған кеше юҡ. Идеал эш башлар алдынан ҡыҫҡа ғына бер мәлгә тәҙрә эргәһенә килеп баҫа. Шулай ғәҙәтләнгән. Илһамланып, матур бер картина кеүек, көҙгөләгеләй йәйрәп ятҡан баш ҡалаға баға:
"Ғүмер ике килмәй,
Уттар ике һүнмәй,
Беҙ - мең янып тик бер һүнгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр", - тип эстән генә көйләп тә ала ҡайсаҡ.
… Ағиҙелдә аҡ йылға карабы йөҙөп бара. Таҙа урамдар машина, кешеләр менән тулған, сабылған газондар, алһыуланған сәскә түтәлдәре күҙҙең яуын ала. Эҫе төшмәҫ элек тип, эшсе шул йәшеллеккә һыу һибә. Бала сағын иҫенә төшөрөп, шул яһалма ямғыр аҫтына барып торһаң ине, тип уйлап алды Идеал. Үҙҙәренең баҡсаһында ул гел шулай шаяра торғайны. "Әле иртә, һыуы һалҡындыр", - был уйҙарынан йөҙөндә йылмайыу хасил булды. Рәхәт Идеалға ошо минуттарҙа, бәхет кисерә, рәхмәттәр уҡый яҙмыштың уға ҡарата шулай рәхимле булыуына!
- Эшкә, иптәш Хөбөтдинов, - үҙе-үҙенә бойороҡ бирҙе лә, өҫтәле артына ултырҙы.
Эш өҫтәле - тағы бер сихри донъя, мөғжизәләр яланы. Урал йәшмәһенән эшләнгән ҡыйбатлы канцелярия приборы, унда - осло ҡәләмдәр, алтын ялатылған ручка, ҡағыҙ ҡырҡыу өсөн бысаҡ, лупа һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр. Ситтәрәк күҙлек, тағы ручка-ҡәләмдәр, төҫлө ҡағыҙҙар шаҡмағы урын алған. Һул яғында төрлө төҫтәге өс папка ята, ә уңда - үҙе яуаплы дәүләт эштәре даирәһенә ҡараған мөһим (!) документтар. Арыраҡ - уҡылмаған гәзиттәр, уларға йәнәш тағы ҡағыҙҙар. Кабинеттың бер стенаһын тотошлай шкафтар биләй. Унда китаптар, сувенирҙар ҡуйылған. Оҙон кәңәшмә өҫтәле ярты бүлмәне алып тора. Айырым өҫтәлдә компьютер урын алған. Төпкө яҡта ишек күренә. Ул ял бүлмәһенә илтә. Диван, телевизор, һыуытҡыс, һауыт-һаба өсөн шкаф, журнал өҫтәле, бер нисә ултырғыс, ғөмүмән, кофе, сәй эсеп алырға, ҡәҙерле ҡунаҡты коньяк менән һыйларға, ятып ял итергә бөтә уңайлыҡтар бар. Идеал креслоға йәтешләп ултырҙы ла устары менән өҫтәлдең урталағы буш урынын һыпырҙы. Портфелен асты, унан планшетник сығарып, баяғы буш урынға һалды.
Иртәнге туғыҙҙа министр урынбаҫары тәүге кәңәшмәһен үткәрҙе. Ун биш минуттан һуң икенсе төркөм инде. Улары сығып, берауыҡ ҡына тын алыштырғайны, сәркәтибе:
- Идеал Салютович, саҡырылғандар йыйылып бөттө, - тине.
Хужа барыһын да сәләмләне лә, сираттағы кәңәшмәне асты:
- Хөрмәтле коллегалар, бөгөн ҡараласаҡ мәсьәләне беләһегеҙ. Ул уғата мөһим һәм беҙҙән даими иғтибар талап итә. Һүлпәнлек был юҫыҡта урынһыҙ, - Идеал телмәрен башлаған ыңғайға ҡағыҙҙарын аҡтарҙы. Кәрәген таба алмай хитланды. - Шуға күрә ошо мәсьәләне урын-еренә еткереп атҡарып сығыр өсөн бөтә көстө фәҡәт…
Ярты һүҙҙә туҡтап ҡалды ла, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы ентекләберәк ҡарай башланы. "Хәйерһеҙ", - тип эстән үҙен әрләне. Күҙҙәрен дүрт итеп текләп ултырған был әҙәмдәрҙе нимәгә йыйып ултырыуын хәтерләй алмай йөҙәне министр урынбаҫары. Ниндәй мәсьәләне тикшерергә тейештәр һуң, нимәне планына алғайны? Юҡ, иҫенән сыҡҡан, әйтерһең, компьютерҙағы мәғлүмәтте юйып ташлағандар. Бер кнопкаға ғына баҫҡандар - файл юҡҡа сыҡҡан. Идеалдың да шундай кнопкаһы бармы әллә? Башын күтәреп, өҫтәл артында ултырыусыларға күҙ йөрөттө. Исмәғилов - өҫтәмә белем биреү, Мөхитов - хужалыҡ эштәре, Сапарова дәүләт имтихандары буйынса… Юҡ, вазифаларына ҡарап кәңәшмәнең көн тәртибе ебе осон тота алманы. - Балаларҙың йәйге ялын мәҙәни йәһәттән байыҡтырыу, - кемдер шыбырҙаны.
- ...Эйе, мәҙәни йәһәттән байыҡтырыуға йүнәлтергә кәрәк, - Хөбөтдинов бер ни булмағандай һүҙен дауам итте.
Эҙләгән ҡағыҙы алдында ятҡан да баһа. Күтәрелгән теманы онотҡас, уға иғтибар итмәгән, ҡаҡ баш.

* * *

Хөбөтдиновтың аралашҡан дуҫтары лә хәҙер затлы: фән докторҙары, әйткәндәй, ул үҙе лә кандидатлыҡҡа диссертация яҡланы (дөрөҫөрәге, һатып алды, тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ), әртистәр, төрлө кимәл етәкселәр. Юбилейҙарға йөрөшәләр, башҡа сәбәптәр ҙә осраштырып тора уларҙы. Һәр кемдең үҙ тараҡандары, тигәндәй, кемдер мөккибән китеп баҡса үҫтерә, башҡа берәү бассейынлы өй һалған, өсөнсөлә оҫтахана бай инструменттары менән күҙҙе ҡыҙҙыра. Ә Яҡупов иптәш өйөнөң подвалында музей ойошторған. Экспонаттар уның үҙе һәм нәҫеле тураһында бай мәғлүмәттәр бирә. Яҡупов та данлыҡлы шәхес икән - наградалары Идеалдыҡынан күп булмаһа ла, кәм түгел. Бала саҡтан бөгөнгө көнгә хәтлем йыйған баһаламанамәләренә вис урын тапҡан. Проектор ҡуйған, уның аша фотолар күрһәтә. Яҡупов - министр менән, Яҡупов - президент ҡулынан награда ала, Яҡупов - кәңәшмәлә, Яҡупов - ялда ...
Музей ныҡ тәьҫир итте Идеалға. Хөбөтдинов та үҙ музейын эшләү уйы менән янып китте. Өфөгә күсмәҫ борон уҡ башлаған йортон былтыр уҡ төҙөп бөткәйне. Шуның подвалын музейға ҡулайлаштырып эшләтте. Оҫта яллап, бүлмәне матур итеп йөҙләтте, биҙәтте, йылыһын, утын үткәртте, экспонаттарҙы зауыҡ менән урынлаштырҙы. Дан килеп сыҡты музей. Яҡуповтыҡынан да шәберәк. Хәҙер Идеал бөтә буш ваҡытын шунда уҙғара, килгән кешеләрҙе иң тәүҙә подвалға төшөрөп алып китә.

* * *

-Идеал Салютович, һеҙгә Исчурин иптәш, - сәркәтибе телефон аша иҫкәртте, саҡырылмаған ҡунаҡты үткәрергәме, юҡмы, тигән мәғәнә менән.
- Кем ул? Белмәйем ундай кешене, - хан заманында яҙмыш осраштырған әҙәмдең исем-шәрифен әллә ҡасан күңеленән дә, хәтеренән дә юйып ташлағайны Идеал.
- Мәктәптә эшләгәндә Миңлебай дуҫын яҡын белә ине, ти...
- Миңлебай дуҫ?.. Исчурин?.. - трубкала оҙайлы пауза эленеп торҙо. - Үткәр, - хужаның тауышы төшөнкө яңғыраны.
Үткәндәрҙең шаңдауы ни бысағыма Хөбөтдиновҡа хәҙер. Нимә көҫәп йөрөй тағы был әҙәм? Әгәр этлегенә барып, тағы берәй яманлыҡ уйлап килһә, ҡыуыр ҙа сығарыр. Үҙенең күләгәһенән өркөп йөрөгән уҡытыусы түгел хәҙер, ә министр урынбаҫары ул!
- Дуҫтарҙы оноторға ярамай, - Исчурин күрешер алдынан кабинет хужаһын шелтәләп алды.
- Ней заман үткән бит… - мең йыл күрмәһәм дә, белмәһәм дә яҡшыраҡ булыр ине, тигәнерәк һымаҡ яңғыраны Идеалдың яуабы.
- Күп һыуҙар аҡты, ризамын… Ана, һеҙ ҙә нисек үрләгәнһегеҙ… Кабинет - былай-алайым… Үҙегеҙсе, үҙегеҙ?.. Ил ағаһы! Алаһы ла түгел, бирәһе лә түгел, - ҡунаҡ ихлас йылмайҙы.
- Үҙегеҙ ҡайҙа хәҙер, ни хәлдәрҙә? - Хөбөтдинов Исчуриндан теләһә ниндәй яуап ишетергә әҙер, тик элеккесә органдарҙа, тип кенә әйтмәһә ине.
- Мин шунда, дәүләт именлеге һағында. Полковник погондары йөрөтәм, - хужа был көтөлмәгән осрашыуҙың хәйерлегә тамамланыуына тамам өмөтөн өҙҙө. Тағы ниндәй һынауҙар аша үтәһе бар Хөбөтдиновҡа? Тәктән юҡҡа йөрөмәй бит шундай дәрәжәле кеше.

(Дауамы. Башы 3-9-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 323

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru