«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН СӘНҒӘТ КЕШЕҺЕ, РУХИ БАЙЛЫҠТЫ ӨҪТӨН ҠУЙЫП ЙӘШӘЙЕМ...
+  - 


Бөгөн республикабыҙ театрҙары башҡорт халҡының милли мәҙәни мираҫы һағында торған звеноларҙың береһе. Был бурысҡа үҫеп килгән быуынды сәхнә сәнғәте аша тәрбиәләгән, донъяға ҡараш формалаштырырға, матурлыҡты күрә белергә өйрәткән М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла бына инде өс тиҫтәнән ашыу йыл дауамында үҙ өлөшөн индерә килә. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов театрға нигеҙ һалынғандың тәүге көндәренән баш ҡала тамашасыһы өсөн күңелен биреп хеҙмәт иткән актер. Ошо көндәрҙә Мәғәфүр Мәхмүт улы үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй һәм бөгөнгө әңгәмәлә уның менән сәнғәткә илткән юлдар, ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән театры, баш ҡала тамашасыһы тураһында һөйләштек.

Һөйләшеүҙе сәнғәт юлына илткән, шәхесегеҙгә ҙур йоғонто яһаған бала саҡ хәтирәләренән башлап китәйек.

- Мин Башҡортостандың бик гүзәл тәбиғәтле төбәктәренең береһендә, Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуғанмын. Мин беренсе синыфты тамамлауға ғаиләбеҙ Баҡалды тигән ауылға күсеп, ул заманда күпселеге урыҫтар төйәк иткән ауылда өс йыл йәшәнек тә, әсәйемдең тыуған ауылына - Тирәклегә килеп нығындыҡ. Бөгөн туғандарым менән ҡайтып йөрөр, балаларға олатай-өләсәй нигеҙе тип күрһәтер, күңел йылыһы табыр йортобоҙ ошо Тирәклелә. Шулай ҙа Баҡалды ауылы менән бәйләнештәр былай ғына тамам булманы әле: мин белемде тап ошо ауылдың ун йыллыҡ урыҫ мәктәбендә алдым.
Сәнғәт юлына илткән һәм минең булмышыма, киләсәгемә йоғонто яһаған хәтирәләр тураһында һөйләгәндә тәү сиратта һүҙҙе исемемдән башларға кәрәктер. Беҙ бала саҡта һәр өйҙә радио була торғайны һәм унан моңло башҡорт йырҙары яңғырап торҙо. Үҙе лә йырларға яратҡан әсәйем миңә исемде аҙашым Мәғәфүр Хисмәтуллин хөрмәтенә ҡуштырған. Беҙ ул саҡта радионы йотлоғоп тыңлай торғайныҡ, унда әленән-әле Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырҙары яңғырай, уның тормош иптәше Сөйөмбикә апай шундай матур итеп әкиәттәр уҡый ине. Был тапшырыуҙарҙы көтөп ала торғайныҡ. Бына шул осорҙоң радио һәм телевидениеһы нәфис һүҙгә, сәхнә сәнғәтенә һоҡланыу, һөйөү уятҡандыр, тим инде.
Мәктәптә уҡып йөрөгәндә, 1978 йылда, ниндәйҙер гәзиттә Башҡорт дәүләт филармонияһына бейеүселәр һайлап алыуҙары тураһында иғлан биргәндәр. Минең ағайҙар индустриаль-педагогик техникумда уҡығанда бейеү ансамблендә шөғөлләнделәр. Улар әлеге иғланды күреп, мине һайлау турына әҙерләргә булып, һығылмалылыҡҡа, оҫталыҡҡа өйрәтә башланылар. Кәүҙәне әҙерәк дөрөҫ тоторға өйрәнгәс, бер нисә бейеү һалдырып, Өфөгә юлландым. Ике турҙан үттем. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡала балалары, ҡала мәҙәниәт һарайҙарындағы бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнгәндәр, араларында ата-әсәләре сәнғәт кешеләре булғандары ла бар. Ансамблгә 15 егет, 15 ҡыҙ һайлап алдылар, мин өсөнсө турҙы үтә алмай, кире ҡайтып киттем. Әммә нәҡ ошо осорҙа күңелемдә "Мин барыбер артист булам!" тигән уй ныҡлы урын алды. Беҙҙең Тирәклелә ҡурайсылар күп кенә ине. Миңә Иҡсан бабайым ҡурай уйнарға өйрәтте. Өйҙә түрбашта ашарға бешереп йөрөгән әсәйемде йырлатам да, уға ҡушылып ҡурайҙа көйөн сығарып маташам.
Шулай итеп, мәктәпте тамамлағандан һуң мин, сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инәм, тип, Өфөгә юлландым. Мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов мине тыңланы, йырлатып ҡараны, миндә баритон тауыш икәнен асыҡлағас, ул осорҙа училищела вокал бүлеген етәкләгән Рәйсә Әхмәҙиеваға алып китте. Рәйсә Рәхим ҡыҙы мине йырлатып та, ноталарҙы айырыу-айырмауымды ла тикшереп ҡараны ла, вокал бүлегенә уҡырға алырға булды. Ғата ағай ҙа вокал бүлеген һайларға күндерҙе, бер үк ваҡытта ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү мөмкинлегең дә буласаҡ, тине.
Шулай ҙа бар тормошомдо бағышлар һөнәремә Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов ойошторған әҙерлек курстары аша килдем. Көҙгөһөн ошо курсты тамамлаған студенттар араһынан һайлап алынған драма артистары төркөмөнә мин дә эләктем һәм Рифҡәт Исрафилов, Олег Ханов, Айбулат Хәйбуллин Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина, Александр Дыбо кеүек данлыҡлы уҡытыусыларҙың ҡулы аҫтында белем алдым. Шулай итеп, мин 1987 йылда сәнғәт институтын тамамлап, курсташым Эмма Ваһапова менән Сибай ҡалаһына эшкә юлландыҡ. Ике йыл Сибай театры мәктәбен үттем шулай.

Урал аръяғының баш ҡалаһы һеҙҙе нисек ҡабул итте? Яңы урын, кешеләр һәм хатта тәбиғәт тә икенсе төрлө...

- Бер яҡтан, мине барыһы ла ҡыҙыҡтырҙы, беҙ бит Назар Нәжми әйтмешләй, "ҡапҡа артынан ары донъя күргән" кешеләр түгел инек. Уҡыған осорҙа концерттар менән йыш йөрөһәк тә, Архангел - Өфө араһынан ары киткән юҡ ине. Минең өсөн Сибай театры менән республика райондары ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөү ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Ә 1989 йылда ТЮЗ тип асылған, хәҙер Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡырыу алып, кире Өфөгә юлландым. Яңы театрҙың эш башлап торған ғына сағы, уны Олег Ханов етәкләй. Башҡорт академия драма театрынан уның менән бергә Әхтәм Абушахманов, Роза Кәримова, Сәүиә Сираева, Әнфисә Хафизова, Шәүрә Дилмөхәмәтова кеүек сәхнә оҫталары ла бында күскән. Йәш театр коллективы "Иҙеүкәй менән Мораҙым" спектаклен сәхнәгә сығарыу буйынса эш башлаған, шунда ҡушылып киттем. Бер йыл тирәһе эшләгәндән һуң студия булып, артистар йыйылып, театр барлыҡҡа килде. Әлегә тиклем шул театрға тоғро булып эшләп йөрөлә.

Тимәк, һеҙ Милли йәштәр театрына нигеҙ һалынған йылдарҙан эшләйһегеҙ. Үткәне менән бөгөнгөһөн сағыштыра ла алаһығыҙҙыр?

- Театр матур сәхнә әҫәрҙәре булғанда ғына үҫә. Юғары кимәлле әҫәрһеҙ театр әллә ни алға китә алмай. Был йәһәттән беҙ уңышлы коллектив булдыҡ, тиергә мөмкин: бик матур әҫәрҙәр сығарҙыҡ сәхнәгә. Мостай Кәрим исемен йөрөткәс, уның ижадына ҙур иғтибар бүленде. Театрҙың үҫеше яҡшы әҫәр һәм яҡшы режиссерҙан тора, тетрәндергес спектаклгә халыҡ та ҡыҙыҡһынып килә. Беҙҙең театрҙа заманында Флорид Бүләковтың "Дала ҡиссаһы" тигән бик шәп әҫәре ҡуйылды, ул башҡорт халҡының бөйөк шәхестәре тураһында ине һәм бигерәк тә балаларға бик тә фәһемле, донъяға ҡараштарын киңәйтер спектакль ине. Уны Азат Нәҙерғолов ҡуйғайны. Йоланы дауам итеп, шул спектакль әле лә уйналһа, гел телефонға текәлеп, китап уҡымаған хәҙерге балалар өсөн ҡалай ҙа отошло булыр ине, тип уйланыла. Бына шундай әҫәрҙәр һәм йолалар кәрәк беҙгә. Тамашасы хәҙер ҡайҙа ниндәй спектакль барыуын яҡшы айыра. Шөкөр, пандемия осоронда ла өфөләр беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы, йөрөнө. Был инде театрҙың үҙ тамашасыһы бар, тигәнде раҫлай.
Театрыбыҙҙа башҡорт һәм рус труппалары булғас, сәхнәне бүлешеп эшләйбеҙ. Көндөҙ балалар өсөн, кисен өлкәндәргә тәғәйенләнгән спектаклдәр ҡуябыҙ. Эргә-тирәләге ауылдарға, баш ҡала мәктәптәренә барып та уйнап киләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ситкә сығып йөрөү ауырлашты, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, ойоштороу ҙа ҡатмарлашты. Элек фестивалдәр йышыраҡ ойошторола ине, сит төбәктәрҙән дә коллегалар килә, аралаша, фекер алыша инек. Шул ваҡыттар һағындыра. Унда тәнҡит тә ишетәһең, хатта махсус тәнҡитселәр саҡырыла ине. Тәнҡит, тигәндәй. Элек беҙҙең театрҙарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттары спектакль премьераларынан һуң артистарға үҙ фекерҙәрен еткереү йолаһы булды. Уҡытыусылары, мәрхүм профессор Тимерғәли Килмөхәмәтов рецензиялар яҙып, гәзиттәрҙә баҫтыра торғайны. Бөгөн дә тамашасынан бына шулай баһа-яуап ишетеүгә мохтажбыҙ, был үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәмәү өсөн бик мөһим.

Һеҙҙең театрҙа балалар өсөн спектаклдәр бик йыш ҡуйыла. Тик уларҙың башҡортсалары шулай ҙа һирәгерәк...

- Был мөһим мәсьәлә һәм тейешле иғтибар, хәл ителеүҙе талап итә. Театрыбыҙҙа рус труппаһы ла эшләгәс, беҙ күп кенә балалар спектаклдәрен русса уйнайбыҙ. Башҡортсаһы ла бар, шулай ҙа күберәк балалар ҡарай алһын һәм аҡса йыйыуы ла еңелерәк булһын типтер, русса тамашалар йышыраҡ була. Бына ошо көндәрҙә генә Шамонино ауылы мәктәбенә барып, "Чиполлино" спектаклен 300-сө тапҡыр уйнап ҡайттыҡ. Был башҡорт труппаһының оҙаҡ барған спектаклдәренең береһе, уны русса уйнайбыҙ. Әле мәктәптәр "Үлмәҫбай"ҙы алып килеүҙе һорайҙар, әммә ул оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылған спектакль һәм балалар өсөн ауырыраҡ. Башҡорт әкиәттәрендәге Аҡъял батыр, Һоросай батыр булып та уйнарға теләк бар ҙа бит...

Һеҙҙең юлды балаларығыҙ дауам итәме?

- Уларҙы бала саҡтарынан башҡорт теленә, моңона, сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙек. Әммә улым - иҡтисадсы, ә ҡыҙым хоҡуҡ белгесе булыуҙы үҙ итте. Әле хәләл ефетем Зәлифә менән ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен татып, уларға ла үҙ тәрбиәбеҙҙе бирергә, башҡорт мөхитенә ылыҡтырып үҫтерергә ынтылып йәшәйбеҙ. Мәктәп йәшендәгеләре Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала мәктәбендә уҡый, бәләкәстәре балалар баҡсаһына йөрөй. Йома һыйын беҙгә киләләр. Мин сәнғәт кешеһе, ғүмер буйы рухи байлыҡты өҫтөн ҡуйып йәшәнем, йәшәйем. Бар ғүмеремде арнаған һөнәрем, үҙем тырышып һалған юлым, ынтылышым бар. Балаларым нәҡ мин барған юлды дауам итмәһә лә, ошо мөхиттә рухи тәрбиә алып үҫтеләр...

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 315

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru