«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЕБЕҘ ҘӘ, АШЫБЫҘ ҘА ОЖМАХҠА ТИҢ ОШО ЕРҘӘ
+  - 


Һаҡмар буйында үҫкән Йылайыр ҡыҙы булһам да, Сәләх ауылын быйыл тәүгә барып күрергә тура килде. Беҙҙең Юлдыбай түңгәүерҙәр ауылы булһа, Сәләх - үҫәргәндәр төбәге. Йылайырҙан Һабырға илткән юлдан бараһың унда. Ике яҡлап мөһабәт, һомғол буйлы һалдаттарҙай ҡалҡҡан төҙ ҡарағайҙар ғорур теҙелешеп ҡаршы ала. Бер үргә, бер түбәнгә артылып, 17 саҡырымдай ара үткәс, барып та етәһең. Күрше-тирәлә Ҡаҙырша, Ашҡаҙар, Һабыр, Һаҡтау, Йомағужа ауылдары ята. Шәмсетдин тигән бөткән ауыл да Сәләхкә яҡын.

Сәләхтә...

Сәләх Башҡортостанда сағыштырмаса йәш ауылдарҙың береһе. 1927 йылда нигеҙ һалына. Ошо ауылда тыуып үҫкән уҡытыусы, тарихсы, журналист Фәрит Рәмов әйтеүенсә, уның атаһы Абдулла ҡарт етәкселегендә унлап кеше Үрге Ғәле ауылынан ошо ергә килеп төйәкләнә. Араларында иң олоһо Сәләх Мортаев булғас, ауылға ла уның исемен бирәләр. Быйыл Сәләх ауылының барлыҡҡа килеүенә теп-теүәл 95 йыл. Ауылда мәсет, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләй. Саң-туҙанлы оло юлдан ситтә, урман ҡосағына һыйынып ҡына ултырған ауылдың тәбиғәтен ожмах мөйөшөлөр тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Ҡош-ҡортҡа, кейектәргә, һәр төрлө үлән-сәскәләргә, ағас-ҡыуаҡтарға бай был төбәкте хатта кеше аяғы баҫмаған ер менән дә сағыштырырға мөмкин. Таллыҡ, муйыллыҡ аша зәңгәр таҫмалай һуҙылған Бараҡал, Бараҡалтиле, Һыҙғы йылғалары, мөһабәт ҡарағайлы, олпат имәнле ҡара урмандар, әкиәттәрҙә, мәшһүр эпостарҙа һүрәтләнгән "олатайҙай айыуҙар", "һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән, ҡолағы миңле төлкөләр", "майлап һалған ҡайыштай йыланлы", "оя яһап, түл йәйер" ерҙәрҙең береһе ул Сәләх.
Ауыл ҙур түгел. Урам ярым ғына. Ошо урам ярымлыҡ 42 йортта 162 кеше йәшәй. 29 трактор, 27 еңел машина. Ауыл тотҡаһы булып торған өлкәндәр ҙә, милләт киләсәге балалар ҙа бар. Биш саҡрым алыҫлыҡта ултырған күрше Йомағужа ауылына 44 бала балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөп уҡый.
Бәләкәй генә ауылда шыңғырлап торған йорттар һалып инеп, заманса йыһазландырып, затлы машиналарҙа йөрөгән, ысын мәғәнәһендә етеш тормошҡа ынтылған, эшһөйәр халыҡ йәшәй бында. Һәр йортта кәмендә 5-6 баш һыйыр, ат, кәзә-һарыҡтар. Ҡош-ҡорт тураһында өндәшеп тә тормайҙар. Беҙ, журналистар, ғәҙәттә, нисә баш мал тота, күпме ерҙә баҡса үҫтерә, ниндәй уңыш ала - шул турала төпсөнөп ҡыҙыҡһынабыҙ, үҙебеҙгә мәғлүмәт туплайбыҙ. Мин дә мал-тыуар иҫәбен белешеп, яңғыҙ донъя көткән өлкән инәйҙәрҙең дә 20-ләп баш кәзә-һарыҡ көтөүен ишетеп, аптырап ҡалдым. Мәҫәлән, Рәмова Ҡанифа инәйҙе алайыҡ. Һыйыр, ҡолонло бейә, тай, 18 баш һарыҡ көтә, йыл да 30-40-лап ҡош-ҡорт аҫрап ала, баҡсаһында иһә кеше үҫтермәгән ағас-ҡыуаҡтар, хатта годжи емешенә тиклем бар. Иң беренселәрҙән булып сәскә, йәшелсә үрсетмәләре ултыртып сығара баҡсаһына. Помидор-ҡыярҙы ла тәүгеләрҙән булып ауыҙ итә. Өй алды ла, баҡсаһы ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскә була. Эскән һыуына тиклем таҙа - ябай ҡоҙоҡ һыуы. Алты бала - биш улан, бер ҡыҙ менән утыҙ ике йәшендә генә тол ҡалған инәй балаларын аяҡҡа баҫтырыуға, уҡытыуға бөтә көсөн, күңелен һала. Бөгөн Ҡанифа инәйгә 70 йәш. Бер улы ауылда тора, йорт эштәрендә улар ярҙам итә.

Эше барҙың - ашы бар

Эйе, ауыл ерендә эшһеҙ ултырмай кеше. Ҡояш менән бергә тороп, ҡара кискә тиклем ҡырмыҫҡа шикелле бил бөгә ауыл халҡы. Тырышлыҡтары, сәмселлектәре менән етеш тормошҡа ынтыла. Нимә генә тиһәң дә, хөкүмәткә күҙ терәп торғандарға ҡарағанда ашы ла мул, донъяһы ла бай.
Балта оҫталары ла күп Сәләхтә. Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғәҙәттә, уларҙы "алтын ҡуллы" тип йөрөтәләр, һоҡланып йә аптырап "ағас ене ҡағылған" тип тә ебәрәләр. Шундайҙарҙың береһе Шамил Хәмит улы Солтанов. Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, бөтә эшкә Шамил ағай атаһынан да, ауылдағы өлкән ағайҙарҙан да өйрәнгән.
- Ауылда ағас эшен төптән белгән ағайҙар ҙа күп булды: Ғатаулла, Сафуан, Вәкил ағайҙар тирә-яҡта данлыҡлы балта оҫталары ине. Үҙҙәре менән ҡуша алып йөрөнөләр, күрһәтеп эшләттеләр. "Бынан мәғәнә сыға" тип ҡәнәғәт көлгән булырҙар ине үҙҙәре. Иҫ белеп, балта-бысҡы тотоп өйрәнеп, етди эшләгән тәүге эштәремдең береһе - атай солан эшләгәйне, мин тәҙрә рамдары яһаным, - ти Шамил Хәмит улы үҫмер сағын иҫкә алып. Ир ҡорона ингәс, өй, мунса буралары күтәрә, мейес сығара. Заказға ла эшләй. Урман эше ҡаҙнаны ла тулыландыра, күңелде лә ҡәнәғәтләндерә. Ағас эшенән тыш, Шамил ағайҙар бал ҡорто ла үрсетә, йылҡы ла тота.
Тимерселәре менән дә данлыҡлы Сәләх. "Атанбаевтарҙың ихатаһында сыңҡ-сыңҡ иткән тауыш ишетһәгеҙ, белегеҙ, Рәфилебеҙ тимер эшенә маһир", ти ауылдаштары. Шешлек бешереү өсөн сынъяһау мангал, тимер мейестәр, мал арбаһы, семәрләп-биҙәп йорт-ҡура кәрәк-ярағы эшләй. Уның ябай тимер киҫәгенә лә ижади ҡарауы һоҡландыра.
Булат Кинйәғәле улы Аҡҡужин иһә пилорама ултыртып алған. Өс бала атаһы уландарын да эшкә өйрәткән. Улы Морат ағас эшендә төп ярҙамсыһы. Мал аҙығы әҙерләү, ағас эшен еңеләйтеү өсөн трактор ҙа алғандар.

Малсылыҡ - төп килем

Эйе, ауыл халҡын ерһеҙ, малһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Борон-борондан халҡыбыҙ ер эшкәртеп, мал аҫрап көн иткән. Шулай ҙа бер осор халыҡ малын бөтөрҙө. Малын бөтөрҙө лә, аҙаҡ баҙап ҡалды. Кемеһе эшһеҙ, кемеһе ашһыҙ йонсой башланы. Ә бына сәләхтәр мал көсө менән донъя көтә, балалар уҡыта. Ысынлап та, малсылыҡ - башҡорт халҡының иң төп кәсептәренең береһе. Мал көсө эштә файҙаланылһа, ите, ағы аш-һыу булараҡ ҡулланыла. Сәләхтә йылҡысылыҡ менән дә күптән шөғөлләнәләр. Иң күп йылҡы тотоусыларҙың береһе - Айбулат Иҫәнбаев. Бөгөн уның хужалығында 20 баш йылҡы иҫәпләнә. Ошо ауылда тыуып үҫкән уҙаман Юлдыбайҙың данлыҡлы һөнәрселек училищеһын тамамлай, байтаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. "Һабыр" совхозы тарҡалғас, бар көсөн шәхси хужалыҡҡа һала, йылҡысылыҡты киңәйтеп, умартасылыҡҡа ла тотона.
- Ауылда йәшәп тә, мал тотмағас, уның ни ҡыҙығы ла, ни йәме. Йылына бер нисә баш йылҡыны һуйып һатһаң, аҡсаһы ла була, - ти алты бала атаһы. Ысынлап та, Сәләх йылҡыһы итен тәмле тип, сал ҡылғанлы Хәйбулла, Әбйәлил яҡтарынан да килеп алалар икән. Таҙа ерҙә, таҙа үлән ашап, таҙа, саф ҡоҙоҡ һыуын ғына эсеп үҫкән малдың ите татлы була шул.
Ҡортсолоҡ Йылайыр яҡтарында бик киң таралған тармаҡ булмаһа ла, бал ҡорто тотоусылар ҙа күп Сәләхтә. Тик былтыр урманға ҡарышлауыҡ төшкәс, бал ҡорттары ҡырылған. Шулай ҙа был тәңгәлдә эште дауам итәләр, тырышлыҡтары арҡаһында донъялары ла ялтлап тора. Ҡайҙан, нисек, ҡайһылай өлгөрәләр, тип хайран ҡалаһың ирекһеҙҙән уларға: ҡош-ҡорто ла, малы ла бағыулы, баҡсаһы ла бынамын тигән уңыш бирә, табыны ла һый-ниғмәттән һығылып тора, шул арала мохтаждарға ярҙам итергә лә ваҡыт табалар.

Һыйлы көнөң - һыйырҙа

Эйе, һөттән әҙерләнгән бик күп төрлө ризыҡтар башҡорттарҙың милли аш-һыуына әйләнгән. Әйткәндәй, башҡорт аштары малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килгән дә инде. Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешһәләр, һыйыр, кәзә ағын эшкәртеп, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡатыҡ, айран, һөҙмә, ҡыҙыл эремсек алалар. Сәләх ҡатын-ҡыҙҙарының да аш-һыуға сымыры булыуҙары һоҡландырҙы.
Ауыл көтөүендә йөҙгә яҡын һыйыр, биш йөҙҙән артыҡ кәзә-һарыҡ, йөҙләп баш йылҡы йөрөй. Йәй буйына малды сиратлап көтәләр. Аҡсаға ялланып көткәндәр ҙә бар, улар өсөн йәй - килемле осор. Һыйыр быҙаулағас, һөтөн, ҡаймаҡ, май, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә һәм башҡаса төрләндереп, баҙарға сығаралар. Ҡороттоң да нисәмә төрө: ул муйыллыһы, ҡарағат, сейә, еләк, бал ҡушылғаны; һуған, һарымһаҡ, әнис, һымаҡ тәмләткестәрҙе, хатта ҡыр йыуаһын турап, ашҡа айырым әҙерләнгәндәре; әсеһе, сөсөһө, кипкән, ыҫланғандары - һанай китһәң, ҡул бармаҡтары етмәҫ. Ҡыҙыл эремсекте лә тәмле итеп, еренә еткереп, Урал аръяғы ысулы менән эшләй улар.
Боронғоса ирегән һары майҙы тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа ла йыйып ҡалдыралар. Хатта май бешкәндән һуң айырылып сыҡҡан ҡаймаҡ һыуы - айранға, ҡорот һарҡытҡандан ҡалған эркет һыуына тиклем "ашҡаҙан, үт-бауыр ауыртҡанда", йә "ҡамырға кәрәк булыр" тип пластик шешәләргә ҡойоп туңдырып ҡуя Сәләхтең йүнсел хужабикәләре.
Сәләхтәрҙең өҫтәленән ҡаймаҡ, аҡ май ғына түгел, башҡорттарҙың боронғоса десерты - сейәле-ҡарағатлы май ҙа өҙөлмәй. Ҡыр сейәһен дә, баҡса емешен дә бөртөгөн дә әрәм итмәй йыйып алып, эшкәртәләр. Турғай еләген, урман еләген саҡ ҡына елләтеп киптереп, үткәреп, аҡ майға ҡушып тәмле бер тәғәм дә эшләп туңдыралар. Йоҡа ғына итеп ҡырҡып, сөсикмәккә һылап ашарға ярата балалар.

Ауылдың киләсәге бармы?

Ауылдың киләсәге бармы тигән һорау бынан бер нисә йыл элек барыһын да борсой һымаҡ ине. Ә бөгөн халыҡ "ҡаланы маҡтай ҙа, ауылда йәшәй". Иген сәсер баҫыуҙар, мал-тыуар кинәнерлек көтөүлектәр, бесәнлектәр йәйрәп ятҡанда, ҡалаң ары торһон, тиеүселәр, ысынлап та, хаҡтыр.
Үҙ ере өсөн бөтә йөрәктән көйөп-янып, уның киләсәге тип тырышҡан кешеләре булғанда ғына уның иртәгәһе ышаныслылыр. Ауылдың абруйлы уҙаманы Ҡорманғәле Таһиров "Һабыр" совхозында эшләгән осорҙа ауылға асфальт һалдырта, "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырта. "Был асфальтты мәңгелек тиһәң дә була, ҡалын итеп, еренә еткереп һалдырттым. Элек ауыл эргәһендә ҡыйлыҡ күп ине, идарасы булып эшләгән саҡта эттертеп, таҙалаттырҙым", - ти Ҡорманғәле олатай. - Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, халҡы тырыш, татыу. Бер-береһе менән ярышып донъя көтәләр. Әйткәнде лә көтөп тормайҙар, яҙ етеү менән эргә-тирәһен таҙалап, буяр нәмәһен буяп, матурлап, тәртипкә килтереп тә ҡуялар. Эшһеҙ ултырмайҙар. Күп йәштәрҙең ауылда тороп ҡалыуы ҡыуандыра. Ни тиһәң дә, ер кешеһе тота бит ауылдарҙы. Йәштәр ҙә береһенән-береһе уҙҙырып донъя нығыта, мал-тыуар үрсетә, бала-саға уҡыта, әлбиттә, былар барыһы ла дөрөҫ тәрбиә һәм тырышлыҡ емештәре, - ти Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Тотманов.
- Ҡайһы ғына өйҙө алма, һәр береһенең ҡапҡа артында оҙон һаплы селек һепертке элеүле тора. Ҡар иреп, асфальт асылғас та, көн һайын иртәнсәк көтөүҙән һуң ауыл халҡы урам һеперә сыға. Берәү ҙә юҡ тимәй, әйҙә, тигәнде лә көтмәйҙәр, көтөү киттеме - бөтәһенең дә ҡулында һепертке, - ти тормош иптәшенең һүҙен йөпләп Таңсулпан апай.

Шулай итеп...
Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулынан килә сәләхтәрҙең. Кемеһен генә алһаң да, гәзит биттәрен тултырып айырым яҙырлыҡ кешеләр. "Ата-бабаларыбыҙҙың тормошо борон урман, тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән булған. Ошо мөхиттә тыуғанбыҙ, ошо мөхиттә үҫкәнбеҙ. Эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа ошонда", - ти үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, тәбиғәт биргән һәләттәреннә тырышлыҡ та ҡушып, алға ынтылған сәләхтәр. Ә ил санкциялары иһә үҙе бер Хоҙай хикмәтелер. Сит ил етештергән ризыҡ ейеп, асылыбыҙҙы боҙғансы, сәләхтәр һымаҡ үҙебеҙ тапҡанды, үҙебеҙ үҫтергәнде файҙаналып, таҙарынайыҡ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 457

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru