«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠЫТ, ТАРИХ БАР НӘМӘНЕ ХАТТА ЙЫРҘАРҘЫ ЛА ҮҘ УРЫНЫНА ҠУЯСАҠ
+  - 


Өфө ҡалаһының 7-се музыка мәктәбе директоры Айрат (Раит) Рәшит улы Ғайсиндың тәржемәи хәле тураһында бик күпте яҙырға мөмкин булыр ине. Беҙ иһә шуның менән генә сикләнәйек: Айрат Әбйәлил районының Аһылай (Өскүл) ауылында 14 балалы ғаиләлә 11-се булып донъяға килгән, Учалы музыка училищеһын, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, 6 бала атаһы, бик күп популяр йырҙар, симфоник, хор әҫәрҙәре авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бер нисә йыл рәттән Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе булып тора. Композитор булараҡ, Айрат Рәшит улының бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙ музыкаль йөҙө, стиле, үҙ ҡараштары бар. Уның менән сәнғәт, мәҙәниәт, халыҡ моңо, эстрада йырҙары, тәрбиә, быуындар күсәгилешлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Айрат, һин хеҙмәт биографияңды тракторсы булыуҙан башлағанһың. Бынан бер нисә йыл элек трактор тауышы миңә йыр яҙырға ярҙам итте, тигәйнең. Был хәлде нисек аңлата алаһың?

- 1980 йылдың июнь айында Әбйәлил районындағы 17-се һанлы ауыл хужалығы профессиональ техник училищеһын тамамлап, октябрҙең урталарына тиклем Генерал Шайморатов исемендәге колхозда эшләп алдым да, көҙ еткәс әрмегә алдылар. Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, тағы ла тракторсы булып эшкә сыҡтым. Тырышып эшләнем, бер нисә тапҡыр ер һөрөүҙә алдынғы урынды яуланым. Тракторҙың тауышында мин һәр ваҡыт көй эҙләнем. Тыңлай белһәң, унда ла көй бар. Хатта газды төрлөсә баҫыуыңа ҡарап, көйҙөң интонацияһы үҙгәреп тора. Мин был хәлде ана шул интонация менән күңел ауазының уртаҡлығылыр тип уйлайым. Ер һөргәндә төрәнде ергә төшөрөп, газға баҫыуым була, тракторым көсәнеп китә - шуға ҡушылып күңелемдә йыр тыуа ине. Ул саҡта нота яҙа белмәй инем шул, күңелдә тыуған йыр-моңдарымдың бик аҙҙарын ғына күңелемдә һаҡлап ҡала алдым.

Әле килеп трактор, машина тауышын ишетһәң, ниндәй тойғолар кисерәһең?

- Күптән руль артындамын, әле унынсы машинам менән йөрөйөм. Трассаға төшөп алам да, машинамдың двигателенә ҡушылып йырлайым. Ә бит тыңлаһаң, машина ла ошо рәүешле йырлап китеп бара. Өфө урамын таҙартыусы тракторҙарҙы күреп ҡалһам, туҡтап, ниндәй ноталы тауыш сығарғанын самалайым, янымда пианино булһа, ҡушылып уйнай ҙа алыр инем кеүек.

Тағы ла ниндәй тауыштарҙа көйҙәр ишетә алаһың, улай булғас?

- Ишетә, тоя белһәң, донъялағы һәр нәмәлә көй, моң барҙыр, тип уйлайым. Ел сығып, буран ҡупһа, оркестр уйнай башлаған һымаҡ. Хатта тынлыҡтың да үҙ көйө бар, донъялағы иң мөғжизәле көй ул. Студент саҡта таң менән Салауат һәйкәле янына сыға торғайным. Тынлыҡты тыңларға. Ундай саҡта эске моңоң ишетелә, үҙ-үҙеңде тыңлайһың, уй-фекерҙәрең яйға һалына, зиһенең күнекмә үтә. Әле мин ике ҡурайға ун биш минутлыҡ көй яҙам. Һин уны тыңлап, миңә: "Айрат халыҡ йырын сәлдергән", - тип әйтәсәкһең. Шул уҡ ваҡытта унда һин бер халыҡ йырынан да интонация таба алмаясаҡһың. Ул көйҙө мин тынлыҡты тыңлаған саҡта үҙ-үҙемдең эске тауышымдан ишеттем.

Мин шиғырҙың нисек тыуыуын аңлата алам: ул иң тәүҙә фекер, образ йә хис, кисереш булараҡ күңелдә моронлай. Ә бына көй, йыр нисек ярала? Фекер булыпмы, образмы, тойғомо? Ошоно аңлатып буламы? Әйтәйек, Рәмил Йәнбәктең шиғырына яҙылған "Әсәкәйем минең" йыры?

- 1985 йылда Учалы музыка училищеһының хор менән дирижерлыҡ итеү бүлегенә уҡырға индем. Бәхетемә күрә ул саҡта училищелә Салауат Рафиҡ улы менән Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы Сәлмәновтар эшләй ине. Яңы йылдан һуң ҙур һынауҙар аша үтеп, музыка теорияһы бүлегенә күстем. Ул бүлеккә бары музыка мәктәбенең фортепиано класын тамамлаусыларҙы ғына ала инеләр - бик ауыр бүлек. Тәү тапҡыр шунда нота өйрәнә башланым. 1987 йылдың көҙ айҙарының береһендә Учалынан Ҡаҙаҡҡол ауылы аша тауҙар араһынан тыуған ауылым Өскүлгә йәйәү ҡайтып барғанда яралды күңелемдә ул йырҙың тәүге ауаздары. Ғөмүмән, юл йөрөгәндә һәр ваҡыт әсәйемде уйлай торғайным. Мин бит колхозда эшләп йөрөгәндә эшемде, әсәйемде ҡалдырып уҡырға киткәйнем. Уға тиклем колхоздың комсомол ойошмаһы секретары ла инем. Артабан партияның район комитетында эшләү перспективаһы барлыҡҡа килгәйне, мине партия юғары уҡыу йортона юлланма ла тапшырғайнылар. Шуларҙың барыһынан да ваз кистем. Әсәйем бының өсөн ныҡ ҡайғырҙы. Шуға күрә һәр ваҡыт әсәйемә нисек булһа ла ярҙам итергә тырыша, уның борсолмауын теләй торғайным.
Ана шулай юлда йөрөгәндә күңелемдә моң тыуҙы. Әле уның һүҙҙәрен дә, Рәмил Йәнбәк тигән шағирҙың барлығын да белмәй инем. Шиғыр китаптарын аҡтарған саҡта уның ошо шиғыры килеп сыҡты. Әсәйемә әйтергә теләгән һүҙҙәремде уның нәҡ ошо шиғырында таптым.

Әсәйең был йырыңды тәүге тапҡыр башҡарғанда нисек ҡабул итте, иҫеңдәме?

- Көҙ көнө ауылға ҡайтҡанда әсәйем менән икебеҙ генә картуф алырға сыҡтыҡ. Шул саҡ әсәйемә: "Әсәй, мин һиңә арнап йыр яҙҙым", - тинем. "Миңә лә арнап кеше йыр яҙа икән", - тигән булды ул аптырап. Шунан картуф баҡсаһының уртаһына баҫып тороп, ҡысҡырып йырлап ебәрҙем:
Эх, ҡысҡырып бер йырларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине
Ниндәй ҡайғы төшкән улына...
Йырымды күршеләр ҙә ишетеп ҡалып, эштәренән туҡталып беҙҙең янға йыйылып киттеләр. Шулай итеп, был йырҙың исем туйы оло концертҡа, тамашаға, байрамға әүерелде. Шунан һуң ул йыр ун йыл самаһы башҡарыусыһын көтөп ятты. Һәр йырҙың үҙ башҡарыусыһы була бит инде. Шунан Альберт Салауатов уны табып алған. Мин институтта уҡып йөрөй инем ул саҡта. Альберт: "Айрат ағай, әгәр ҙә был йырҙы минән башҡа кешегә бирһәң, һин енәйәтсе буласаҡһың", - тиеп йырға инәү һалып ҡуйҙы. Шунан һуң был йыр Альберт Салауатовтыҡы булып китте. Фәрит ағай Бикбулатов та һуңынан башҡарҙы уны. Әлеге ваҡытта Тимур Рамазанов үҙ репертуарына алырға уйлай.

Һәр йырсының, композиторҙың "аҡҡош йыры" була. Һинең өсөн ҡайһы йырың шундай билдәләнештә?

- Ул берәү генә түгел инде ул. Иң тәүҙә ошо әсәйемә арналған йырым, унан һуң Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә "Ҡаршы сыҡтым" йыры. Заһир ағай Исмәғилев ул йырымды ныҡ яратты. Үҙе иҫән сағында аҙнаһына ике-өс тапҡыр тик уның өсөн генә радионан яңғырата торғайнылар. Бирмәй башлаһалар, радиоға шылтыратып, дәғүәләрен дә белдергән Заһир ағай. Йырҙарға килгәндә тағы ла "Килсе, гүзәлем" (халыҡ һүҙҙәре), "Иртә таңда" (Мостай Кәрим һүҙҙәре) "Һары япраҡ", "Аңламаның" (Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәре), "Һағыш" (Әсхәл Әхмәт-Хужа һүҙҙәре), "Миҙгел" (Дамир Шәрәфетдинов һүҙҙәре), "Тамсыгөл" (Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай һүҙҙәре) тигән йырҙарымды әйтеп үтергә була. Тағы ла "Тәфтиләү", "Үткән йылдар риүәйәте" тигән симфоник поэмаларым бар.

Бөтә шиғырҙарға ла йыр яҙып булмай тиҙәр, шул дөрөҫмө?

- Был хаҡта беҙ ваҡытында Риф Мифтахов менән дә бәхәсләшкәйнек. Бөтә шиғырҙарҙың да эске моңо бар, бары тик композитор шағирҙың шул эске моңон ишетергә генә тейеш. Ҡайһы шиғырҙарҙы уҡый башлау менән моңо күңелдә яңғырай башлай, ҡайһыларын сейфҡа асҡыс яратҡан һымаҡ асып инергә кәрәк. Мәҫәлән, Сафуан Әлибаев менән Рәмил Йәнбәктең шиғырҙарын уҡып өлгөрмәҫтән алда уҡ моң аңҡып тора.

Ни өсөн хәҙер "Урал", "Буранбай" һымаҡ халыҡ йырҙары яҙылмай? Хәсрәтләнеү ҙә, ҡайғырыу ҙа бар, композиторҙарҙың техник мөмкинлеге лә сикһеҙ.

- Сөнки халҡыбыҙҙың ул йырҙар тыуған ваҡыттағы яҙмышы сикһеҙ фажиғәле һәм аяныслы булған. Егерме йыллап элегерәк Мәүлит ағай Ямалетдинов менән ошо хаҡта һөйләшеп ултырғаным хәтерҙә. Мәүлит ағай халҡыбыҙҙың фажиғәле үткәнен бик тәрән тойған һәм ижад иткән шәхес булды. Ҡан менән һуғырылған йылдарҙа башҡа төрлө шатлыҡлы йырҙар тыуыуы мөмкин дә булмағандыр. Мин ҡайһы ваҡыт халыҡ йырҙарына оҡшатып йырҙар яҙып ҡарайым да, бының мөмкин булмағанлығын аңлап туҡталып ҡалам.

Заһир Исмәғилев менән Хөсәйен Әхмәтовтарҙың халыҡ йырҙарына оҡшаған йырҙары бар бит. Улар нисек яҙа алды икән?

- Һорауыңа һорау: һин ауыл ҡарлуғасы менән ҡала ҡарлуғасының һайрауын тыңлап ҡарағаның бармы?

Юҡ.

- Тыңлап ҡара, улар икеһе ике төрлө. Хатта ҡалалағы мин йәшәгән йорт янындағы күгәрсендәр менән ауылдағы ата-әсәм йортоноң ҡыйыҡ башындағы күгәрсендәрҙең дә гөрөлдәүе башҡаса, үҙенсә. Бының менән шуны ла әйткем килә: беҙ боронғо ата-бабаларыбыҙ йәшәгән рухи мөхиттән, тәбиғәттән шул тиклем алыҫлашҡанбыҙ, шуның өсөн йырҙарыбыҙ ҙа башҡаса. Хәҙерге ижад кешеһе профессиональ яҡтан нисек кенә үҫешмәһен, күңел һайлығын байытырлыҡ мөхит тәбиғәттә, тарихта тороп ҡалған. Хәҙер музыкала күберәк техник мөмкинлек өҫтөнлөк итә, моң түгел. Был уңайҙан үҙенсәлекле бер күҙәтеүем бар. Үҙешмәкәр композиторҙар, асылда, ауыл ерендә йәшәп ижад итеүселәр. Улар сығарған йырҙарҙа профессиональ кимәл түбән булһа ла, моң бар. Шуға күрә уларҙың бер ун йырын бергә ҡушһаң ғына бер йыр килеп сығыуы бар. Шул уҡ ваҡытта кешенең күңеленә тәбиғәттән моң һалынған икән, уны йыр яҙма тип тыйып та булмай.

Һуңғы ваҡытта йырсылар һәм композиторҙар шул тиклем күбәйҙе. Һинең өсөн композитор ниндәй кеше, йыр сығарған ғына кешеме? Композитор ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Хәҙер барлыҡ сиктәр юйылды, әйтәйек, кем ул профессиональ композитор, кем ул үҙешмәкәр композитор? Мин берәүҙе лә үпкәләткем килмәй, әммә был хаҡта әйтергә тейешмен. Профессиональ композитормы ул, йырсымы, бейеүсеме йәки рәссаммы - барыһы ла иң беренсе нәүбәттә профессиональ этика тигән төшөнсәгә эйә булырға тейештәр. Улар музыка теле менән тарих яҙыусылар, ә тарих дөрөҫлөктө ярата. Ғөмүмән, ысын ижадсы бүләк-исемдәргә ынтылмай. Шул арҡала күп кенә профессиональ композиторҙар иҫән саҡтарында үҙҙәренең ҡайһы бер күләмле әҫәрҙәрен ишетә-күрә алмай ҡалалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Әммә үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙары донъяны тултырҙы бит, радио һәм телеэфирҙар аша көнө-төнө яңғырай. Халыҡ ысын сәнғәт шулай була икән тип ысын сәнғәттән төңөлөп ҡуймаҫмы?

- Унан ҡурҡырға ярамай. Беҙ, ғәҙәттә, эш араһында йәки былай ғына һөйләшеп ултырыр өсөн печеньеға ҡушып сәй эсәбеҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр шулай ауыҙ сылатабыҙ. Һин әйткән йырҙар ҙа ана шундай сәй эсеү генә һымаҡ. Ә инде ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырыр булһаҡ, бишбармаҡ бешерәбеҙ, торт алабыҙ, башҡа ризыҡтар әҙерләйбеҙ, ҡымыҙ, башҡа эсемлектәр хәстәрләйбеҙ, фужерҙарыбыҙҙы сығарабыҙ. Бындай мәжлестәр иҫтә лә ҡала. Ә инде ауыҙ сылатып сәй эсеүҙәребеҙ иртәгәһенә үк иҫебеҙҙән сыға. Бушлыҡ урынына ниндәй ҙә булһа моң яңғырап тороуы насар түгелдер, тип уйлайым.
Асылда, үҙешмәкәр композиторҙар (йыр яҙыусылар тиһәк, дөрөҫөрәк булыр һымаҡ) ауыл ерендә тыуып үҫкән ижадсылар. Күптәренең йырҙарында профессиональ кимәл етерлек булмаһа ла, уларҙың һәр ҡайһыһында моң бар һәм быны инҡар итергә кәрәкмәй. Ә бына уларға ярҙам итергә кәрәк ине.

Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев, Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов кеүек халҡыбыҙ йырсылары махсус уҡыу йорто бөтмәгән, һинең телдә әйткәндә, үҙешмәкәрҙәр. Әммә уларҙың йыры һәр төрлө профессиональ йырсыларҙыҡынан да тәьҫирлерәк. Ғөмүмән, халыҡсанлыҡ менән профессионаллек нимәһе менән айырыла тип уйлайһың?

- Юғары уҡыу йортон тамамлау тураһындағы диплом кешенең юғары белемле, юғары интеллектлы булыуын аңлатмай бит әле. Һин әйткән йырсылар халҡыбыҙҙың элек-электән килгән халыҡ ижади сәнғәт мәктәбендә белем алып, тәбиғәт ҡуйған тауышын үҙаллы үҫтергәндәр. Профессиональ кимәлдең иң юғары нөктәһенә еткән саҡта ла халыҡсанлыҡты һаҡлап ҡала алыуҙары бик мөһим күренеш. Шул ул ваҡытта күңелдәре, йөрәктәре, рухтары менән шул кимәлгә еткән даһиҙар тип уйлайым.

Һинең ижади шәхесең формалашыуҙа Заһир Исмәғилевтың роле ҙур булған. Был хаҡта нимә әйтерһең?

- Заһир ағай менән беҙ аталы-уллы һымаҡ булдыҡ. Вафат була торған йылында аҙнаһына бер тапҡыр эргәһенә барып йөрөнөм. Уға тиклем дә һәр ваҡыт бәйләнештә торҙоҡ, шылтыратмаһам, үҙе шылтыратып, ҡайҙа йөрөйһөң, тип әрләй торғайны. Заһир ағай миңә музыка серҙәрен генә түгел, йәшәү мәғәнәһен дә өйрәтте. Бик күп тормош һабаҡтары бирҙе. Шуларҙың бер нисәүһе:
- "Өфө, Өфө тиҙәр, бында бит менталитет бөтөнләй икенсе төрлө. Шуға күрә һиңә бик ауырға тура киләсәк. Барыһына ла әҙер бул, шулай итһәң, ауырлыҡ килгәндә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, алдан әҙер булғас, ҡоламаҫһың", - тине;
- Бер ваҡытта ла, шулай ит, былай ит, тип аҡыл өйрәтмәне. Һәр ваҡыт кинәйәләп, атаһының һүҙҙәрен килтереп, халыҡ аҡылына таянып, башҡа сағыштырыуҙар аша барыһын да үҙемдең ихтыярға ҡуйҙы, мыжыҡ булманы. Был йәһәттән уның был һабағын юғары баһалайым, сөнки йәштәр һәр ваҡыт өлкәндәрҙең нотоғоноң киреһен башҡарыусан була. Әйткәндәй, Заһир ағайҙың был һабағын мин үҙ балаларыма ҡарата ла ҡулланам;
-"Ҡустым, һин бер нәмәне онотма. Әгәр ҙә Өфөлә йылмайып килеп һине ҡосаҡлап маҡтайҙар икән, ул ерҙән тиҙерәк ҡасырға тырыш, ә инде күҙеңә ҡарап күҙеңде аҡырайтҡансы әрләүсе булһа, барып ҡосаҡла ла, рәхмәт әйт", - тине ул бер мәл. Мине бер саҡ тәжрибәһеҙ кешене маҡтап, йүпәләп, Башҡортостан Композиторҙар союзына рәйес итеп ҡуйҙылар ҙа, өс йыл эсендә өҫтөмдән шундай том-том ялыуҙар яҙҙылар, сәстәрем ап-аҡ булды. Шул саҡта ғына Заһир ағай биргән һабаҡтың мәғәнәһен аңланым. Беҙ, ауылдан килеүсе башҡорттар, йылмайып килеп ҡосаҡлап килеүсенең башҡа маҡсаттары ла булғанлығын аңлап бөтмәйбеҙ шул. Кемдер маҡтағас, ысынлап та, шулай икәнбеҙҙер тип уйлап һемәйәбеҙ;
- "Атайым: "Ерҙән бер сантиметр ҙа күтәрелмә, ел йыға һуғыр ҙа ҡуйыр", - тиер ине Заһир ағай. Бында уның "һауаланма, әллә кем булма, үҙең булып ҡал" тигән иҫкәртеүе лә бар ине;
- "Атайым әйтә торғайны: "Ишегеңде асып инһәләр - ҡыуан, асыҡ ишегеңдән инмәһәләр, уйлан", - тиер ине Заһир ағай.
Бөгөн иҫән-һау булыуымда, ошо урында етәксе рәүешендә эшләүемдә, алты бала атаһы булыуымда Заһир ағайҙың роле ифрат ҙур. Гел генә мәҡәл-әйтемдәр менән ғүмерлек һабаҡ бирҙе ул. Проблемаларым килеп тыуһа, һәр ваҡыт Заһир ағайҙы, уның һабаҡтарын иҫкә төшөрәм һәм улар миңә ярҙам итә.
Өфө сәнғәт институтының "Композитор. Музыка уҡытыусыһы" бүлеген дә уҡырға инеп китеүемдә Учалы сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Салауат Сәлмәновтың ярҙамы ҙур булды. Шулай уҡ әсәйем яҡлап туғаным, ағайым, күренекле шағир, яҙыусы Мәүлит ағай Ямалетдинов иң ауыр саҡтарҙа рухи терәгемә әүерелде. Ул Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтып, музыка мәктәбендә эшләй башланы. Бөтә көсөмдө ҡурайға һалдым. Уларҙың ярҙамы менән ике йылда музыка мәктәбенең ике йыллыҡ программаһын, музыка училищеһының дүрт йыллыҡ программаһын үтеп, Өфө сәнғәт институты тупһаһына баҫыуымда композитор Салауат Рафиҡ улы менән Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы Сәлмәновтарҙың түккән көстәре оло баһаға лайыҡ һәм улар алдында баш эйеп, рәхмәттәремде еткерәм. Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновты ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Өҫтәмә дәрес итеп музыка мәктәбенең ул уҡытҡан Ҡурай класына йөрөнөм бер нисә йыл. Шул мәктәптә Абдулла Солтанов менән осрашыу ойошторҙо Мәүлит ағай. Шул кисәлә мине ул ҡурай менән аккомпаниатор итеп сығарҙы. Йырлап сыҡҡас, Абдулла ағай: "Ҡустым, һин беҙҙең яҡҡа оҡшағанһың, ҡайһы ауылдан?" - тип һораны. Әбйәлил районының Өскүл ауылынан икәнлегемде әйткәс: "Һәйбәт, һинән көслө ҡурайсы сыға", - тигән булды.

Хәҙерге заман башҡорт һәм татар эстрада йырҙары буталып бөткән, ҡайһыһы кемдеке икәнен дә белеп булмай. Бигүк яҡшы күренеш түгел бит инде был, ошо мәсьәләгә нисек ҡарайһың?

- Дөрөҫ әйтәһең, эстрада йырҙарын ҡапылғарай айырып та булмай. Беҙ ул йырҙарҙы сығарыусы композиторҙарҙың һәм шағирҙарҙың милләтенә ҡарап ҡына айыра алабыҙ. Ә көйҙәргә килгәндә инде, йырҙарҙы тыңлаған саҡта халыҡ йырҙары ғына ныҡ айырыла. Хәҙерге заман эстрада йырҙары араһында профессиональ сәнғәт кимәленә яуап бирерлектәре бик һирәк. Башҡорт халыҡ йырҙарының янына татар халыҡ йырҙарын ҡуйһаң, башҡа милләт кешеләренә икеһе лә бер үк һымаҡ ишетелә, уларҙы тик башҡорттар менән татарҙар үҙҙәре генә айыра ала. Бында интонация, диапазон, көй ағышы тигән төшөнсәләр алғы планға сыға. Ә эстрадаға килгәндә инде, мин былай уйлайым, тарихи ерлектән сығып ҡарағанда шулай буласаҡ та: йылдар үтер, донъялар һилләнер, яңы быуын кешеләре үҫеп сығыр. Шул ваҡытта бөгөнгө эстрада йырҙарының береһе лә тороп ҡалмаясаҡ, бары тик халыҡ йырҙары һәм профессиональ композиторҙар әҫәрҙәре, әйтәйек, Заһир Исмәғилевтың "Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәләр", Хөсәйен Әхмәтовтың "Тыуған ауылым" кеүек йырҙар ғына тороп ҡаласаҡ. Ул сағында башҡорт йырҙары ла, татар йырҙары ла айырылып күренеп торасаҡ. Ә заман йырҙары инде, бая әйткәнсә, ҡасандыр эсеп түккән сәй һымаҡ ҡына булып тойоласаҡ. Ваҡыт, тарих бар нәмәне, хатта йырҙарҙы ла үҙ урынына ҡуясаҡ.

Морат Әхмәтовтың симфоник әҫәрҙәрен беҙҙең илдә бер оркестр ҙа уйнай алмай, тигән бер ҡыҙыҡ фекер ишеткәйнем. Был дөрөҫмө, ниндәй композитор ул Морат Әхмәтов?

- Ул киләсәк композиторы, әҫәрҙәре ҡасандыр алғы планға сығасаҡ. Ғөмүмән, һәр профессиональ композитор киләсәк өсөн эшләй. Рәүеф Мортазин 9 симфония яҙған, уларҙың береһен дә үҙе тыңлай алманы. Ә Морат Әхмәтовҡа килгәндә, киләсәктә тап уның һәм шулай уҡ Салауат Сәлмәнов кеүек талантлы композиторҙарыбыҙҙың ижады аша донъя кимәлендә башҡорт музыка сәнғәтен беләсәктәр. Быға иманым камил. Уның менән яҡындан аралашып йәшәнек. Уның әйткәндәрен аңлар өсөн генә лә миңә аҙналар буйы уйланып йөрөргә тура килде. Унда атаһынан һалынған башҡорт моңо бар ине, икенсенән, профессиональ яҡтан ул юғары кимәлдәге пианист ине. Өсөнсөнән, ул халыҡ араһында йөрөгәндә халыҡ йырҙарын тыңлағанда бар донъяһын онотто, дүртенсенән, оркестр нескәлектәрен дә иң юғары кимәлдә белде. Морат Әхмәтов беҙҙең заман кешеһе түгел, киләсәктә йәшәйәсәк.

Беҙ һинең менән ҡорҙаштар, Айрат, беҙҙең күп кенә быуындаштар 50 йәшкә лә етмәйенсә баҡыйлыҡҡа күсте. Бында төп сәбәпте нимәлә күрәһең?

- Бында баяғы Заһир ағай һабаҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға кәрәктер. Мине Заһир ағай 5 йыл һуҙымында Өфө мөхитендә йәшәргә лә өйрәтте. Ысынлап та, беҙҙе Өфө "өф" итеп ҡаршы алманы, ныҡ ҡына ҡайыҙланы. Өфө кешеһе булып китеү өсөн баш ҡала халҡы менән үҙеңде бер иш итеп тойорға өйрәнергә, кәрәк урында үҙеңде һындырырға ла кәрәк булды. Ә беҙҙең күп кенә егеттәребеҙ һаман да ауылдыҡы булып ҡалды, яраҡлаша алманы һәм уларҙың баҡыйлыҡҡа иртә күсеүенең бер сәбәбе тап ошоға барып ялғаналыр тип уйлайым. Етмәһә, 90-сы йылдарҙа беҙҙең өҫтөбөҙҙә йүнле кейем дә булманы, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә бай түгел ине. Мин кәләшем менән Сибайҙан Өфөгә килгәндә йәшәргә урыныбыҙ, фатирға инергә аҡсабыҙ булманы. Коляскала ятҡан бала менән паркта йоҡлап йөрөгән саҡтарыбыҙ ҙа булды.

Баҡыйлыҡҡа күскән егеттәребеҙ ауылдарында ҡалған булһалар, бәлки, иҫән дә булырҙар ине тиһеңме, улай булғас?

- Тап шулай. Мин уларҙың профессиональ ижад кимәлдәре хаҡында әйтмәйем, ауыл кешеһе менән ҡала кешеһе психологияһы хаҡында ғына һүҙем. Икенсенән, уларҙың иртә китеүе таланттарының юғары кимәлдә булыуына ла бәйле.

Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт, Айрат дуҫ! Форсаттан файҙаланып, һине оло юбилейың, 60 йәшең тулыу менән ҡотлайым, йырҙарыңа халҡыбыҙ йырҙарылай оҙон ғүмер, үҙеңә ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләр-бүләсәрҙәр ҡыуанысы теләйем!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 414

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru