«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАРТУФ ҮҪТЕРӘЙЕК, МАЛ ҠУРАЛАРЫБЫҘҘЫ ЙӘНЛӘНДЕРӘЙЕК!
+  - 

Белеп-ишетеп тораһығыҙ - илебеҙ төрлө санкциялар ҡамауында ҡалды. Ошондай шарттарҙа ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн беҙ ни эшләй алабыҙ? Ил күргәнде күрербеҙ, тип кенә хушкүңеллеләнә алмайбыҙ, әлбиттә. Был ҡулдарҙы һәлендереп, күктән төшкәнде көтөп ултырыу һымаҡ ҡабул ителә. Республиканың һәр районында, һәр ауылында эшләгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ағинәйҙәребеҙ, халыҡты әле күптән түгел генә булған йәшәү рәүешебеҙгә ҡайтырға, йәғни өй алды биләмәләрендә Хеҙмәт тигән иң изге "фронтты" ойошторорға, баҡсаларыбыҙға картуф-йәшелсә сәсергә, ҡураларыбыҙҙа малды, ҡош-ҡортто ишәйтергә саҡыра. Түбәндә Ғафури ағинәйенең ошо юҫыҡтағы кәңәш-мөрәжәғәттәрен еткерәбеҙ.

Рәмзиә МОНАСИПОВА, Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
Бар тирә-яҡтан илебеҙгә санкциялар ябырылғанда, әҙәп-әхлаҡ нормалары юҡҡа сыға барғанда, кемдәрҙер эшһеҙлек, билдәһеҙлек алдында ҡаушап ҡалғанда, кешеләргә генә түгел, ҡош-ҡорттарға, мал-тыуарға ла төрлө ҡурҡыныс янағанда, беҙ, ағинәйҙәр, үҙебеҙ тыуып-үҫкән ерлеккә генә хас булған асылыбыҙҙы, йәшәү рәүешебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы халыҡҡа ҡайтарыуға көс сарыф итергә тейешбеҙ.
Матурлыҡ - тормош биҙәге. Иң беренсе эшебеҙҙе матурлыҡ тыуҙырыуҙан башлайыҡ. Йәшәгән йортобоҙҙа таҙалыҡ, бөхтәлек тыуҙырайыҡ, йорт алдарын гөл-сәскәләргә күмәйек. Төрлө йәшелсә үҫентеләре үҫтереп, ауылдаштарыбыҙға таратайыҡ, "Иң матур, таҙа ихата" бәйгеһе иғлан итеп, тырыштарҙы иғлан итәйек, күңелдәрен үҫтерәйек.
- Милли йөҙөбөҙҙө билдәләгән кейемгә өҫтөнлөк бирәйек, тегенселәр мәктәбен тергеҙәйек. Хәҙер милли орнаментлы туҡымалар тәҡдим итеүселәр байтаҡ, үҙебеҙгә, бигерәк тә ҡыҙ балаларыбыҙға, тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас фасонлы кейемдәр тегеп кейәйек. Ейәнсәрҙәребеҙ бер-ике быуаттан һуң беҙҙең кейемдәргә ҡарап һоҡланһын, үҙҙәре лә ғорурлыҡ менән шундай өҫ кейеме булдырырға ынтылһын. Әсәләр - милләт йөҙө, тибеҙ. Милли йөҙөбөҙҙө һаҡлайыҡ. "Милли кейем кейәбеҙ " тип исемләнгән ғаилә конкурстары ойошторайыҡ, дәртләндереү саралары тураһында уйлашайыҡ.

- "Киске Өфө"лә, башҡа гәзит-журналдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре тураһында материалдар күп баҫыла. Ир-егеттәребеҙҙе шундай мәғлүмәттәр менән таныштырып, уларҙа төрлө һөнәр-кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу, теләк уятһаҡ, өйҙәребеҙҙе яҡындарыбыҙ эшләгән йыһаздар менән биҙәһәк, ниндәй шәп буласаҡ! Осһоҙ ҙа, мәңгелек тә, дан да.

- Районыбыҙҙа тупраҡ уңдырышлы, климат та уртаса, ауыл һайын буш ятҡан баҡсалар күп, артығы менән йәшелсә, картуф үҫтереп, ҙур килем алырға мөмкин. Ағинәйҙәр, ауылдаштарыбыҙға бөгөнгө ҡиммәтселек осоронда дәүләттән генә ярҙам көтөү мәғәнәһеҙлек икәнен төшөндөрәйек. Тырыштар сараһын табыр, ас-яланғас ултырмаҫ, аҡса етмәй тип мыжымаҫ. Ялан-ҡырҙарыбыҙҙа йыл һайын ишелеп еләк, урмандарыбыҙҙа балан, муйыл, миләш, бәшмәк, баҡсаларыбыҙҙа алма, ҡарағат, сейә уңа. Йый ҙа артығын һат, аҡса эшлә, йыл буйы үҙеңә етерлек ҡайнатмаһын, ҡағын, йәшелсәләреңдән салаттарын әҙерлә, ҡышҡылыҡҡа туңдырғыста һаҡла, көҙөн "Уңыш байрамы" йәрминкәләренә алып сығып, алыш-биреш ит. Хәҙер аңлы кеше сифатлы, ауыл ерендә үҫкән аҙыҡ-түлекте өҫтөн күрә, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға тырыша.

- Шифалы үләндәр йыяйыҡ, миндек, селек һеперткеләре, йүкәнән йыуғыстар әҙерләйек.

- Районыбыҙ Торатау туристик зонаһына ингән, таҙа Еҙем, Егән буйҙарынан, билдәле мәмерйәләребеҙҙән йыл әйләнәһенә ял итеүселәр өҙөлмәй, улар рәхәтләнеп һөтөн-ҡаймағын, майын, ҡоротон, балын һатып аласаҡ, әҙерләп сығар ғына. Сит ил компаниялары етештергән эсемлектәрҙән кәштәләр бушағас, сифатлы һөт, айран, ҡатыҡ, буҙа, ҡымыҙға ла һорау артасаҡ.

- Себер тарафтарында йөрөгән улдарыбыҙҙы, ир-егеттәребеҙҙе ҡайтарайыҡ, ауыл хужалығы өлкәһендә әлеге ваҡытта үҙ эшеңде асыуҙың ни тиклем отошло буласағын аңлатайыҡ, ярҙам итәйек. Ғафури ерлегендә күпләп һарыҡ, йылҡы малы үрсетеүгә мөмкинлектәр юҡ, ҡиммәткә төшә. Ғафуриҙар, ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәренә тоғро ҡалып, урмансылыҡ, һунарсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡтан табыш ала ала.

Мин һанап киткән эш төрҙәренең береһенә лә сығым китмәй, киреһенсә, әлеге ҡиммәтселек, юҡлыҡ заманында туҡ та, етеш тә йәшәп була. Былар бөтәһе лә боронғо халыҡ кәсептәре, ата-бабаларыбыҙҙың көнитмеш сараһы. Беҙгә миҙгел йолаларын тергеҙергә, өмәләрҙе йәнләндерергә кәрәк, бейек кәртәләр, ҡапҡалар артына боҫоу башҡорттоң булмышы түгел. Иман юлын тотоп, һәммәбеҙгә лә муллыҡта, етеш тормошта йәшәргә яҙһын.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 451

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru