«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТИР СЫҒАРЫР МӘЛ
+  - 

Апрелдә өйҙәге йәшелсә һәм сәскә үрсетмәләрен тәрбиәләүгә баҡсалағы мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлә. Эште нимәнән башларға? Һәүәҫкәр баҡсасы Гүзәл Кәримованың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

- Иң беренсе, баҡсаны былтырҙан ҡалған сүп-сарҙан, мульча ҡалдыҡтарынан, ағас-ҡыуаҡ япраҡтарынан таҙартығыҙ. Ҡаплап ҡуйған үҫентеләрҙең япмаһын асып елләтегеҙ, әммә көн һыуыҡ торһа, уны тулыһынса алырға ашыҡмағыҙ.
Гөрләүектәр ағыуы күңелле күренеш булһа ла, уның баҡса аша үтеүе бик үк яҡшы түгел. Ҡар һыуы тупраҡтың файҙалы элементтарға бай өҫкө өлөшөн йыуып алып китмәһен өсөн ваҡытында сараһын күрегеҙ. Ҡар һыуы ҡурай еләге, баҡса еләге үҫкән урындарҙа оҙаҡ йыйылып тороуына юл ҡуймағыҙ, улар артыҡ дым яратмай. Киләһе уңышҡа кире йоғонто яһауы мөмкин.
Көн йылынһа, клематис, роза, лилиәләрҙе көҙҙән япҡан булһағыҙ, асып ҡуйығыҙ. Юғиһә, йылы урында үҫеп китеүҙәре бар, аҙаҡ һыуыҡҡа тиҙ бирешерҙәр. Яҙ төрлөсә килә, йылдыҡы йылға тура килмәй. Шуға күрә һауа торошон күҙәтеп барығыҙ. Тупраҡ йылынғанын тойһағыҙ, һыуыҡтан ҡурҡмай торған бер йыллыҡ сәскәләр ултыртығыҙ. Мин үҙем йыл һайын космея, бәрхәт һәм тырнаҡ (календула) гөлдәре сәсәм. Улар үҫеп тора, сәскәгә бөрөләнә бара.
Гладиолус, ләлә кеүек сәскәләрҙе көн йылынғас апрель аҙағында уҡ баҡсаға сәсергә мөмкин. Тупраҡҡа ултыртыр алдынан "Фитоспорин" менән эшкәртегеҙ.
Йыш ҡына, картуф шытмай, тип аптырағандарын ишеткәнем бар. Уның сәбәбе, ғәҙәттә, орлоҡто баҙҙан алғас та сәсеүгә бәйле. Мин апрель урталарында уҡ мөгәрәптән сығарып, йылы урынға "күҙләндерергә" һалам. Шулай иткәндә, ул тиҙ шытып сыға. Ҡоро килгән йәйҙә был бигерәк тә актуаль.
Майҙа беҙҙең яҡта ҡырау төшә. Шуға күрә көн һалҡынайтҡанда бер йыллыҡ сәскәләрегеҙҙең, баҡса еләктәренең өҫтөн ҡаплағыҙ. Емеш ағастары сәскә атҡанда ҡырау зыян итмәһен өсөн элегерәк уларҙың янында үҫемлек ҡалдыҡтарын яндыра торғайным. Шулай иткәндә төтөн уларҙы һалҡындан һаҡлай ине. Был осраҡта, әлбиттә, үҙеңә лә йоҡо эләкмәй, сөнки янған, төтәгән усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Апрелдә бүлмә гөлдәре лә иғтибарға мохтаж. Уларҙың ерен алмаштырыу, тамырына зыян итмәй генә күсереп ултыртыу, махсус ашлама менән ашлау мөһим. Ҡояшлы, ҡоро көндә уларға һыуҙы күберәк һибегеҙ.

Әйткәндәй, баҡсанан ҙур уңыш алырға теләһәгеҙ, ошо 8 кәңәште иҫтә ҡалдырығыҙ:
- барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нишатыр спирты ҡушып һибергә (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);
- 100 грамм сөпрәне 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер балғалаҡ сода алына;
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.22 | Ҡаралған: 807

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru