Ошо көндәрҙә баш ҡала тамашасыһы өсөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә "Һәр бейеүҙә халыҡ рухы!" тигән күркәм концерт менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры сығыш яһаны. Теүәл 30 йыллыҡ юбилей миҙгелен билдәләгән ижади коллективтың иң шәп бейеү өлгөләренән ынйы бөртөктәрендәй һайлап ҡына теҙеп төҙөлгән тамаша барыһының да күңеленә хуш килде. Ул быйылғы Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәни мираҫы йылына бағышланды.
Йөрәктәрҙе елкендерер сара "Урал бәйете" бейеүе менән башланып китте. Юҡҡа түгел, сөнки был хореографик композицияға ла, заманында Бейеү театрының үҙенә лә нәҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һала. Башҡорт халҡының асылын, тарихын, рухын сағылдырған күп кенә сәхнә әҫәрҙәре тыуа был йылдарҙа һәм бөгөнгәсә коллективҡа үҙенсәлекле бер ижади маяҡ кеүек улар. Шуға ла уның артабанғы яҙмышын ҡулға алған һәр етәксе-хореограф ошо юлдан тайпылмай, Бейеү театрының репертуары береһенән-береһе сағыу, башҡорт булмышын сағылдырған композициялар менән тулылана.
Бөгөнгө көндә унда баш балетмейстер булып Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова эшләй. Өфөләр уның "Ҡымыҙсы ҡыҙҙар" хореографик композицияһын ҡарай алды. Тамашала талғын бейеүҙәр дәртлеләре менән алмашынып торҙо, тамашасылар күңеленә бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артисы Раил Лоҡманов менән Лилиә Зарипова башҡарыуында "Зов степей" хореографик композицияһы хуш килде. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рудамир Басиров менән Сулпан Басирова башҡарыуында "Крәкәүәк" башҡорт бейеүен күреп һоҡланыуҙарын береһе лә йәшермәне. Ғөмүмән, концерттың беренсе өлөшө тотошлай ғына башҡорт бейеүенә бағышланыуы менән әсир итте. Ә инде артабан, гүйә, тамашасыны донъя буйлап сәйәхәткә әйҙәп, бейеүселәр төрлө халыҡтарҙың күркәм сәнғәт өлгөләре менән таныштырҙы. Яугир ир-егеттәр, сая ҡатын-ҡыҙҙарҙы һынландырған "Яйыҡ башҡорттары" бейеүенән һуң бер-бер артлы татар, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, тажик, урыҫ, Памир һәм Кавказ халыҡтары бейеүҙәре менән сәхнәне иңләне еҙ үксәләр. Был дәртле бейеүҙәр йырҙар, думбыра сыңы, баян моңо менән аралашып барҙы.
Өс тиҫтәнән ашыу ең һыҙғанып ижад иткән һәм башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә, танытыуға тос өлөшөн индергән Стәрлетамаҡ Бейеү театрының был концерты илһөйәрлек, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм теләктәшлек өлгөһө булды. Сөнки һәр кем үҙ халҡының милли сәнғәте менән ғорурланғанда, үҙ халҡының милли мәҙәниәтен һанлағанда һәм һаҡлағанда ғына күршеһенең хис-тойғоларын уртаҡлаша беләсәк. Быны тамашасы залына йыйылған ғәм халыҡтың "Алға, Рәсәй!" йырына аяғүрә баҫыуы ла дәлилләне.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|