29 апрелдә "Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества" форумында "Атайсал" проектына йомғаҡ яһаласаҡ. Былтыр 1 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән республикала старт алған проектҡа ярашлы байтаҡ изге эш башҡарылды. Башҡорт халҡында "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигән әйтем бар. "Атайсал" проекты аша ҡала һәм ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләне уңышлы яҡташтары ярҙамында хәл итә башланы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев проекттың нисек башланыуы хаҡында бына нимә ти: "Беҙҙең республикала бер-береңә ярҙам итеү йолаһы элек-электән бар. Башҡорттар туғандарын, ауылдаштарын йыйып, өмә эшләп, йорт һалған, башҡа эштәрҙе лә бергә башҡарған. Меценатлыҡ, тыуып үҫкән ҡалаға, ауылға ярҙам итеү традицияһы ла беҙҙә һәр ваҡыт булды. Радий Фәрит улы былтыр көҙ үҙенең кесе Ватанын яратҡан һәм уға ярҙам итергә әҙер булған илһөйәр кешеләрҙе берләштереү идеяһы тураһында белдерҙе. Ошо нигеҙҙә махсус Ataisal.ru сайтын булдырҙыҡ. Уға ярашлы, тыуған төйәгенә ярҙам итергә теләгән кеше унда теркәлә һәм бойомға ашырылған башҡа проекттарҙы ҡарай, ярҙам итергә теләгән объекттар, йәғни ауыл, ҡала мәктәп хакимиәттәре менән бәйләнешкә инә ала. Бөгөнгә 1,2 млрд һумлыҡ заявка килде. Был - бик ҙур сумма. Шуның яҡынса 600 млн һумлыҡ проекты бойомға ашырылды. Был да бик етди һан, сөнки уның федераль, республика бюджеты түгел икәнлеген аңлайбыҙ. Был - физик шәхестәрҙең инициативаһы һәм аҡсаһы. Проект старт алғас, башта ул меценатлыҡҡа ғына йүнәлтелгән тип уйлағайныҡ. Бер йылдан һуң йомғаҡ яһағас, уның төп мәғәнәһе кешенең тыуған төйәгенә һөйөүен күрһәтеү тип аңланыҡ. Бөгөн унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша..."
Урал Таһир улы әйтеүенсә, 29 апрелдә үтәсәк "Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества" форумында проектҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Ә иртәгәһенә республикала - "Иҫкә алыу көнө". "Атайсал"да ҡатнашҡан яҡташтар, һис шикһеҙ, тыуған төйәктәренә ҡайтып, яҡындары ерләнгән зыяраттарҙы тәртипкә килтерер. Форум юҡҡа ғына "Яҡташлыҡ көсө" тип аталмай. Бында төп бурыс - дәүләт кенә түгел, ә яҡташтарыбыҙ ярҙамында хәл итеп булған мәсьәләләрҙе табыу.
Урал Килсенбаев үҙе лә "Атайсал" проектында ҡатнаша. Былтыр яҙ Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылының мосолман зыяратында хужалыҡ блогы төҙөлдө. Уның башланғысында икенсе проект - "Ҡашлаҡ шишмәһе"н төҙөкләндереү.
"Икенсе проектта ҡатнашырға теләүселәр һаны өс тапҡырға артты. Шуныһы бик мөһим ине: быға тиклем йылдар буйы аралашмаған кешеләр осрашты. Һәр кем бала саҡ, мәктәп йылдарын, бергәләп бесән һәм баҫыуҙа эшләгәнен иҫкә алды. Һуңынан күмәкләп мәсеткә төшкө ашҡа йыйылдыҡ. Был сара беҙҙе ныҡ берләштерҙе. Минеңсә, ошо осрашыуҙан һуң ауылдаштар нығыраҡ аралаша башланы", - ти Урал Килсенбаев.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|