Прогресты ялҡауҙар тыуҙыра, тигәндәй, һуңғы ваҡытта ялҡаулыҡтың сигенә сығып, ҡулланыусыға ғына әйләнеп барыуыбыҙҙы санкциялар булмаһа, бәлки, аңламаҫ та инек. Бөгөн Рәсәйгә төрлө санкциялар ҡулланылғанда, күптәрҙә, нимә эшләрбеҙ, нисек йәшәрбеҙ, тигән һорау тыуа. Шул уҡ ваҡытта ауыл ғына түгел, хатта ҡалала күптәрҙең үҙ баҡсаһы, дачаһы бар һәм ере булған кешенең йәшелсә-емеше үҙенеке. Республика игенде етерлек кимәлдә әҙерләй. Шулай уҡ олатай-өләсәйҙәр кәсебен, боронғо йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөргә генә кәрәк. Элек бит улар ситтән килгән ризыҡ ашап, ситтән ҡайтҡан кейем кейеп ултырмаған...
"Бөгөн шарттар үҙҙәре үк беҙгә мөмкинлек биргәндә, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Үҙегеҙҙе төрлө яҡтан күрһәткән кеше булараҡ, нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?" - ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙҙы бөгөн эшҡыуар, "Радость есть" йәмәғәт туҡланыуы селтәре милектәше, финанс консультанты, республиканың Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса совет эксперты Ренат ХИЛАЖЕВҡа юлланыҡ.
- Килеп тыуған хәл, ысынлап та, йүнселдәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса, бары тик эшҡыуарҙарға тиҙ генә яраҡлаша белергә кәрәк. Был көн кеүек асыҡ. Ни өсөн эшҡыуарҙар тием, сөнки улар башҡаларҙан тиҙ арала яраҡлаша белергә тейешлеге менән айырыла. Күптән түгел ғаиләмдә фекер ҡороп алдыҡ. Минең яҡындарым план буйынса йәшәп өйрәнгән. Ҡайһы берҙә минең хәл-торошҡа ҡарап тиҙ генә ҡарар ҡабул итеп, йүнәлеште үҙгәртеп ебәреүем уларҙың асыуын ҡабарта, сөнки улар ял көндәрен нисек үткәрәсәге, нимә эшләйәсәге, ҡайҙа барасағы тураһында план ҡороп бөткән, ә мин барыһын да баштүбән әйләндерәм. Ҡыҙымдың өлкәнен шулай тәрбиәләйем: был тормошта мин һине үҙгәреп торған хәлдәргә яраҡлаша белергә өйрәтергә тейеш. Ә инде башҡа белемең - академик белемең, тәжрибәң - әгәр һин ваҡытында тиҙ генә яраҡлаша алмайһың икән, буш ҡыуыҡ ҡына, һин бер ваҡытта ла уңышлы була алмаясаҡһың, һәр саҡ артта ҡаласаҡһың. Был хаҡта мин үҙ балама ғына әйтмәйем, барыһына ла бер үк аҡылды ҡабатлайым: үҙгәрештәргә яраҡлаша белергә һәм быны даими башҡарып торорға кәрәк.
Мәҫәлән, ике йыл элек беҙҙең йәмәғәт туҡланыуы йүнәлешендә фаразлау офоҡтары билдәле булһа һәм ике йылға алдан нимәлер планлаштыра алһаҡ, һуңынан был ваҡыт бер йылға ҡыҫҡарҙы, ә тажзәхмәт килгәс, офоҡтар бөтөнләй юғалды, сөнки планды төшкә тиклем генә төҙөү мөмкин ине - һәр көн яңы үҙгәрештәр алып килде һәм уларға ярашлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк булды. Мине был шаңҡытманы, нисек бар, шулай ҡабул иттем һәм быға бер нисек тә йоғонто яһай алмаҫымды аңланым. Шуға күрә ысынбарлыҡтан сығып эш иттем. Эйе, ҡайһы бер ашхана нөктәләрен ҡыҫҡартырға тура килде, әммә коллективтың төп өлөшөн, бизнесты һаҡлап ҡала алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта бындай хәлдә йәмәғәт туҡланыуының килем килтермәүен дә аңланыҡ, дөрөҫөн әйткәндә, предприятиеларыбыҙ йылдан ашыу килемһеҙ эшләне. Мин тирә-яғыма ҡарап, ошо юҫыҡта нимә кәрәклеген асыҡланым: эшҡыуарҙарға контрагенттарҙың эшлекле абруйын тикшереү зарурлығы килеп тыуҙы, сөнки түләүҙәр тотҡарлана башланы йәки бөтөнләй туҡтаны. Минең бизнес буйынса компетенцияларым ныҡ үҫешкән һәм кредиторҙар түләмәүселәрҙең кем булыуы менән ҡыҙыҡһынып, миңә мөрәжәғәт итә башланы... Булған тәжрибәмде иҫкә төшөрөргә тура килде. Бер үк ваҡытта бизнес хужаһы бурыслылар менән артабан нисек эшләү тураһында ҡарар ҡабул итһен, уларҙы нисек үҙ бурыстарын үтәүгә дөрөҫ мәжбүр итһен өсөн мәғлүмәттәр йыя һәм шунда уҡ бизнесҡа финанстар ылыҡтырыу юлдарын күрһәтә башланым. Күпмелер ваҡыт яңғыҙым эшләһәм, былтыр мартта бизнес өсөн финанстар ылыҡтырыу буйынса компания төҙөргә тәҡдим иткән фекерҙәштәр табылды. Һәм беҙ вәкәләттәрҙе, бурыстарҙы бүлешеп, был эш менән профессиональ рәүештә "РеФи" Финанс мәсьәләләре агентлығы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт төҙөп, финанс һәм башҡа мәсьәләләр буйынса хеҙмәт күрһәтә башланыҡ. Йәғни үҙ бизнесыңа ғына ҡапланып, тирә-яҡҡа күҙ һалырға ла оноторға ярамай, унда икенсе мөмкинлектәр ҙә бар һәм уларҙы күрә белергә кәрәк.
Кеше һәр ваҡыт ашай, шуға йәмәғәт туҡланыуы урындары кәрәк һәм улар һәр саҡ килемле буласаҡ, тип уйлағандарға беҙҙең тәжрибә миҫал булып тора: хатта ҡаланың төп локация урындарында булыуға ҡарамаҫтан, бизнес санкциялар йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында килемһеҙ булыуы мөмкин. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, бер бизнес килемһеҙ икән, икенсе мөмкинлек табып, аҡса эшләргә кәрәк.
Санкцияларға килгәндә, улар мөмкинлектәрҙе киңәйтте генә. Мәҫәлән, минең ике туған ағайым бар. Бөгөн ул Рәсәйҙә кипкән кәзә һөтөн берҙән-бер етештереүсе. Быға тиклем был продукцияның килограмы Яңы Зеландиянан 4500 һумға һатып алына ине. Туғаным үҙ продукцияһын килограмы 1700 һум менән һатты. Бөгөн ул банктар нисә процент менән кредит бирһә лә, уларҙы ҡаплай аласағын белдерә, сөнки баҙарҙа дәғүәсеһе юҡ, ул яңғыҙы һәм артабан нимә эшләргә кәрәклеген белә, ә шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эшҡыуарҙар банк проценттарының артыуына ҡайғыра. Хәҙер туғаныма кәрәкле етештереү ҡеүәтен һатып алырға ғына кәрәк, сөнки голланд кәзәләрен тота, улар көнөнә һыйыр кеүек һөт бирә, шулай уҡ ҡайҙан кәзә һөтө һатып алырға икәнен дә белә һәм тотош Рәсәйҙе кипкән кәзә һөтө менән тәьмин итә ала. Санкциялар ваҡытында ул ошо мөмкинлекте күргән. Башҡа эшҡыуарҙар ҙа бушап ҡалған урында үҙҙәренең мөмкинлеген таба ала.
Бизнес, тигәндә, һеҙ уның ниндәйен күҙ уңында тотаһығыҙ, сөнки гәзит уҡыусылар, мин бизнесмен түгел, бәләкәй эшҡыуар ғына, тип уйлауы ла ихтимал...
- Мин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тураһында һүҙ алып барам, эре бизнес тураһында түгел. Йылына килеме 300-400 миллион һум булған бизнес - бәләкәй һәм урта, унан юғарыраҡ - эре бизнес. Ә килеме ошо күрһәткестәрҙән түбән булғандар шәхси эшҡыуар һәм үҙмәшғүлдәр. Әммә улар ҙа бөгөнгө хәл-торошта үҙ мөмкинлеген арттыра ала.
Тимәк, бизнес алып барыу өсөн һығылмалылыҡ кәрәк. Ошо көндәрҙә Россия-24 каналына биргән интервьюһында республика Башлығы Радий Хәбиров та үҙ-ара хеҙмәттәшлек, йәғни берҙәм база булдырыу һәм етмәгән нәмәләрҙе Рәсәй төбәктәре үҙ-ара алмашып йәки бер-береһенә һатып эшмәкәрлек алып барыу зарурлығы тураһында белдерҙе. Ауылдарҙа күп кешенең эшҡыуарлыҡ асырға теләге бар, әммә улар йә тәүге аҙымдарынан уҡ хаталана, финанстар ылыҡтырырға, һуңынан продукцияһын нисек һатырға белмәй - тәжрибәһе етеңкерәмәй. Ошондай теләктәре булған егет-ҡыҙҙар өсөн ниндәйҙер курстар ойошторорға теләгегеҙ юҡмы?
- Алыҫ райондарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең эш башлауы, уларға кредит биреү - Милли банк рәйесе булып Рөстәм Мәрҙәнов эшләгән ваҡыттан уҡ килгән проблема. Заманында ул республика райондары буйлап күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора ине һәм республиканың Кредит ойошмалары ассоциацияһының әүҙем ағзаһы булараҡ, уларҙа миңә лә ҡатнашырға тура килде. Ғәҙәттә, был күсмә сараларҙа банкирҙар, бүлексә начальниктары, банк хужалары, юғары звено етәкселәре райондарға сыға торғайны. "Ниндәй проблемалар бар?" тигән һорауға һәр урында бер генә яуап алынды: "Районда өс банк бар: Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб һәм Росельхозбанк. Әгәр улар беҙгә кредит бирмәһә, кредит юллап Өфөгә барырға кәрәк". Һәм улар банктарҙың вәкиллеген асыуҙы һорай ине. Әммә банкирҙар аңлатыуынса, филиал асыу ғына 3 миллион һумға барып баҫа, һуңынан уны тоторға ла кәрәк. Хатта райондың барлыҡ эшҡыуарҙары яңы асылған филиалда хеҙмәтләндерелһә лә, милексе өсөн бының файҙаһы булмаясаҡ. Һәм шул саҡта миндә район хакимиәттәре базаһында консультация үҙәге асыу идеяһы тыуғайны. Шунда бер йәш кешене ултыртырға ла, уны баштан башлап өйрәтергә: нисек документтар йыйырға, нимә ул лизинг, кредит, банк гарантияһы һ.б. һәм уға кемдер ярҙам һорап килә икән, ул ябай рус йәки башҡорт телендә аңлата алһын. Кеше интернеттан эҙләнеп ултырмаһын. Ошо идея менән республиканың Иҡтисад министрлығына сыҡтым, ошо йүнәлеш буйынса тотош стратегия эшләнем. Уның буйынса оҙаҡ фекер алыштылар, әммә бюрократтар был идеяны матур ғына итеп "үлтерҙе". Һәм тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, ул бизнес-шерифтар рәүешендә ҡабат килеп сыҡты. Әммә бөгөн был да ярымсара ғына, сөнки ҡайһы бер райондарҙа улар һөҙөмтәле эшләмәй.
Былтыр беҙ Благовар районына сығып, "Үҫеш партияһы" хәрәкәте сиктәрендә һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ һәм район хакимиәтенә бизнес-шериф бизнес өсөн сифатлы эштәр башҡарһын, тип, уларҙың базаһында инфраструктура звеноһына тест үткәрергә тәҡдим иттек. Әммә эш тағы ла туҡтап ҡалды. Бөгөн консультация бирергә бизнес-шерифтар булһа ла, бизнесты финанслау өлкәһендә проблема барыбер ҙә һаҡланып ҡалды.
Әгәр ун йылға кире ҡайтыу мөмкин булһа, һеҙҙең күҙаллау буйынса эш нисек алып барылырға тейеш ине?
- Шул ваҡытта мин консультация үҙәктәрендә эшләйәсәк йәш белгесте тулыһынса өйрәтергә тәҡдим иткәйнем. Үҙемдең ҡеүәтле штатлы офисым, хәҙер банктар ҡулланған шифрлы бәйләнеш каналы ла бар ине. Минең уйымса, үҙәк белгесе эшҡыуарҙың беренсел документтарын йыйып, беҙгә ебәрергә, ә бында беҙ, үҙебеҙҙең абруйҙы файҙаланып, сифатлы проекттар буйынса ризалыҡ алып, район белгесенә төп документтарҙы йыйырға ҡушыр инек. Документтар пакеты йыйыла, беҙгә ебәрелә, беҙ уны кредит комитетына алып барабыҙ, ҡарар көтәбеҙ һәм райондағы эшҡыуар Өфөгә бары тик кредит килешеүенә ҡултамға ҡуйырға ғына килергә тейеш ине. Консультатив үҙәктәр төҙөлмәү арҡаһында эшҡыуарҙар баш ҡалаға айҙар буйына йөрөргә мәжбүр була. Өҫтәүенә, ул үҙе лә финанс грамотаһына эйә түгел, ә бында банкта ярымграмоталы хеҙмәткәргә тура килһә, уны яңылыш консультация, ярым-ярты мәғлүмәт менән ҡайтарып ебәрәсәктәр. Һәм беҙ бер аҙнала осона сыға торған ябай кредит алыу процесын ҡулсалағы тейен йүгереүенә әйләндерәбеҙ - кеше яртышар йыл Өфө юлын тапарға мәжбүр була. Ә бит мин бынан 10 йылдан ашыу элек ҡыҫҡа ғына ваҡытта кредит алыу мөмкин булған ҡорал тәҡдим иткәйнем. Бөгөн был ҡорал тағы ла ҡеүәтлерәккә әйләнде. Элек Өфөгә ҡултамға ҡуйырға килергә генә кәрәк булһа, хәҙер иһә бөтөнләй килеп тороу ҙа кәрәкмәй - барлыҡ документ әйләнеше электрон форматта алып барыла, әммә банктар һәр кешене ентекле тикшерә. Әгәр инде кредит алырға лайыҡлы тип табылған осраҡта, хатта иҫәп асып торорға ла кәрәкмәй - ниндәй иҫәбегеҙ бар, аҡсаны шунда күсерәләр. Беҙ бындай алым менән республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә эшләйбеҙ.
Ләкин, әйтеп үтеүегеҙсә, халыҡ, хатта бизнес башларға йөрьәт итеүселәр ҙә финанс йәһәтенән грамотаһыҙ һәм быны ғәйепләү йәки кәмһетеү тип ҡабул итергә кәрәкмәй, ә ысынбарлыҡ шулай. Бөгөн бизнесҡа ярҙам итеү буйынса дәүләт тарафынан нимәләр эшләнә - ошо хаҡта ла ҡыҫҡаса һөйләп үтегеҙ әле.
- Бизнесҡа ярҙам итеү тураһында һүҙ алып барғанда, ундай ҡоралдар бар. Мин хатта финанс темаһын аңлаған кеше булһам да, был банк тураһында ла, уның эше тураһында ла хәбәрҙар түгел, дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҡайҙалыр уҡыһам да, ышанмаҫ инем. Ғәмәлдә иһә, дәүләт банкында льготалы программа буйынса бер-ике аҙнала 10 миллион һумға тиклем залогһыҙ, иң түбән - 15 процент ставка менән кредит алырға мөмкин. Әммә проблема нимәлә: эшҡыуарҙар был турала белмәй һәм финанстар алыу өсөн ниндәй критерийҙарға тап килергә тейеш булыуҙарын аңламай. Ә талаптар бик ябай: аҡса рөхсәт ителгән ҡануниәт ҡырында әйләнергә тейеш һәм шуға күрә финанстарҙы ҡулаҡсалата алып булмай - кредитты ҡорамал, сеймал һатып алыуға күсерәһең. Шулай уҡ бизнесың да асыҡ булырға - әйләнеш бухгалтерия аша үтергә, бухгалтерия эше сифатлы алып барылырға тейеш. Беҙҙең бизнесмендарҙың төп бәләһе ошо бухгалтерияны алып барыуҙа, дөрөҫөрәге, алып бармауҙа һәм ҡулаҡса менән эшләүҙә. Былай эш итеүҙә улар бер мәлдә генә ота - һалым түләүҙә экономиялай, әммә ныҡ отола, сөнки дәүләт ярҙамы программаһы менән файҙалана алмай.
Мәғлүм булыуынса, 2008 йылда ла көрсөк кисерҙек. Бөгөнгө хәлдәр менән уҙған көрсөк араһында айырма бармы?
- 2008 йылғы көрсөк ваҡытында ла Хөкүмәт бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн ҙур күләмдә аҡса бүлде, әммә финанстар бизнесҡа барып етмәне. Ул ваҡытта мин төрлө компаниялар менән эшләй инем һәм улар Рәсәйҙең эре компаниялары менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөгәйне, әммә уларға кредит биреүҙән баш тарттылар һәм шул мәлдә льготалы кредиттар бирелеүе тураһында мәғлүмәт сыҡты. Ишетеү менән банкта эшләгән дуҫтарыма килдем, ә улар идара рәйесе, урынбаҫарҙар кимәлендә, һәм ошо льготалы кредитты алыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттым. Улар миңә: "Нимәгә беҙгә бизнесҡа кредит бирергә, дефолт булыуы ла ихтимал, иң яҡшыһы - беҙ фонд йәки валюта баҙарында әйләндерәбеҙ йәиһә үҙ-ара иҫәпкә һалабыҙ ҙа, һис бер хәүефһеҙ йылына 17 процент ставка килеме алабыҙ", йә "Дуҫ, юҡҡа көймә, беҙ ул аҡсаларҙы урынлаштырҙыҡ инде", - тиҙәр.
Бөгөн иһә хәл башҡасараҡ: льготалы кредиттар бирелә һәм улар бизнесҡа барып етә. Мәҫәлән, программа эшләй башлауҙың икенсе-өсөнсө көнөнә үк беҙҙең ике клиент раҫлау алды һәм аҡсаларын, ҡабаттан иҫәп асмайынса, комиссияһыҙ һәм залогһыҙ аласаҡ. Был аҡсаларҙы бизнесҡа бәйле теләһә ниндәй маҡсатта тотонорға мөмкин, иң мөһиме - эшҡыуарҙар ошондай программаның барлығын һәм уның ысынбарлыҡта эшләүен күрһен һәм ышанһын.
Финанс грамотаһын үҫтереүҙе нимәнән башларға тәҡдим итер инегеҙ? Мәҫәлән, кемдер һеҙҙең менән әңгәмәне уҡып, дәртләнеп китер...
- Миңә был йәһәттән Роберт Киосакиҙың "Богатый папа, бедный папа" китабы ныҡ ярҙам итте. Тәүге белемем буйынса мин тарихсы. Студент сағымда фән профессорҙарының, академиктарҙың нисек йәшәүен күреп уйлана инем: әгәр академиктар үҙҙәренә лайыҡлы тормош тәьмин итә алмай икән, йәш белгес нимә эшләргә тейеш? Эйе, үҙең һайлаған һөнәр буйынса уҡыуы ҡыҙыҡ, әммә мәғәнәһеҙ. Шуға артабан бизнес тураһында төрлө китаптар уҡый, белемемде камиллаштыра башланым. Киосаки, әгәр эшҡыуар булырға теләһәгеҙ, һеҙ финансистарҙың ҡош телен белергә тейешһегеҙ, ти. Шуға, теләһә ниндәй популяр бизнес-журнал алаһығыҙ ҙа уҡый башлайһығыҙ. Һүҙҙәрҙе күсереп яҙып алаһығыҙ һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнәһегеҙ, эҙләйһегеҙ, һорашаһығыҙ. Һуңынан ауырыраҡ әҙәбиәткә күсәһегеҙ. Мин тарих факультетында уҡығанда махсус рәүештә яңы тарих йүнәлешен һайланым, сөнки унда иҡтисад классиктары әҫәрҙәрен уҡырға мәжбүр итәләр ине. Өсөнсө курста иҡтисади процестарҙы аңлай башлағайным инде. Һуңынан иҡтисади романдарға күстем, артабан махсус журналдар, монографиялар... Тәүҙә бер нәмә лә аңламайһың, аңлау һуңынан килә. Йәғни уңышлы кешеләрҙең бер үҙенсәлеге бар: һөҙөмтә нисек булырын белмәй, әммә тота ла эшләй башлай. Мин дә шулай - тоттом да эшләй башланым.
Хәҙер һәр мәктәптә үк булмаһа ла, белем биреү системаһына финанс грамотаһына өйрәтеү алып барыла...
- Эйе, был шәп программа һәм мин уның барлыҡҡа килеүенән алып ҡатнашам, бағымсылыҡ ярҙамы ла күрһәтәм, жюри составында ла булам. Ул балаларға финанстар буйынса фундаменталь белем бирә. Ошо йүнәлештә олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулаусылар Рәсәйҙең теләһә ҡайһы финанс вузына имтиханһыҙ ҡабул ителә.
Үҙем уҡып сыҡҡан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты етәкселеген оҙаҡ йылдар ошо программаны үҙҙәрендә индерергә өгөтләнем, шул арала әллә күпме директор алмашынып өлгөрҙө. Хәҙер, Аллаға шөкөр, улар был программала ҡатнаша. Башҡортостанда Шишмә районы был йәһәттән алда бара. Унда бер уҡытыусы был программаның фанаты һәм маҡсатлы рәүештә йыл һайын олимпиадала ҡатнашыусылар әҙерләй. Бер генә миҫал килтереп үткем килә: былтыр иҡтисад буйынса олимпиадала пьедесталдың барлыҡ урындарын да Башҡортостан уҡыусылары биләне һәм уларҙың күпселеге Шишмә районынан булды. Уның уҡыусыларының ҡайһы берҙәре Юғары иҡтисад мәктәбен тамамланы ла инде. Был олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙың тағы бер яғы бар: студент, әгәр вузда уҡыу йылдарында ла олимпиадала ҡатнашыуын дауам итһә, ул юғары стипендия ала. Мәҫәлән, минең бер дуҫым химия буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, Ер шарының яртыһын урап сыҡты. Уның стипендияһы вуз уҡытыусыларының эш хаҡынан күпкә юғарыраҡ булды. Иркен йәшәне һәм юғары уҡыу йортон тамамлағанда уның миллион һум капиталы бар ине. Шуға күрә финанс олимпиадаһын әүҙемләштереү бик файҙалы, бер яҡтан, үҙеңдең белемең арта, икенсе яҡтан, финанс хәлеңде яҡшырта алаһың. Шулай уҡ олимпиадала ҡатнашыусылар банк эшен өйрәнеүсе теләһә ниндәй студенттан өҫтөнөрәк тора, сөнки улар беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡты өйрәнә.
Финанс олимпиадаларға әҙерләүҙе ябай мәктәп уҡытыусыһы башҡара аламы, әллә уның иҡтисад, финанстар буйынса белеме булырға тейешме?
- Был программа федераль кимәлдә алып барыла һәм бик көслө методология эшләнгән. Проектҡа ҡушылған мәктәптәр ошо шәп дәреслектәрҙе ала һәм ҡуллана. Унда барыһы ла ябай һәм аңлайышлы итеп бирелә. Был уҡыусылар өсөн бик файҙалы һәм ни тиклем күберәк мәктәптәр финанс грамотаһы буйынса олимпиада хәрәкәтенә ҡушыла, Рәсәйҙең финанс күгендә Башҡортостандың сағыу йондоҙсоҡтары күберәк ҡабынасаҡ.
Бөгөнгө көндә хатта банкирҙар ҙа эшһеҙ ҡала, санкциялар арҡаһында күптәр эшен юғалта, эшһеҙлек арта. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар һаман үҙ ерендә йәшәй һәм санкциялар ауыл халҡына бигүк ауырлыҡ килтермәҫ, сөнки үҙ ереңдә йәшәп-эшләп, кәсепселек менән дә шөғөлләнергә мөмкин бит...
- Ауылда үҙ ерендә йәшәүселәр ризыҡ менән дә, башҡаһы менән дә тәьмин ителгән. Хәҙерге технологиялар, интернет заманында үҙеңдең ауылың, районыңдан сыҡмай ғына нисек итеп ил кимәлендә бизнес алып барыу мөмкинлектәрен ҡарарға ғына кәрәк. Ауыл өсөн кәсепселек бик ҡулай. Ул халыҡ өсөн дә, туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Ә беҙҙә эске туризм артабан да үҫешәсәк, тимәк, һәр райондың үҙенең туристик маршруттары популярлаштырыласаҡ. Бында шуны ла әйтеп үткем килә: кешеләр бизнес тураһында яңылыш фекерҙә, йәнәһе лә, бизнес башлап, бер нисә йыл ең һыҙғанып эшләйһең дә, һуңынан һиңә ялланып эшләйҙәр, ә һин рәхәтләнеп ял итәһең. Бындай бизнес бик аҙ ҡалып бара. Хәҙер күберәген ғаилә бизнесы, үҙмәшғүллек киң тарала. Бында һин үҙеңә эшләйһең, бер кемгә лә буйһоноулы түгелһең һәм дәүләткә йәки кемгәлер ялланып эшләгәнгә ҡарағанда күберәк килем алаһың. Мәҫәлән, 5-6 йыл элек Рәсәйҙә эйәр эшләүсе бер генә белгес бар, ул да булһа Алтайҙа ине. Бөгөн улар күбәйеп киткәндер тип әйтә алмайым. "Мәргән уҡсы" Юлай Ғәлиуллин бер саҡ "Бөгөн боронғо арба эшләүсе оҫтаны табып булмай", тигәйне. Йәғни, арба эшләүселәр бар, әммә уның тәгәрмәсе йә тимерҙән, йә резинанан була, сөнки ағас тәгәрмәс эшләүселәр юҡ һәм уны нисек эшләргә икәнен белгән кеше лә юҡ. Йүгәнде лә яңы саҡ эшләй башланылар. Уҡ-ян менән дә шундай уҡ проблема. Хәҙер хеҙмәт емешеңде Рәсәйҙә генә сығарһаң, санкциялар ғүмерлек булмаҫ, моғайын, һуңынан уларҙы донъя баҙарына сығарырға мөмкин. Беҙҙең донъя баҙарына тәҡдим итерлек нәмәләребеҙ бар, бары тик был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк.
Әлеге ваҡытта беҙҙә баһаланып бөтмәгән бер генә ресурс ҡалған, ул да булһа - ер, сөнки башҡа активтар күптән бүлгеләнгән. Ерҙең баһаһын халыҡ әле аңлап бөтмәй. Хәҙер, моғайын, ниндәйҙер хәрәкәт булыр, кешеләр пайҙарын нисек ҡулланырға, унда нимә эшләргә һәм нисек килем алырға икәнлеген уйлай, өйрәнә башлар. Бында бары тик әүҙем тормош позицияһы булырға тейеш.
Эшеңде үҙмәшғүл булып теркәлеп башлаһаң, ябайлаштырылған һалым түләйһең, шул уҡ ваҡытта эшҡыуар булараҡ легалләшәһең һәм бер йылдан һуң миллион һумға тиклем льготалы, залогһыҙ, түбән ставкалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә булаһың. Аҙаҡ инде шәхси эшҡыуар булып теркәлергә һәм артабан үҫергә мөмкин.
Үҙмәшғүллек, кәсепселек тиһәк тә, етештергән тауарыңды ҡайҙалыр һатырға ла кәрәк бит. Әлегә тиклем беҙҙә Тик-Ток, инстаграм, ютуб бик популяр ине, улар ябылды. Тағы ҡайҙа реклама яһарға мөмкин?
- "Бәйләнештә" селтәрен берәү ҙә япмай, шулай уҡ Телеграм бар. Әгәр һин үҙ эшеңде тәҡдим итергә теләһәң, гаджеттағы ниндәй ҡушымталарҙы файҙаланырға, улар менән нисек эшләргә өйрәнергә тейешһең. Мәҫәлән, бер дуҫым Инстаграмда реклама өсөн генә айына 1-3 миллион һум аҡса тотона ине, әммә ошо сығымдарҙан күпкә күберәк килем алды. Инстаграмды япҡайнылар, ул "Бәйләнештә" селтәрендә рекламаға аҡса һала башланы. Интернетты ҡуллана белгәндә мөмкинлектәр күп, әммә бының өсөн дә уларҙы яҡшы белергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә беҙгә кәсепселекте лә, мөмкинлекте лә умырып биргән, ҡуллана ғына белмәйбеҙ.
Шулай итеп...
Ялҡауҙар сәбәп эҙләгәндә, тырыштар мөмкинлек таба, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Теләге булған кеше көрсөктө лә үҙ файҙаһына бора: тота ла эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта уның төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыты ла юҡ, ул позитив көйләнештең ыңғай һөҙөмтә биреренә бар күңеленән ышана. Һәм тағы: әңгәмәсем әйтеүенсә, хыялыңды һәр саҡ ҡағыҙға яҙып ҡуйырға кәрәк. Ҡағыҙға теркәмәй генә хыялланһаң, ул хыял ғына булып ҡаласаҡ, ә ташҡа яҙылһа - ул маҡсатҡа әүерелә. Хатта уның нисек һәм ниндәй юлдар аша тормошҡа ашырын үҙең дә аңламаҫҡа мөмкинһең, әммә был ысул эшләй. Бөгөнгө әңгәмәнең төп һабағы шунда: хыялыңды тормошҡа ашырырға теләйһең икән - иң элек уны теркәп ҡуй, маҡсатҡа әйләндер һәм уның тормошҡа ашырына ышан, белемеңде даими камиллаштыр, һайлаған юлыңда һығылмалы бул.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА