«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠЫҘЫЛ АТЛЫЛАР" - БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫНЫҢ ПРОПАГАНДА ҠОРАЛЫ
+  - 

Али Карнай (уңда) дивизия штабы комиссары Дәүләт Аритҡолов менән.

"Һуғыш мәлендә гәзит - һулар һауа. Кешеләр гәзитте яҡын кешеләренән килгән хаттан алдараҡ аса. Хәҙер гәзит мотлаҡ һиңә төбәлгән хат. Һинең яҙмышың унда яҙылғанға буйһона", - тип яҙа билдәле памфлет оҫтаһы Илья Эренбург һуғыш йылдарында. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡәләм яҙыу ҡоралы ғына түгел, бәлки, һуғыш ҡоралына әйләнә. 1942 йылдың аҙағына һуғыш майҙанында 4 үҙәк, 13 фронт, 60 армия, 33 корпус, 600 дивизия һәм бригада гәзите сығарыла. Милли дивизиялар шулай уҡ үҙ гәзиттәрен булдыра, шулар иҫәбендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә нәшер ителгән "Ҡыҙыл атлылар" гәзите лә була.



Гәзитте кемдәр сығарған?

"Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең яҙмышы кавалерия дивизияһының һуғыштағы тәүге этабы менән тығыҙ бәйләнгән. Билдәле булыуынса, Башҡорт АССР-ында 112-се һәм 113-сө һанлы ике кавалерия дивизияһы төҙөлә. 113-сө кавалерия дивизияһы составы башҡа хәрби берекмәләргә таратып бирелә, ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың апрелендә юлға сыға. Ошо көндән алып, билдәле булған бөйөк һәм трагик рейдҡа тиклем (рейдта дивизияның күп өлөшө ҡырыла һәм һуңынан уның составы СССР-ҙың төрлө төбәктәренән килгән кешеләр менән тулыландырыла, башҡорттар нисбәте кәмей), "Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә башҡорт атлыларының легендар юлы яҡтыртыла. Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡойоп ямғыр яуғанда ла, ел-дауыллы буран ҡоторғанда ла, сатлама һыуыҡта ла - ниндәй шарттарҙа ла гәзиттең һәр һанын үҙ ваҡытында фронттағы яугирҙарға еткереп тора. Гәзит һуғышсыларҙың рухын күтәрә. Уның биттәрендә яңынан-яңы мәғлүмәттәр, тыуған яҡтан килгән хаттар, һуғышсыларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһындағы яҙмалар донъя күрә. Гәзит һуғышсыларҙы батырлыҡҡа, дошмандан үс алырға өндәй.
Хәрби шарттарҙа гәзит сығарыу еңелдән булмай. Ҡайһы саҡта мөхәррир русса килгән мәҡәләләрҙе наборщиктарға туранан-тура башҡортсаға тәржемә итеп йыйҙыра. Ҡағыҙ етешмәгән саҡтар ҙа була. Әммә ниндәй генә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мөхәррир Али Карнай гәзиттең бер һаны ла сыҡмай ҡалмаһын тип тырыша. Шакир Насиров менән Әхтәм Ихсан.

Дивизияла наборщик булып эшләгән Хөршиҙә Хәирова иҫтәлектәренән: "Хәтеремдә, Башҡорт атлы дивизияһы гәзитенең беренсе һанын 1942 йылдың апрелендә сығарғайныҡ. Тирә-яҡта тынлыҡ, һалдаттар шаяра-көлә, беҙгә эшләргә ҡамасаулаусы юҡ. Шуға күрәлер инде, ул саҡта миңә дивизия гәзите типографияһында эшләү артабан да бына шулай еңел генә үҙ ыңғайына барыр төҫлө тойолғайны. Тәүге һанды сығарған ваҡытта уҡ мин йыйған һәр бер бәләкәй генә ҡурғаш хәрефтең немец фашистары йөрәгенә пуля булып ҡаҙалыуын теләнем. Артабан ошо теләк көсәйгәндән-көсәйә барҙы... Бына беҙ фронттың алғы һыҙығында, Елецк ҡалаһы эргәһендәге бер ауылда. Ҡала яна, тирә-яҡты һуғыш һөрөмө ҡаплап алған. Ошонда беҙ дивизия гәзитенең икенсе һанын сығарҙыҡ, һуғыш шарттарында гәзит сығарыуҙың ауырлыҡтарын мин тәүге тапҡыр ошонда татыным. Бынан һуң беҙ шундай ауырлыҡтар менән йөҙәрләгән гәзит һандары, листовкалар баҫтырҙыҡ. Бармаҡтарым, хәрефтәр соҡоп, ҡанап бөтә торғайны. Эшебеҙ бик күп - үҙебеҙ йыябыҙ, үҙебеҙ уҡып төҙәтәбеҙ (корректор ҡаралмаған), гәзит баҫа торған машинаны ла йыш ҡына үҙебеҙгә әйләндерергә тура килә. Хатта ҡайһы саҡта гәзиттәрҙе полктарға үҙебеҙ алып барып тарата торғайнык. Төндә типографияла эшләүселәр алмашлап, ҡулға карабин тотоп, үҙ мөлкәтебеҙҙе һаҡлайбыҙ - поста торабыҙ. Ләкин беҙ, теш ҡыҫып, бирешмәҫкә, һыр бирмәҫкә тырыштыҡ. Шулай итмәй булмай. Беренсенән, ир-егеттәр ҡан ҡойоп һуғышҡанда, ниңә беҙ, ҡыҙҙарбыҙ, тип, иҙрәп төшөргә тейеш? Килешмәй. Икенсенән, үҙебеҙ сығарған гәзитте уҡығас, һуғышсыларҙың дәрте күтәрелеп, батырлыҡтары артып киткәнен күреү беҙгә яңынан-яңы көс өҫтәй ине. Һуғыштар ҡыҙыу барған көндәрҙә гәзит сығарып өлгөрөп булмай. Шундай саҡтарҙа "Ҡыҙыл атлылар" гәзите редакцияһы иң мөһим хәбәрҙәр менән листовкалар баҫтыра. Редакция хеҙмәткәрҙәренә шәмде снаряд гильзаһынан эшләп алырға тура килә ине. Шинель итәгенән филтәлек бер-ике иле буҫтау ҡырҡып алып, шуны яндырып, тоноҡ яҡтылыҡта хәреф йыйып, корректура уҡып, листовкалар әҙерләйбеҙ. Гәзиттең наборщик ҡыҙҙарына көслө һуғыштар мәлендә санитар булып эшләргә лә тура килде. Улар төнө буйы эшләп арыуҙарын онотоп, һуғыш яланынан яралыларҙы алып сығып, яраларын бәйләргә тотона ине.
Бер тапҡыр алыҫ юлға сыҡҡанда гәзит сығарыу өсөн кәрәк булған типография материалдары - линейкалар, бабашкалар, башҡа пробельный материалдар ҡойолоп ҡалды. Билдәләнгән урынға барып еткәс, "Ҡыҙыл атлылар" хеҙмәткәрҙәре, нисек итеп гәзит сығарабыҙ инде, тип аптырап ҡалды. Бәхеткә күрә, разведчиктар яҡында ғына немецтарҙың типография тейәлгән бер машинаһы ҡыйралып ятҡанын килеп әйтә. Редакция хеҙмәткәрҙәре унда барып, байтаҡ техник материалдар йыйып алып ҡайтты. Гәзит ваҡытында сыҡты..."
"Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә танылған өс әҙип эшләй. Мөхәррир вазифаһын күренекле яҙыусы Али Карнай (Имамғәли Мөхәмәтдин улы Зөлкәрнәев) башҡара. Редакцияның яуаплы сәркәтибе икенсе бер ҙур әҙип Шакир Насиров була. Шағир Әхтәм Ихсан штаттағы хәбәрсе сифатында алғы позиция менән редакция араһында йөрөп, гәзитте мәҡәләләр менән тәьмин итә. Яу яланынан репортаждар яҙа, һалдаттарҙың мәҡәләләрен ойоштора.
Али Карнай башҡорт яҙыусыларынан иң тәүгеләрҙән булып, һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китеү теләген белдерһә лә, уның теләге 1942 йылда ғына бойомға аша. Ошо йылдың мартында партияның Өлкә комитеты тәҡдиме буйынса ул яңы ойошторолған Башҡорт атлылар дивизияһы эргәһендә сыға башлаясаҡ "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Али Карнайға бер юлы яуаплы ла, үҙенсәлекле лә вазифа йөкмәтелә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы фронтында сыҡҡан берҙән-бер башҡорт телендәге гәзиттең мөхәррире була. Яҙыусы-журналист фашистарға ҡаршы ҡылысҡа-ҡылыс килеп һуғышҡан совет һалдаттары менән яҡындан аралаша. Улар менән бер блиндажда йәшәй, тиһәң дә була. Фронт гәзитендә "Ҡыҙылармеец Х. Мансуров" имзаһы менән ул ошо ҡыйыу көрәшселәр тураһында һөйләүсе тиҫтәнән артыҡ бәләкәй-бәләкәй очерк-һүрәтләмәләр, хикәйәләр урынлаштыра. Күләм яғынан ҙур булмаһалар ҙа, оҫта яҙыусы-журналист тарафынан яҙылған был мәҡәләләр фронт ысынбарлығының күп яғын яҡтырта. Яҙыусы Ватан һуғышы күренештәрен ул һүрәтләмә-мәҡәләләр аша бәйән итеү менән генә сикләнеп ҡалмай. Ул башҡорт дивизияһының һуғышсан юлын, уның батырлыҡтарын ныҡлап өйрәнә. Ҙурыраҡ әҫәр өсөн материалдар туплай.
Бәрелеш булған урындарҙы характерлаған һәм ваҡиғаларҙы тәфсирләп яҙған көндәлек алып бара. Ләкин алыҫ Дон далаларында, өҫкә пуля ямғыры һибеп торған шарттарҙа, башҡорт телендә гәзит сығарыуҙы ойоштороу, уны һуғышсыларҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә рухландырырҙай йәнле материалдар менән тәьмин итеү яҙыусының бөтә иғтибарын ялмай. Тәүҙәрәк уға ҙурыраҡ әҫәр яҙырға форсат та ҡалмай. Был хаҡта Карнай үҙе лә: "Яҙып булмай! Ваҡыт юҡ. Ә яҙаһы нәмәләр страшно күп! Шулай ҙа тырышып ҡарарға иҫәп юҡ түгел", - тип яҙа Баязит Бикбайға ебәргән хатында.
"Ҡыҙыл атлылар"ҙың ҡыйыу мөхәррире тураһында иҫтәлегендә Кирәй Мәргән түбәндәгеләрҙе яҙа: "Али Карнай һәр ваҡыт һалдаттар, һуғышсан командирҙар, политработниктар араһында булды. Уның полевой сумкаһы һәр төрлө иҫтәлектәр, һуғышсан эпизодтарҙы сағылдырған яҙмалар менән тулы була торғайны. Көн һайын тиерлек ул яңы ҡуйын дәфтәре башлай. Уны тултырғас, серияға бүлеп, номерлап, тәртипкә килтерә лә, йыйып, Өфөгә туғандарына ебәрә: "Материал ҡайта торһон әле. Бында юғалыуы бар бит. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, берәй роман һымаҡ нәмә яҙырға тура килер бит инде, ә? Кем яҙырға тейеш уны? Беҙ бит!" - тип яҙа ул. Али Карнайға тыуған иленә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 1943 йылдың 16 июнендә ул яу ҡырында һәләк була. Яҙырға хыялланған роман-эпопеяһы ла яҙылмай ҡала. Уның ебәргән көндәлектәренең бер өлөшө тыуған иленә килеп етмәй, килеп еткәндәре бөгөнгө көндәрҙә архивтарҙа һаҡлана".



Мәҡәләләр тематикаһы

Гәзит биттәрендәге нәфрәт һәм үс менән һуғарылған мәҡәләләр башҡорт атлыларын дошманды аямайынса көрәшергә саҡыра. Уралдан йыраҡта булһа ла, яугирҙың үҙ өйөн, ауылын, туғандарын яҡлап һуғышыуын билдәләй. Сөнки һуғыш яланында шәхси яҙмыш юҡ. Ил яҙмышы - һинең шәхси яҙмышың, ғаиләң яҙмышы.
"Беҙҙең менән халыҡ" мәҡәләһендә гәзит яугирға: "Алдыбыҙҙа һуғыш яланы ята. Дошман алыҫ түгел. Ул беҙҙең һөйөклө аталарыбыҙҙың һәм әсәләребеҙҙең, йөрәк өлөшөбөҙ булған ҡатындарыбыҙҙың һәм балаларыбыҙҙың хоҡуҡтарын тапарға, сал Уралды, алтын Башҡортостанды, бай илебеҙҙе баҫып алып, бәхетле тормошобоҙҙо емерергә теләй... Башҡорт воины! Һин Украина яландарында алыҫтағы ҡатының, балаң, атаң, әсәңде яҡлап һуғышаһың. Улар һинең гвардеец исеменә тап төшөрмәүҙе талап итә", - тип өндәшә. Немецты үлтерергә, көрәштә арыҫлан булырға, рубежды ныҡ тоторға, дошманды үткәрмәҫкә, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә саҡыра. "Уҡы, өйрән, ҡоралыңды отличноға үҙләштер", тигән кәңәштәр бирә һәм "Еңеү беҙҙең яҡта булыр!" тип һуғышсыны тынысландыра.
Агитацион йүнәлеш һәр мәҡәләлә тойомлана. Ошо мәҡәләнең аҙағында автор уҡыусыһына: "... Үҙеңдең Ватаның, халҡың өсөн көрәшеү - был ҙур дан. Ә Ватаның, халҡың өсөн һөйөклө полководец, Верховный Главнокомандующий, Маршал иптәш Сталин етәкселегендә көрәшеү - был икеләтә дан, был воин өсөн бәхет. Был бөйөк данға достоин булайыҡ, гвардеец иптәштәр!" - тип өндәшә. Нәфрәт һәм үс алыу тойғоһо менән һуғарылған мәҡәләләр гәзиттең һәр һанында осрай һәм төп өлөштө биләй.
Агитация маҡсатында әҙәби әҫәрҙәр ҙә ҡулланыла. Улар башлыса был гәзиттең мөхәррире Али Карнайҙың бәләкәй әҫәрҙәре була. "Нисә фрицте үлтерҙең?" исемле хикәйәһендә Али Карнай икенсе эшелонда, йәғни фронт һыҙығынан арттараҡ хеҙмәт итеүсе һалдаттың Уралдан, ҡатынынан хат алыуын һүрәтләй. Ә унда шундай һүҙҙәр бар: "Нисә фрицте үлтерҙең? Шуны айырып яҙ. Балалар ҙа ҡыҙыҡһыналар, һинең батырлығыңды белеп, беҙ шатланырбыҙ, ғорурланырбыҙ..." Ошо хат һалдаттың тыныслығын юғалта. Ул военкомға барып, үҙен тиҙерәк алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен үтенә. Уның бында ла мөһим эш эшләүе, барыбер фронтта булыуы тураһында һөйләүҙәренә ҡаршы: "Шулай ҙа, әгәр бер нисә фрицте үҙ ҡулым менән дөмөктөрмәһәм, нисек итеп мин Ватан һуғышында ҡатнаштым, тип һөйләрмен?" - ти ул. Был бәләкәй генә әҫәрҙә яҡын кешеһенән килгән хаттың һалдатҡа ни тиклем ныҡ тәьҫир итеүе һүрәтләнә.
Ә.Кирәйҙең (Кирәй Мәргәндең) "Мыйыҡ" хикәйәһе ике дуҫ боец тураһында. Бикбулатов менән Ишбулатов дуҫ ҡына түгел, улар бер райондан, бер колхоздан, ә һуғышҡа килгәс, икеһе лә олоғайып китә. Бер юлы мыйыҡ ебәрә-ләр. Шулай бер саҡ блиндажда ултырғанда Ишбулатов иптәшенең мыйығына ҡарап тороп: "Шул мыйығыңдың бер бөртөгө өсөн күпме һорайһың?" - тип һорап ҡуя. Иптәше: "Ана шул ҡаршыла йөрөгән немецтарҙың береһен бер атыуҙа үлтерә алһаң, ошо затлы мыйыҡтың бер бөртөгөн йолҡоп алыу шәрәфенә ирешә алырһың", - тип яуап бирә. Шулай итеп, улар араһында ярыш башланып китә. Бер нисә көндән уларҙың мыйыҡтары шул хәтле һирәгәйә, йәмһеҙ булып тормаһын, тип, икеһе лә уны ҡырып ташлай... Кавалерия дивизияһы булғас, гәзит биттәренән ат темаһы ла ситтә ҡалмай. Атты тәрбиәләүгә, ашатыуға, яуға әҙерләүгә арналған мәҡәләләргә ҙур урын бирелә. Аттарын насар ҡарағандар тәнҡитләнә. Айырым һандарҙа был темаға берәр бит урын бүленеүе мәғлүмәттең ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләй. Хатта "Һин аҡһаҡ булһаң да һуғышҡа бар, һинең атыңдың дүрт аяғы бар бит", тигән башҡорт халыҡ мәҡәле килтерелә 1943 йылдың 4 июль һанында. "Ат - боевой ҡорал" мәҡәләһендә гвардия кесе лейтенанты Сергеев взводының ат ҡарау буйынса беренсе урын алып килеүе тураһында һөйләнелә. Был взводта атҡа һәр кем боевой ҡорал итеп ҡарай. Ат ҡараусы Ҡолгәрәевтың "Яҡшы аттан башҡа яҡшы кавалерия юҡ", тигән һүҙҙәре взводтың көрәш девизы булып тора.
Агитация эшенә айырым урын бирелә. Ошо темаға арналған махсус һандар ҙа сыға. Уларҙа агитация нисек алып барылырға тейешлеге хаҡында һүҙ бара. "Агитация яугирҙың психологияһына һәм шартҡа ҡарап, аныҡ, йөкмәткеле, идея яғынан тотанаҡлы булырға тейеш. Агитаторҙар был бурыстарын һәйбәт үтәһен өсөн уларға ярҙам кәрәк. Семинарҙарҙа, политработниктың агитатор менән осрашыуы мәлендә уға бөтә мәсьәләләрҙе аңлатырға, теге йәки был хәлде дөрөҫ баһаларға өйрәтергә кәрәк... Беҙ агитаторҙың үҙ бурыстарына яуап бирә алыуына, үҙенең ялҡынлы большевистик һүҙе менән боецтарҙы иптәш Сталиндың бойороғон үтәүгә, немец-фашист бандиттарын йәһәтерәк юҡ итеүгә мобилизациялауына өлгәшергә тейешбеҙ", - тиелә гәзит мәҡәләһендә.
Гәзит бойороҡтарҙың үтәлеүенә ҙур әһәмиәт бирә. 1943 йылдың май айында Сталиндың 195-се бойороғо сыҡҡандан һуң гәзит биттәрендә уның үтәлеше төп урынды ала. Һәр частан бойороҡтоң үтәлеше тураһында хәбәрҙәр килә. Бойороҡто теүәл үтәүселәр өлгө итеп ҡуйыла, уға битараф ҡарағандар ҡаты тәнҡитләнә. Гәзиттең 150-се һанындағы баш мәҡәләлә "Хәҙерге ваҡытта бойороҡто унда ҡуйылған мәсьәләләр буйынса айырым рәүештә ентекләп өйрәнеү бара. Бойороҡто ныҡлап өйрәнергә, яҡшы хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк. Ләкин, иң мөһиме, уны ғәмәли яҡтан тормошҡа ашыра башлау", - тип яҙыла. Мәҡәлә аҙағында һалдат алдында торған бурыс аңлатыла: ул, уҡырға, өйрәнергә, бойороҡто тормошҡа ашырырға, тип яңғырай.

Шулай итеп...
"Ҡыҙыл атлылар" гәзите редакцияһы коллективы һуғыш ваҡытында Башҡорт атлылары кеүек үк данлыҡлы юл үтә. Дивизияның фронтҡа ебәрелгән көнөнән алып, дивизияның 1943 йылда эшләйәсәк бөйөк рейдына тиклем, гәзит дивизияны тоғро юлдаш булып оҙата бара. Дивизия рейдҡа ингәс, редакция бүленеп ҡала. Ошо осор эсендә Полевая почта 35710 адресы буйынса урынлашҡан редакция дивизияның данлыҡлы юлында төп агитатор, рухи ҡорал булып ҡала. Али Карнай, Шакир Насиров, Әхтәм Ихсан кеүек әҙиптәр, Хөршиҙә Хәирова кеүек йыйыусы ҡыҙҙар гәзиттең һәр һанын ваҡытында сығарыуҙы тәьмин итә. Уларҙың тырышлығы менән күпселеге башҡорттарҙан торған милли дивизия тыуған телендә гәзит уҡыу бәхетенә өлгәшә.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ
әҙерләне.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 313

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru