«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПАРИЖДА - 3
+  - 


Усман йырға бөтөн зарын, ҡәһәрен һәм ҡайғыһын һалып йырланы, тамағынан моң, күҙҙәренән йәш түгелде. Уны шып-шым тыңлаған кешеләрҙең дә күҙҙәренән йәш аҡты. Йыр инде бөттө тигәндә генә яр аҫтынан бер аҡсарлаҡ кәйелеп осоп сыҡты ла Усмандың атының башына тейә яҙып, ялт өҫкә шыйҙы. Бындайҙы көтмәгән ат ҡапыл үрәпсене. Усман эйәр ҡашына саҡ тотоноп өлгөрҙө. Ярҙа ятҡан киң таш өҫтөндә торған кешеләр арт аяҡтарына баҫҡан аттан ялтанып, артҡа тартылды. Ә иң ситтә торған кисәге ҡатын, күрәһең, тайғаҡ ташҡа саҡ эләгеп торғандыр инде, аяғын күтәргән ыңғайы ярҙан ысҡынып та китте, һыуға шап барып та төштө. Усман шуны ғына көткән тиерһең, аттың башы аша һыуға һикерҙе. Ҡатын ни булғанын аңлап өлгөргәнсе, Усмандың ҡулына килеп тә инде. Һыу йылы, әммә тәрән ине. Ҡатын йөҙә белмәй ине, ахырыһы. Аяҡ, ҡулы менән шап та шоп килергә тотондо. Шул ыңғай Усманды ла батырыу яғына тартты. Һыуҙан башын сығарған бер мәлдә Усман һыҙғырып ебәрҙе. Уның аты аҡрын ғына ярҙан һыуға төшөп китте һәм хужаһы һыуҙы шаптырлатҡан арала, Усмандың янына килеп етте. Ир кеше бер ҡулы менән ҡатынды ҡосаҡланы, икенсеһе менән эйәр айылына тотоноп өлгөрҙө. Ат аҡрын ғына яр ҡатыһына баҫты һәм хужаһы менән бикәне ергә алып сыҡты. Кейемдәренән һыу ағып торған көйө Усман ҡатынды эйәргә күтәреп ултыртты ла тылмасҡа:
- Ҡайҙа алып барайым? - тине.
Тегенеһе ҡатынға текәлде. Уныһы "Алға" тип ҡулы менән ишараланы. Усман аттың башындағы нуҡтаны тотоп алға атланы. Был икәү китте лә барҙы, ҡалғандар тороп ҡалды.
Хәйернас йоҡлар алдынан Усман йәшәгән урынға килде. Әммә Усман юҡ ине әле. Бер аҙҙан ғына килеп инде. Кейеме ҡоро, таҙа. Ауыҙы йырыҡ.
- Исеме Франсуа, - тине ул. Хәйернас һүҙҙең кем тураһында икәнлеген шунда уҡ аңланы.
- Атың ҡайҙа һуң?
- Һарайға индерҙем. Көндөҙ малдың тамағы һис булмағансы һыйланды. Өйҙәрендә ат ашарлыҡ бер нәмә лә тапмағас, өҫтәлдәге икмәкте бирҙек. Өйҙәрендә дүртәү торалар, дүртеһе лә ҡатын-ҡыҙ. Әсәһе өс ҡыҙы менән. Аталары үлгән.
- Быларҙы ҡайҙан белеп бөттөң һуң һин? Французса белмәйһең дә инде.
- Нимә тиҙәр әле: нужа ҡалас ашата, тиме? Кәрәкһә, ым телен дә "һә" тигәнсе өйрәнәһең икән.
Усман менән Франсуа көн һайын күреште. Тәүҙә йырлаштылар. Дөрөҫөрәге, Усман йырланы, Франсуа тыңланы. Икеме-өсмө көндән Франсуа егеткә ҡушылып китте һәм айырым да йырлай башланы. Шулай итеп Франсуа егеттең телен йыр аша өйрәнде тиһәң дә була.
Ике-өс аҙна үтеүгә йәштәр бер-береһенең телендә арлы-бирле һупалай башланы. Усман хеҙмәт иткән полкты Францияның икенсе ҡалаһына күсерергә фарман килгәс, йәштәр башта ни эшләргә белмәй шаҡ ҡатты. Ярар, ошондай мәлдә ярҙамға дуҫ-иш килә. Усмандың ҡалтырап төшкәнен күргәс, Хәйернас:
- Бар, полк башлығы менән, полк муллаһы менән һөйләш. Берәр кәңәш бирерҙәр,- тине.
Ысынлап та яҡшы булды әйткәне. Полк командиры:
- Өйлән, - тине. - Бер һин генә түгел эҫенешеп киткән парҙар. Полк егеттәренән ике кеше немкаға, берәү болгарға өйләнде. Һин дүртенсе булаһың.
Мулла:
- Тик кәләшең мосолман булырға тейеш. Шул саҡта ғына никах уҡыйым.
- Мин уны нисек мосолман итәйем?
- Мосолман булырға ризалашһа, Ислам диненә күсерәбеҙ. Кәләшең менән һөйләш.
Ул көндө Франсуаның башына яңылыҡтар ямғыр урынына яуҙы. Усман тәүҙә үҙҙәрен икенсе ҡалаға күсерәсәктәрен әйтте. Франсуа ҡото осоп, башын ҡосаҡлап, аптырап ултырғайны, Усман икенсе хәбәрен әйтте:
- Һин минең менән бергә китергә ризалашыр инеңме?
- Мин ризалашыр инем дә ул. Тик әрме хеҙмәтендәге иргә эйәреп китеп булмай ҙа инде.
- Була. Беҙҙә башҡортта бик һирәк булһа ла рөхсәт бирәләр. Тик бының өсөн ир менән ҡатын никахлашҡан булырға тейеш. Һин миңә кәләш булырға ризалашыр инеңме?
- Мин ризалашыр инем дә ул, алыусыһы булһа.
- Мин алыр инем, тик һинең мосолман булыуың шарты менән. Ислам диненә күс һуң.
- Нисек итеп?
- Беҙҙең мулла һине Исламға индерә.
- Ярар.
Шулай итеп, Усман менән Франсуа, дөрөҫөрәге Фәйрүзә, шул кисте никах уҡытты һәм полк йәшәгән ҡаҙарманың бер мөйөшөндә сымылдыҡ артында ҡауыштылар. Йыр йырлашыу менән танышҡан йәштәр ирле-ҡатынлы рәүештә хеҙмәтен дауам итте.

Ҡайтыу юлы

Бер үк юл барғанда өс көнлөк булһа, ҡайтҡанда ике көнлөккә әүерелә. Бының сәбәбен юл йөрөгән кеше яҡшы белә. Барыу юлы - сиге юҡ һымаҡ тойолған өйҙәге әҙерлек менән башлана, шуға һуҙыла. Әммә ҡайтыр юл да бик оҙон булып китә ҡай саҡта. Парижға Беренсе, Икенсе, Дүртенсе, Бишенсе,Туғыҙынсы Башҡорт полктары, Беренсе типтәр һәм Беренсе Ырымбур полкы ингәйне. Тәүге көндәр ҡыҫҡа-ҡыҫҡа һуғыш, ҡыйралып бөтмәгән наполеонсыларҙы эҙәрлекләү, тороп-ятып йөрөр урынды әҙерләү, артабан етәкселәр ҡушҡан һәр төрлө йомошто башҡарыу һәм Париж менән танышыу иң күп ваҡытты алды. Ҡайһы ғына илде, ниндәй генә телдә һөйләшкән ғәскәрҙе алма, уларҙың етәкселәре араһында иң ныҡ таралған һәм йөҙәр йылдар буйына үҙгәрмәй торған бер ҡағиҙә бар: әгәр үҙеңдең ҡораллы көстәреңдең теләһә ниндәй алышҡа ла әҙер булыуын теләйһең икән, уны туҡтауһыҙ эшкә - хәрби хеҙмәткә ек. Парижды алған императорҙар һәм король, маршал һәм генералдар шул талапты башынан сығарманы. Ғәскәри хеҙмәттәр көн дә, көн дә ниндәйҙер эшкә ҡушылды. Әле генә үткән һуғышта ҡыйралған юл һәм күперҙәр, торлаҡ йорттар һәм мәктәптәр - күп йорттар емертеүселәрҙең үҙҙәренең ҡулы менән йүнәтелде. Был эшкә барыһы ла: Рәсәй яугирҙары ла, Прусс менән Герман һуғышсылары ла, Италия, Бельгия һәм башҡа ил вәкилдәре лә йәлеп ителде. Был хәл байтаҡҡа һуҙылып китте. Уның үҙ сәбәптәре бар ине.
Башҡорт полктарының икәүһе генә Парижда ҡалды, ҡалған өсөһө төрлө бүтән ҡалаларға күсерелеп бөттө. Штабта был хәлде бик ябай аңлаттылар:
- Беренсе һәм Икенсе полктар 1811 йылдан бирле хеҙмәттә. Шуға уларҙың илгә тура ҡайтырға хоҡуҡтары бар. Ә бүтәндәр 1812 йылдың аҙағында ғына алышҡа инде. Шуға улар һуңғараҡ ҡайтасаҡ.
Әммә Беренсе һәм Икенсе полктар ҙа шунда уҡ юлға сыға алманы. Полктарға Үҙәк штабтан әллә ниндәй тикшереүселәр килеп тулды. Полк етәксеһенән башлап һәр яугирҙы энәһенән ебенә тиклем тигәндәй тикшерҙеләр. Нисек һуғышҡан, ҡасан ҡайҙа нимә һөйләп йөрөгән, офицер булһа, янында ниндәй яугирҙарҙы яҡынлатҡан, кемен ситләткән? Ситтән ҡарағанда, булыр-булмаҫ кеүек һорау менән теңкәләрен ҡоротоп бөттөләр.
Иртәгә ҡайтырға юлға сығабыҙ, тигән көндө майор Ыласынов хушлаша була штабҡа Ҡудашевты күрергә китте. Әммә полковникты таба алманы. Уның ҡайҙалығын берәү ҙә белмәй булып сыҡты. Аптыраған Ыласынов полкка кире китергә тора ине, генерал Платов тап булды.
- Һин Ҡудашевты эҙләп йөрөйһөңмө, - тип текләште ул майорға.
- Эйе, иртәгә ҡайтабыҙ, хушлашып китәйем, тигәйнем.
- Һин уны эҙләмә, башыңа бәлә генә алырһың. - Шунан шыбырлауға тигәндәй күсеп,- Испанияға беҙҙең илселеккә ебәрҙеләр уны.
- Бәй, ул испан телен түгел, французды ла белмәй ҙә инде.
- Ҡайһы берҙә телде белмәгәнең яҡшы. Юғиһә, теле бигерәк оҙонайып киткән, тиҙәр. Бәхетенән императорҙың киң күңелле сағына тура килгән. Юҡһа, уны атырға тәҡдим иткәндәр, император аттырмаған, илселеккә ебәрткән, ти.
Платовтың йәшерен-боҫорон һөйләгәнен Ыласынов төшөнөп тә бөтмәне. Шулай ҙа бер нәмәне яҡшы аңланы: һуғыш ваҡытындағы тәртибең тыныс тормошҡа ярап та бөтмәй икән.

* * *

Башҡорт полктарын бер юлы ҡайтармаҫҡа булғандарын майор Ыласынов шундуҡ төшөндө. Тәүҙә Беренсе һәм Икенсе полк юлға бергә ҡуҙғалғайнылар. Әммә бара торғас, төрлө һылтау табып, Икенсе полкты тотҡарланылар. Ә Ыласыновты, киреһенсә, ашыҡтырҙылар. Юл буш саҡта тиҙерәк алға китегеҙ. Польшаны уҙғас, Беренсе полкка тәғәйен юлды Мәскәүгә еткерә яҙып һалдылар. Ә Икенсе полк урауҙан китте. Быныһы ғына ла аҙ: полкты йөҙҙәргә бүлеп әйҙәй башланылар. Шуға Ыласынов йөҙ баштарына шыбырҙаны - кемдең ҡайҙа барғанын бер-берегеҙгә белдерә йөрөгөҙ. Берәрегеҙҙә хәүеф һиҙелә икән, икенсегеҙ ярҙамға барып етерлек булһын. Беренсе полк Ырымбурға имен-аман ҡайтты. Икенсе полк та урауыраҡ юлдан булһа ла тәүгеһенән ныҡ артҡа ҡалмайынса, үҙ кантонына етте.
Ҡаһым хеҙмәт иткән полк Владимир гөбөрнәһе аша китте. Йөҙҙәргә бүлгеләнеп барған һыбайлыларҙың беренсе өлөшө ҙур булмаған ауыл янында төн ҡунырға туҡтаны. Йәй бит, көндөҙ генә түгел, төндәрен дә йылы. Шуға яугирҙарҙың күбеһе ҡыуыш ҡороп мәшәҡәтләнгеһе килмәйенсә, баш аҫтына эйәр һалып, өҫтөнә сәкмән йә еңел юрған ябынып, йоҡларға булды. Бөгөн кис тамаҡҡа яҡшы ғына бешереп, һыйланып алырға самаланылар. Ҡайта торған юлдың яртыһынан күбеһе артта ҡалды инде. Көндән-көн өй яҡыная бара. Шуға күңел дә күтәренке.
Ашнаҡсы, ауылдың иң ситке өйөнә инеп, тамаҡҡа бешерер өсөн ҡайҙан һыу алырға икәнлеген белеште.
- Һеҙҙең кеүек яугирҙы көтәүәлләп бында бер кеше йөрөй ине. Шул һыуҙы үҙем килтерешермен, тине. Хәҙер табып, янығыҙға ебәрермен,- тине ауылдың ире.
Ысынлап та, оҙаҡламай бер кеше ашнаҡсыны ҡыуып етте. Күренеп тора, был ауыл кешеһе түгел. Кейеме лә ҡаласа. Бындағыса "о" менән түгел, "а" өнөнә баҫым яһап һөйләшә.
- Һиңә һыу кәрәкме ни?- тип килеп етте.
- Эйе, - тине ашнаҡсы. - Ауылдыҡыларҙан һорап тотонмаһаң, әллә ниндәй һыу алыуың бар.
- Уныһы дөрөҫ. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Үҙегеҙ ниндәй полктан? Ҡайһы яҡҡа бараһығыҙ?
- Беҙ башҡорт яугирҙары. Ырымбур гөбөрнәһенә ҡайтабыҙ.
- Командирығыҙ кем?
- Бында беҙҙең йөҙ башы ғына. Ҡаһым Мырҙашев. Палкауай бүтән йөҙ менән ҡуша йөрөй.
- Ярар. Ҡайҙа күнәк-силәктәрең? Һыу алып бирешәйем дә китәйем. Минең дә бараһы ерем бар.

(Дауамы. Башы 17-18-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.05.22 | Ҡаралған: 320

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru