«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮСЕ БАТЫР БУЛЫУ ИР-ЕГЕТТЕҢ ИҢ ҘУР БАҺАҺЫ
+  - 


Ғаяз Шөғөров билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булған! Көрәштең был төрө буйынса Әбйәлил районынан беренсе чемпион! Шәп яңғырай, шаңдауы район сиктәрен үтеп, республика буйынса тарала.

Мин Ғаяздарҙың класс етәксеһе булдым. Донъя чемпионы эргәһенә үҙемде лә яҙырға йөрьәт итәйем әле. Шәп класс булды ул Хәлил урта мәктәбенең 55-се сығарылышы. Шулар араһында Ғаяз башҡаларҙан артыҡ айырылмаған тыйнаҡ холоҡло уҡыусы булды. Әгәр ҙә егет кеше тураһында шулай әйтеп булһа, сибәр йөҙлө, ихлас йылмайыусан үҫмер, тип тә өҫтәйем әле. Төплө фекерле булыуы, донъяға ололарса баһа бирә белеүе ҡай саҡ аптырата торғайны, ныҡышмаллығы һиҙелә ине. Унынсы кластан һуң Ғәҙелша шарлауығына походҡа барғанда: "Ағай, әйҙә, ошо Төйәләҫ йылғаһының ағып сыҡҡан еренә барып етәйек", - тип ныҡышты. Нишләйһең, Ғаяз, мин, тағы ике егет, дүртәүләп дымлы ҡаяларҙы үрмәләп, инеш буйлап Ирәндек тауына менеп киттек. Оҙаҡ барҙыҡ, инеш тарайғандан-тарая бара, сығанағына етеп булмай ҙа ҡуя. Бер урында, тура сығабыҙ, тип, инеште юғалттыҡ, аҙаштыҡ. Бәхетебеҙгә ике урмансы тап булып, юл күрһәттеләр. Инеш башына етмәй, кире боролорға мәжбүр булдыҡ. Әле интервью алғанда Ғаязға ошо хәлде иҫенә төшөрҙөм. "Мин ни, ул инеш башын аҙаҡтан тағы барып эҙләп ҡараным, тапманым", тип үҙенә хас ихласлыҡ менән йылмайҙы ул. Үәт ныҡыш! Донъя Кубогы ярышынан ҡайтышлай тәүге тәьҫораттарын һөйләп, тыуған ауылы Ишбулдыға атай-әсәйе эргәһенә ашығып ҡайтып китте. Атаһы - ике көрәшсе үҫтергән Зөлфәр ҡоҙаның түбәһе күккә тейгәндер инде!
- Бала саҡта "Их, донъя чемпионы булыр кәрәк ине!" тигән хыял булды, үҫә килә ул хыял уйҙа ғына ҡалыр һымаҡ тойола башланы. Әммә алты йәшемдән мәктәптәге милли көрәш секцияһына йөрөй башлағандан алып көрәшкә тоғролоҡ һаҡланым, спорттың был төрөн ташламаным. Ун дүрт йыл көрәштәмен! Бер туған Өлфәт ағайым да башҡорт көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат бит инде, - тип һөйләп китте Ғаяз. - Бына әле Татарстандың Болғар ҡалаһында уҙған билбау көрәше буйынса Донъя Кубогы ярышында яуланым донъя чемпионы исемен. Уның беренсе этабы Мәскәүҙә һайлап алыу турҙарында үткәйне. Унда сит ил көрәшселәре генә ҡатнашты. Ярыштың Ҡаҙандағы икенсе этабында финалға сығыу өсөн көрәштек. Болғарҙағы өсөнсө этап финал ярышы булды. Башҡортостандан дүрт кеше инек: икебеҙ - Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдинов менән мин донъя чемпионы исемен яуланыҡ, ҡалған икебеҙ финалға үтә алманы. Айгиз туҡһан килограмм ауырлыҡ категорияһында, мин алтмышҡа тиклемгеләр төркөмөндә көрәштем.
Егерме биш илдән йөҙ илле кеше ҡатнашты. Беренсе көрәштә Рәсәй беренселегендә икенсе урын алған Төмән егете менән алышып, уны бишкә-ноль иҫәбе менән еңдем. Артабан Төркмәнстандан килгән көрәшсе менән алышырға тура килде. Ул бик көслө булып сыҡты, етмәһә, тик билбау көрәше буйынса ғына махсуслашҡан спорт мастеры ине. Бар һәләтемде ҡулланып, техник яҡтан алдырырға тырыштым һәм уны ла бишкә-ноль иҫәбе менән еңдем. Финалға Тажикистан көрәшсеһенә ҡаршы сыҡтым һәм донъя чемпионы булдым! Билбау көрәше беҙҙең милли башҡорт көрәшенән күпкә айырыла, хатта аяҡ салырға ла рөхсәт ителә. Ҡаршы яҡ көрәшсене арҡаһына һалһаң, һин - еңеүсе. Уны күкрәккә һалыу, аяҡтарын ерҙән айырыу мөһим түгел.
Үҙебеҙҙең көрәш оҡшай миңә, республика кимәлендә еңә алмаһам да, унынсы класта уҡ Урал аръяғы чемпионы булдым. Донъя Кубогы кимәленә күтәрелгәнсе күп көрәшергә тура килде. Унда көрәш шарттары аяуһыҙыраҡ: бер еңелһәң, шундуҡ ярыштан төшөп ҡалаһың. Үҙеңде еңеүгә көйләп алыуы ҡыйын, бер генә хата ебәрһәң, билбаусылар шуны көтөп кенә йөрөй, һә тигәнсе һелкеп алып ташлайҙар. Һәр секундта ла әҙер булырға кәрәк, көстән дә бигерәк, техник яҡтан таһыллыраҡ булыу мөһим. Тәүге көрәшкә икенсе яҡтың мөмкинлектәрен белмәй сығаһың, аҙаҡ ҡалғандарҙың көрәшкәнен күҙәтеп, һығымталар яһарға мөмкинлек була.
Әлегә донъя чемпионы булыуыма ышанып та бөтмәйем, һис юғы, уңыштан баш әйләнмәне. Киләсәктә Рәсәй беренселегендә алтмыш биш килограмм ауырлыҡтағылар категорияһында көрәшкә әҙерләнергә кәрәк. Әлеге Донъя Кубогында ҡатнашыр өсөн ҡапыл ғына ауырлыҡты ташлау иң ҡыйыны булғандыр, һигеҙ көн эсендә алтмыш һигеҙ килонан алтмышҡа төшөргә тура килде, сөнки ярыш тураһында һигеҙ көн ҡалғас хәбәр иттеләр. Ауырлыҡ тура килмәһә, шундуҡ ярыштан төшөрөп ҡалдыралар. Диета тотоп, йүгереп, йышыраҡ мунса төшөп, артыҡ ауырлыҡты ташлай алдым. Төп тренерым Өлфәт ағайым тиһәң дә була - ул башлап көрәшкә лә алып килде, ярыштарға алып йөрөнө, бәләкәй саҡтан уҡ төп терәгем булды. Ул булмаһа, бәлки, мин дә башҡалар кеүек спорттан ситләшер инем.
Башлағанда Рәис ағай Әбделғазиндың секцияһына бик күп малайҙар йөрөй инек, хәҙер бер нисәү генә ҡалдыҡ. Килеп сыҡмаҫтай булһа, ташлайҙар ҙа ҡуялар. Мәҫәлән, миңә тәүге һөҙөмтә күрһәтер өсөн бер йыл кәрәк булды. Унынсы класта Рәсәй буйынса асыҡ турнирҙарға сыға башлағайным, республика тренерҙары иғтибар итте, һайлап алыу турҙарына саҡыра башланылар. Әммә мин ул саҡта ла күп нәмәне аңлап етмәгәнмен. Үҙем тренер булып эшләй, балаларға нисек көрәшергә, үҙеңде нисек көйләргә өйрәтә башлағас ҡына иң тәүҙә үҙеңде еңергә кәрәклеген аңлай башланым. Әлеге Кубокта психологик яҡтан әҙерләнеү ныҡ ауырға төштө. Балаларға аңлатыу бер нәмә, үҙеңә килеп терәлһә, ҡыйын - бөтөн нәмә тик бер үҙеңдән генә торғанды төшөнәһең.
Еңер өсөн ныҡ әҙерләнергә кәрәк. Әлбиттә, тәжрибә лә үҙенекен итә, күнекмәләр бушҡа булмауын да аңлайһың. Тырышмайынса, көс һалмайынса, хеҙмәт түкмәйенсә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Бер ярыш ун биш тренировканы алмаштыра, тиһәләр ҙә, ҡунаҡ һымаҡ, ундағы-бындағы ярыштарға йөрөү менән генә сикләнергә ярамай. Тағы бер яғы бар: мәктәптә уҡығанда спортсыларға иғтибар бар, уларға шөғөлләнеү, ярыштарға йөрөү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыралар. Мәктәптән һуң үҙеңде үҙең ҡайғыртып, үҙеңдең аҡсаңа йөрөй башлайһың. Һөҙөмтәләр күрһәтмәһәң, берәү ҙә һиңә аҡса бирмәй, һөҙөмтә күрһәтер өсөн аҡса кәрәк.
Донъя Кубогына барыу өсөн Әбйәлил районының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Марат улы Усманов ныҡ ярҙам итте, спонсорҙар табып, ярышҡа ебәрҙе. Дүрт көн дауам иткән был бәйгенән дәрт уянды, донъя беренселегендә ҡатнашыу теләге менән ҡайттым - даны ни тора! Көрәш, минеңсә, кешене тәрбиәләй, еңеүсе булырға өйрәтә. Мәҫәлән, балалар көрәшкә йөрөй башлаһа, характерҙары үҙгәрә. Икенсе кешегә әйләнәләр, башҡаларҙан айырылып торалар, улар еңергә ынтыла башлайҙар. Көрәштә тик еңер кәрәк, тормошта ла шулай.

Шулай итеп...
Борон ата-бабаларыбыҙ бил бирмәҫ көрәшселәргә батыр тип өндәшкән, ҙур хөрмәт күрһәткән. Батыр булыу ир-егет өсөн иң ҙур баһа. Уларҙың һәр береһен беҙ исемләп белергә тейешбеҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 317

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru