«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БУШ ВӘҒӘҘӘЛӘР БИРЕРГӘ ЯРАТМАЙЫМ"
+  - 

2 июндә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Был сараны уның мэр вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнгәндән алып үткән 100 көн йомғаҡтары тип билдәләргә лә мөмкин.

Тәү сиратта, ҡала башлығы Өфөлә башҡарылған эштәр буйынса дөйөм мәғлүмәт бирҙе. "Мин һәр районда булып, халыҡ менән осраштым, аралаштым, ғөмүмән, кабинетта ултырып түгел, урынға сығып, проблемаларҙы үҙ күҙем менән күреп хәл итеү яҡлымын", - тип белдерҙе ул. Иң элек алдағы аҙнала уҙасаҡ Ҡала көнө тураһында бәйән итте, уның программаһында ҡаралған ҡыҙыҡлы мәлдәргә туҡталды. Мәҫәлән, 12 июндә Өфөнөң 450 йыллығы брендбугы геройы тулыһынса күрһәтеләсәк. Шулай уҡ ҡаланың төрлө майҙандарында сағыу тамашалар ҡаралған. Ленин урамында төрлө ҡалаларҙан саҡырылған урам театрҙары тамаша күрһәтәсәк, "Ҡашҡаҙан" паркы асыласаҡ, Мәжит Ғафури паркында Әүҙем ғүмер оҙайлығы йылы буйынса саралар ойоштороласаҡ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар үтәсәк. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса ярыш та уҙғарыла. Ратмир Рәфил улының сығышында, әлбиттә, Өфө ҡалаһы (Өфө ҡәлғәһе) төҙөлөүҙең 450 йыллығы уңайынан сафҡа индерелергә тейешле объекттарға ҙур иғтибар бирелде. Шулай уҡ аҙна һайын оперативкаларҙа яңғыраған темалар буйынса ентекле яуаптар алды журналистар. "Халыҡ менән бәйләнеш нисек ойошторолған?" - тигән һорауға ҡала башлығы сығышының башында уҡ билдәләп киткән осрашыуҙарҙы атаны, шулай уҡ инцидент порталына даими мониторинг эшләнеүен билдәләне. Һуңғы ваҡытта хакимиәттә кадрҙар алмашыныуы йыш күҙәтелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде, был мәсьәләгә аңлатма биреп, Ратмир Мәүлиев: "Кадрҙар мәсьәләһендә иң мөһиме булып профессионаллек һәм ышаныс тора", - тип билдәләп, командаһына шундай хеҙмәткәрҙәрҙе йыйыуын, бер ыңғай 80 вакансия барлығын да белдерҙе.
Өфөгә ингән урында, Салауат проспекты башланған ерҙә баш ҡаланың йөҙөк ҡашы булырҙай мәсеттең һаман төҙөлөп бөтмәүенә әсенеп, уның юбилейға тиклем тамамланыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһыныусыларға мэр бындай "һаҡаллы" объекттарҙың берәү генә булмауын һәм үҙе лә улар-ҙың тиҙерәк сафҡа индерелеүен теләүен белдерҙе.
Матбуғат конференцияһында Ратмир Рәфил улының ғаиләһенә һәм шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Мәҫәлән, Копенгагенда уҡыған осороноң фәһемле мәле тип ул бер осрашыуҙа ҡала мэры булып эшләп киткән биш кешенең бер өҫтәл артында ултырыуы һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге ваҡытында тормошҡа ашыра башлаған стратегияһы менән таныштырыуы, үҙ артынан килгән мэрға тапшырыуы тураһындағы сығышын билдәләне. "Мин дә үҙемдән алда мэр булып эшләгән Павел Качкаев, Ирек Ялалов, Сергей Грековтар менән осрашып, уларҙың стратегияһын өйрәнәм, уларҙы дауам итергә кәрәк", - тип белдерҙе һәм бөгөн Рәсәй кимәлендә юғары вазифа биләгән ошо шәхестәр аша ҡалаға инвестициялар йәлеп итеү зарурлығын билдәләне.
"Ниндәй ҡалала йәшәргә теләр инегеҙ һәм ул ҡала ниндәй булырға тейеш?" - тигән һорауға Ратмир Мәүлиев һис икеләнеүһеҙ Өфөнө атаны һәм уның төрлө категория граждандар өсөн уңайлы ҡала булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ике сәғәт дауам иткән матбуғат конференцияһында ниндәй генә һорауҙар яңғырауға ҡарамаҫтан, ҡала мэры уларға тулы яуап бирергә тырышты, бер һүҙ менән әйткәндә, уратып-суратып ваҡыт уҙғарманы. "Әгәр ниндәйҙер һорау буйынса, мәҫәлән, аныҡ объекттың тапшырылыу ваҡыты, ишетергә теләп тә ишетмәгәнһегеҙ икән, аптырамағыҙ - ялған һәм буш вәғәҙәләр бирегә яратмайым", - тип белдерҙе Ратмир Рәфил улы осрашыу һуңында. Шулай уҡ ул киң мәғлүмәт саралары журналистары менән айырым осрашып әңгәмәләшергә лә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.06.22 | Ҡаралған: 255

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru