«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАМЫРЫМ - БАШҠОРТ!
+  - 

31 майҙан 7 июнгә тиклем Өфөлә "Тамырым - башҡорт" Төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумы булып үтте. Уҡыусыларға этномәҙәни, гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә йүнәлтелгән был сара Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан килгән 60 үҫмерҙе берләштерҙе.

Башҡортостанда үткән был форумға путевкалар менән "Ғарипов уҡыуҙары" республика конкурсында, "Белем" төбәк-ара мәғариф фестивалендә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта һәм башҡа ижади ярыштар һәм олимпиадаларҙа еңеүсе балалар бүләкләнгәйне. Мәҙәни-мәғариф һәм донъяны танып-белеү программаһы сиктәрендә үҫмерҙәр республика музейҙары буйлап экскурсияла йөрөнө, Өфө театрҙарында спектаклдәр ҡараны. "Тамырым - башҡорт" форумы сиктәрендә шулай уҡ һөнәр һайлау йүнәлеше буйынса эш, Бөрйән районына "Шүлгәнташ" мәмерйәһен ҡарарға барыу, танылған башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары менән интерактив, "Тамыр" балалар телеканалы тапшырыуҙарын төшөрөүҙә ҡатнашыу кеүек саралар ойошторолдо. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә иһә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан килгән балалар баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән "Арт-Ҡоролтай. Балалар" Икенсе мәҙәни форумда ла ҡатнашып өлгөрҙө. Балалар 8 көн буйына Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында йәшәне.
Форумдың ябылыу көнөндә унда ҡатнашыусылар республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Ул балаларҙың кемеһе уҡыуын Башҡортостанда дауам итергә теләүе менән ҡыҙыҡһынды. Форум ҡатнашыусыларының күбеһе ҡулдарын күтәрҙе һәм Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡырға теләүҙәрен белдерҙе, малайҙар араһында Республика инженер лицей-интернатына килергә теләүселәр ҙә байтаҡ булып сыҡты. Азат Бадранов "Тамырым - башҡорт" форумында ҡатнашҡан бындай тырыш һәм маҡсатлы балаларҙың теләктәре тормошҡа ашасаҡ, тигән өмөт белдерҙе.
- Һеҙҙең төбәктәрҙә, башҡорттар тығыҙ тупланып йәшәгән урындарҙа, беҙ тарихи-мәҙәни мираҫ үҙәктәре астыҡ һәм был институттың артабан үҫеш алыуына ышанабыҙ. "Тамырым - башҡорт" кеүек форумдарҙа беҙ 60 ҡына түгел, ә 500, хатта 1000 баланы ла ҡабул итә аласаҡбыҙ. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә тыуһағыҙ ҙа, Башҡортостан - ул һеҙҙең дә ватанығыҙ икәнде белергә тейешһегеҙ. Бында йәшәгән халыҡ менән үҙегеҙҙең рухи яҡынлығығыҙҙы, беҙҙе күп нәмәләрҙең бергә бәйләп тороуын, беҙҙең бөтәбеҙ ҙә тиң булыуыбыҙҙы, бында һеҙгә һәр саҡ шат булыуыбыҙҙы тойорға тейешһегеҙ, - тине беренсе вице-премьер.
Балалар Азат Шамил улына Башҡортостанға был сәфәрҙәрендә нимәләрҙең оҡшауы хаҡында һөйләне, үҙҙәренең хыялдары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһе Белореченский ҡасабаһынан 13 йәшлек Ян Тимерғәзиевтың Өфөгә тәү тапҡыр килеүе икән. "Минең әсәйем Силәбе өлкәһе Табын ырыуы башҡорто. Башҡортостанға бик килгем килә ине, был форум бит юҡҡа ғына "Тамырым - башҡорт" тип аталмай. Беҙ, балалар, бөтәбеҙ ҙә ныҡ дуҫлаштыҡ. Уларҙың күбеһе башҡорт телендә иркен һөйләшә икәнде күрҙем. Форум ярҙамында мин дә башҡорт телен өйрәнә башланым һәм иллегә тиклем һанарға ла өйрәндем. Өйгә ҡайтҡас, бөтәһенә лә Башҡортостан мәҙәниәте хаҡында һөйләйәсәкмен, ете быуын нәҫел шәжәрәмде төҙөйәсәкмен", - тип һөйләне Ян Тимерғәзиев.
14 йәшлек Азалия Талипова Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылынан килгән, йырсы булырға һәм башҡорт эстрадаһында эшләргә хыяллана. Яратҡан башҡарыусыһы - Артур Туҡтағолов. Был артистың Арғаяштағы гастролдәре ваҡытында Азалия уның менән бергәләп йырлағаны ла бар икән. "Миңә бында бик оҡшаны. Рәми Ғарипов исемендге ошо Башҡорт гимназияһына уҡырға инергә теләйем. Бөгөн математика менән рус теленән имтихан тапшырҙым да инде. "Тамырым - башҡорт" форумы булмаһа, мин гимназия-интернат хаҡында белмәгән дә булыр инем", - ти Азалия Талипова.
Осрашыу һуңында Азат Бадранов балаларға легендар башҡорт осоусыһы Муса Гәрәев хаҡында китап бүләк итте һәм бергәләп фото төшкәндән һуң уларға туған республика менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен, туғандары һәм дуҫтары менән Башҡортостанға йышыраҡ килеүҙәрен теләне.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 532

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru