«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД ИТӘ, ЭШЛӘЙ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ЛА РУХЛАНДЫРА
+  - 


Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты, күренекле шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе, Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991-1995), Башҡортостан Республикаһының 1-3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты (1995-2008) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың тормошо, эшмәкәрлеге - бөтәбеҙҙең дә күҙ алдында. Заман һулышын тойоп, алға ҡарап йәшәй ижад әһеле, уның балаларға арналған хеҙмәте шулай уҡ һоҡланыу уятмай ҡалмай. Әҙибә ойошторған конкурстарҙа йәш быуын ихлас ҡатнаша, бындай сараларҙың балаларыбыҙ талантын асыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Ғүмерен башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә арнаған әҙибә виртуаль энциклопедия, мәғлүмәт базаһы булып торған башҡорт Википедияһын тулыландырыуға ла ҙур өлөш индерә. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Беҙ уның тураһында: "Ижад итә, эшләй һәм башҡаларҙы ла рухландыра", - тип кенә әйтә алабыҙ. Хөрмәтле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡоваға артабан да ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, һеҙ ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәгән шәхестәребеҙҙең береһе. Был темпты түбән төшөргәнегеҙ ҙә, һүрелткәнегеҙ ҙә юҡ. Шулай ҙа ниндәйҙер бер осорҙо, йәки йылдарҙы: "Ҡатмарлы һәм бер үк ваҡытта һөҙөмтәле эштәр эшләнгән ваҡыт булды", - тип әйтә алаһығыҙмы?

- Бәләкәйҙән әҙәбиәт яраттым, башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғыр тип уйлаған таҡмаҡтар яҙҙым, артабан ярайһы етди рәүештә ижад итә башланым. Ижтимағи тормошта Белорет педучилищеһында уҡыған йылдарҙа ла күпмелер ҡатнаша инем. Тәүге тапҡыр матбуғатта баҫылып сыҡҡан шиғырым "Исемеңде онотма" тип аталғайны, уны мин бөтә ил менән тетрәнеп ҡаралған "Помни имя свое" тигән фильмды күргәндән һуң, концлагерҙа әсәһенән айырылып ҡалған бала йәшендәге улымды ҡосаҡлап илай-илай яҙғайным. Ана шул шиғырымдан башланғандыр ул минең сәйәсәткә, ижтимағи тормошҡа инеп китеүем.
Унан "перестройка" тип аталған илде үҙгәртеп ҡороу башланды, ил Конституцияһынан бер партиялылыҡ тураһындағы пункт алып ташланды. Райком менән ҡала комитеты ҡушылғанда ҡала менән район гәзиттәренең дә ҡушыласағы, башҡортса дубляж булараҡ ҡына сығасағы билдәле булды. Әйтергә кәрәк, тап шул осорҙа халҡыбыҙҙа милли үҙаң уянып китте, республикабыҙҙың статусын киңәйтеүгә йүнәлтелгән хәрәкәт барлыҡҡа килде. Беҙ, "Урал" гәзитендә эшләүселәр, уны башҡортса ғына сыҡҡан үҙаллы гәзит итеп ҡалдырыуҙы юллай башланыҡ. Маҡсатыбыҙға ирештек һәм республика статусын киңәйтеү өсөн хәрәкәткә районыбыҙ халҡын да йәлеп итеүгә өлөш индерҙек. Тап шул мәлдә редакциябыҙға Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ла килеп, байтаҡ кәрәкле яҙмалар ҡалдырып киткәйне.
Гәзиттәге үткер мәҡәләләрем республика баҫмаларында ла йыш ҡына сыҡты, бына шул рәүешле сәйәсәткә лә инеп киттем. Шәхсән рәүештә "иң ҡатмарлы һәм бер үк ваҡытта һөҙөмтәле эштәр эшләгән ваҡытым", ихтимал, шул булғандыр. Артабан туған телебеҙгә дәүләт статусы яулау өсөн оҙайлы һәм ҡатмарлы осор башланды. Милли хәрәкәткә бик күп ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығырға тура килде, һәм ул эштәрҙә мин әүҙем ҡатнаштым, матбуғатта ла яҙышып торҙом. Билдәле сәбәптәр арҡаһында күрше республиканан байтаҡҡа артта ҡалып булһа ла, был юлы ла маҡсатҡа өлгәштек.

Һәр заман ил халҡынан рухи ныҡлыҡҡа имтихан ала. Махсус операцияға ҡаршы яуап итеп, Евросоюздың санкциялар иғлан итеүе шулай уҡ рухи берҙәмлеккә бер һынау булып тора. Был осраҡта, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, Рәсәй халҡынан нимә талап ителә, кеше һәм граждан булараҡ, бөгөн ниндәй сифаттар алға сығырға тейеш?

- Башҡорттар - вәғәҙәһенә тоғро халыҡ. Рәсәйгә ҡушылғандағы килешеүгә ярашлы, быуаттар дауамында илгә хеҙмәт иткән, һаҡлаған, яҡлаған.
Әйтемебеҙ ҙә ниндәй бит әле: яңғыҙ ҡайғы килһә килһен, илгә ҡайғы килмәһен. Үҙ ҡайғыһын түгел, ил ҡайғыһын күңеленә яҡын ҡабул иткән, көнүҙәк итеп күргән, унан сығыу өсөн бөтә көсөн һалған халҡыбыҙ. Илем өсөн тип баш һалған башҡорт һөйәктәре ҡайҙа ғына ятып ҡалмаған! "Любизар", "Һыр", "Порт-Артур" кеүек йырҙар шуға ла нисәмә быуаттар буйы халыҡ хәтерендә һаҡланып килгән.
Ил күргәнде күрәбеҙ. Ошо ҡатмарлы мәлдә аҫыл ир-егеттәребеҙҙе юғалтабыҙ, уларҙың ата-әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ теләйем. Шундай ваҡытта йәмғиәтебеҙ ҙә уларға терәк булырға тейеш, бигерәк тә рухи ярҙамға мохтаж улар. Ә егеттәребеҙ ниндәй: ҡаһарманлыҡтары өҫтөнә тапҡыр ҙа, зирәк тә, телебеҙгә лә тоғро бит улар. Бына әле генә "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәлә аша Учалы районынан Денис Камалетдиновтың радио элемтәһе аша татар хеҙмәттәше менән туған телдә һөйләшеп, хәрби операцияны уңышлы үтәүе, иптәштәрен ҡотҡарыуы тураһында уҡып һоҡландыҡ. Ысын заман геройы бит инде был милләттәш егет!
Беләһеңме, Фәрзәнә һылыу, мин халҡыбыҙҙың бөгөнгө шарттарҙа ауылдан айырылып бөтмәүенә һөйөнәм. Донъя буйлап аслыҡ, аслыҡ янай, тип көнө-төнө туҡыйҙар, ә минеңсә, беҙҙең эшсән, ергә тоғро халҡыбыҙ быға юл ҡуймаҫ. Хәҙер заман ҡорамалдарын ҡулланып, ҡура тултырып мал тотҡандар ҙа бар, үҙе өсөн генә йәшелсә-емеш, бәрәңге сәсеп, тауыҡ булһа ла аҫрап, көн итергә тырышҡаны ла маҡтауға лайыҡ, үҙе лә асыҡмаҫ, ҡаланы ла ас итмәҫ.
Иң мөһиме, динебеҙ өйрәткәнсә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, вәсвәсә һалып, йыйын юҡ-бар хәбәр таратмаҫҡа, ҡулдан килгәнсә файҙалы ғәмәл ҡылырға кәрәк.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, бер йылды "Киске Өфө" сәсәндәр бәйгеһе үт-кәргәйне. Бигерәк тә шундағы һеҙҙең әйтеште һоҡланып уҡып барғайныҡ. Шул саҡта һеҙҙә сәсәнлек һәләте лә барлығын белдек. Хоҙайҙан бирелгән был талантығыҙ ижадығыҙҙа нисек сағылыш ала, ғөмүмән, сәсәнлек традицияһына һеҙҙең ҡараш нисек?

- Үҙемде әллә ни сәсән тип һанамайым былай. Мәгәр һәләтем бер аҙ булған шикелле. 2015 йылда үткәрелгәйне ул бәйге. Мин осраҡлы ғына ҡушылып киткәйнем, ҡушамат алып ҡына алыштыҡ. Көнәркәшем Айытҡужа исеме менән бәйгегә сыҡты, мин атам төбәгендәге бала сағымда һыулап, ярҙарында еләген йыйып үҫкән Өшөрә йылғаһы исеменә йәшендем. Кемгә яуап биргәнемде хатта үҙем дә белмәнем. Аҙаҡтан, бүләкләү тантанаһына Салауат районы һабантуйына барғас ҡына, Әкрәм Ҡәйепҡолов атлы сәсән менән әйтешкәнде белдем. Уға рәхмәт - тос-тос, үткер генә фекерҙәр ҡороғо ташлап, мине лә баш бирмәй алышырға мәжбүр итте.
Уйламағанда, гәзиттәге әйтеш Айҙар Байыҡ сәсән бәйгеһенә лә ҡушылып китеп, гран-при менән бүләкләнеп ҡуйҙым. Бүләкте миңә профессор Әхмәт ағай Сөләймәнов тапшырыуы үҙе бер иҫтәлек булып ҡалды.
Әйткәндәй, бәләкәй саҡта өләсәйем берәй нәмә өсөн киҫәтһә, минең уға ҡайтарып, үҙемдекен ҡуймай, таҡмаҡ менән яуап бирә торған ғәҙәтем бар ине. Өләсәйем, аптырағас, "Һай сәсән!" тип туҡтап ҡалғаны иҫкә төштө.
Таҡмаҡтарҙы бик ябай ғына, хатта примитив жанр тип баһалаусылар ҙа бар. Ә минеңсә, тап улар - сәсәнлек мәктәбе, күпме тапҡыр, шаян, образлы, шул уҡ ваҡытта уйнап ҡына әйтелһә лә, уйлап әйтелгән яуаптар бар уларҙа. Беҙҙең быуын ауыл йәштәре шул мәктәпте үтеп тәрбиәләнде. Аҙаҡтан уны музыка ҡоралдары, магнитофон иһә таҡмаҡҡа бейеүҙәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарҙы, бер иҫ киткес рухи хазинабыҙҙы юғалтҡан кеүек күрәм мин. Телде лә, зиһенде лә үткерләй ине бит ул таҡмаҡтар! Мин ярайһы йыш хикмәт жанрында ижад итәм. Был жанр ҡобайырҙарыбыҙ менән дә ауаздаш. Поэмаларымды ла ҡобайыр рәүешлерәк яҙылған тип әйтеүселәр бар. Йәнә лә, мин Аҡмулла шиғриәтенә ғашиҡ, әйтештә яуаптарымды ла уның шиғри үлсәме менән биргәнмен.
Ҡыҙғаныс, башҡаса әйтеш бәйгеләрендә ҡатнашырға тура килмәне. Ә бит әле лә сәсән рухлы шәхестәребеҙ бар бит ул.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.22 | Ҡаралған: 270

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru