«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ КИТАП ҺЫМАҠ...
+  - 

Гәзитебеҙ дуҫтары - Баймаҡтар.

Яҙғы көндәрҙә мин иң тәүҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа үҙ төҫөн юғалта төшкән почта йәшниген рәтләп ҡуям. Кәрәк тип тапһам, буяйым, йоҙағын майлайым, эсен-тышын йыуам. "Почта йәшнигенә бер көнөңдө әрәм итәһең", тип һуҡрана ҡатын, ләкин был минең оҙаҡ йылдар ғәҙәткә ингән йола. Ни күңел менән гәзит-журналдарҙы иҫке һәм бысраҡ почта йәшнигенә һалдырайым инде! Бигерәк көтөп алам баҫма матбуғат килгәнен, үҙе бер күңел йыуанысы ла инде ул ҡыштырлатып гәзит уҡыуы, журнал биттәрен байҡауы.

Айырыуса шәмбе минең өсөн матур көн, сөнки нәҡ шәмбе өйөбөҙгә "Киске Өфө" гәзите килә. Күптән уҡыйым был баҫманы, редакцияның матур темалары ла бөтмәй, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле баҫма әҙерләп сығаралар, тип гел маҡтайым үҙҙәрен.
Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе уҡыйым да, үҙем дә әллә ниндәй ҙур материалдар яҙмаҡ булып дәртләнеп китәм. Ләкин "Дәрт бар ҙа, дарман юҡ", тигәндәй, бер-ике юлдан артығын яҙа алмайым шул. Әлеге яҙмам үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр гәзиткә ебәргән мәҡәләм. Олуғ баҫманың матур юбилейы алдынан үҙ фекерҙәремде еткермәйенсә булдыра алманым.
Гәзиттә милләттәштәребеҙ тураһында матур мәҡәләләр баҫыла, шуларҙы яратып уҡыйым. Булған, бар һәм буласаҡ әле башҡортомдоң арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары, ниндәй генә өлкәлә эшләһәләр ҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәре!
"Дауа аяҡ аҫтында", тигәндәй, төрлө үләндәр тураһындағы ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр бик тә урынлы. Шулай уҡ баҡса эштәре хаҡындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыным әле. Ҡыҙыҡ икән, уйлап ҡараһаң, шул бер баҡса бит инде, сәс, тәрбиәлә һәм йыйып ал. Ләкин һәр кемдең үҙ алымдары, тәрбиәләү ысулдары һәм башҡа төрлө айырмалыҡтары бар икән дә баһа! Һәр кеменең кәңәше төплө һәм файҙалы баҡсасыларға.
Гәзит үҙе бер тарихи китап һымаҡ, сөнки унда баҫылған һәр мәҡәлә Өфөбөҙ һәм тотош республикабыҙ хаҡында мәғлүмәт һаҡлай. Гәзит геройҙары булған һәр кем тураһында киләсәктә китап баҫтырып сығарыуҙары икеле, ә гәзит биттәрендә улар тураһында киләһе быуындар өсөн әллә күпме мәғлүмәт һаҡланасаҡ.
Баш ҡала хакимиәте ултырыштарында күтәрелгән мәсьәләләрҙе бик аңлайышлы һәм оҙонға һуҙмай ғына еткерә "Киске Өфө" хеҙмәткәрҙәре. Гәзит уҡыусыларының мейеһен артыҡ мәғлүмәт менән "сүпләмәйенсә" генә, һәр кемгә ҡыҙыҡлы булғанын ғына яҙыу үҙе ҙур оҫталыҡ талап итә.
Мәҡәлә атамаларына ла туҡтап үтәйем. Улар йыйнаҡ, әммә ҡоро түгел, үҙ эсенә бөтә мәҡәлә тураһында мәғлүмәт һыйҙыра, шул уҡ ваҡытта оҙон итеп һуҙылмай. Был да миңә бик оҡшай. Ғөмүмән, гәзит күңелемә бик яҡын. Тағы ла оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып, мәғлүмәтле һәм бай йөкмәткеле баҫма булып ҡалығыҙ.
Ҡайһы бер теләктәремде лә яҙып үтәйем әле. Хәҙер туризмға күп иғтибар бүленә, республикабыҙ тәбиғәте лә иҫ китмәле. Ошо хаҡта ниндәйҙер айырым рубрика асып булалыр, бәлки? Теләге булғандар үҙҙәре барған һәм күргән урындар тураһында яҙһа, уҡымлы мәҡәләләр сығыр ине тип уйлайым.

Сәләх ӘХМӘҘИЕВ.
Әбйәлил районы Асҡар ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 269

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru