«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИНДӘЙ ҺӨНӘР ҺАЙЛАРҒА? БАШ ҠАТЫРА БӨГӨН ОШО ҺОРАУ
+  - 


Ниһайәт, тағы бер уҡыу йылы тамамланып, йәш егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ өсөн тулҡынландырғыс көндәр килеп етте. Беренсе мәсьәлә булып дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу торһа, икенсеһе - ниндәйҙер һөнәргә эйә булыу ниәте менән берәй уҡыу йортона инеү. Ҙур тормош юлына сығырға торған улдары, ҡыҙҙары менән бер рәттән, ата-әсәләр ҙә аҙ борсолмайҙыр. Күпселек хәҙер үҙ балаһының тик юғары белем алыуын теләй бит…

Ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп киткән булыуға ҡарамаҫтан, үҙемдең мәктәпте тамамлаған мәлемде бөгөнгөләй иҫләйем. Көн шундай матур, аяҙ. Малайҙар барыһы ла аҡ күлдәктә, алъяпҡыс кейгән ҡыҙҙар сәстәрен уртаға ярып, аҡ таҫма үргән. Бөтә класс менән мәктәп урамында теҙелешеп баҫып йырлаған йырыбыҙ әле булһа ҡолағымда сыңлап торғандай: "Ояһынан осҡан бөркөттәр беҙ, ҡанатыбыҙ нығый һауала. Беҙ осабыҙ сикһеҙ киңлектәргә, уҡытыусым тәүге юл һала…" Был йырҙың һүҙҙәре, көйө лә берҙәй һағышлы. Әле генә танау аҫтына мыйыҡ төртөп сығып килгән егеттәрҙең, сәскәләй һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһының да шат йөҙө күҙ алдымда. Ҡайһы бер ҡыҙҙар, хистәре ташып, илаулаштырып та ала. Һәммәбеҙҙең үҙебеҙгә күрә ҙур-ҙур хыялдарыбыҙ бар. Берәүҙәр юғары уҡыу йортона, икенселәр ниндәйҙер бер училищеға барып, үҙен артабан уҡыуын дауам итергә көйләгән. Өсөнсөләр туранан-тура берәй халыҡ хужалығы тармағына эшсе булып урынлашыуҙы хуп күрә… Ғөмүмән, бер кем дә бушты бушҡа ауҙарып ғүмер итергә уйламай. Ҡайһы бер синыфташым минән: "Ҡайҙа уҡырға бараһың?" - тип һораша. "Нефть институтына" - тием ышаныслы итеп, шунда уҡырға инеремә лә шикләнмәйем. "Һин отличник булғас, кәнишне, институтҡа ынтылаһың инде…"
Мәктәптә мин, ысынлап та, яҡшы уҡыным, дәүләт имтихандарын да бишлегә бирҙем. Өфөгә килеп, әлеге нефть институтына имтихан да тапшырҙым. Әммә конкурс ярайһы ғына юғары булыу сәбәпле, тейешенсә балл йыя алманым. Синыфыбыҙҙа иң алдынғы уҡыусылырҙың береһе булып һаналыуыма ла ҡарамаҫтан, институтҡа инеп булманы. Ныҡ ҡына ҡайғырғандыр, тип уйлаһағыҙ, дөрөҫөн генә әйтәм: бөтөнләй бошонманым. Хатта, киреһенсә, бер ай тирәһе баш ҡалала йөрөп, туғандарымды һағынып өлгөргәнгәмелер, шатланып өйгә ҡайтып индем. "Эш башлайым", тинем артабан ни менән шөғөлләнергә йыйыныуымды һорашҡан атайым менән әсәйемә…
Хәҙер нисектер, белмәйем, әммә беҙҙең дәүерҙә балаларҙың аңына: "Уҡыған - уҙыр, уҡымаған - туҙыр" тигән мәҡәлде һеңдерергә тырыштылар. "Уҡымаһаң, ана, Фәлән кеше һымаҡ, көтөүсе булып, бысраҡҡа батып, мал һарайы таҙартып йөрөрһөң…" тип ҡурҡыталар ине. Совхозда трактор курсында уҡый һалып, артабан шул һөнәр буйынса эшләй башлауыма ла ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йортона инеү теләге ташлап китмәне, шулай ҙа. Үҙ алдыма химия, физикаларҙы ҡабатлап, ҡыш буйы әҙерләндем һәм киләһе йәйгә мединститутҡа инеп тә киттем… Аллаға шөкөр, яҡшы итеп уҡып бөтөрөп, юғары белем хаҡында диплом да ҡулыма алдым, төп һөнәрем буйынса эшләй ҙә башланым. Башта бер аҙ ҡырғараҡ китеп йәшәргә тура килде. Синыфташтарымдың артабанғы тормошо менән ҡыҙыҡһынам, үҙем сит тарафтарҙа йөрөгәнгәмелер, уларҙы ныҡ ҡына һағынып бер булам. Һабаҡташтарымдың һәр ҡайһыһы үҙ урынын табыуы хаҡында унан-бынан ишеткеләйем, һәр береһе өсөн ҡыуанам. Оҙаҡламай барыбыҙ ҙа үҙаллы ғаилә ҡороп, бала-сағалы ла була башланыҡ...
Йәшәгән һайын шуға инана бараһың: ғәйәт ҡатмарлы икән был тормош. Бөтөнләйгә беҙ теләгәнсә бармай. Бынамын тигән, типһә тимер өҙөрҙәй егеттәребеҙҙең береһе, унан икенсеһе, артабан өсөнсөһө һәм башҡаларының был донъяны бер-бер артлы ташлап китеүен ишетеп, ныҡ ҡайғыра инем. Ниндәйҙер сирҙән үлгән бер-икәүһен генә һанамағанда, күпселеге йәшел йылан менән дуҫлашыу арҡаһында һәләк булды. Хатта ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла бындай ҡайғылы осраҡтар бар. Ҡыҙғаныс, әммә бөгөнгө көндә егеттәребеҙҙең яртыһынан ашыуы арабыҙҙа юҡ. Балаларының үҫкәнен дә күрә алмай, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә ирешмәгән көйө, йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашты улар. Шуны ла әйтер инем: артабанғы тормош, донъя бәхете лә юғары белемдән генә тормай икән шул. Тормош һынауҙарын тота алмай, ҡанаттары нығынып өлгөрмәгән көйө донъя арбаһынан төшөп ҡалған ир-егеттәребеҙ араһында хатта институт тамамлап, яҡшы вазифаларға өлгәшкәндәре лә бар ине…
Ә хәрәм эсемлек менән булышмаған синыфташтарым, Аллаға шөкөр, барыһы ла тиерлек иҫән-һауҙар. Һәр береһен барлап ҡарайым. Уҡыу кимәле ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, һәммәһе лә бынамын тигән йорт һалып, бала-сағалар үҫтереп, уҡытып, хәләл ефеттәре менән һин дә мин гөрләтеп донъя көтә. Балаларының балдай татлыларын - ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бәхетле ҡартлыҡ үткәрә, күптәре ауыл ерендә төпләнеп, уны ташларға ла уйламай. "Нығына таянған" тиҙәр беҙҙең яҡта шундайҙар хаҡында. Трактор, бесән сапҡысы, тырматҡысы, йөк машиналары ла (еңел машина хаҡында хатта әйтеп тораһы ла юҡ), ҙур итеп яһалған гараждарында һәр төрлө столяр станоктары, иретеп йәбештерә торған аппараттары ла бар. Иркен ихатаһында ыҡсым итеп төҙөлөш материалдары, беҙҙә әйтмешләй, "ағас-таш" өйөлгән. Ниндәй генә ҡоролоҡ йылы булыуына ҡарамаҫтан, ялан кәртәләрендә теҙелешеп ултырған бесән һәм һалам эҫкерттәре уларҙың хәлле йәшәүен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора. Тиҫтәләгән йылҡы, эре һәм ваҡ мал үрсетеп, урта байҙар рәтендә көн күргән бындай балалыҡ дуҫтарым, таныштарым күп кенә. Өйҙәренә инһәң - түрбаш тирәһен йәмләп, алсаҡ йөҙлө хужабикәһе (дуҫыңдың хәләл ефете) ниҙер бешеренеп йөрөгәнен күрәһең… Көҙ һайын шундай яҡшы кешеләрҙең береһенән һуғымға һимеҙ тана (йә тай) һатып алып тотонам. Тормошона зарланмай, һәр кемеһе үҙ урынын тапҡан бындай эшсән кешеләр менән һөйләшеп ултырыуы ла үҙе бер бәхет. Ҡасандыр йәш саҡта шаян, вайымһыҙ һымаҡ күренгән был кешеләрҙең бөгөнгө көндә ифрат та аҡыллы фекер йөрөтөүсе, хатта һиңә һәр төрлө файҙалы кәңәштәр биреүсе булып киткәнен күреп һөйөнәһең. Бөгөнгө күҙлектән сығып: "Һарай тулы мал аҫрап, эрзинкә итек кейеп, хәләл көсөм менән тапҡан хайуандарымдың батҡағына бата-бата йөрөргә лә ҡуш ҡуллап риза булыр инем!" - тип һис икеләнмәйенсә генә әйтә алам.
Йәштәребеҙгә: "Юғары белем алыу, әлбиттә, бик яҡшы, быға тырышлыҡ һалыу ҙа кәрәк, әммә институтҡа инмәгәнгә һис кенә лә ҡайғырмағыҙ", - тиер инем. Тик Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән аҡылығыҙҙы ғына юймағыҙ. Ҡасандыр әллә күпме мәртәбә ынтылып та, институтҡа инә алмаған бер апайҙы беләм. Баш ҡалаға барып ҡайтҡан һайын "бәхетем юҡ" тип илай торғайны ул. Артабан тормошҡа сығып, ауылда оҙаҡ йылдар ябай эштә эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған был гүзәл зат үҙен сикһеҙ бәхетле тоя. Эшһөйәр хәләл ефете менән иңгә-иң терәшеп, етеш донъя көтә улар. Үҙе юғары белемгә эйә була алмаһа ла, балаларын уҡытҡан. Улары ҙур урында эшләй.
Тормош башында һәр йәш кешенең буласаҡ һөнәре хаҡында уйланыуы - тәбиғи. "Ниндәй һөнәр иң яҡшыһы?" тигән һорау биргән хәлдә, моғайын, күптәр "уҡытыусы" тип яуап бирер ине. Шул уҡ ваҡытта икенселәрҙең "табип" тип әйтеүҙәрендә лә шигем юҡ. Өсөнсөләр - "игенсе", дүртенселәр -"төҙөүсе", бишенселәр - "инженер", алтынсылар "ил һаҡсылары" тиер. Быларҙың барыһы ла хаҡлы булыр! Ысынлап та, бер кем дә "быныһы - яҡшы, ә тегенеһе - насар" тип әйтмәйәсәк. Кемдер балалар уҡытһа, икенсеһе дауалаһа, өсөнсөһө уларҙы ашата, кейендерә, ҡай берәүҙәр торлаҡ, машиналар төҙөй, бәғзеләр уларҙың именлеген һаҡлай… Хатта ябай ер ҡаҙыусы йә урам һепереүсе, сантехник йә иҙән йыуыусы булһынмы - барыһы ла берҙәй ихтирамға лайыҡ, тип һанайым.
Бәлки, кемдәргәлер сәйер һымаҡ та тойолор, әммә әле килтергән исемләккә инмәгән тағы ике категория кешеләре хаҡында айырып әйтергә ниәтем. Беренсеһе - мәктәптән һуң артабан бер ҡайҙа ла уҡыуын дауам итмәгән, халыҡ хужалығында ла эшләмәгән, әммә ғаилә ҡороп, күп бала табып, фәҡәт ғәзиздәрен тәрбиәләү менән генә мәшғүл булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Бындай гүзәлдәребеҙҙе - ғәзиз әсәләребеҙҙе хатта "күтәреп кенә" алып йөрөргә тейешбеҙ. Икенселәре халҡыбыҙҙа борон-борондан хөрмәтле һаналған кәрәкле кешеләр - махсус дин белемле имам-хәҙрәттәребеҙ. Бар йыһанды яратҡан Аллаһ Тәғәлә, Бәйғәмбәребеҙ хаҡында ябай халыҡҡа ғилем өйрәтеүсе, иман, әхирәт төшөнсәлерен аңлатыусы бындай кешеләрҙе боронғо ҡартатайҙарыбыҙ ғалимдар ("ғалим" ғәр. - белгес) тип тә атап йөрөткән бит…
Тормоштағы бихисап һөнәрҙең ниндәйенә генә эйә булыуыңа ҡарамаҫтан, һәр саҡ кешеләргә үҙеңдең кәрәклелегеңде тойоу - оло бәхет ул, тип кенә әйтмәксе инем был яҙмаларымда.

Ҡыуандыҡ ТӨХВӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 333

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru