«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТЕН ОРЛОҒО
+  - 

Етенде (лен) сәсеп үҫтерәләр, ул бер йыллыҡ үлән. Дауаланғанда орлоғо ҡулланыла, уны махсус магазиндарҙан да һатып алырға мөмкин. Составында гликозидтар, ферменттар, микроэлементтар, А витамины, май һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

Халыҡ дауаһында етен орлоғон ҡайнаталар һәм төнәтмәһен эсәләр, ә бешерелгән орлоҡтарын ашҡаҙан сейле яраһы, гастрит, ашҡаҙандың дауамлы катараль шешеүе, ҡурылдай (ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн), йүтәл, тын алыуы ауырлашҡанда, бөйөр ауырыуҙары булғанда ашайҙар. Һөҙөп алынған төнәтмәгә һөт ҡушып, үпкә туберкулезынан эсергә, орлоҡтарын аҡ ҡанлылыҡ (лейкоз), эс китеү осрағында ашарға була. Орлоҡ төнәтмәһе менән ауыҙ эсе боҙолғанда сайҡатырға кәрәк.
Үрҙә һанап кителгән ауырыуҙарҙан дауаланыу ысулдары ла бихисап. Шулар араһында етен орлоғон ғына түгел, майын да дауа итеп ҡулланырға кәңәш иткәндәре бар. Етен майында холестерин бик аҙ, ә туйындырылмаған майҙар кислоталары күп. Шуға уны ризыҡҡа ҡушып ҡулланыу ҡандағы фосфолипидтар тупланышын арттыра. Етен орлоғо төнәтмәһен яман шеш ауырыуынан дауаланғандан һуң эсеү файҙалы.
Нефрит. 1 балғалаҡ орлоҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, тағы ла 2-3 минут ҡайнатып алырға һәм 1 сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне ике көн дауамында һәр 2 сәғәт һайын 1-2 стакан эсергә. Бөйөрҙәрҙе яҡшы таҙарта.
Бәүел ташы ауырыуы. 1 балғалаҡ орлоҡҡа 1 стакан һыу ҡойорға, бер нисә минут ҡайнатырға һәм һыуытырға ҡуйырға. Ике көн дауамында һәр 2 сәғәт һайын яртышар стакан эсергә. Төнәтмәгә ҡайнатылған һыу ҡушып эсергә ярай.
Эс ҡатыу. 2 балғалаҡ орлоҡҡа 1 стакан һыу ҡойорға һәм талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Шешәгә ҡойоп алырға һәм 5 минут болғатырға, һөҙөргә. Ярты стакан эсергә.
Йәки 2 балғалаҡ орлоҡҡа 1 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп 3 сәғәт тоторға. Лайлаһын йоҡлар алдынан эсергә.
Аяҡтар шешенһә (отек). 4 ҡалаҡ орлоҡҡа 1 литр һыу ҡойорға, 10-15 минут ҡайнатырға. Шунан 1 сәғәт йылыла төнәтергә. Һөҙмәҫкә лә мөмкин. Тәмлерәк булһын өсөн лимон йәки емеш һуты өҫтәргә мөмкин. Көн дауамында 2 сәғәт һайын яртышар стакан эсергә, көнөнә 6-8 тапҡыр килеп сыға. Эҫе көйөнсә эсеү һөҙөмтәлерәк. Шифаһы 2-3 аҙнанан уҡ беленә.
Иҫкәрмә: етендең зыяны юҡ кеүек тойолһа ла, уны ла ҡулланырға ярамаған осраҡтар барлығын хәтерҙән сығармағыҙ. Етенде оҙайлы, бигерәк тә самаһын белмәй ҡулланып, ағыуланыуығыҙ ихтимал. Холециститҡа (үт ҡыуығының шешеүе) бәйле ауыртыныуҙар көсәйгән осорҙа етен менән дауаланырға ярамай. Шулай уҡ эсәк эшмәкәрлеге боҙолғанда (туҡтауһыҙ эс китеү булғанда), кератит (күҙҙең мөгөҙсә ҡатламының шешеүе) булғанда уны ҡулланыу тыйыла.

Автор
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.06.22 | Ҡаралған: 444

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru