«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШСЕ СИНЫФ ЙӘШӘҺЕН!
+  - 

Мәктәп тамамлаған балалар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә яуаплы осор: йәштәргә һөнәр һайлау киләсәктә уларҙың яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә булыр ваҡиға, шуға ла был мәсьәләне ҡырҡ ҡат уйлап, бер тапҡыр "киҫеү" хәйерлерәк. Юғиһә, ошоға тиклем илдә етештереү ҡеүәттәре һүрелеп, сәнәғәт һәм ҡулланыу тауарҙары, улар өсөн комплектлаусы изделиелар, запчастар ғына түгел, хатта аҙыҡ-түлек, картуф-йәшелсәгә тиклем сит илдән һатып алына башлаған йылдарҙа күп һөнәрҙәргә ихтыяж юғалып торҙо, уҡып сыҡҡан йәштәр, һөнәрҙәренә ярашлы эш булмау сәбәпле, "тамаҡ ялына", ғаиләһен аҫрау, фатир һатып алыу өсөн осраҡлы вакансиялар һайларға мәжбүр булды.

Меңәрләгән кешенең аҡсалыраҡ эш урыны хаҡына донъяһын, ғаиләһен ташлап, ҡырыҫ Себер тарафтарына барып һыйыныуы тәбиғи хәлгә әйләнде. Тормош закондары ил, дәүләт күләмендәге бындай хаталарҙы ғәфү итмәй, бер мәл барыбер яуап көнө алдына килтереп терәй. Бөгөн Рәсәй тап ана шундай хәлдә, "баш-аяғы менән" тип әйтерлек сит илдәргә бәйлелек этабында партнерҙарының яһил хыянаты һәм берҙәм бойкоты ҡамауында тороп ҡалды. Бөгөн беҙгә ҡайтанан ҡасандыр ябылып, етештереү саралары ташландыҡ хәлгә ҡалған предприятиелар һәм заводтарыбыҙҙы ҡайтанан тергеҙергә генә түгел, заманға ярашлы кимәлдә ҡорорға һәм эшләтергә кәрәк. Кисекмәҫтән!
Бының өсөн, әлбиттә, эшсе ҡулдар һәм айырыуса техник белемле кадрҙар, бигерәк тә йәш көстәр талап ителә, сөнки, был хаҡта юғары форумдарҙа күп тапҡырҙар билдәләнеүенсә, бөгөн йәштәр зирәклеге, техника, электроника кеүек алдынғы технологиялар айышына тиҙ төшөнә һалыу кеүек һәләттәре менән айырылып тора. Уларға тик шул һәләттәрен артабан үҫтереүҙә, ғәмәли хеҙмәт күнекмәләре биреүҙә ярҙам итергә кәрәк. Бына ни өсөн уҡыу йорттары алдына ғәйәт ҙур бурыстар йөкмәтелә һәм был айырыуса урта һөнәри белем биреүсе техник колледж һәм техникумдарға ҡағыла.
Белеүебеҙсә, был уҡыу йорттарына ла хәҙер уҡырға инеүе еңелдән түгел, ә бит вуздарҙағы сикле генә бюджет урындарға ла, һуңғы йылдар самаһыҙ ҡиммәтләнеп киткән түләүле урындарға ла эләгә алмаған йәштәр өмөтлө ҡараштарын тап бына ошо урта һөнәри уҡыу йорттарына төбәй.
Әйтеүҙәренсә, институтҡа ҡарағанда, бөгөн, ысынлап та, техникум һәм колледждарҙың популярлығы бермә-бер артты, йәштәр унда күберәк килә башланы. Тик бына шундай тенденцияны мәлендә "абайлап" ҡалыусы ҡайһы бер техникум етәкселәре бындай мөмкинлекте үҙҙәренсә файҙаланып ҡалыу яйын күрмәк булып, теге йәки был популяр уҡыу йүнәлештәренә түләүҙе арттыра башланы.
Һәр хәлдә, Рәсәй буйынса техникумдарҙа (бында колледждар инмәй) быйыл, мәҫәлән, 42 703 бюджет урыны булһа, 8 218 урын 30 меңдән алып, 75 меңгә тиклем түләүле. Мәскәү, Санкт-Петербургтағы ҡайһы бер колледждарҙа уҡыу хаҡы йылына 158-170 меңгә барып баҫа. Ә бына Һарытау технология һәм менеджмент, Нолинск ауыл хужалығын механизациялау, С.Рахманинов исемендәге Новгород сәнғәт колледждарында ни бары йылына 3,5-10 мең генә түләргә кәрәк.
Башҡортостанда иһә барлығы 155 урта һөнәри уҡыу йорто булып, шуларҙың күбеһендә бюджет урындар менән бергә түләүле йүнәлештәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, 2022/2023 уҡыу йылына Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында 240 бушлай һәм 335 түләүле урын бар. Уның сайтында иң бәләкәй түләү суммаһы 15 900-ҙән башланһа, айырым йүнәлештәргә 50-60 мең түләргә кәрәк. Бөгөн шулай уҡ бик көнүҙәк иҫәпләнгән урта һөнәри уҡыу йорто - Өфө авиация техникумында ла түләүле йүнәлештәр йылына 66 мең 400 һум тәшкил итә һәм төбәк бюджет урындарға ҡарағанда айырым йүнәлештәргә түләүлеләре ике тапҡырға тиерлек күберәк. Өфө автотранспорт колледжында ла түләүле белем алыу йылына 58 700 һум тәшкил итә. Бындай исемлекте артабан дауам итергә булыр ине, ләкин оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: бөгөн урта һөнәри белем алыуы ла ауырлаша бара. Күп ғаиләләр өсөн был тормошҡа ашмаҫ хыял ғына, сөнки республиканың бәләкәй һәм уртаса тораҡ пункттарында йәшәүселәр Өфөләге уртаса эш хаҡына ҡарағанда 35 процентҡа кәм ала, тип хәбәр ителгәйне 2022 йылдың мартында РБК.ru сайтында. Ә баш ҡалабыҙҙа уртаса эш хаҡы, быға ышанырға яраһа, 53 меңгә барып баҫҡан, имеш! Тик уны күпселектең хатта төштә лә күргән юҡ, билләһи! Ә бына вакансияларҙа, нишләптер, күбеһенсә 30-35 мең эш хаҡы тәҡдим ителә. Ярай, быныһы финансистар һәм статистиктар намыҫында, ә ябай халыҡҡа балаһын уҡытырға кәрәк. Аңлашылыуынса, колледж һәм техникумдарҙа белем алырға теләгәндәрҙең бөтәһенә лә юл асыҡ тип әйтеп булмай. Юҡҡа ғынамы ни, социалистар лидеры - "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы етәксеһе Сергей Миронов ошо йәһәттән борсолоу белдереп, колледж һәм техникумдарҙа бушлай уҡытыу системаһын кире ҡайтарыуҙы яҡлап сығыш яһай. "Санкциялар һәм сит ил компаниялары менән хеҙмәттәшлек юҡҡа сығарылған шарттарҙа беҙгә кисекмәҫтән эшсе кадрҙар әҙерләй башларға кәрәк, ә бының өсөн уларға урта техник белем биреү түләүһеҙ булырға тейеш, сөнки эш хаҡынан эш хаҡынаса тартып-һуҙып йәшәүсе ғаиләләргә балаһын түләп уҡытыу мөмкин түгел", - ти Сергей Миронов.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, бөгөн ил өсөн квалификациялы эшселәр кәрәк икән, исмаһам, ауыр көндәр үтеп киткәнсә булһа ла бушлай эшсе көстәр әҙерләү санкцияларға ҡаршы торорлоҡ үҙ ҡеүәттәребеҙҙе үҫтереү бурысын тиҙләтер, еңелләштерер ине.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru