«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШЕЛ ҠАЛА ИСЕМЕН РАҪЛАП...
+  - 

Ошо көндәрҙә Marketing Logic аналитик компанияһы төҙөгән асыҡ мәғлүмәттәр һәм геомәғлүмәт технологиялары нигеҙендә Рәсәйҙең иң "йәшел" ҡалаларының рейтингы һөҙөмтәләре билдәле булды. Халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһында Өфө ТОП-5 исемлегенә инә һәм Пермь, Краснодарҙан ҡала өсөнсө урында тора. Бер нисә йыл элек ул дүртенсе урында ине. Хәйер, Башҡортостандың баш ҡалаһы "йәшел"-миллионсылар исемлегендә даими лидерҙар рәтендә бара.

Ысынлап та, Өфөгә килеүселәрҙең һәр ҡайһыһы уның йәшеллеккә төрөнгән булыуына таң ҡала. Ошо үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу өсөн урбанист-архитекторҙар "Парк эсендәге ҡала" программаһын уйлап таба һәм был идея ул ваҡыттағы ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың да күңеленә хуш килә. 2014 йылда беренсе тапҡыр Urban-Байрам форумында тәҡдим ителгән концепцияға ярашлы, ҡала тау башында ултырғанлыҡтан, уның битләүҙәре берҙәм паркка әүерелергә, ә һәр өфөлөнөң 2 километр радиуста иң ҙур паркка барып эләгеү мөмкинлеге булырға тейеш, тип ҡарала. Шулай уҡ концепция баш ҡалалағы һыу объекттарын үҫтереүҙе лә, парктарҙы һәм скверҙарҙы бергә бәйләр өсөн уларҙың береһенән икенсеһенә йәшел һуҡмаҡтар эшләүҙе лә күҙ уңында тота.
Ошонан алып был идея ҡаланың айырым парктарын һәм скверҙарын төҙөкләндереү, яңыларын булдырыу аша тормошҡа ашырыла бара. Мәҫәлән, 2011-2018 йылдарҙа 28 ял зонаһы төҙөкләндерелә һәм 19 яңы зона булдырыла. Изге башланғыс уңышлы дауам ителеп, һуңғы йылдарҙа Черниковка, Затон, Нижегородкаға ла етди иғтибар бүленә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һупайлы биҫтәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим шиғыры хөрмәтенә "...Ҡоштар осорам" тип аталған скверҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты. Бындай үҙенсәлекле "әҙәби" проект идеяһы 2019 йылда тыуа һәм йәмәғәтселек тарафынан хуплана, сөнки сквер эргәһендә генә 130-сы мәктәп, балалар баҡсалары, музыка мәктәбе һәм "Созвездие" балалар ижады үҙәге урынлашҡан. Әммә эштәр былтыр июндә генә башлана һәм бөгөн скверҙың барлыҡ элементтары ла берҙәм концепцияға буйһона: тротуарҙар һары, көрән, ҡара һәм һоро, йәғни ҡош ҡанаты төҫтәренән тора. Территорияла йүгереү юлдары һәм тротуарҙар, махсус велотрасса - памп-трек бар. Шунда уҡ хоккей ҡумтаһы, футбол ҡыры, теннис һәм баскетбол майҙансыҡтары, күнекмәләр урыны эшләнгән. Скверға видеокүҙәтеү, яҡтылыҡ сығанаҡтары ҡуйылған, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылған. Радий Хәбиров белдереүенсә, сиратта Нефтехимиктар паркы, Дим районындағы Үҙәк парк, Йылы күл, Дан бульвары һәм башҡа территориялар тора.
Әйткәндәй, баш ҡалала йылға яры буйлап һәм урмандар аша үткән "ҡырағай" маршруттар бик күп. Әлеге ваҡытта улар бер-береһе менән тоташмаған. Баш ҡала әүҙемселәре уларҙың барыһын бергә тоташтырып, оҙонлоғо 70 километр булған "Өфө мунсағы" маршрутын тормошҡа ашырырға ниәтләй һәм был йүнәлештә эш бара ла инде. Әлеге ваҡытта нисек итеп Дим районын ошо маршрутҡа тоташтырыу мәсьәләһе уйланыла.

Земфира ХӘБИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 263

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru