Йәйге каникулдарҙа өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинме? Мөмкин! Малайҙарға һәм ҡыҙҙарға, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләренә нимә белергә кәрәк?
Үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырғанда тыуған төп һорауҙар:
"Нисә йәштән килешеү төҙөргә мөмкин?"
- 16 йәштән алып - РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, сикләүҙәрһеҙ, үҙаллы килешеү төҙөй ала.
- 15 йәштән өлкән үҫмерҙәр еңел эште башҡарыуға үҙҙәре килешеү төҙөй ала. Уҡыуҙан буш ваҡытта, шулай уҡ дөйөм мәктәптә белем алғандан һуң эшләргә мөмкин.
- 14 йәшкә тиклем үҫмерҙәр килешеүҙе ата-әсәнең һәм опека органдарының ризалығы менән генә төҙөй ала.
Балағыҙға 14 йәш тулмаһа, ул кинотеатрҙа, театрҙа эшләй, концерттарҙа, цирк тамашаларында йәки спорт ярыштарында ҡатнаша ала. Балиғ булмаған үҫмер өсөн килешеүгә ата-әсә йәки опекун ҡул ҡуя.
Балиғ булмағандар өсөн бер ҡәтғи ҡағиҙә бар - улар зарарлы йәки хәүефле шарттарҙа эшләргә, хеҙмәт уларҙың һаулығына һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтерергә тейеш түгел.
"Үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн ниндәй айырым шарттар бар?"
- Уларға һынау ваҡытын билдәләргә ярамай.
- Үҫмер эш биреүсе иҫәбенә үткәрелгән мотлаҡ медицина тикшереүенән һуң ғына эшкә ҡабул ителә. Артабан уны йыл һайын 18 йәшкә тиклем үтергә кәрәк.
- Шәхси йәки коллектив матди яуаплылыҡ тураһында яҙма килешеүҙәр төҙөргә ярамай.
"Балиғ булмағандарға нимә ҡушыу тыйыла?"
- Рөхсәт ителгән йөктән артыҡ ауырлыҡты ҡул менән күтәреп йөрөргә ҡушылмай.
- Эштән тыш, ял һәм байрам көндәрендә, шулай уҡ төнгө сменала эшләтергә, командировкаға ебәрергә ярамай.
- Һанап кителгән тыйыуҙар художестволы әҫәрҙәр ижад итеүҙә йәки башҡарыуҙа ҡатнашҡан ижади хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ спортсыларға ҡағылмай.
"Үҫмерҙәр аҙнаһына нисә сәғәт эшләй ала?"
- Уҡыуҙы тамамлаған үҫмерҙәргә: 16 йәшкә тиклем - аҙнаһына 24 сәғәттән артмаҫҡа тейеш; 16-18 йәш - аҙнаһына 35 сәғәттән артыҡ түгел.
- Уҡыуҙы эш менән бер юлы алып барған үҫмерҙәргә: 16 йәшкә тиклем - аҙнаһына 12 сәғәттән артмаҫҡа тейеш; 16-18 йәш - аҙнаһына 17,5 сәғәттән артыҡ түгел.
Ә көнөнә нисә сәғәт?"
- Уҡымаған үҫмерҙәр: 14-15 йәшлектәр - көнөнә 4 сәғәт; 15-16 йәшлектәр - көнөнә 5 сәғәт; 16-18 йәшлектәр - көнөнә 7 сәғәт.
- Уҡыуҙы һәм эште бер юлы алып барған үҫмерҙәр: 14-16 йәшлектәр - көнөнә 2,5 сәғәт; 16-18 йәшлектәр - көнөнә 4 сәғәт.
"Эште ҡайҙа эҙләргә?"
- "Рәсәйҙә эш" порталында https://trudvsem.ru/
- Эҙләгән саҡта фильтр ҡуйығыҙ - "Трудоустройство социально незащищенных групп населения". Артабан - "Несовершеннолетние работники" һәм "Применить".
- Яңы вакансиялар тураһында тиҙ арала белеү һәм эш биреүселәрҙең тәҡдимдәрен үткәрмәү өсөн үҙегеҙҙең кеҫә телефонығыҙға "Рәсәйҙә эш" ҡушымтаһын ҡуйығыҙ.
- Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон номерҙарын Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең Интерактив порталында ҡарағыҙ - https://rabota.bashkortostan.ru/czn/index .
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|