«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛДАР БАТЫР РУХЫ ЫРЫУЫНА ҠАЙТТЫ
+  - 

Нуғай даруғаһы Бөрйән улысында бай феодал-тархан ғаиләһендә 1670 йылда тыуып үҫкән Алдар Иҫәкәев - тоҡомо менән тархандар затынан булған башҡорттоң аҫыл улы, тотош Башҡортостанға танылған тарихи шәхес, Петр I ҡаһарманы - Рәсәй Батыры, 1704 -1711 һәм 1735-1740 йылдарҙағы башҡорттарҙың милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, Рәсәй батшалығының Ҡаҙағстандағы тәүге илсеһе, Ҡаҙағстанды тыныс юл менән Рәсәй составына ҡушыуҙа ҙур роль уйнаған дипломат, күп телдәр белгән тылмас-илсе, көрәш-алыштарҙа ал бирмәгән батыр, яуҙарҙа ҡурҡыу белмәҫ яугир, ғәскәрҙең күҙ төбәр баһадиры. Даны быуаттар ашаһында ла һүнмәҫ-һүрелмәҫ, исеме халҡы күңелендә мәңге ҡалыр башҡорт үҙенең тыуған яғына -Бөрйән районының Әтек ауылына һәйкәл булып ҡайтты, илгә рухи ҡалҡан, рухҡа ныҡлы таяу булып нығынды.

Халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә стела асыу тантанаһы мосолманса яңы йылдың 10-сы көнөндә - Ғәшүрәлә оло йыйын булып үтте Бөрйән ерендә. Бына моңло ла, һағышлы ла көй аҫтында Ирек Шәмиғолов "Алдар батыр" ҡиссаһынан өҙөк уҡый. Башҡорт халҡының рухи гимны "Урал" яңғырай. "Атайсал" ир-егеттәр ансамбле рухлы итеп "Алдар батыр" йырын башҡара. Оло ҡунаҡтарға ҡыҙҙар сигелгән таҫтамалдар бүләк итә. Эйе, ҡанлы, шанлы, данлы тарихыбыҙға ҡарата ихтирам, шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булған шәхесебеҙгә стела асыу - бөгөнгө көндә, илһөйәрлек менән телһөйәрлек төшөнсәләре үтә лә кәрәк һәм ҡиммәт осорҙа, бик урынлы ваҡиға. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, ошо стеланы эшләтеү инициаторы Салауат Әмирхан улы Килдин, күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовтар хәтерташ өҫтөндәге аҡ йәймәне аса. Ғәзиз Миңлеәхмәт улы телмәр тота:
- Бөгөн республика кимәлендә ҙур байрам - башҡорт халҡының легендар шәхесенә стела асыла. Ошо башланғысты күтәреп сыҡҡан ағайҙарға рәхмәт! Улар беҙгә был һорау менән мөрәжәғәт итте һәм яҡлау тапты. Бер төркөм апай-ағайҙар ошо хәтерташ, көмбәҙ өсөн аҡса сарыф итте. Алдар батыр, берҙән, Рәсәй ғәскәрҙәренең данын яҡлап, мәртәбәһен күтәреп, Аҙау походында күрһәткән ғәййәрлеге, дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙәге баһаһыҙ эше менән илгә эскерһеҙ хеҙмәт итеү өлгөһө күрһәтеүсе. Икенсенән, ул - халыҡ улы, туған халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүсе шәхес. Алдарҙың яҡты исеме - халҡы күңелендә...
- Бөгөн оло тарихи ваҡиғаның шаһиты булдыҡ: Алдар рухы тыуған яҡтарына ҡайтты, - тип дауам итте Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов: - Ҡана буйҙарында буй еткергән Алдар бөтә донъяға үҙен күрһәтә алған шәхес. Башҡорт дипломатияһын Кәрим Хәкимовтан баш ала тиһәләр ҙә, ул Алдар батырҙан башлана. Төрөк солтаны менән осрашыуы - үҙе бер тарих, Ҡаҙағстандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ла уның роле бар. Минең фекер - Алдар батырға заманса йыһазландырылған музей кәрәк. Бөрйән туризм йәһәтенән үҫешә. Әтекте лә туристар урап үтмәһен - район хакимиәтенә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына (Конгресс) ошоно күҙ уңында тотоу кәрәктер. Тағы: Бөрйән, Баймаҡ райондарында Алдар батыр призына милли көрәш буйынса ярыштар үткәрелеп, ул республика кимәленә сыҡһын. Алдар батыр исемен мәңгеләштереү маҡсатында тағы әҙәби әҫәрҙәр, фильм кәрәк. Беҙ бөгөн оло юлдың башында. Алдар батыр рухы беҙҙе берләштерһен, рухландырһын, дәртләндерһен...
Шулай итеп, күптән көтөлгән ваҡиға тормошҡа ашты, халыҡ танһыҡлаған һүҙ әйтелде. Ул һүҙҙе һәм ваҡиғаны билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Алдар Иҫәкәевтың тормош юлы, батырлыҡ өлгөһө тураһындағы тарихи сығанаҡтар менән мисәтләп ҡуйһа, атаҡлы ҡурайсылар Роберт Юлдашев, Ринат Рамаҙанов һәм башҡалар сығышы шәхестең рухына мәҙхиә лә, рәхмәт тә, күтәрмәләү ҙә булып яңғыраны.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru