«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЮБИЛЕЙЛЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕНӘ
+  - 

Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерләнә. Театр хеҙмәткәрҙәре өсөн йәйге отпуск осоро тамам, улар яңы көс туплап эшкә сыҡты һәм йыйылышып, яңы бурыстар, пландар буйынса фекер алышты.

Театр директоры Айбулат Ҡотошов актерҙарҙы яңы ижади миҙгел башланыу менән ҡотланы һәм коллективты тулыландырған яңы ағзалар - күп йылдар А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин, ике йәш артист, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаусы Артур Тажетдинов һәм Гөлкәй Хәсәнова менән таныштырҙы.
Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина пландар менән бүлешеп, репертуар төрлө йәштәге тамашасы ихтыяждарынан сығып төҙөлөүен әйтте. Әлбиттә, мәҙәниәт усағы өсөн төп ваҡиға - ул театрҙың 90 йыллыҡ юбилейы, иҫтәлекле датаны 2023 йылдың яҙында билдәләү ҡаралған. Быйыл беҙҙең ҡала театры Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторған "Театрҙар өсөн белгестәр" проектының еңеүселәре иҫәбенә инде һәм 1 сентябрҙән 4-нә тиклем режиссер, Н.С.Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы, Заманса сәнғәт институты педагогы Мария Шмаевич килеп, Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙарында артистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Бынан тыш, Салауат башҡорт драма театрының А. Житковский пьесаһы буйынса ҡуйылған "Һырғалаҡ" спектакле "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестиваленең афишаһына индерелгән. Сара 11-19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында уҙасаҡ. Театр тамашасылары өсөн тағы ла бер шатлыҡлы яңылыҡ бар: артистар тиҙҙән филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова инсценировкаһында Хәбибулла Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" спектаклен сәхнәләштереүгә тотона. Уның ҡуйыусы-режиссеры - Рөстәм Хәкимов. Юбилейлы 90-сы ижад миҙгелен ҡала театры 13,14 октябрҙә асасаҡ.

Динә БӘШИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru