«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЛӘТЛЕ БАЛАЛАР "БАШҠОРТОСТАН" КОНЦЕРТ ЗАЛЫНА КИЛҺЕН
+  - 

28 августа "Башҡортостан" дәүләт концерт залы баш ҡала халҡын асыҡ ишектәр көнөндә көтә. Сара тураһында концерт залының художество бүлеге мөдире Рафаэль СӘҒИТОВтан һораштыҡ.

Асыҡ ишектәр көнөнөң төп саралары ниндәй буласаҡ?

- "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы асыҡ ишектәр көнөн йыр-бейеүгә һәләтле, сәнғәткә ғашиҡ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн үткәрә. Сара бина алдындағы майҙансыҡта башланасаҡ. Урамда халыҡты ылыҡтырғыс төрлө саралар ойошторорға ниәтләйбеҙ, улар араһында махсус фото төшөү урыны, йәрминкә, ҡул эштәре оҫталарының ҙур булмаған күргәҙмәһе, кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар менән тамаша һәм башҡалар буласаҡ. Шунан бөтә теләүселәр өсөн беҙҙә эшләгән 13 алдынғы ижади түңәрәктә шөғөлләнеүселәр бушлай концерт ҡуясаҡ. Коллективтар үҙҙәренең иң сағыу сығышын тәҡдим итә. Ә инде тамаша тамамланғас, фойела һәр ижади коллективтың айырым ҡуйылған өҫтәле янына барып, күңелгә ятҡан түңәрәкте һайлап, быға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте белешеү, аралашыу, танышыу мөмкинлеге биреләсәк. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһенә 2 тапҡыр килеп, бушлай шөғөлләнеүгә сертифакаттар таратасаҡбыҙ. Уны алып өлгөрмәгәндәр ҙә һис бошонмаһын: беҙҙә беренсе дәрес һәр ваҡыт бушлай. Был балалар үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлдө, түңәрәкте һайлап алһын өсөн үткәрелә.
"Башҡортостан" залы ҡарамағында эшләп килгән әүҙем түңәрәктәр араһында ике-өс тиҫтәнән ашыу тарихы булғандары ла, "йәшерәктәре" лә бар. Мәҫәлән, Гүзәл Исламғолова етәкселегендәге "Guzal-Dance" бейеү ансамбле күптән түгел беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Был бейеү коллективының үҙенсәлеге шунда - тик ҡыҙҙар ғына шөғөлләнә. Гүзәл Рәшит ҡыҙы ҡыҙҙарға бейеүҙәрҙе һәр ваҡыт башҡорт халҡының тарихына, боронғо ижадына нигеҙләнеп һала һәм уны еренә еткереп башҡарырға өйрәтә. Хореограф хатта йәш ҡыҙҙарҙың рухи, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләренә лә айырым иғтибар бүлә. Әйткәндәй, быға тиклем өлкәнерәк йәштәгеләр менән генә эшләһә, быйылдан башҡорт бейеүҙәрен өйрәнергә теләгән 4-5 йәшлек ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итәсәк.
Шулай уҡ беҙҙә Илшат Фәсхетдинов етәкселегендәге "Шаян" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле эшләй, унда шөғөлләнгәндәр донъя халыҡтары бейеүҙәрен өйрәнә. Башҡорт эстрадаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән "Гранде" ритм-балет эшләй. Заманында Ася Тотманова нигеҙ һалған коллективты хәҙер уның ҡыҙы Альбина Кондратьева етәкләй. "Гранде"ла шөғөлләнеүселәр төрлө сараларҙа иң беренсе йөрөйҙәр, быға тиклем Нәзифә Ҡадырова, Иҙел Нурғәлин, Алтынай кеүек билдәле йырсыларҙың сығыштарын биҙәп бейегәндәре булды. Тағы ла "Вираж" бал бейеүе халыҡ ансамбле оҙаҡ йылдар эшләп килгән коллективтарҙың береһе. Хәҙерге көндә уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Саттарова етәкләй. Төрлө заман бейеүҙәрен өйрәнергә "Ассоль" өлгөлө вокал-хореография студияһы, "Кредо" эстрада балеты, "Своими ногами" заман хореографияһы халыҡ театры, "Дива" экзотик бейеү халыҡ студияһы, "Ренессанс" бейеү театры эшләй. Театр сәнғәте нескәлектәренә төшөнөргә, актер һөнәренә тәүге аҙымдар яһарға "Третье поколение" халыҡ театры һәм "Лики" театр оҫтаханаһында ярҙам итәләр. Шулай уҡ "Чудетство" балалар эстрада йыр театры, "Дельфин" вокал студияһы эшләй. Ҡыҙғанысҡа күрә, тик башҡорт йырсыларын үҫтереүгә йүнәлтелгән түңәрәк юҡ, әммә ошо эшләп килгән вокал студиялары сиктәрендә айырым башҡарыусыларға башҡортса йырҙар өйрәтеп, сәхнәгә сығарыуға иғтибар бүленә. Киләсәктә тулы ҡанлы башҡорт вокал түңәрәген ойоштороу хыялы менән дә янабыҙ.
Был телгә алып киткән һәр ижади коллектив бик әүҙем эшләй, унда шөғөлләнеүселәр төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә йыш сығыш яһай, ҡала һәм республика кимәлендәге әһәмиәтле сараларҙа профессиональ артистар менән бергә сәхнәгә күтәреләләр. Мәҫәлән, сентябрь-октябрь айында килгән балалар декабрҙә бер бейеү ҡуйып булһа ла ҙур концертта сығыш яһарлыҡ оҫталыҡ туплай.

Балаларҙы нисә йәштән бындай түңәрәктәрҙә шөғөлләндерә башларға кәңәш итәһегеҙ?

- Был йәһәттән бөтәһе лә бер төрлөрәк йәш арауығын - 4-5 йәштән алып тигәнде билдәләйҙер. Мин үҙем өс бала атаһы булараҡ та ышаныслы әйтә алам: 4 йәше тулған бала өйҙән дә, балалар баҡсаһынан да ялҡа һәм ошо ваҡытта уға артабан үҫешер өсөн яңы мөхит, яңы мөмкинлектәр тыуҙырыу мөһим. Был йәштә улар төрлө мәғлүмәтте шул тиклем тиҙ үҙләштерә, хатта берәй шиғыр уҡыһаң да отоп алырға ғына торғанын һиҙгәне барҙыр атай-әсәйҙәр. Шуға баланың һәләтенә, теләгенә ҡарап, берәй түңәрәккә йөрөтә башлау яҡшы. Ул яңы һөнәр үҙләштерә, һәләтен арттыра һәм мәктәпкә уҡырға барғас та кеше араһында үҙен тота белә, оялмай, сәхнәгә күтәрелә. Уға, үҫкәс, мотлаҡ йырсы, бейеүсе йә актер булырға тимәгән, ә дөйөм үҫеш өсөн булһа ла мөһим был. Ҡыҫҡаса бына шулай. "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы ижади коллективтарының эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ беҙҙең рәсми сайтта, "Ютуб"тағы каналдан ҡарап таныша алаһығыҙ. Барығыҙҙы ла асыҡ ишектәр көнөндә көтөп ҡалабыҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 225

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru