«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НУРЛЫ ДОНЪЯ СЕРЕ ҮҘЕБЕҘҘӘ УЛ!
+  - 


Ошо фани донъябыҙҙа ғәжәп матур бер күренеш бар - ул да булһа, һыҙылып ҡына таң атыуылыр. Илаһи тәбиғәтебеҙҙең ошо мәлен һоҡланып та, илһамланып та ҡарап-күҙәтеп тормаған кеше һирәктер ул. Әле яңы ғына тоҫмаллана башлаған офоҡ тәүҙә аҙ ғына алһыулана башлай, шунан инде иртәнге шәфәҡ ҡыҙыллығы ҡуйыра барып, күк менән ер тоташҡан көнсығыш тарафын рәссамдарҙа ла булмаған буяу-төҫтәргә мансый. Ошо иҫ китмәле тантаналы үә илаһи күк нурҙары балҡышында еребеҙҙә өр-яңы көн тыуа, һәм мәңгелек тип аталған йыһан хәрәкәтенең ошо микроскопик бер мәлендә беҙҙең йәнебеҙ ҙә яңырғандай, яңынан тыуғандай булалыр ул.

Романтик хисле шағирҙар күңелендә тәбиғәттең ошо илаһи күренеше илһам уты ҡабындырып, гүзәл шиғри образдар тыуҙыралыр. Башҡорт һүҙе тылсымына эйә булған шағирыбыҙ Ғәлимов Сәләм дә ошо илаһи мәлде бына ни рәүешле күҙ алдына баҫтыра алған:
"Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни:
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
Ниндәй йәнле иртә!
Бына бер саҡ,
Тау биттәрен солғап яҡтыға,
Ҡояш сыға башлай, нурҙарына
Ем-ем итә Урал таштары.
Иртәнге ел, әкрен генә өрөп,
Һыйпап үтә үлән баштарын..."
Ҡабатланмаҫ таң картинаһы нурҙарҙан хасил була. Йыһан һәм уның Ҡош Юлы тип аталған галактикаһы барлыҡҡа килгән ваҡыт төпкөлдәренән бирле Ер шарыбыҙ Ҡояш исемле йондоҙобоҙ нурҙарында ҡойона. Ҡояшыбыҙ булмаһа, уның барса тереклеккә көс-ҡеүәт биреүсе нурҙары булмаһа, еребеҙҙә тормош тигән ысынбарлыҡҡа ла урын булмаҫ ине. Кешелек ошо ябай ғына тойолған хәҡиҡәткә күптән күнеккән инде, быға ниндәйҙер айырым иғтибар биреүсе лә юҡҡа иҫәп. Әммә телебеҙҙә изге Нур һүҙе бар, ошо һүҙҙең асылында әле үҙебеҙ ахырынаса төшөнөп тә бөтә алмаған ғиллә барҙыр кеүек тойола миңә.
Бына күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ: йыһан киңлектәрендә бер генә секундҡа булһа ла бер ниндәй ҙә нур ҡалмаһа, бар донъя шундуҡ шомло ҡараңғылыҡҡа сумыр ине. Ғөмүмән, әгәр ҙә мәгәр Ахырызаман тигәнең кеше аңы тарафынан хасил ителгән уйҙырма булмаһа, уны йыһан нурҙарының тамам һүнеүе итеп күҙаллап булалыр, тим.
Йәнә бына тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Муса бәйғәмбәрҙең Библияға инеш рәүешендә индерелгән "Булмыш" ("Бытие") китабының башында уҡ былай тип әйтелә: "2. Ер ҙә буш ине һәм күренмәне, һәм төпһөҙлөк өҫтөндә ҡараңғылыҡ ине, һәм Аллаһ Рухы һыуҙан өҫтә йөрөнө. 3. Һәм Аллаһ әйтте: яҡтылыҡ булһын әйҙә. Һәм яҡтылыҡ пәйҙә булды".
Ысынлап та, ҡояш нурҙары ерҙәге яҡтылыҡтың төп сығанағы, ошо нурҙар Ер шарына сама менән 150 миллион км алыҫлыҡтан килеп етеп, ерҙең ҡояшҡа ҡараған яғын туҡтауһыҙ яҡтыртып һәм йылытып тора. Күҙҙәребеҙ күрә алған ҡояш нурҙары билдәле бер оҙонлоҡтағы электромагнит тулҡындарҙан хасил булған нурланыш ул. Әммә беҙ ҡояш нурланышының ультрафиолет һәм инфаҡыҙыл өлөштәрен күреү һәләтенә эйә түгелбеҙ. Әйткәндәй, беҙгә, кешеләргә, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер тере организмдарға яҡты донъяны күрә алыу, уның барса нескәлектәрендә һәм сифаттарында айыра алыу мөмкинлеген тәьмин итеүсе иҫ китмәле камил физик-неврологик аппарат - күреү анализаторы бирелгән. Шунһыҙ ерҙә йәшәй алыу мөмкин булмаҫ ине.
Яҡты, нурлы тышҡы донъя беҙҙең эске халәтебеҙҙе - аңыбыҙҙы, хис-кисерештәребеҙҙе, үҙебеҙҙе уратып алған барса мөхиттең сағылышы булған күңел донъяһын да бар итә. Әммә беҙ йәшәйешебеҙҙә йыш ҡына парадоксаль бер күренешкә иғтибар итергә мәжбүрбеҙ - тышҡы донъя, тәбиғәт нисек кенә нурлы үә гүзәл булмаһын, ошо тәбиғи мөхиттә, барыһы өсөн дә уртаҡ булған шарттарҙа, бәғзе бер әҙәм балаларының эске торошо нурһыҙ, иләмһеҙ ҡалып, башҡалар өсөн үтә хәүефле булыуы бар.
Әлбиттә, әгәр йәмғиәттә, ниндәйҙер бер дәүләттә кешелеклелек сифаттары инҡар ителә ҡалһа, ошо ерлектә ҡара эсле әҙәмдәр һаны бермә-бер күбәйә барасаҡ. Ҡотһоҙ, яуыз, яман кешеләрҙе лә тыуҙыра ошондай мөхит. Бының иң асыҡ һәм фәһемле миҫалы сифатында фашистик идеология хөкөм һөргән Германия дәүләтен күрһәтеп була.
Уйлай китһәң, барса рухи донъябыҙҙың да нурҙарҙан хасил булыуына инанырға булалыр. Әммә был нурҙар, күҙҙәребеҙ күрә алған тышҡы нурҙарҙан айырмалы, башҡа бер сифаттарға эйә, тип һығымта яһарға ла була. Мейе эшмәкәрлеге ярҙамында фекерләй алыуыбыҙҙы ла шул уҡ эске нурланыш рәүешендә тәфсирләй-аңлата алһаҡ, фекерҙәребеҙҙең булмыш-тыумышына ла шул уҡ нур тәғлимәте аша тәрәнерәк һәм анығыраҡ төшөнә алыр инек. Уға ҡалһа, әҙәм балаһына бирелгән һүҙ ҡеүәһе - телмәребеҙ ҙә шул уҡ нур сығанаҡлы икәненә ышанып була. Һәр бер һүҙебеҙҙең уйыбыҙҙа ғына яралғаны ла, тауышыбыҙ аша яңғырағаны ла, ҡағыҙ битенә йә иһә компьютер мониторы экранына теркәлгәне лә асылында йәнебеҙҙә күҙгә күренмәҫ бер нур булып ҡабыналыр ул. Был, әлбиттә, минең шәхси фаразым, әммә фән донъяһында юғары абруй ҡаҙанған байтаҡ ҡына ғалимдар донъяның асылын нур-тулҡын тәғлимәте аша аңлатырға тырыша.
Күптән түгел миңә Америка нейрохирургы, үтә һирәк осрай торған менингит сиренә тарып, бик күп көндәр дауамында дауаханала иҫһеҙ-һушһыҙ ятҡан Александр Эбендың "Ожмахҡа сәйәхәт" тигән үтә фәһемле яҙмаларын уҡырға насип булды. Юғары белемле һәм квалификациялы нейрохирург һәм ғалим үҙе кисергән ауыр сиргә тиклем барса ҡараштарының материалистик рухта булып, ысынбарлыҡта үҙен атеист итеп һанауы хаҡында яҙа. Әммә ауырып, мәрткә киткәс (ул клиникала тик яһалма тын алдырыу һәм туҡландырыу аша тере хәлдә тотола), ул ошо халәттә ятҡан сағында ниҙәр кисергәне һәм күргәне хаҡында ҡабаттан аңына килеп, госпиталдән сыҡҡандан һуң китап яҙа. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ул комала ятҡан мәлендә ниндәйҙер элек үҙе күрмәгән-белмәгән донъяла сәйәхәт итә. Уны хатта Аллаһының төйәге булған иң юғары йыһан түбәһенә алып баралар. А.Эбен яҙыуынса, ул төйәк ситтән ҡарағанда йыһан төпкөлөндәге дөм-ҡараңғы бер арауыҡ кеүек күренә икән (ошо урында астрономдарҙың "ҡара тишеге" иҫкә төшә), ә уның үҙен ошо ҡараңғы төйәктең эсенә алып ингәс, ул күҙ ҡамаштырғыс нурлы, яп-яҡты бер мөхиткә килеп ингәндәрен тоя. Ошо урын тик нурҙан ғына хасил икән. Ошо яҙмалар миңә Хоҙайҙың асылы нурҙан хасил булыуы хаҡындағы ҡарашҡа тура килеүен раҫлағандай тойолдо.
Иғтибарға алһаң, Ҡөрьән-Кәримдә лә ошо уҡ фекер хәҡиҡәткә тиң итеп һүрәтләнә. Ән-Нур сүрәһенең 35-се аятында ошо хаҡта бына ниҙәр әйтелгән: "Аллаһ - Күктәр менән Ерҙең нуры. Уның нуры мейес соҡалтаһындағы кеүек. Унда шәм яна, шәме быяла эсендә, быялаһы ынйы йондоҙо һымаҡ. Ул (шәм) мөбәрәк зәйтүн ағасынан тоҡана, ә ағасы көнсығыштыҡы ла, көнбайыштыҡы ла түгел. Уның майы ут теймәҫ борон тоҡанырға тора. Нур өҫтөнә нур! Аллаһ Үҙ нурына теләгән кешеһенә юл күрһәтә. Кешеләргә Аллаһ миҫал килтерә. Аллаһ бөтә нәмәне белә!"
Ошо юлдарҙы уҡыған замандашыбыҙ быны бер әкиәт кеүек итеп ҡабул итмәһен ине. Кешелеккә еткерелгән барлыҡ изге китаптар уғата образлы, заманына ярашлы телдә яҙылғанын оноторға ярамаҫ ине. Дөрөҫөрәге, Библияның да, Ҡөрьән-Кәримдең дә теле ябай ғына яҙманан ғибәрәт түгелдер, сөнки ошо тәғлимәттең асылы билдәле бер код менән бирелгәнгә оҡшаған. Тик ошо кодты ахырынаса аңлай алғанда ғына был изге яҙмаларҙың ысын маҡсаты һәм тәғәйенләнеше тулыһынса асыҡланыр ине. Әле иҫкә алынған Ән-Нур сүрәһендәге Аллаһ тоҡандырған шәм үҙемә шәхсән шул уҡ кешелек тик XIX быуат аҙағында ғына тоҡандыра алған электр лампочкаһына оҡшаған кеүек тойола. Әммә ошо тәғлимәттең асылы бар кешегә лә берҙәй асылмай, күрәһең. Шул уҡ Ән-Нур сүрәһенең 40-сы аятында ла әйтелгән бит: "Аллаһ нур бирмәгән кешегә нур булмаҫ!"
Халҡыбыҙҙа нур төшөнсәһе кеше өсөн бик әһәмиәтле һаналған ҡиммәттәр иҫәбенә инә. Башҡорт исемдәре араһында нур һүҙе ингәндәренең күп булыуы ла ошо фекерҙе раҫлап тора. Беҙҙә иң яратҡан кешеңә "Күҙ нурым!" тип өндәшеү, алсаҡ кешене "нурлы йөҙлө" тип нарыҡлау, телебеҙҙә "өмөт нуры", "нурлы йән", "изгелек нуры" кеүек һүҙбәйләнештәр булыуы нурлы башҡорт донъяһының бер гүзәл сағылышы булып торалыр ул.
Һәр кемебеҙ ошо йәшәйешебеҙҙе йәмләрлек тормош ҡора ала, бының өсөн бары тик күңелең нурҙарын эргә-тирәңдәгеләргә мулыраҡ өләшә алыу фарыз. Изге ниәттәребеҙҙән, гүзәл хистәребеҙҙән, файҙалы ғәмәлдәребеҙҙән, үҙ ҡулдарыбыҙ үә аҡылыбыҙ менән булдырылған ҡиммәттәрҙән хасил була нурлы донъябыҙ. Шәхси тормошобоҙ ҙа, ижтимағи мөхитебеҙ ҙә яҡтыраҡ үә нурлыраҡ булһын тиһәк, аламалыҡтарҙан арынып, яҡшылыҡҡа табынып, иманыбыҙ юлдашлығында йәшәргә ынтылайыҡ, туғандар!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 278

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru