«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАТАНСЫЛЫҠ НИМӘНӘН БАШЛАНА, ЙӘКИ КЕМДӘР МИНЕ ИЛҺӨЙӘР ИТЕП ТӘРБИӘЛӘНЕ?
+  - 


Был һорауға мин иң тәүҙә мәшһүр йырсы Марк Бернес башҡарыуында яңғыраған "С чего начинается Родина?" ("Тыуған ил нимәнән башлана?") исемле йырҙағы һүҙҙәр менән яуап бирер инем: "Һинең әлифбалағы һүрәттәрҙән..." Эйе, юҡҡа ғына баланы ете йәштән уҡырға бирмәйҙәр, сөнки ул ошо йәштә, ҡайһы берҙәре иртәрәк, кемдер һуңыраҡ, шулай ҙа күпселеге ете йәштә шәхес булараҡ формалаша башлай. Әлегә ул уҡый белмәй, тик үҙе өсөн донъяны һүрәттәргә ҡарап өйрәнә...

Бала, милләтенә ҡарамай, ошо йәштәрҙә үк тирә-яҡ менән ҡыҙыҡһына башлай: ни эшләп ул кеше мин аңламаған телдә һөйләшә, ниңә уның исеме улай яңғырай, ни эшләп улар ҡара йәки һары сәслеләр һәм башҡалар. Бына ошо йәштә ҡыҙ йәки малай мәктәпкә бара һәм ҡулына әлифба ала. Нәҡ шул осорҙа уның күңеленә һалынған илһөйәрлек орлоҡтары ғүмерлеккә һаҡлана һәм үҫә төшкәс, хәйерле, изге, тейешле шытымдар бирәсәк.
Күмертауҙағы 2-се интернат-мәктәптә башҡорт кластары асылғас, атай-әсәйебеҙ беҙҙе шунда уҡырға бирҙе. Башҡортса белгән уҡытыусылар булмағанға күрә, мәктәптә бер сәғәт тә әсә телендә белем алмаған Марат Рафиҡов математиканан уҡытты. Терминдарҙы тәүҙә урыҫса әйтә, һуңынан башҡортсаға тәржемә итә. Миндә ул шулай итеп үҙ фәненә һөйөү уятты, һуңынан бик күп олимпиадаларҙа ҡатнашырға, еңеп сығырға булышлыҡ итте. Техникумда уҡыған осорҙа ла минең менән аралашты, тормошта ниндәй ауыр хәлдәргә тарыһам да, бирешмәҫкә өйрәтте. Уның биргән кәңәштәрен ҡулланғанда һәр ваҡыт уҡытыусыма эстән генә рәхмәт әйтә инем. "Бер ваҡытта ла сит милләт кешеһенә уның милләтенә ҡағылышлы ауыр һүҙ әйтмә; үҙеңдең хаҡлы булыуыңды белһәң дә, башҡа кеше менән бәхәсләшмә; ике кеше талашһа, ҡыҫылма", - тип әйтә торғайны. Бына былар ҙа илһөйәрлек тәрбиәһенең бер өлөштәре, сөнки әҙәплелек - беҙҙең халыҡтың иң күркәм һыҙаты. Мин илһөйәр, тип маҡтаныуҙан ни файҙа, уны ғәмәлдә тормошҡа ашырмағас? Бына шулай үҙе лә һиҙмәй генә, ә, бәлки, махсус рәүештә, беҙҙән илһөйәрҙәр тәрбиәләне был уҡытыусым. Тик мин техникумды тамамлаған йылда баҡыйлыҡҡа күсте, ғүмерем буйы һағынып иҫкә алам...
Икенсе остазым тағы ла математика уҡытыусыһы - Зәки Исхаҡов булды. Техникумға инеү өсөн имтихандар бирергә килгәс, беҙҙең төркөм ултырған класс ишеген асып, кем башҡорт мәктәбен тамамлауын һораны. Мин ҡул күтәрҙем. "Иртәгә осрашырбыҙ", тип сығып китте. Аудиторияла өс математика уҡытыусыһы имтихан ала, Зәки Асыл улы ҡаршыһына барып ултырғас: "Былар беҙҙең телдә һанай белә, күберәк һандар ҡушып, билеттағы һорауға ҡарап һөйлә", - тине. Атайҙың тракторсы булып эшләгәнен белгәс, ниҙәр эшләүен һөйләргә ҡушты. Мин уның ер һөргәнен, нормала ҡаралған 5 гектар урынына етене һөрөүен, планды 140 процентҡа үтәүен теҙеп һөйләп киттем. Теге уҡытыусылар беҙгә ҡарап-ҡарап ала, төрлө һандар, проценттар тураһында һүҙ барғас, ышандылар, буғай, уҡытыусының "бишле" ҡуйыуы бер кемдә лә һорау тыуҙырманы. Һуңынан береһе: "Беҙҙең егеттәр гел пединституттарға бара, инженерҙар ҙа кәрәк бит беҙгә", - тип әйтеп ҡуйҙы.
Бына ошо ябай ғына башҡорт уҙаманының торғонлоҡ мөһөрө алған заманда өҫтән бер ниндәй күрһәтмә көтмәй, үҙ аҡылы менән, ҡулынан килгәнсә милли кадрҙар әҙерләргә тырышыуы илһөйәрлек өлгөһө түгелме ни? Был ике остазымдың, математика уҡытыусыларының, мине лә илһөйәр итеп, милли инженер итеп күрергә теләүҙәрен аҡланым кеүек. Хеҙмәт стажымдың сирек быуат йылын техник һөнәргә бағышлауым да нәҡ ошо уҡытыусыларымдың тәрбиәһелер тип уйлайым. Етенсе класта уҡығанда, март айҙарында булһа кәрәк, Марат Миңлейәр улы алгебранан мәсьәләләр тотторҙо, сисеп ҡара, тине. Бер-ике көндән әҙер булғас, таҙа ҡағыҙға күсереп яҙырға ҡушты. Унда мине СССР Фәндәр Академияһы Себер филиалы махсус математика интернат-мәктәбенең 9-сы класына уҡырға алыуҙары хаҡында хәбәр ителә ине. Ә мин бит 7-лә генә уҡып йөрөй инем. Был хаҡта ишеткән башҡорт теле уҡытыусыһы Хәҙисә Солтангәрәева дәрестән һуң ҡалдырып: "Һин әсә телен дә һәйбәт беләһең, ошо фәнгә ныҡлы баҫым яһа, математик булһаң, республикаға әллә ни файҙа килтерә алмаҫһың", - тигән кәңәш бирҙе. Уның кәңәшен тоттом. Районда башҡортса гәзит ойоштороп, хаҡлы ялға сыҡҡансы ун биш йыл уны етәкләнем. Быныһы инде тағы бер остазымдың тәрбиәһелер.
Беҙҙе уҡытыусылар илһөйәр итеп тәрбиәләне, шуға күрә бындай тойғо мәктәп партаһынан башлана. Үрҙә әйтелгән йырҙа "Яҡшы һәм тоғро иптәштәрҙән..." тигән юлдар ҙа бар. Тормош юлымда тоғро һәм, иң мөһиме, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән уҡытыусыларым осрауы менән бәхетлемен. Улар биргән белем республикама, халҡыма тоғро хеҙмәт итергә булышлыҡ итте. Ә инде әрме хеҙмәтенән бронь булғанда ла, Тыуған ил алдында бурысымды үтәргә барыуым уҡытыусыларымдың ил һаҡлау - ир-егеттең изге бурысы булыуҙы ҡаныма һеңдереүҙәренәндер, тип уйлайым.
Ил мәғариф системаһы етәкселегенә инеп оялаған, сит тарафтарҙа белем алған либералдар үҙҙәре илһөйәрлектең ни икәнен аңлаймы икән? Педагогтар тәрбиә менән аҙыраҡ шөғөлләнһен өсөн уларҙы бөтә буш ваҡыттарында төрлө отчеттар яҙырға мәжбүр итмәҫтәр ине бит, юғиһә. Уҡытыусылар - бер яҡта, балалар - икенсе яҡта. Етмәһә, хәҙер тыуып етмәйҙәр, гаджетҡа ултыралар. Унда беҙҙең балаларҙы нимәгә генә өйрәтмәйҙәр! Кемдәр киләсәк быуынды йәнһүрәттәр, төрлө уйындар менән тәрбиәләгәнен күргәне бар? Минеңсә, илһөйәрлек - ул халҡыңды, кесе һәм оло Ватаныңды яратыу, үҙебеҙ кеүек алмаш тәрбиәләү. Бөтәһе лә тик үҙебеҙҙән тора.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 292

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru