Тел асҡысы
- Балыҡ, туғаным, йә, әйт әле балыҡ тип. Ба-лыҡ!
- А-а-а.
- А-а-а түгел, ба-лыҡ! Серле селбәрә тиң әтеү, йә, сер-ле.
- Э-е-е.
Үҙенән ике йәшкә генә бәләкәс ҡустыһын һөйләштерергә маташты Нәғим. Биш йәшен тултырһа ла, уныһы һуҙынҡы өндәрҙе генә мығырҙай ҙа ҡуя.
Улар балаҡтарын төрөп, Инйәр буйында селбәрә тота. Нәғим таш менән һыуҙы быуып, ҡамау эшләй ҙә балыҡтарҙы шунда ҡыуалап индергәс, иләк менән һөҙә. Уның тотҡалы тимер иләгенән һыу сөптөрләп аға. Ә Ғүмәр әсәһенең он иләген алып сыҡҡан. Уның балыҡ тотҡаны ишетелмәй ҙә: һөҙөп тә ала, иләгендәге селбәрәләр ҡояшта көмөштәй йылтырап һикерешә лә башлай. Ем һалып, быуа эсендәге ҡомдо болғатып, һыуҙы буръяҡландырһалар, селбәрәләр эркелеп килеп тә тула. Уларҙың иләк төбөн ҡаплап һикерешеп ятыуын күреп, Нәғимдең күҙҙәре шатлығынан маңлайына сығырҙай була. Иләгенән йырлап һыу аҡһа, дәртләнеп бейеп тә ебәрә. Үҙе Ғүмәрҙең иләгенән көлөп:
- Һинең иләгең дә үҙеңә оҡшап телһеҙ. Йә, исмаһам, ба-лыҡ тип әйтеп өйрән. Ба-лыҡ! Атыу, һин дә телһеҙ ошо серлеләр кеүек өйрәк еме буласаҡһың, - тип ҡурҡыта туғанын.
Ҡурҡыуҙан күҙҙәренә йәш төйөлгән Ғүмәр, иләген ташлай ҙа, яр башына ҡаса. Лығырлашып ятҡан ярты биҙрә селбәрәне ағаһы өйрәктәргә һалыуы була, туя белмәҫ ас ҡорһаҡтар ҡырағай тауыш менән ҡажҡылдашып дүртәрен-бишәрен бергә һоғона ла башлай. Бер-береһенең ауыҙынан тартып алып ашап, бөрләтәүҙәрен тултырғас, тегеләй-былай ҡайҡайышып, бер нисә аҙым туйтанлап та өлгөрмәй, йәшел сирәмгә ятып йоҡлап та китәләр. Был оңҡоттарҙан йәшереп усына йомған балығын йүгереп барып йылғаға төшөрә Ғүмәр. Һыуһыҙ оҙаҡ торғанлыҡтан, теге меҫкен ауыҙын аса. Йәшәһен, тип, һыуға ебәргән хәрәкәтһеҙ селбәрәне бер нисә көрпәс (ташбаш) тамаҡлап та ҡуя. Быны күреп, Ғүмәрҙең ҡурҡыуы тағы арта: һөйләшмәһәң, бына нисек була икән. Ана, ағаһы ла шулай ти бит. Уныһын үҙе лә белә ул, көсләп һүҙҙәр әйтергә теләй, әммә мығырҙауҙан уҙҙыра алмай ҙа ҡуя.
Быйыл уҡырға барырға йөрөгән Нәғимдең һөйләшмәгән ҡустыһына һәләк асыуы килә. Буйға уны ҡыуып етеп килә, ә бер һүҙ ҙә әйтә белмәй, һаҡау! Нәғим уны юхалап та ҡарай:
- Йә, Ғүмәр, ә-сәй тип әйт әле.
- Ә-ә-ә.
- Эй, Алла, ә-ә-ә түгел, ә-сәй! Әсәй тиһәң, кәнфит бирәм, - тип алдаштыра тегене. Һөйләштергеһе килә шул ҡустыһын. Юҡһа, әсәһе менән атаһы араһында ла Ғүмәрҙең һаҡаулығы арҡаһында ыҙғыш та тартыш йышайҙы. Әсәһенең йыш ҡына балауыҙ һыҡҡан саҡтарын да күҙәтте ул. Ҡояштай йылмайып йөрөгән ҡәҙерле әсәһенең йөҙөн болот ҡапланы, кеткелдәп көлөп ебәреүҙәре лә ишетелмәй хәҙер. Атаһы ла үҙгәрҙе: бәйләнсеккә әйләнде. "Балтаны ниңә былай ҡуйҙығыҙ?", "Ашыңдың тоҙо сыҡмаған" һәм башҡа мыжыуҙарҙы атаһынан ишеткәне лә юҡ ине. Етмәһә, урамға сыҡһа, малай-шалай мыҫҡыл итә.
Нәғимдәр улар менән йыйылышып, Инйәрҙең балсыҡлыраҡ текә ярын соҡоп, төтөн сыҡһын өсөн өҫтөнән тишек тишәләр. Йәнәһе лә, мейес торбаһы. Шулай әтмәләнгән мейес эсенә ҡоро-һары ботаҡ ташып ут яғалар. Берәй кәнсер һауытты табырға ғына ҡала шунан. Уны ҡом менән тыжып йыуғас, һыу һалып, селбәрәләрҙе шунда бешерәләр. Ә үҙҙәре:
- Балыҡ кеүек телһеҙ Ғүмәрҙе лә шунда һалып, бешереп ашайбыҙ хәҙер, - тип көлөшәләр. Уларға ихлас ярҙамлашып йөрөгән өнһөҙ малай, илап, ихатаға инеп боҫа. Тегеләргә етә ҡала: рәхәтләнеп көләләр. Ике ут араһында ҡалған Нәғимгә уғата ҡыйын. Илап ҡасҡан туғаны ла йәл, дуҫтарһыҙ ҙа ҡалғыһы килмәй.
- Барыбер һөйләшә ул, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтә лә башланы инде, - тигән булып үҙен тынысландырамы, малайҙарҙы ышандырамы Нәғим, аңламаҫһың.
Кәнсерҙәге балыҡты, тоҙһоҙ булһа ла, бүлешеп ашап, ҡәнәғәт таралышҡас, илауҙан буҫлыҡҡан Ғүмәрҙе Нәғим өйгә алып ҡайта. Үҙен уның алдында ғәйепле тойоп, туғанына яңы һүҙҙәр өйрәтә башлай. "Бесәй", "сәй", "тәтәй" тигәнгә "ә-ә" тип яуаплаған ҡустыһына асыуланмай, сабыр ғына "дәресен" дауам итә. Сыҙамлығы бөтөп, сығырынан сыҡһа, тышҡа атлыға. Мөңөрәшеп торған быҙауҙары, баҡырышып йөрөгән һарыҡтары араһына инеп, уларҙың баштарынан һыйпап, үҙен тынысландыра.
...Ҡыҙыу бесән мәле лә етте. Нәғимдәр ҙә малдарын урманға ҡыуып, ҡош-ҡортҡа көнлөк ем һалып, дүртәүләп бесәнгә йөрөй башланылар. Әле салғы тотторорлоҡ булмаһа ла, бәләкәй тырмаһы менән бакуй әйләндереп йыйырға эшкингән Нәғим. Ғүмәр ҙә ағаһынан ҡалышмай, шым ғына йөрөп бесән әйләндерә. Бер көн шулай, йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тигәнде үтәп, ҙур ғына кәбән ҡойғас, улар ҡайтырға сыҡты. Арығандар. Барыһы ла һөйләшмәй генә атланы. Һыу кисергә булһа ла, турараҡ булыр тип, йылға аша сығырға булдылар. Тырма-һәнәктәрҙе тотоп, арҡаһына аҙыҡ-түлек һалынған тоҡсай йөкләгән аталары юл башланы, уның артынан балағын төрөп Нәғим һыуға төштө. Һыңар ҡулына биҙрә тотҡан әсәләре лә, Ғүмәрҙе яурынына ултыртып, кисеүгә инде. Таштан ташҡа бәрелеп аҡҡан Инйәр шундай таҙа, төбө үтә күренә. Ә ундағы ваҡ таштар, әйтерһең дә, хазина. Тулҡындар Ғүмәрҙе саҡырғандай, сылтырап-сылтырап баҫтырыш уйнайҙар. "Әйҙә, Ғүмәр, төш беҙҙең янға. Бында рәхәт". Ә аҡ таштар бигерәк тә күҙҙе ҡыҙҙырып өндәшкәндәй: "Күрәһеңме беҙ ниндәй матур, ҡояшҡа ҡыҙынып яттыҡ та, бына рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, әйҙә, беҙҙең менән!" Ваҡ таштар менән йылғыр тулҡындарҙың бейеүе малайҙы һоҡландырҙымы, әллә йылғаның гәлсәрҙәй саф һыуының йырлап ағыуы ымһындырҙымы, Ғүмәр:
- У-у-у, әсәй, ваҡ тастар кү-ү-ү-үп! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Көнө буйы бесән эшләп арыған, төрлө уйҙарға бирелеп килгән әсәһе иғтибарһыҙ ғына:
- Эйе, улым, ваҡ таштар күп, - тип яуапланы ла, ҡапыл быуындары йомшарып, саҡ ултыра төшмәне. "Өнөммө был, әллә төшөммө, әллә ҡолағыма ишетелде инде?"
- Улым, нимә тинең? - тип ҡалтыранған тауышы менән Ғүмәрҙән саҡ һорай алды.
- Ваҡ тастар, аҡ тастар кү-ү-ү-үп, ивет!
Әсәнең ҡулынан төшөп киткән ҡап-ҡара, ҡоромланып бөткән биҙрә, көнө буйы утта ҡыҙҙырып, һыуға төшөргәндәренә һөйөнгәндәй, таштан-ташҡа бәрелә-һуғыла ағып китте. Яурынында ултырған улын, ҡомалаҡтай еңел генә күтәреп, һыуға баҫтырған әсә:
- Ҡабатла әле, улым, ҡабатла әле, нимә тинең ул?
- Аҡ тастар, ыуаҡ тастар кү-ү-үп. Һыу йылы-ы-ы-ы.- Үҙе шунда уҡ шатлығынан ҡулына йылға таштарын йыйырға кереште.
- Тағын ҡабатла, балаҡайым! Ҡысҡыр бар донъяға! Аҡ ташта-а-ар, тиң! Бөтә кеше лә ишетһен!
- Аҡ таста-а-а-ар!
Тырма-һәнәктәрен ярҙа ҡалдырып, ике баҫырын бер баҫып килеп еткән атаһы менән Нәғим ағаһына ла Ғүмәр:
- Атай, ағай, бәләкәс тастар, аҡ тастар кү-ү-ү-үп, - тип ҡабатлап күрһәтте.
Һөйөнөсөнән күккә сөйгән атаһының көслө ҡулдарында Ғүмәр ҡоштай талпынды.
- Ағай, мин хәҙер балыҡ түгел, ивет.
- Юҡ, туғаным, һин балыҡ түгел.
Бәләкәйҙәренең серле йылмайып, күҙ ҡыҫышыуҙарын атай менән әсәй аңламаһа ла, бөгөнгө көн уларҙы бәхетле итте. Иртәнән кискә тиклем эҫе ҡояш аҫтында эшләп арыуҙары ла һыпырып алғандай юҡ булды. Кисеүҙең ҡап уртаһында баҫып торған ғаиләнең бәхет тулҡындарында бәүелеүен йылға бөгөлөнә инеп күҙҙән юғалған ҡара биҙрә лә туҡтата алманы.
Тел биҫтәһе
- Куда?
- Лавкаға барам, улым, лавкаға.
- Пачиму?
- Ейәндәремә тәмлекәстәр алайым тим.
Ҡапҡа алдындағы ҙур ташта аяҡтарын бөкләп ултырған Ғүмәрҙең көн дә бирелгән һорауҙарына Фатима әбей һәр ваҡыттағыса ихлас яуапланы. Малайҙың теле асылғанға һөйөнөп, ауыл кешеләре уның һәр һүҙенә "Собханалла" тип һоҡланды. Тик Ғүмәрҙән өлкәнерәк малайҙарға уның тутыйғош кеүек берүкте ҡабатлап ҡапҡа төбөндә ултырыуы оҡшап етмәне. Бына бөгөн дә Ғүмәрҙең янынан үтеп барғанда Сәғит алдан әҙерләгән яуабын бирҙе:
- Куда? На кудыкина гора! - Ул "кудыкина гора"һы нимәне аңлаталыр, ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан апаһынан ишетеп ҡалғайны.
- Пачиму? - икенсе һорау бөтөнләй сығырынан сығарҙы быйыл уҡырға төшәсәк малайҙы. Сөнки үҙенән ике йәшкә бәләкәс, яңы ғына өнһөҙ йөрөгән балыҡ Ғүмәрҙең шулай русса "шәп" белеүе уның сәменә тейҙе.
- Батаму шты, атам ҡушты,- тип эре генә һамаҡланы ла үрге осҡа һыпыртты.
Бар донъяһын онотоп, русса белгәненә маһайып ултырған Ғүмәрҙең йөрәгенә ҡыҙыҡһыныу орлоғо сәселде. Ул йәһәт кенә таш ултырғысынан төштө лә ихатаға йүгерҙе.
- Әсәй, кудыкина гора нәмә була ул? Ҡайҙа урынлашҡан икән? Атам ҡушһа, мин дә барыр инем шунда.
Улы һөйләшә башлап, һәр нәмәгә яуап эҙләгәнен, һорау артынан һорау яуҙырғанын һөйөнөп тә, сабыр ҙа ҡабул иткән әсә барыһын да аңлатып бирҙе.
- Ийййй, тәтелдәгем минең, бәләкәс һорау билдәм, бар өйгә ин, башыңа эҫе ҡапмаһын.
Сәғиттең төп башына ултыртып китеүенә асыуы килеп, башын ҡулдары менән ҡаплап, өйгә йүгерҙе. Эҫе ҡаба бит, әтеү. Көҙгөгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: "Ул эҫенең ауыҙы шулай ҙур микән, башым һыйырлыҡ булғас", - тип уйланы. Әммә был уйҙарын йәһәт кенә алып ташланы. Өйҙә үҙенә яңы кәсеп тапты малай. Ағаһы менән әсәһе тыштан инеүгә йыртма календарҙағы "вторник"тарҙы "фторник"ка төҙәтеп сыҡҡайны.
- Дөрөҫ яҙмағандар, фторник була, выторник түгел, - тип аҡланды хәрефтәр танып уҡый башлаған малай. Быйыл уҡырға барған Нәғим туғанының дөрөҫлөгөнә ышана башлағайны ла, әсәһенең һыны ҡатып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлгәненән генә эштең нимәлә икәнен аңланы. Ярата Нәғим әсәһенең шишмәләй сылтыратып көлөүен. Туғанының теле асылғас, был көлөүҙәр уғата йышайҙы, өйгә йәм өҫтәлде, бәхет ҡошо килеп ҡунды уларҙың ҡыйығына.
Бер ғаиләләй йәшәгән күрше-күләндең дә шатлығы өҫтәлгәндәй тойолдо быйылғы йәйҙә. Бер көндө күмәкләп ҡурай еләгенә сыҡтылар. Йәйге селләлә сарсап киткәндер инде, күрәһең, "Әсәй, һыуһаным", - тип мыжый башланы тел биҫтәһе. "Һыу юҡ, улым, ана сәй яһап алғанмын, шуны эс", - тип яуаплағас, "Мин сәйһаманым, ә һыуһаным", - тип һамаҡлаған Ғүмәр эргәлә еләк йыйып йөрөгән ауылдаштарҙың да ауыҙын йырҙы. "Сәй яһа әле, сәйһаным", - тип шаяртыусылар телмәрҙәрен яңы һүҙ менән байытты. Был еләктәрҙе алып ҡайтып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәндә тағы ла бер мәрәкә булды. Ҡайнатмаларҙы әсәләре банкаларға тултырып, тышына "Ҡурай еләгенән ҡайнатма" тип яҙып сыҡҡайны. Ижекләп уҡып ултырған малайға етә ҡалды. "Әсәй, ниңә ҡайнатма, һин уны ҡайнаттың да инде", - тип дәғүәләрен теҙеп китмәһенме?
Шулай балыҡ Ғүмәр өйгә йәнлелек өҫтәне, уның һорауҙарына эштән арып ҡайтҡан атаһы ла ихлас яуап бирҙе. Барын да, юғын да һөйләп, быуа йырылып һыу баҫҡандай, барыһының да маҙаһына тейҙе малай. Бигерәк тә Нәғимдең. Ашарға ултырғанда ла ауыҙы ябылмаған ҡустыһына асыуы килә ине ҡайһы саҡта.
- Ағай, ҡара, бына беҙҙекеләрҙең самолеты ти, ул ошолай осоп килә лә бомба төшөрә, - ти ҙә балғалағын һауала йөрөтөп өҫтәл уртаһында боҫланып, тәмле еҫ аңҡытып ултырған дөгө бутҡаһы уртаһындағы һап-һары майҙы үҙенең яғына йыра. Нәғимдең дә бирешкеһе, майһыҙ бутҡа ашағыһы килмәй.
- Нимесләрҙең дә самолеты шәп оса ул. Улар ошолай бомбить итәләр, - ти ҙә майҙың ағышын үҙ яғына бора. Шунан китә балғалаҡ-самолеттар алышы. Һауала ла бәрелешәләр, бутҡалағы майға ла барып төшәләр. Шул ваҡытта әсәләре килеп:
- Шунан Алла бабай, тыныслыҡ булһын, тигән дә бөтәһенә лә тигеҙ өлөш сығарған ,- тип аш ҡалағы менән бутҡаны болғап ебәрмәһә, ни булыр ине икән?..
Тартай теленән табыр, тигәндәй, бер көндө күрше Фатима әбейҙе үпкәләтеп сығарҙы тел биҫтәһе. Көн дә хәл-әхүәл һорашырға ингән ҡарсыҡ ауыл яңылыҡтарын бүлешеп, эсен тишеп килгән серҙәрен сисеп, әсәһе менән икәүләп самауырҙы түңкәргәс, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Уларҙың сәй эсеүен көтөп арыған Ғүмәр, мейес ауыҙынан услап көл алды ла:
- Батима әвей, артыңдан көл һивеп ҡалам, - тип усындағыһын борхотоп һипмәһенме...
Биш йәшлек малайҙың был бик насар ҡылыҡ икәнен белмәүен туҡһан йәшен тултырып, бала аҡылы кире ҡайта башлаған Фатима әбейгә аңлатыуы ай-һай ҡыйынға төштө.
- Юрамал өйрәтеп ҡуйғанһығыҙ, мине инеп йөрөмәһен тип. Ярай, бынан кире ике аяғымдың береһен баҫмам двурығыҙға! - тип туҙынып сығып киткән күршене ай үткәс кенә ыҡҡа килтереп, дуҫлыҡ күперен һуҙып булды. Урамда кешеләрҙең "артынан көл һибеп ҡалдым" тигәндәрен яҙа-йоҙа ишеткән Ғүмәр, ул ғәҙәтте һәйбәттер тип уйлап, яңылыш Фатима әбейҙең хәтерен ҡалдырҙы шулай. Халыҡта боҙоҡ кешенең башҡа килеп йөрөмәүен теләп артынан көл һипкәндәрен бәләкәс малай ҡайҙан белһен инде. Абайламай һөйләгән - ауырымай үлгән, ти. Фатима әбейҙән ғәфү үтенеп, сәйгә саҡырып, башына яулыҡ япҡас ҡына ике яҡ та үҙ хатаһын аңланы.
Гел тәтелдәп йөрөгән Ғүмәрҙең бер көндө түрбаштағы йомро өҫтәлгә эйәген терәп шым ғына ултырыуына ғәжәпләнде Нәғим. Йоҡлап киткәндер, ахыры, тип аяҡ осонда ғына яҡынлашҡан малай, өҫтәлдәге будильникка күҙҙәрен шар асып төбәгән ҡустыһын күргәс, аптырап:
- Нимә шаҡҡаттың? Әллә тағы ла балыҡ Ғүмәр булдыңмы?
- Ағай, нейә сәғәт бер туҡтауһыҙ текелдәй ул?
- Һанай.
- Нәмәне һанай?
- Секунд, минут, сәғәттәрҙе. Тағы нимә тип баш ҡатырмаҡсыһың?
- Юҡсы, ҡатырмайым. Көнө-төнө бер туҡтауһыҙ текелдәй бит. Нисек хәле бөтмәй икән?
Улдарының әңгәмәһен тыңлап торған аталары будильникты алып:
- Бына ошолай артындағы асҡысты бороп ебәрһәң, хәле бөтмәй, текелдәй ҙә текелдәй, улым. Сәғәттәрҙе генә түгел, кеше ғүмерен дә һанай ул, эше бик ҡаты һәм яуаплы.
Был әңгәмәнән һуң күп уйланды малай. "Эше бик ауыр булғас, хәле лә бөтәлер, асығып та китәлер инде меҫкен сәғәт. Уға был эште кем ҡушты икән? Ҡайһылай ҡыйын бер туҡтауһыҙ һанап ултырыу. Тышҡа ла сыҡмай, һыу ҙа инмәй, ҡояшта ла ҡыҙынмай... тамағына ла ашамай. Әһә, тамағына!"
- Атай, белдем, сәғәт ныҡ асыҡҡан булған. Мин уға һурпа эсерҙем. Бына ҡара, туйҙы, һимерҙе хатта. Текелдәүенән тә туҡтап торҙо, ял итә. Батырға ла ял кәрәк ивет, атай!
Эсенә һурпа тултырыуҙан һандары һәм уҡтары бүрткән сәғәт, күп ашауҙан саҡ тын алып ятҡан малдай, бер-ике тығырланы ла тынды.
- Һанамай торһон. Әтеү мин һанай башлаһам, бармаҡтар етмәй ҙә ҡуя, аяҡтағыһын ҡушһам да етмәй ҡала. Ғүмерҙе һанап бөтөрмәй торһон.
Эскерһеҙлеге, нисек бар, шулай ҡабул итеүе менән танып белде донъяны Ғүмәр. Абынып китһә, һикереп тороп атлап китте, хаталарын төҙәтә-төҙәтә тормошто өйрәнде.
Бер көндө Нәғимдәр һуғыш уйынына йыйылды. Ҡанундарҙы боҙмайынса, командир, разведчик, һалдаттар тәғәйенләнде. Һәр береһе үҙ бурысын еренә еткереп башҡара, сөнки саҡ ҡына хилафлыҡ ҡылһаң, еңелдең тигән һүҙ. Дошмандарға бер кемдең дә бирешкеһе килмәй. Бөгөн Нәғимдең иң яратмаған көнө. Ни өсөнмө? Сөнки дошман булып уйнау сираты бөгөн уларҙа. Етмәһә, тел биҫтәһе Ғүмәр бергә. Өйҙән сыҡҡанда уҡ ҡустыһын тыйып килһә лә, һәр ваҡыттағыса, бер нәмәһен ләпелдәп, планды боҙасаҡ инде. Ниҙән ҡурҡһаң, шул алдыңа баҫа бит ул. Уйын барышында Ғүмәрҙе "тел" итеп әсирлеккә төшөрҙөләр. Тотҡондо алып китеп барғанда Сәғит үлән араһынан, башҡалар аңламаһын өсөн, руссалап:
- Жимай рот пять земля, ишеттеңме?- тип шыбырлап ҡалды.
Ғүмәргә ағас мылтыҡ терәгән разведчик был һүҙҙәрҙең "ауыҙыңды биш ерҙән ҡыҫ" тигәнде аңлатҡанын төшөнмәне лә шикелле. Ирендәрен ныҡ итеп ҡымтыған малайҙың арҡаһына ағас приклады менән еңелсә төртөп, штабҡа алып китте. Уның ҡарауы, Ғүмәр Сәғиттең ни әйтергә теләгәнен аңланы. Нисек тә булһа үҙҙәренекен һатмаҫҡа һәм ағаһының ышанысын аҡларға кәрәк уға. Биш йыл балыҡ Ғүмәр булып йөрөүе ярҙам итте, күрәһең. Төрлөсә ҡурҡытып һорау алып ҡараһалар ҙа, ләм-мим - ирендәр ҡымтылғайны. Шундай шәп һалдаттың дошмандар яғында булыуына үкенеп ҡуйҙы штабтыҡылар. Уны үҙебеҙҙең һалдат итеп күргеләре килде урам малайҙарының. Һуғыш ваҡытында тап шундай яугирҙар батыр булған бит. Был юлы Нәғимгә ҡустыһы өсөн ҡыҙарырға тура килмәне. Сәғит тә: "Пять земля, ивет!" -тип Ғүмәргә күҙ ҡыҫты.
Балыҡ Ғүмәрҙән тел биҫтәһе Ғүмәргә әйләнгән малай кәрәк саҡта өнһөҙ ҡалыуҙың да бик ҙур файҙаһы бар икәненә инанды. Һүҙҙәрҙе уйлап, ауыҙҙы самалап асып һөйләшергә күнекте ул. Һүҙең һирәк булһа, аҡылың зирәк булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ.
Тел оҫтаһы
- Отлично уҡырбыҙ,
Отлично эшләрбеҙ,
Отлично ял итербеҙ,
Отлично йәшәрбеҙ.
- Беренсе класс уҡыусыһы Сәлимов Ғүмәрҙе октябряттар сафына алырға!
Уртаһына Лениндың бала саҡ фотоһы төшөрөлгән ҡыҙыл йондоҙҙо түшенә ҡаҙағас, Ғүмәрҙең шатлығы күкрәгенә һыйманы. Бөтәһен дә "отлично" эшләргә вәғәҙә биргән малай өйөнә атлап түгел, осоп ҡайтты. Биш ҡанатлы был йондоҙҙоң бер хикмәте бар, ахырыһы. Әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ, кисереп бөткөһөҙ тойғолар, менеп еткеһеҙ хыял тауҙары алдына баҫты малайың. Ике йыл элек октябрят булған ағаһының йондоҙон да түшенә ҡаҙап ҡараны, әммә ул тиклем ҡыуанысын тапмағайны. Ә бында үҙеңдеке! Ниндәй бәхет! Тырышып уҡығыһы, емертеп эшләгеһе, кешеләргә яҡшылыҡтар ғына ҡылғыһы килде уның. Ҡойроғон болғап ҡаршыһына килеп сыҡҡан этен ҡосаҡлап сәләмләне, шатлығын бүлеште. Ике йәшлек Зәлифә һеңлеһе "тә-тә" тип йондоҙға ынтылғайны, Ғүмәр йәһәт кенә мәктәп кейемен сисеп, өҫкәрәк элеп ҡуйҙы. Белә ул үҙһүҙле һеңлеһен. Илап булһа ла үҙенә кәрәген таптырып өйрәнгән. Бәләкәстең иғтибарын икенсе яҡҡа борҙо:
- Әйҙә, Зәлифә, мин һиңә әкиәт һөйләйем.
Көн дә ағаһының ҡыҙыҡлы әкиәттәрен яратып тыңлаған ҡыҙыҡай мөкиббән китеп уға төбәлде. "Болон-болон" тип сәпәкәйләп ҡурсаҡтары эргәһенә аяҡтарын һуҙып ултыра һалды. Иң мөһиме, йондоҙ тураһында онотто. Әмәленә күрә ғәмәлен тапты Ғүмәр.
Бәләкәс булһалар ҙа, аталары Нәғим менән Ғүмәрҙе һәр ваҡыт үҙе менән урманға алып йөрөнө. Атанан күргән - уҡ юнған, малайҙары ауыл эшен белеп үҫһендәр. Утын әҙерләргәме, баҫыу кәртәләргәме, һунармы - был һөнәрҙәр егет кешене сыныҡтыра ғына. Ҡайҙа барһалар ҙа, Ғүмәр ҡыҙыҡһыныуын һүрелдермәне.
- Атай, был бесәнлек ниңә Ҡарамауыш тип атала икән?
- Элек ошо ерҙә ҙур ҡыуыш ҡарама ағасы үҫкән, олатайың шуға был яланды Ҡарама ҡыуыш тип исемләгән.
Бирйән тауының атамаһы нисек килеп сығыуын, Ташлуйҙың үҙенсәлеген, Артышйылға, Бейембәт яландарының тарихын аталары түкмәй-сәсмәй һөйләне улдарына. Малайҙарға бигерәк тә Үткәүелгә барыу оҡшай. Төрлө яҡҡа юлдар ошо бесәнлек аша үткәнгә шулай атағандар уны. Был яланды уратҡан күлдәрҙә балыҡ күп була. Иртүк һалынған ауға эркелешеп балыҡ эләгә. Уларҙы таҙартып алып ҡайтаһың да әсәйҙәре тәмле итеп ҡурып ебәрә - телеңде йоторлоҡ.
- Ауылдан ун саҡрым алыҫлыҡта Башэлгән тигән ялан бар, - тип һөйләне аталары бер көндө. Унан революция ваҡытында Блюхер ғәскәренең Каширин етәкләгән бер өлөшө үтеп барған һәм шул яланда ҡыҙыу бәрелеш булып, бик күптәрҙең ғүмере өҙөлгән. Ағасҡа эленгән башты күргәс, урындағы халыҡ был яланды шулай атаған. Ул яланда әле лә ҡылыстар табыла икән.
Атаһының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай Ғүмәр. Нәғим дә ҡыҙыҡһынып фараздарын килтерә:
- Ҡоҙғондар күп булғанға анау беҙ сапҡан яланды Ҡоҙғоноя тип йөрөтәләрҙер инде. Ә бына Көҙгөйорт, Арғышлау, Үрғышлау тигәндәре нимәне аңлата икән?
- Халҡыбыҙ элек күпләп мал аҫраған. Йәйҙәрен тирмәләр ҡороп йәйләп, малды шәп һутлы үләнле яландарға сығарғандар, ә ҡышын ҡышлауҙарға ҡайтҡандар. Шуға ла Йәйләү тигән ерҙәр һәр ауылда бар. Бына һин атаған исемдәр шул дәүерҙән ҡалған да инде, Нәғим улым.
- Беҙ эскән Ҡаран һыуы ни өсөн ҡышын да туңмай, йәйен һыуы теште һындырырлыҡ һалҡын икән?- быныһы Ғүмәрҙең һорауы.
- Иғтибар итһәгеҙ, балалар, Ҡаран һыуы бейек Өкө тауы аҫтынан урғылып сыға һәм, ағышы бик тиҙ булғанға, ҡыш көнө туңып өлгөрмәй. Һәм, шул уҡ сәбәп менән, ул йәй көнө йылынып өлгөрмәй, һалҡын килеш аға.
Атаһының һөйләгәндәре әллә ниндәй әкиәттәрҙән дә шәберәк. Ана нисек күпте белә ул. Моғайын, һәр ер-һыу атамаһының үҙ тарихы барҙыр әле. Ҡыҙыҡ...Атай кеше шул ваҡытта Ғүмәрҙең йөрәгенә ниндәй орлоҡ сәскәнен үҙе лә һиҙмәгәндер.
Малайҙарының ҡулына эш өйрәтһә, аңдарына тыуған ергә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныу һеңдерҙе.
Бер көндө әсәһе һөйләгән легенда тетрәндерҙе үҫмерҙе. Ҡолоҡай тауы тураһында ине ул. Бүреләрҙән өркөп, әсәһе менән тау үренә ҡасҡан ҡолоҡайҙың ҡамауҙа ҡалыуын һәм, йыртҡыстар тешенә эләкмәҫтән, ҡаянан һикереп һәләк булыуын ғүмерлеккә онотмаҫ булды малай. Шул тау эргәһенән үткәндә йәнасыҡҡа кешенләгән ҡолоҡай тауышы ҡолағында шаңдау булып яңғыраны, аяҡ аҫтында меҫкендең һөйәктәре яталыр кеүек тойолдо. Тормоштоң аяуһыҙлығын, ғәҙелһеҙлеген ошо ҡолон яҙмышында күҙалланы. Ә шулай ҙа бүреләрҙән тәғәмләнгәнсе, ҡаянан һикереүҙе өҫтөнөрәк күргән ғорур ҡолоҡайға һоҡланды, тауҙы уның иҫтәлегенә атауҙарына сикһеҙ һөйөндө.
Әҙәбиәт, тарих, география дәрестәрендә уҡытыусы һөйләгәндәрҙе йотлоғоп тыңлап, һорауҙар биреп, белгәндәрен өҫтәп, дәресте байытты Ғүмәр. Уның зирәклеге, күпте белергә ынтылыуы эҙһеҙ үтмәне - "Тел оҫтаһы" тигән ҡушамат алды ул. Район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, белемен үҫтерҙе, тәжрибә бүлеште, ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтте. Ер-һыу атамалары буйынса эҙләнеү-тикшеренеү эше республикала иң яҡшыһы тип танылғас, ҡанатланып, яңы һулыш алып был өлкәлә эшләүен дауам итте егет.
Ҡасандыр һөйләшә белмәгәнендә ваҡ ҡына аҡ таштарын уйнатып телен астырған таҙа, шаян Инйәр йылғаһына, тел асҡысы биргән тәбиғәткә рәхмәт йөҙөнән Ғүмәр Сәлимов йылдар үткәс ер-һыу атамалары, уларҙың тарихы, үҙенсәлеге тураһында бик күп фәнни эштәр яҙыр әле. Тел оҫтаһы ғәзиз тыуған ерен, кендек ҡаны тамған йәнтөйәген, бай тарихлы халҡын данлар. Телһеҙлек менән тел биҫтәлектең алтын урталығын тапҡан шәхес ысын тел оҫтаһы була ла инде.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА