«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛҒА ЕРЕКТЕРЕР ТӘҠДИМ
+  - 

Ауыл ерендә халыҡ һаны кәмемәһен, йәшәү шарттары яҡшырһын өсөн ниҙәр эшләргә була? Был турала күп уйланғаным бар һәм бер нисә тәҡдим-фекерем менән бүлешергә булдым.

Дәүләт тарафынан ауыл хужалыҡтарына бүленгән бик күп субсидиялар, гранттар менән башҡорт халҡы файҙаланмай тиерлек. Ни өсөн? Тәү сиратта, тәжрибә һәм юридик белем юҡлыҡтан, ҡайҙан һәм нисек тотоп башларға белмәгәнлектән киләлер был. Әммә бушаған ауыл ерҙәрендә үҙ эшен асыусылар, ер аҫты байлыҡтарын соҡорға әҙерҙәр табыла тора, һағалап ҡына торалар һымаҡ хатта. Бәлки, Себер яҡтарында һаулыҡтарын бөтөрөп эшләп йөрөгән йәштәрҙең елкәләренән тотоп алып ҡайтырға, эшләтергә кә-рәктер ул? Ошо мәсьәләне нисегерәк хәл итеү тураһында ла уйланһын ине ул беҙҙең етәкселәр.
Интернет селтәрҙәрендә милләттәштәрҙе берләштергән төрлө төркөмдәрҙә лә ошо турала яҙып ҡарағаным булды. Ләкин минең менән фекер алышыусы, комментарий яҙыусы кешеләр табылманы. Тәҡдимем шундай: бер нисә ауылға бер бәләкәй завод төҙөргә була. Мәҫәлән, һөт эшкәртеүсе завод төҙөтөп, унда ҡымыҙ, ҡаймаҡ, май, эремсек һ.б. етештереүҙе ойошторорға мөмкин. Шулай уҡ ит ризыҡтары етештереүсе, төрлө кәрәк-яраҡ өсөн тире һәм йөн эшкәртеүсе бәләкәй предприятиелар асырға булыр ине. Хайуандарға һәм ҡоштарға ашатыу йәки һабын эшләү маҡсатында һөйәктәрҙе эшкәртеү, яҫтыҡ һәм башҡа төрлө кәрәк-яраҡ өсөн тотонолған ҡанаттар менән эш итеүсе, банкаларға тултырып һатылған әҙер йәшелсә ризыҡтарын етештереүсе завод төҙөп ҡуйһаң да тик яҡшыға ғына булыр ине бит. Бындай заводтар булһа, кеше малды һәм ҡош-ҡортто күпләп аҫрар ине, моғайын. Юғиһә, ҙур предприятиеларға сеймал күп кәрәккәнлектән, файҙаһыҙға әйләнеп, пальма майы, соя ҡушып етештерә башлайҙар. Хәләл көсө менән тапҡанын һатып, аҡса эшләй алмаған ауыл халҡы өсөн дә был бәләкәй заводтар ҡулай ғына булыр, минеңсә. Тырыштар һәм йүнселдәрҙән күреп, быға тиклем илке-һалҡы йөрөгән һәм эскелеккә һалышҡандар ҙа насар ғәҙәттәренән арынып китер ине. Был бәләкәй заводтар юл сығымдарын да күпләп кәметер, тим. Сөнки 200 литр һөттө 100 км алыҫлыҡҡа ташығансы, уны күрше ауылдағы һөт эшкәртеү заводына алып барып тапшырыу ике яҡ өсөн дә файҙалыраҡ бит.
Был предприятиелар менән идара итеүселәр ауыл хужалығы белгесе булып, был өлкәләге һәм хоҡуҡ буйынса ла белемдәрен үҙ мәнфәғәтендә генә түгел, ә төрлө грант аҡсалары алыу, ауылдың инициативалы кешеләренә лә ошо юҫыҡта ярҙам итеү йәһәтенән дә эшләй ала. Кәрәкле кешеләр менән таныштыра, ҡала һәм ауыл халҡы араһында күпер һала...
Ваҡыт үтеү менән шулай урындағы халыҡ мәнфәғәте өсөн етештерелә башлаған продукция төрлө тармаҡ конкурстарында ҡатнаштырып, реклама яһап һәм башҡа юлдар менән таратылып, билдәлелек яулай һәм баҙарҙа үҙ урынын таба аласаҡ. Был рәүешле эшләһәк, ҡытайҙар беҙҙән үҙҙәре сығып ҡасасаҡ! Сөнки улар етештергән нәмәләрҙе һатып алыусы ла булмаясаҡ, халыҡ барыбер үҙебеҙҙең сифатлы аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға һәм башҡа әйбергә өҫтөнлөк бирер ине. Унан да бигерәк, ауылдаштар ҡалала 10 мең һум аҡсаға урам һепереүсе булып, йәки Себерҙә ишәккә әйләнеп эшләп йөрөмәҫ ине. Унда ла хәҙер берәү ҙә тоҡлап аҡса әҙерләп көтөп тормай. Ә иң мөһиме, әле бер ҡайҙа ла үҙ продукцияһын тәҡдим итә алмаған ауыл халҡының тормошон яҡшыртыр ине был.
Әлбиттә, бындай бәләкәй заводты ябай кеше төҙөй алмай, уларға кемдер инвестиция һалырға тейеш. Хәллеләр араһынан шундай кешеләрҙе эҙләргә кәрәк, ә эшселәрҙе ауылдарҙан да табып булыр. Бына беҙҙең ауылда Әхәт һәм Ғәлимйән Искәндәровтар ғүмер буйы фермала эшләне. Әхәт ағайҙың ауылда Мират Иманғәлин һәм Фидан Ҡунаҡбаев атлы типһә, тимер өҙөрҙәй ике кейәүе бар. Шулай уҡ төрлө иҫәп-хисапта уларға ярҙам итерлек Хисаметдин ағай Искәндәров йәшәй. Кемдең мейеһен, кемдең беләген эшкә егергә мөмкин.
Башҡорт ауылдарындағы бәләкәй заводтарҙың эске документацияһын башҡорт телендә алып барырға һәм шулай туған телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индерергә мөмкин. Кемгә кәрәк, шул аңлай. Әле лә ҡайһы бер ауылдарҙа өйөр-өйөр йылҡы аҫраусыларыбыҙ бар, улар өсөн ҡымыҙ етештереү нөктәһе асырға булыр. Шул ваҡытта халыҡ тупланыр, ҡалаға һаҫыҡ һауа һуларға ынтылмаҫ. Ошо эштәр башланһа, аграр университет та гөрләп торор, кеше эшһеҙлектән дә йонсомаҫ, хатта ауылда буйҙаҡтар кәмер ине. Эш булған ауылға йәштәр ағыласаҡ, ғаиләләр барлыҡҡа киләсәк, балалар тыуасаҡ. Шунда теләйҙәрме, юҡмы, барыбер мәктәп, клуб төҙөп ултыртасаҡтар, сөнки был халыҡ өсөн кәрәк. Бөгөн бөтә донъяла экологик яҡтан таҙа, сәләмәтлек өсөн файҙалы тәбиғи ризыҡҡа, кейемгә һәм башҡаһына ҙур иғтибар бүленгән заманда беҙҙең бындай бәләкәй заводтарыбыҙ реклама өсөн күп аҡса сарыф итмәйенсә, интерент аша ла билдәлелек яулап, киң таралып китә алыр ине. Ә башҡорт кешеһенә ата-бабалары ерендә ерегеп, тормошон яйға һалып йәшәп китеү өсөн ошонан да ҡулайы юҡ.

Фирҙәүсә ҒӘЗИЗОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru