«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

РЕСПУБЛИКАНЫ ТУРИСТ БУЛЫП БАЙҠАЙЫҠ
+  - 

Киләһе йылда Өфөлә тағы ла 10 туристик мәғлүмәт үҙәге асыу, уларҙың бер өлөшөнөң мобиль булыуы күҙаллана. Башҡортостан Башлығының туриндустрия вәкилдәре менән осрашыуында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ошо хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, бының өсөн Ростуризмдан федераль аҡса бүленә. "Беҙ шулай уҡ туристар өсөн мәғлүмәт таҡталарына, 70 төрлө йәрминкә ҡорамалдарына 20 миллион һум алырға тейешбеҙ. Был беҙгә теләһә ниндәй ерҙә кәсепселәр йәрминкәһен ойошторорға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ этноауыл өсөн 8 тирмә һатып алабыҙ", - тине Ратмир Мәүлиев. Республиканың туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев билдәләүенсә, Өфөлә экскурсия автобусы бик популяр, баш ҡаланың тарихи урындары буйлап йәйәү йөрөү ойошторолған.
Хәҙер республика туриндустрияһының туристарҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәре күп, бының өсөн улар яңы продукттар тәҡдим итә белергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Туркомпанияларҙың вәкилдәре "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһын айырым билдәләне һәм республика етәксеһенә тармаҡҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. "Оло быуын вәкилдәре Башҡортостаныбыҙ менән таныша, күптәре хатта тәүге тапҡыр Өфөгә йәки Торатауға барып ҡайтты. Улар бик ҡәнәғәт", - тине туркомпаниялар етәкселәре.
Киләһе йылда "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһы буйынса аҡса күләмен арттырыу планлаштырыла, был иһә өлкән йәштәге 20 мең яҡташыбыҙға республиканың гүзәллеген һәм күркәм урындарын күреп ҡайтырға мөмкинлек бирергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Быйыл ошо программа буйынса квота 10 мең кеше тәшкил итә. Ваҡиғалар туризмына күберәк иғтибар бүлергә һәм Стәрлетамаҡта "Сауҙагәр 2.0", "Бөрө алмаһы" кеүек ҡунаҡсыллыҡ фестивалдәрен, Бүздәк районында "Бәлешфест" милли аш-һыу фестивален уҙғарырға кәрәк, тип иҫәпләй республика етәксеһе. Радий Хәбиров "Торатау" геопаркын этаплап үҫтереү хаҡында ла һөйләне, быйыл шиханға менеү өсөн эко-баҫҡыс төҙөлөп бөтә, тау итәгендә таш музейын ойоштороу күҙаллана. Өфө тирәләй йылға круиздарын үҫтереү ҙә мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 492

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru