Үҙ эшен асыусылар был өлкәгә төрлөсә килә, ләкин уларҙың барыһын да үҙ көсөнә ышаныс, маҡсатына ынтылыш алға әйҙәй. Бөгөнгө әңгәмәсем - Силәбе өлкәһе Усть-Ҡатау ҡалаһы егете, Өфөләге "Аҡ бульдог" ветеринар клиникаһы етәксеһе Илдар ХӘСӘНОВҡа ла үҙ эшен асыу еңел бирелмәй, ләкин маҡсатлы егет уңышҡа өлгәшә һәм бөгөнгө көндә уның клиникаһы йорт хайуандары булғандарға яҡшы таныш. Уға үҙҙәренең дүрт аяҡлы дуҫтарын күрһәтергә, дауаларға Өфөнән генә түгел, ә тирә-яҡ район һәм ҡалаларҙан да килеүҙәрен иҫәпкә алғанда, тырыш эшҡыуар бик кәрәкле эш төрө һайлаған, тип ышаныслы әйтеп була.
Илдар, һине, күрше өлкәлә тыуып үҫкән егетте, Башҡортостанға ниндәй юлдар алып килде?
- Усть-Ҡатауҙа йәшәгән осорҙа бер нисә тапҡыр Өфөлә булырға тура килде. Ҡала миңә үҙенең йәшеллеге, кешеләренең ихласлығы, заманса булыуы менән оҡшаны. Дыуан аграр техникумында ветеринар фельдшер һөнәрен үҙләштергәндән һуң Силәбе ҡалаһында алты йыл ошо йүнәлештә эшләнем, ә күңел һаман Өфөгә тартылды. Шуға күрә эшләп бер аҙ тәжрибә йыйғас, Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға индем.
Өфө һине нисек ҡаршы алды?
- Ҡунаҡҡа ғына килеп ҡайтыу - бер, ә уҡырға, йәғни даими йәшәргә килеү бөтөнләй икенсе нәмә. Имтихандар тапшырырға Усть-Ҡатауҙан ҡараңғы төшкәс кенә килеп еттем. Мине үҙҙәрендә ҡабул итә алырҙай туғандар һәм таныштарҙың барыһы ла ҡапыл ғына бушамай булып сыҡты ла мин Өфө уртаһында яңғыҙым тороп ҡалдым. Документ тапшырып өлгөрмәгәс, ятаҡтан урын алып өлгөрмәнем, ҡунаҡханала ҡунырға аҡса яғы самалы, тимер юлы вокзалында ла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡарап ҡына тора. Аптырағас, ятаҡханала эшләүсе вахтер апайға мөрәжәғәт иттем. Әле булһа уға рәхмәтем ҙур, мине ҡыуып сығарманы, ятаҡхана коридорындағы эскәмйәлә бер төн йоҡларға рөхсәт итте. Икенсе көнөнә ятаҡтан урын бирҙеләр, мин имтихандар тапшырып, студент булып киттем. Ләкин бер уҡытыусы менән уртаҡ тел таба алмау һөҙөмтәһендә уҡыуҙы ташланым да Өфөлә ҡалып эшкә урынлаштым.
Юғары белемем булмау сәбәпле мине ветеринария өлкәһенә эшкә алманылар, шуға күрә төрлө урындарҙа эшләнем: элемтә салонында оператор, бармен һәм башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙем. Тәүлегенә 18-әр сәғәт эшләргә тура килде, сөнки коммуналь фатирҙағы ҡуртымға алған бер бүлмә өсөн түләргә һәм ашарға-кейенергә лә кәрәк ине бит.
Тормош һиңә үҙең яратҡан һөнәр буйынса эшләү мөмкинлеге биргән шулай ҙа...
- Яҙмыш ҡушыуымы, әллә үҙемдең ныҡышмалыҡмы, бәлки, икеһе бер юлы тура килгәндер, шулай ҙа үҙемдең һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Бер мәл ветеринар табип кәрәклеге тураһында иғлан күҙемә эленде лә, юғары белемем булмау сәбәпле, мине алыуҙарына әллә ни өмөт итмәй генә шунда барҙым. Табип бик ныҡ кәрәк булғандыр инде уларға шул ваҡыт, тәжрибәм булыуын иҫәпкә алып, мине эшкә алдылар. Мин унда хирургик операциялар ҙа эшләнем, терапия йәһәтенән дә ҡабул итеүҙәр алып барҙым, хайуандарға уколын да ҡаҙаным һәм башҡа төрлө медицина хеҙмәте күрһәттем.
Ләкин барыбер юғары белем алыу мөһим ине, шуға күрә алты йылдан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетының "Ветеренария" йүнәлеше буйынса яңынан уҡырға индем. Уҡыған саҡта ла, диплом алғас та шул шәхси ветеринар клиникала эшләүемде дауам иттем. Юғары белемем булмаһа ла, миңә ышанып эшкә алған клиника хужаһына, бергә эшләгән коллегаларыма рәхмәтем сикһеҙ.
Ветеринария өлкәһендә эшләүселәр күп, ләкин уларҙың барыһы ла үҙ клиникаһын асырға йөрьәт итмәй. Һин был ҡарарға нисек килдең?
- Бала саҡтан хайуандар менән эшләргә, уларға ярҙам итергә теләнем. Бигерәк тә миңә ҡош, эт, бесәй һәм башҡа ошондай бәләкәй хайуандар оҡшай ине. Үҙемде бер ҡасан да мөгөҙлө эре мал менән эшләйем, тип күҙ алдына килтермәһәм дә Силәбелә төрлө мал һәм хайуандарға медицина ярҙамы күрһәтергә тура килде. Әлбиттә, был тәжрибә менән байыта, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра һәм оҫталыҡты нығыта. Силәбелә эшләгән ваҡытта уҡ үҙемдең клиника тураһында хыялландым һәм, ниһайәт, 2018 йылда уны тормошҡа ашырҙым.
Иҡтисади көрсөк йылы, кеҫәлә 60 мең һум аҡса, елкәлә ипотека. Клиника өсөн бүлмәгә айлыҡ ҡуртым хаҡы 30 мең һум, етмәһә, ике айға бер юлы түләргә кәрәк ине. Күптәр эшен юғалтып, фатир өсөн түләй алмайынса, унан яҙып, бик ауыр хәлдәргә тарыған ваҡыт булыуына ҡарамайынса, тәүәккәлләнем һәм оттом, эшем алға китте. Әлбиттә, үҙ клиникамды асыуға минең ветеринария өлкәһендә әҙме-күпме билдәле исемем бар ине, йылдар дауамында туплана барған клиенттар базаһы булыуы ла үҙенең ыңғай ролен үтәне.
Тәүге ваҡыттарҙа үҙемдең клиниканан тыш, тағы ла ошондай уҡ өс урында эшләнем. Йоҡо эләкмәне, айына ике көн ял итә инем, баш баҫып эшләнем дә эшләнем. 2,5 йыл ярым тирәһе ошондай темпта эшләнем. 9 ай клиникамда бер үҙем эшләгәндән һуң ярҙамсылар алдым, хәлем әҙерәк еңеләйеп ҡалды, ләкин үҙемә алған темптан төшмәнем. Сөнки минең алда ипотеканы тиҙерәк түләп бөтөргә, клиниканың эшен йәнләндерергә тигән мотив булды һәм мин ал-ял белмәйенсә үҙ маҡсатыма табан барҙым.
Әлеге ваҡытта миндә тулы штат табиптар эшләй, мин берәйһен алмаштырыуға йәки шәхсән миңә яҙылғандар өсөн генә эшкә сығам. Шулай ҙа клиника балам һымаҡ, тип әйтәйемме, унан ситтә оҙаҡ була алмайым, фатирым да яҡын булғас, һәр ваҡыт килеп-китеп йөрөйөм.
Үҙ эшеңде асыр алдынан иң ҡурҡытҡаны нимә булды?
- Үҙ-үҙемдә эште алып барып сығара алмаҫмын, эшем алға китмәҫ һәм мин "янырмын", тигән тойғоға тәрәнәйергә, уға йөрәгемдә тамыр йәйеп, миңә аяҡ салыу ихтималлығына ҡаршы тороу булғандыр, тип уйлайым. Шикләнеү тойғоһо маҡсатты "баҫты" икән, эштең уңышһыҙ булыуына аҙым яһалды, тигән һүҙ.
Ярҙам итеүселәрең булдымы?
- Эшемде башлағанда дуҫтарым ныҡ ярҙам итте - кемдер ремонт эшләште, икенселәре үҙ аҡсаларына клиника өсөн кәрәк-яраҡ алды һәм, иң мөһиме, улар тарафынан рухи ярҙам көслө булды. Әгәр ҙә һинең яныңда башланғыстарыңды хуплап, алға әйҙәп тороусылар булһа, эштәр бермә-бер яҡшы бара. Ә киреһенсә, эштең барып сығырына шикләнеү белдереп, һәр ваҡыт нимәгәлер зарланып йөрөгәндәр менән дуҫ булһаң, ысынлап та, бер нәмә лә килеп сыҡмауы мөмкин. Шуға күрә ундай "дуҫтарҙан" йыраҡ торорға кәрәк.
Хеҙмәткәрҙәрҙе нисек һайлап алаһың?
- Бер кем дә, нисә уҡыу йорто тамамлаһа ла, эштең бөтә нескәлеген яҡшы белеп бөтмәй. Ысын профессионалды әүәләү оҙайлы процесс. Шуға күрә, әгәр ҙә миңә килгән кешелә потенциал күрәм икән - эшкә алам. Намыҫлы кешеләрҙе, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандарҙы хөрмәт итәм.
Барыһы ла хайуандарҙы яратмай. Ундай кешеләр ветеринария өлкәһендә эшләй аламы?
- Ә башҡа өлкәлә бөтәһе лә үҙ эшен мөкиббән китеп яратып башҡарамы ни? Ҡайһы саҡта хеҙмәт урынын күрә алмайҙар, ә йылдар дауамында эшләүҙәрен дауам итәләр. Ветеринарияла ла шулай: уны ла бары эш итеп кенә ҡарарға кәрәк. Бына мин үҙемде хайуандарҙы ныҡ яратам, тип әйтә алмайым, шул уҡ ваҡытта мин уларҙы күрә алмайым түгел - уртаса мөнәсәбәттәмен. Ләкин был миңә ошо өлкәлә эшләргә ҡамасауламай. Әлбиттә, хайуандарҙы күрә алмағандар була, ундайҙарға ветеринар булыу ҡәтғи тыйыла, сөнки күңелдә уларға ҡарата миһырбанлыҡ, шәфҡәт булмаһа, әллә ниндәй дарыуҙар ҙа йүнәлтергә ярҙам итмәйәсәк.
Беҙҙең эштә иң мөһиме - күңел матурлығы, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға, ҡоштарға ҡарата мәрхәмәтлек. Улар беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға, ярҙамға мохтаж, шуға күрә, әгәр ҙә беҙ, кешеләр, ярҙам итмәһәк, улар нимә эшләр...
Үҙ эшеңде асыу һиңә нимә бирҙе?
- Рухи ҡәнәғәтлек, хыялымды тормошҡа ашыра алыуыма ғорурлыҡ, финанс именлек. Мин бер кемгә лә буйһонмайым, үҙемә үҙем хужа, карталағы аҡсамды тинләп һанамайым, теләгән илгә ял итергә бара алам. Быларҙың бөтәһе лә миңә үҙемдең тормошомдан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп йәшәргә булышлыҡ итә.
Илдар, интернет селтәрендәге баһаламаға ярашлы, Өфөләге 70-тән ашыу ветеринария клиникаһы араһында һеҙ тәүге баҫҡыста тораһығыҙ. Клиниканың баһаһын (маркаһын) нисек тотаһың?
- Бының әллә ниндәй йәшерен һәм ҙур сере юҡ. Эшеңде яратырға һәм уны сифатлы башҡарырға, ихлас йөрәкле, кешелекле булырға.
Шулай итеп...
Илдарҙы күптән беләм. Бер ҡасан да, ниндәй ауыр ваҡыттарында ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, ауыр уйҙарға батып, бойоғоп йөрөмәгән, һәр нәмәгә үҙенең төплө ҡарашы булған, үҙ фекерен әйтергә бер ҡасан да ҡурҡмаған башҡорт егете. Эшкә шәп, ярҙамсыл, юморға бай эшҡыуар ул. Артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА