Күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙын Учалы районында белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Бик күп быуын балаларының беренсе уҡытыусыһы булһа, икенселәренә ауыл советы етәксеһе, кемгәлер яҡын туған, изге күңелле кәңәшсе, йәмәғәт эштәрен йөкмәгән абруйлы ауылдаш, хөрмәтле Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булараҡ та танылған шәхес.
Аҡыллы һүҙе, эске күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған оло йәштәге ил инәһенең башҡарған эштәрен һанап та бөтөрлөк түгел. Абруйлы уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп, 40 йылдан ашыу нисәмә быуын балаларына белем биреүе менән хөрмәт ҡаҙанған ветеран уҡытыусы бөгөн дә алғы сафта, үҙенең әүҙемлеге менән башҡаларға өлгө булып та тора. Тормош иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы менән өс балаға тәрбиә биреп, бәхетле өләсәй-олатай булып көн иткән йорт та Көсөк ауылында "Өлгөлө йорт" исемен юҡҡа ғына йөрөтмәй. "Ауылым уңғандары" республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булған Ғариповтар йорто ысын мәғәнәһендә эшһөйәрлек үрнәге булып тора. Яҙын сәскәләргә күмелгән ихатала тынғыһыҙ хужаларҙың бар булмышы сағыла: ауылға нур сәсеп, күңел йылылығын ихлас бүлешеп көн иткән йорт үҙенә тартып, балҡып тора.
Ауылдың күркәмлеген арттырып, манараһы нур сәсеп, төҙөлөп бөтөп килгән яңы мәсет Рәсүл Аллабирҙе улының тыуған йорто. Ғаилә менән кәңәш ҡороп, Көсөк ауылында ла иман йортон булдырыу өсөн төп йортто мәсет өсөн яңынан тергеҙә Ғариповтар. Балалары менән бергә тынғыһыҙ хужалар күркәм иман йортон эшләп бөтөрөүгә бөтә көстәрен бирә, ауыл халҡы ла, ҡулдан килгәнсә, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Иман барҙа - әҙәп бар, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһын белеп, күңел түрендә иманды үҙ иткәндәр көн итә Көсөк ауылында.
Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы етәкләгән Көсөк ауылы Ағинәйҙәр ҡоро ағзалары - улар ысын мәғәнәһендә ауылдың ағинәйҙәре. Ауылдың көндәлек йәшәйешендә уларҙың башҡарған эштәре ауылдаштары менән тығыҙ аралашып, ҡәҙимге тормошта ҡайнап йәшәүҙәре менән ҡиммәтле. Ауылға йәш килен төшөргәндәме, егеттәр ил һағына киткәндәме, кире ҡылыҡтары менән донъя биҙҙереп яңылышҡандармы, ауылдағы әҙәп, иплелек, таҙалыҡмы - барыһына ла өлгөрә тынғыһыҙ ағинәйҙәр. Абруй ҡаҙанған ағинәйҙәр һүҙе лә ауылда үтемле, уларға барыһы ла оло хөрмәт менән баға.
Тамырҙарын барлап, бөгөнгөһөнә хөрмәт менән ҡарағандарҙың ғына киләсәге яҡты, өмөтлө, тиҙәр. Был йәһәттән ағинәйҙәрҙең бигерәк тә тыуған ере өсөн ҡорбан булған батырҙар хаҡында хәтирәләрҙе йәш быуын күңеленә еткереү, оло шәхестәребеҙ өлгөһөндә үҫтереү, бөгөнгө йәш быуында рухи ҡиммәттәргә хөрмәт тәрбиәләү йүнәлешендәге эштәре баһалап бөткөһөҙ. Улар Көсөк ауылында данлыҡлы яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың йорт музейында ойошторолған барлыҡ сараларҙы мауыҡтырғыс, тәрән йөкмәткеле, ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмаҫлыҡ итеп үткәрә белә. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, комбриг Мортазин ғаиләһенең яҙмышы хаҡында улар көйләгән бәйет юлдары һәр кемдең күңеленә үтеп, шанлы йылдарға алып китә.
Үҙ шәхестәрен ҙурлаған халыҡ ҡына оло хөрмәткә лайыҡ. Әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ эш алып барған ағинәйҙәр үҙҙәре лә, ошо халыҡ вәкилдәре булараҡ, оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәйҙер дан өсөн, йәки хаҡ өсөн түгел улар башҡарған эштәр, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса барыһы ла һәм ҡиммәте киләсәк быуындар алдында баһалап бөткөһөҙ. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре "Туған тел илселәре" акцияһы сиктәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, батыр улдары хаҡында мәғлүмәтте киңерәк таратыу маҡсатында виртуаль музей булдырыу өсөн Көсөк ауылының Муса Мортазин музейында уның яҙмышы хаҡында фильм төшөрҙө. Фильм өсөн материалдар әҙерләүгә, ойоштороу эшенә лә Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы һәр ваҡыттағыса ижади һәләте менән күп көсөн бирҙе. Ағинәйҙәре менән берҙәм булып күркәм сығыш яһанылар. Виртуаль музейға сәйәхәт итеп, башҡорт халҡының данлы улы Мортазин хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн төшөрөлгән фильмдың йөкмәткеһен батырҙың туғандары сығышы, Озерный урта мәктәбе уҡыусылары, журналист, ҡаһарман ил батыры хаҡындағы "Муса Мортазин - халҡымдың улы" китабы авторы Рәүеф Шәһиевтың сығыштары ла байытты.
Күңелдәрендәге яҡшылыҡ нурҙарын иман нуры аша тирә-яҡҡа йомарт өләшкән пак күңелле, уңғанлығы менән республикала дан алған, хеҙмәтенә күрә хөрмәтен күреп, изгелек орлоҡтары һибеп йәшәгән Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы һәм Рәсүл Аллабирҙе улы рухи ҡиммәттәрҙең ни тиклем баһалы икәнен иҫбат итеп көн итә. Кешелеклелек нуры ағинәйҙәр һүҙе аша күркәм ғаиләләр өлгөһө булып тирә-йүнгә тарала икән, ошондай ябай кешеләрҙең оло хеҙмәте менән рухи ҡиммәттәрҙең мәңгелек икәнен тормош үҙе үк күрһәтеп тора.
Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Учалы районы.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА