«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕНӘН МӘХРҮМ БУЛМАҺЫН БАЛА!
+  - 

Республика Башлығы Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исемен алыусы Х.Кинйәбаева менән.

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙғарылды. Унда Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 280-дән ашыу мәғариф хеҙмәткәре ҡатнашты. Ике көн дауам иткән сараға йомғаҡтар "Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы түңәрәк ҡорҙа яһалды.

Форумдың тәүге көнөндә башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыу, был юҫыҡта алдынғы эш тәжрибәләрен өйрәнеү, заман технологияларын ҡулланып эшләү кеүек мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған мәғариф кластерҙары һәм түңәрәк ҡорҙар ойошторолдо. "Smart мәктәптәр. Полилингваль һәм билингваль белем биреү", "ZA Россию. ZA Башкортостан. ZA родной язык", "Мәғариф флагмандары. Башҡорт теле", "Белем биреү мөхите. Туған телдәр", "Туған телдәр медиакиңлектә. Перезагрузка", "Балалыҡ территорияһы" тигән тематик бүлектәр буйынса һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, тәжрибә, яңылыҡ ишетте. Ә бына "Мәктәпкәсә белем биреү һәм ғаилә тәрбиәһе", "Инновацион милли һәм полилингваль мәктәптәр", "Дөйөм һәм һөнәри белем биреү системаһында башҡорт теле", "Дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһында туған телдәр", "Этномәҙәни һәм патриотик тәрбиә" темаларына арналған фекер алышыу майҙансыҡтарында һәр ҡатнашыусы үҙ ҡарашын белдерә, борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып кәңәшләшә, коллегаларының фекерен ишетә һәм уртаҡ тел таба алды. Әйткәндәй, был ҡорҙарҙа яңғыраған иң актуаль һорауҙар һәм ҡарарҙар форумдың икенсе көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу ваҡытында тағы бер ҡат күтәрелде һәм, ғәҙәттәгесә, береһе лә яуапһыҙ ҡалманы.
Туған тел уҡытыусылары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтеп, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Насибуллинды телгә алды һәм Ватанын һаҡлар ир-егеттәрҙе тәрбиәләүҙә педагогтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Һәм илһөйәр, телһөйәр, берҙәм быуын тәрбиәләү буйынса эштәрҙе дауам итеү маҡсатында был форум йыл һайын үткәрелергә, Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә кәрәк, тип билдәләне. Был юлы Радий Хәбиров үҙ сығышында республикала полилингваль белем усаҡтарына айырыуса ҙур иғтибар бүлде. "Уларҙа беҙ телдәрҙе өйрәнеүгә ихтыяжды арттырабыҙ, яңы уҡытыу алымдарын индерәбеҙ. Республикала бындай дүрт гимназия эшләй. Учалыла ошондай бишенсе учреждениеның төҙөлөшөн барып ҡараным. Быйыл беҙ Әбйәлил районында полилингваль гимназия төҙөй башлайбыҙ. Шулай уҡ удмурт полилингваль гимназияһы буйынса проектҡа тотонасаҡбыҙ. Бында мәсьәлә кирбес стеналар төҙөп ултыртыуҙа түгел, ә шунда уҡырға теләүсе балалар һәм белем бирергә әҙер уҡытыусылар булыуҙа", - тине Радий Фәрит улы. Шулай уҡ республика Хөкүмәтенең бындай алдынғы белем усаҡтарында заманса уҡыта алырҙай кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә етди ҡарашы сағылды был сығышта: полилингваль гимназия педагогтарының квалификацияһын арттырыу маҡсатында стажировкалар үтеүенә аҡсалата ярҙам буласаҡ. Бынан тыш, яҡын-тирәләге сит илдәрҙең ошондай уҡ учреждениелары менән даими тәжрибә уртаҡлашып тороу өсөн киләһе йылда халыҡ-ара кимәлдәге сара уҙғарырға тәҡдим итте республика етәксеһе.
Полилингваль гимназиялар асылған тәүге йылдарҙа халыҡтың ҡарашы төрлө булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡалалағы белем усаҡтары ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта башҡорт телендә лә уҡытҡан алдынғы учреждение булыуҙарын иҫбатлай алды. Мәҫәлән, Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се "СМАРТ" республика полилингваль күп профилле гимназияһында быйыл башҡорт-инглиз йүнәлешендәге төркөмгә 38 беренсе синыф уҡыусыһы ҙур конкурс үтеп йыйылған. "Тәүге тупланған бындай төркөм балалары быйыл 3-сө синыфта уҡый, улар башҡорт, урыҫ, француз һәм инглиз телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнә. Быйыл 2-се синыфта булған бер класс шулай уҡ инглиз-башҡорт төркөмө иҫәпләнә, улар был телдәрҙе 3-әр сәғәт уҡый. Быйыл тағы ла инглиз-башҡорт класына балалар йыйҙыҡ. Беҙгә бөгөн иң мөһиме бер нисә тел белгән, юғары тәжрибәле педагогтар кәрәк. Мәҫәлән, математиканы урыҫ һәм инглиз телдәрендә, йәмғиәтте өйрәнеү предметын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә уҡыта алырлыҡ белгес булыуы бик мөһим, шулай уҡ күп телдәр белгән башланғыс синыф уҡытыусыларына ла мохтажлыҡ бар. Радий Фәрит улына был турала әйттек, ул үҙе лә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә иғтибар бүләсәген белдерҙе. Ә бына форум барышында беҙ эшләгән майҙансыҡта Ҡаҙандың полилингваль гимназия-интернаты директоры килгәйне, уларҙың тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы тойолдо: был гимназияла тик ҡыҙҙар ғына белем ала. Уларға төрлө телдәрҙе өйрәтеү генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға тормошта кәрәк буласаҡ аш-һыу бешереү, ҡул эштәре оҫталығы, мода кеүек үҙенсәлекле дәрестәр ҙә ҡаралған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милләтте һәм ғаиләлә телде һаҡлауҙа төп ролде уйнауын иҫәпкә алғанда, бындай тәжрибәнең һөҙөмтәләре уңышлы ла булыр кеүек", - тип фекерҙәре менән бүлеште белем усағы етәксеһе Наил Әминев.
БР мәғариф министры Айбулат Хажин республикала дәүләт телдәрен уҡытыу буйынса эш һөҙөмтәләренә ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм быйыл башҡорт дәүләт теле уҡытыу программаһының төп өлөшөнә индерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Башҡортостан үҙ мәктәптәрендә ике дәүләт телендә лә уҡытыуҙы ойошторған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы, республика уҡыусыларының 75 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. 97 процент уҡыусы теге йәки был телде туған тел булараҡ һайлап белем ала. Шулай итеп, республикала балаларҙың туған телен өйрәнеүгә конституцион хоҡуҡтары яҡланған", - тине министр. Уның сығышын тыңлағандан һуң Радий Хәбиров мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм туған тел уҡытыусыларына бирелгән матди ярҙам күләмен арттырырға ҡушты.
Форум барышында башҡорт телен уҡытыуҙы заманса ойоштороу, яңы алымдар, цифрлы технологиялар мөмкинлектәрен ҡулланыуға ла ҙур иғтибар бүленгәйне. Республиканың төрлө белем усаҡтарының һәм балалар баҡсаларының бындай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында күргәҙмәләр ойошторолдо. Уларҙа Өфө ҡалаһының 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең үҙ ҡулдары менән булдырған күрһәтмә-ҡулланыу әйберҙәре, Башҡорт дәүләт университеты проекттары, баш ҡаланың йәкшәмбе мәктәптәре һәм башҡалар ҡатнашты. Гәзитебеҙҙә күптән түгел сығыш яһаған "Якласс" цифрлы белем биреү сығанағының төбәктәге вәкиле Морат Ишемғолов менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса проектты тормошҡа ашырыусы педагогтарҙың береһе, Борай 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева ла үҙҙәренең эш тәжрибәһен күргәҙмәлә сағылдырҙы. "Форумда коллегаларыма "Якласс" тураһында һөйләнем һәм эшебеҙҙе еңеләйтеү маҡсатында был платформаның ни тиклем уңайлы булыуын аңлаттым. Элек башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса шундай заманға ярашлы яңылыҡтар булмауы бәкәлгә һуға торғайны, хәҙер эшебеҙҙе төрләндерә һәм еңелләштерә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра алабыҙ. "Якласс" бигерәк тә дистанцияла уҡыған саҡта ярҙам итте. Артабан да башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ошо цифрлы сығанаҡты ҡулланыу мөмкинлектәрен арттырыу йәһәтенән эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ", - ти Ләйсән Ришат ҡыҙы.
Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ошо юҫыҡта оҙаҡ йылдар тырышып эшләгән, киләсәк быуындарҙы телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һалған педагогтарҙы тәбрикләп тә үттеләр. Улар араһында барыбыҙға ла оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһын етәкләгән директор булараҡ билдәле Гөлназ Әхмәҙиева Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды, был гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Игелекова Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһынан педагогик хеҙмәт ветераны Хәҙисә Кинйәбаева Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы йылдағыса бик мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ил етәкселәре араһында бәйләнештәр булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам иткән мөһим майҙансыҡ булыуын иҫбат итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың үҙ сығышында туған телде йәш быуынға өйрәтеп үҫтереү ғаиләнән башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыуы бушҡа түгел. Мәктәптәр төҙөлөр, уҡытыу ойошторолор, әммә бөгөн атай-әсәйҙәрҙең аңлы булыуы, балаларын үҙ туған теленән мәхрүм итмәүе бигерәк тә актуаль булып ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 266

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru