«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘЫУСЫНЫ ДАНЛАУ КИТАПТЫ ДАНЛАУ УЛ
+  - 

"Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшөнә арналған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Таңсулпан Ғарипова - күренекле прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. "Таңсулпан Ғарипова - ысын халыҡ яҙыусыһы, уҡыусыларҙың һөйөүе һәм ихтирамы быны дәлилләй, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. - Белеүегеҙсә, "Бөйрәкәй" романы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң уҡымлы әҫәр булып тора. Әлбиттә, яҙыусының иғтибарға лайыҡ әҫәрҙәре байтаҡ. Уның китаптары һүҙ оҫталығы өлгөһө генә түгел, уларҙы табип, социолог менән сағыштырырға мөмкин, сөнки улар кешенең күңелен сағылдыра. Тап шуға ла йәмғиәттә киң сағылыш таба. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына хеҙмәте һәм ижады өсөн ихлас рәхмәтлебеҙ".
Азат Шамил улы яҙыусыға ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ижади уңыштар теләп, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған конференцияға республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, музейҙары, китапханалары, театрҙары етәкселәре һәм белгестәре, журналистар, яҙыусылар, шулай уҡ Мәскәү, Силәбе, Чечен Республикаһы, Тыва, Удмуртия, Алтай, Чехия һәм АҠШ-тан вәкилдәр килгәйне.
- Был конференция минең ижадымды ғына түгел, ә башҡорт әҙәбиәтен, Башҡортостан халҡын, китапты данлай тип иҫәпләйем. Шуға күрә яҙыусыларға халыҡтың рухын күтәргән һәм кешеләрҙе бөйөк ҡаҙаныштарға илһамландырған әҫәрҙәр ижад итергә кәрәк. Әгәр миңә 25 йәш булһа, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләй башлар инем. Ләкин миңә 75 йәш, алда бөтә томдарҙы сығарыу бурысы тора, - тине Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова.
Конференция аҙағында резолюция ҡабул ителде. Ойоштороусылар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына "Өфөнөң почетлы гражданы" исемен биреүҙе юллай. Уның "Бөйрәкәй" китабы буйынса спектаклдәрҙе республика театрҙары репертуарына индереү, киносериал төшөрөү, авторҙың һайланма әҫәрҙәрен рус телендә баҫтырып сығарыу һәм яҙыусының тыуған яғында - Баймаҡ районында Таңсулпан Ғарипованың кабинет-музейын асыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына айырым бина биреү мөһим пункттарҙың береһе булды, әлеге ваҡытта Әҙәбиәт музейы Достоевский урамындағы 160-сы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Яҙыусылар союзы, "Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт" ойошмаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 451

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru