Белем биреү программалары берҙәм буласаҡ. РФ Дәүләт Думаһы шундай ҡанун ҡабул итте. Был "алтын стандарт" тип аталған программаларҙы РФ Мәғариф министрлығы 1 ғинуарға тиклем эшләргә һәм раҫларға, ә киләһе уҡыу йылынан барлыҡ мәктәптәр улар буйынса уҡый башларға тейеш. Программаларҙы эшләгәндә төбәк, милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәр иҫәпкә алынасаҡ һәм бының өсөн төбәк властары ылыҡтырыласаҡ.
Бынан тыш, дәреслектәр эшләүҙең яңы тәртибе булдырыласаҡ, йәғни дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптарын Мәғариф министрлығы сығарасаҡ, ведомство шулай уҡ авторҙар коллективын раҫлаясаҡ. Федераль дөйөм белем биреү программалары барлыҡ предметтар буйынса эшләнәсәк, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре мотлаҡ буласаҡ, мәҫәлән, башланғыс мәктәптә рус теле һәм тирә-яҡ мөхит, урта звенола - рус теле, рус әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре. Шулай уҡ федераль эш программаһы һәм тәрбиә эше буйынса федераль календарь план да мотлаҡ буласаҡ.
Темаға аңлатма:
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, мәғариф буйынса комитет ағзаһы: Берҙәм программа булыуы бик уңайлы, сөнки бала ниндәй мәктәптә уҡыһа ла, шул уҡ рус телеме, математика, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүме, башҡа предметтармы - улар барыһына ла бер программа, бер үк әсбаптар буйынса алып барыласаҡ. Икенсенән, был финанс йәһәттән отошло, сөнки китаптар сығарыу арзаныраҡҡа төшәсәк. Быға тиклем төрлө авторҙар коллективтары яҙған бер нисә төрлө китап булып, уларҙың һәр береһенә аҡса түләнә һәм был бик бәкәлгә һуға ине. Өсөнсөнән, берҙәм белем биреү мөхите тигән төшөнсә бар. Йәғни, әсбаптар ҙа бер төрлө булырға тейеш. Ә совет заманын алып ҡараһаҡ, Мәғариф министрлығы яҡынса белем биреү программаларын эшләй ине. Яҡынса булғас, һәр бер мәктәп, автономиялы булараҡ, һәр дәрес буйынса үҙенең ҡарарын ҡабул итте.
Тағы ла бер мөһим мәл: бөгөн контроль-баһалау материалдары (контрольно-измерительные материалы) - ОГЭ, ЕГЭ һорауҙары, йәғни элеккесә әйтһәк - билеттар, ошо программа нигеҙендә бер төрлө буласаҡ. Был бик мөһим, сөнки быға тиклем ЕГЭ, ОГЭ һорауҙары төрлө әсбаптар буйынса төҙөлөп, ҡайһы ваҡыт балалар уҡымаған китаптағы һорау эләгеүе мөмкин, йәғни ғәҙеллек юҡ ине.
Берҙәм китаптар тураһында һүҙ йөрөткәндә, улар нигеҙ стандарты булып тора, унда бирелгәндән кәмерәк уҡытырға ярамай. Ә бына уҡытыусы өҫтәп нимәлер өйрәтергә теләй, ваҡыты ҡала, балалар өлгөрә, хеҙмәт юлы осоронда барлыҡҡа килгән авторлыҡ методикалары бар икән, ул, әлбиттә, өҫтәп ошо үҙенең мәғлүмәтен бирә ала. Йәғни ижади ҡарашлы уҡытыусылар бер сиккә индерелмәй, уларға ижади эшләү өсөн мөмкинлек тә бирелә.
Туған телдәрҙе уҡытыуға килгәндә, комитет ултырышында министр урынбаҫарынан мин был мәсьәләне күтәреп, шәхсән һораным һәм бында бер ниндәй үҙгәрештәр булмаясаҡ, тигән яуап алдым. Туған телдәр бығаса нисек уҡытылып килгән, шулай ҡаласаҡ. Милли мәктәптәрҙә булған әсбаптар ҙа элек нисек булған, шулай уҡ төҙөләсәк. Әле, Аллаға шөкөр, был эш юлға һалынды, яйлап федераль исемлеккә индерелә башланылар. Был эш артабан да дауам итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, белем биреү системаһында яңы ФГОС-тар ҡулланыла башланы. Республикала бер нисә милли ойошма БР Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итеп, алты варианттан, милли республика булараҡ, икенсе вариантты һайларға тәҡдим иттек. Башҡа варианттарҙа туған телдәр юҡ. Һәм туған тел мотлаҡ уҡытылырға тейешле предмет. Әммә уларҙың ҡайһыһын һайлауҙы ата-әсәләр хәл итә һәм уларҙың ғаризаһына ярашлы төркөмдәр туплана.
Ғөмүмән, был программаны бик ыңғай үҙгәреш тип һанайым, шуны ла әйтеп үтер инем: был уҡыу йылын беҙ бик уңышлы башлайбыҙ, сөнки тағы ике ҙур эш эшләнде. Беренсеһе, "РФ Мәғариф тураһында" федераль закондан "хеҙмәт күрһәтеү" тигән төшөнсәне алып ташланыҡ, һәм уҡытыусылар тултырған документтар һанын кәметеп, уларҙы 5 кенә итеп ҡалдырҙыҡ. Былар барыһы ла уҡытыусының тормошон еңеләйтеү маҡсатында эшләнгән аҙымдар.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА