«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАРЛЫ ТҮГЕЛ ОЛПАТ УҘАМАН
+  - 


Яңғыҙ ғүмер иткән ирҙәр... Һәр ауылда ла бар улар. Юҡ-юҡ, өйләнмәй ҡырҡты, иллене уҙып барғандар хаҡында әйтмәйем, йәки ғәйеп үҙҙәрендә булып, ҡатынын айырып, яңғыҙ йәшәгәндәрҙә лә эшем юҡ. "Бергә-бергә - ғүмергә" тигәндәй, өйләнешеп, йорт һалып, матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, балҡытып тормош көтөп ятҡанда, ҡатынын юғалтып, яңғыҙ тороп ҡалған ирҙәр, олпат ағайҙар хаҡында һүҙем.

Ундайҙарҙы мин үҙебеҙҙең Бөрйән районы буйынса күп беләм, күптәре менән аралашам. Шуны аңғарам: ҡатындары имен-һау саҡта нисек һәм ниндәй инеләр, шул холоҡ-фиғелдәрен юғалтмай, зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, рухы һынмай балаларының ҡәҙерле аталары, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләсәләренең яратҡан олаталары булып ҡала белә уларҙың күбеһе. Берәүҙәре нисәмә йылдар ғүмер иткән ғаилә йортоноң ҡотон, хәләл нигеҙҙе һаҡларға тырышып, яңғыҙлыҡ ауырлығын еңергә үҙҙәрендә көс, түҙемлек табып, ныҡышып бер үҙе көн итһә, икенселәре балалары ҡарамағында. Балаңа һыйыныуы ла барыһына ла эләкмәй шул, улың үҙеңдеке лә, киленең ниндәй йәки улың үҙе ниндәй бит әле? Балалары тарафынан урамдарға сығарып ташланған ҡарттарыбыҙ ил буйынса аҙмы ни! Асарбаҡтарҙың да бер ҡатламы шундайҙарҙан хасил даһа!
Районыбыҙҙың Мораҙым ауылында йәшәгән Бәшир ағай Айытбаев менән электән танышмын, хәлен белешеп, һорашып торам. "Бирешәһе түгел әле Бәшир ағайың, балалары һәйбәт ҡарай", - ти мораҙымдар. Мораҙымға юл төшөп, инеп сыҡҡанымда ла күрәм: Рөстәм улының иркен һәм күркәм донъяһында ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ ултыра Бәшир ағай. Өҫ-башы таҙа, кәйефе күтәренке, тауышы көр, хәтере шәп, һөйләр һүҙҙәре күп. Килене Миләүшә, ҡайным, тип бөтөрөлөп йөрөй...
Бәшир Айытбаев Мораҙым ауылындағы оло йәштәге һанаулы ғына кешеләрҙең береһе, 85 йәше менән бара. "Һуғыш осоро балалары беҙ, нисек аслыҡтан үлмәгәнбеҙҙер, аптырайым, - ти ағай. - Әсәйемдең көсө үлтермәгәндер инде..." Атаһы Муллағәләм Айытбаев һуғыш сыҡҡан йылы фронтҡа алына, 1943 йылда Харьков йүнәлешендә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ғаиләгә ҡайғылы ҡағыҙ килә. Ауыр ҡайғынан сәсрәп китергә ине лә, бөтә ил башынан йөрөй һуғыш афәте, түҙергә, йәшәргә кәрәк, дүрт баланы йәшәтергә кәрәк! Бәҙрисафа бер эштән дә ҡурҡыу белмәгән сая һәм көслө рухлы тырыш ҡатын, үҙен аямай колхоз эшендә: ағасын да ҡырҡа, кәбәнен дә һала, һалда ла йөрөй, мал да баға, баҫыуҙа ла бил бөгә. Ошо урында уйлап ҡуйыла: яугирҙарға һәйкәлдәр бар, тылда көс түккән ҡатындарҙың да исемен мәңгеләштерергә ине ауылдарыбыҙҙа.
"Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ, ҡатмарлы йылдарҙа үҫеп ир еттек беҙ,- ти ағай.-Барыбер уҡылды, һәләт булғандыр инде, насар уҡыманым мин, ауылдағы башланғысты тамамлап, Байназарға барғанда ғына ауыр булды, асыҡтыра, өҫтә йүнле кейем юҡ. Әсәй Күркәтауға ағас ҡырҡырға киткәс, уҡыуға бармай йөрөй инем, уҡытыусыларыбыҙ Моратшин Ғәббәс, Дәүләтшин Мырҙабай ағайҙар саҡырып алып, йәнә парта артына ултыртты. Бер йыл Байназар детдомында ла уҡып алдым. Туғыҙынсыны Байназар мәктәбендә уҡыным. Ул йылы уҡыу йүнле булманы, уңыш ныҡ уңғайны, өлкән кластарҙы эшкә күп йөрөттөләр. Бер ваҡыт директор килеп инде лә, беҙҙе теҙеп ҡуйып, кемдең исеме сыға, шулар алға сығығыҙ, тип, исемлек уҡый башланы. Минең дә исем сыҡты. Директор: "Аҡса алып килһәгеҙ, уҡыйһығыҙ, кемдең хәле юҡ, уҡыуҙан сығарыла", - тине. "Мин фронтовик балаһы, райсоветтан ҡағыҙ алып киләм", - тиһәм дә тыңламаны. Шулай итеп минең белем туғыҙ класс менән осланып ҡуйҙы. Колхозға эшкә сыҡтым. Ә колхозда бер ҡасан да ниндәйҙер шарт ҡуйманылар, эштән күп нәмә юҡ, эшлә генә. 12 йәшемдән хеҙмәт юлымды башланым, йәйгелек ат башында йөрөнөм, сос инем, бүтән эштәргә лә яраным. Тик шуныһы, хеҙмәт кенәгәһен 18 йәшемдән генә астылар. 42 йыл стажым бар, шуның 38 йылын малсылыҡта үткәрҙем. Хеҙмәт ветеранымын".
1956 йылда армияға алына 19 йәшлек Бәшир. Алыҫ Көнсығышта Тымыҡ океан яры буйында хеҙмәт итә. "Адмирал Захаров командаһында хәрби төҙөүсе инем мин, отличник булып хеҙмәт иттем, Почет таҡтаһынан төшмәнем", - тип һөйләй ул ғорурлыҡ менән.
Армиянан ҡайтҡас, ике йыл самаһы һатыусы булып ала ла, йәнә фермаға бара, һыйыр көтә. 1963 йылда малға йөрәге ятҡан уҙаманды Йылайырға уҡырға ебәрәләр. Ветеринарға уҡып ҡайта ла һөнәре буйынса эшләй башлай: көн тип тормай, төн тип тормай, мал араһында, мал һаулығы һағында була. Артабан уны фермаға мөдир итеп ҡуялар. "Телем тик торманы минең, етешһеҙлекте әйтә лә ҡуя торғайным, шуға бик оҡшап етмәнем, мөдирлектән сығарып ебәрәләр, ферма артта ҡала башлаһа, кире ҡуялар. Байназарҙағы Иманғолов Межәүир ағайҙың бер колхоз йыйылышында: "Теймәгеҙ шул Бәширгә, атыу фермағыҙ ҡолай бит", - тигәне лә булды. Һуңынан беҙҙең ферманы Бәшир фермаһы, тип йөрөттөләр. Тураһын әйткәнем өсөн етәкселәр яратмаһалар ҙа йыл һайын бүләк бирә торғайнылар, йә аҡсалата, йә әйберләтә. Минең өсөн быныһы тағы ла яҡшыраҡ ине, награда менән балаларҙы аҫрап булмай бит, ә минең ғаилә ҙур булды"...
Һүҙгә әүәҫ ағай тағы бына нимәләр һөйләне: "Тәүәккәл булдым мин, хәҙер ҡайһы бер малайҙар ҡартайғансы өйләнмәй йөрөйҙәр, ундайҙарҙы малай тимәй, кем тиһең? Мин Рәшиҙә еңгәңә армияға тиклем өйләнеп киттем, хеҙмәттән ҡайтыуыма Рәмзәнә ҡыҙым тыуғайны. Ҡатыным Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы, һәйбәт ғаиләлә тәрбиә алған, уңған, яҡшы кеше ине, 1992 йылда 55 йәшендә фажиғәле үлеп ҡалды. Туғыҙ балаға ғүмер бирҙек беҙ. Заһир улыбыҙ йәшләй вафат булды, бүтән балаларыбыҙ имен-һауҙар, матур донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Атай, тип өҙөлөп торалар, килеп хәл белешәләр. Ҡыҙҙарымдың да, улдарымдың да ғаиләләрендә именлек, шуныһы ҡыуандыра. Рөстәм улым ауылда нығынды, тырышып донъя көтә. Балаларым бөтәһе бергә йыйылһа, һабантуй һымаҡ була беҙҙә. Ҙур ырыуға нигеҙ һалғанбыҙ Рәшиҙә еңгәң менән, тип, маһайып та алам, бөгөн минең 22 ейән-ейәнсәрем, 20 бүләсәрем бар. Шунан, үҙең уйлап ҡара, бәхетлеме мин, бәхетһеҙме? Кемгә эләгә әле ундай бәхет. Бына улым менән киленем яҡшы ҡарай, нимә кейәйем, нимә ашайым, тип аптырамайым, рәхәтлектә көн итәм, ожмахта йәшәйем".
Рөстәм ғаиләлә кесе малай. Ауылдың Ағиҙел йылғаһы буйынан үргә һуҙылған оҙон урамының арғы осонда йорт һалып инә улар. Миләүшә килен Ҡолғана ауылы ҡыҙы, үҙе лә ҙур ғаиләлә 11 бала тәрбиәләнеп үҫкәндәр.
Донъялары бөтөн, иркен йәшәйҙәр, күп итеп мал көтәләр. Ихатала донъя көтөргә еңеллек бирерлек техника: йөк машинаһы, мотоблок. Рөстәм атаһына оҡшап, ат йәнле кеше, кәртәһендә эш аты, ҡолонло бейәһе тора. "Арба-санам, ат менән бесән сапҡысым, йыйғысым да бар, - ти донъяһын түңәрәкләп көтөргә ынтылып торған егәрле ир. - Ҡырҙа ҡалдырмай машинам менән бесәнде ташып алабыҙ..." Хөкүмәт эше лә бар уның, ауыл клубын йылыта. Миләүшә өйҙә, донъяның ҡотон тотоусы. Дүрт бала ата-әсәһе улар. Балаларына бик матур тәрбиә бирәләр: бәләкәйҙән эшкә өйрәтәләр, белем алыуҙа, һөнәр һайлауҙа аҡыллы кәңәш биреп, яҡындан ярҙам итәләр, әҙәплелек, мәрхәмәтлелек ҡағиҙәләрен мейеләренә һеңдерергә тырышалар. Балалары итәғәтле, яғымлы. Олаталарын яраталар, һағынып ҡайталар.
Мораҙым урамында Сәриә апайҙы осраттым. Сәриә апай, Фәйзрахман ағай Аҫылғужиндар менән 1987-1990 йылдарҙа Мораҙым мәктәбендә бергә эшләнек. Ауылдың хөрмәтле кешеләре улар. Сәриә Мансур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Бәшир ағай хаҡында һорашҡас, алдан әҙерләп ҡуйғандай матур һүҙҙәрен йәлләмәне, тотош хикәйәт итеп һөйләп ташланы, баҡһаң, ағайҙы үҙе лә яҙырға уйлап йөрөгән икән. "Бәшир ағай ауылдың ҙур абруй ҡаҙанған кешеһе, - тине ул. - Элек-электән ауылдың кәрәкле кешеһе булды, малың ауырыһа, йүгереп килер ине, кәңәшкә лә уға барҙылар. Уның башланғысында ауылда күп эштәр башҡарылды. Ферманы алдынғылыҡта тотто. Үткән тормош юлы, башҡарған эштәре күптәргә өлгө. Юғары уҡыу йортон бөтмәһә лә күпте белгән, белемле кеше. Йыйылыштарҙа ла ул лидер, оратор булды, ҡурҡып торманы, ауылдың проблемаларын ҡыйыу күтәрҙе, етешһеҙлектәр-ҙе ярып әйтте, колхозым, ауылым, тип йәшәгән ысын патриот инде. Етәкселәр бик өнәп етмәһәләр ҙә уны тыңланылар, һүҙен һүҙ иттеләр. Ә ауылдаштар ағайға ҙур хөрмәт менән ҡараны. Хәҙер хәлен һорашһам: "Мин, Сәриә һеңлем, санаторийҙа ятам", - тип ебәрә хатта. Һәр яңғыҙ ҡалған ир-атҡа, айырыуса оло йәштәге ҡарттарыбыҙға Рөстәм менән Миләүшә һымаҡ балалары иғтибарлы, хәстәрлекле булһындар ине", - тип тә әйтеп ҡуйҙы, үҙе лә ҙур хөрмәткә лайыҡлы Сәриә Мансур ҡыҙы.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 348

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru