«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘҮЛӘТСЕЛЕК ҺӘР САҠ ҺАҠЛАНҒАН
+  - 


11 октябрҙә Башҡортостан сираттағы дәүләт байрамын - Республика көнөн билдәләй. Әйткәндәй, республикабыҙҙа ошо ғәҙәти генә көҙгө бер көндә байрам саралары 31-се мәртәбә уҙғарыла: 1992 йылдың 27 февралендәге "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр хаҡында" тигән законға ярашлы, 11 октябрь - Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһын ҡабул итеү көнө - дәүләт байрамы тип иғлан ителгәйне.

Эйе, 1990 йылдың көҙгөсә һалҡынса бер көнө ошо осорҙоң иң иҫтәлекле датаһы булып, дәүләт документтарында ғына түгел, замандаштарыбыҙ хәтерендә һәм хәтирәләрендә лә үтә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып ҡалды.
Ошо ҡатмарлы, алда ни булырын бер кем дә белмәгән тарихи көндәрҙә, ҡасандыр һис бер ҡаҡшамаҫтай тойолған ҡеүәтле Советтар Союзында сәйәси буталыш үә сыуалыш, иҡтисади көрсөк сәскә ата ине инде. Нисек кенә булмаһын, СССР халыҡтары ил етәкселегенән етди реформалар башлауҙы, төбәктәргә иҡтисади үҙаллылыҡ биреүҙе, власты демократлаштырыуҙы талап итте. Ҡыҙғаныс, әммә ул саҡтағы оло илебеҙҙең беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачёв етәкселегендәге СССР Хөкүмәте тиҫтә йылдар дауамында сисә алмаҫлыҡ бер төйөнгә уҡмашҡан сәйәси, иҡтисади һәм ижтимағи проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү юлын таба алманы. Күрәһең, быға ул замандағы етәкселектә башланған конфликттар, талаш-тартыштар, интригалар, инде ҡартайышып бөткән коммунист-консерваторҙарҙың сәйәси фекерләү, алдан күрә белеү мөмкинлектәренең үтә сикләнгән булыуы ла булышлыҡ иткәндер.
Тап ошо осорҙа, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағы - 90-сы йылдар башында республикабыҙҙа башҡорт милли хәрәкәте көсәйеп китте. Әлбиттә, милли хәрәкәт башында торған зыялыларыбыҙ ошо көсөргәнешле мәлдәрҙә халҡыбыҙ, республикабыҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Шуның өсөн дә улар Башҡортостандың дәүләт суверенитетын иғлан итеүҙе ихлас һәм үтә ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Ошо хәрәкәткә ҡушылып киткән бер ябай башҡорт зыялыһы булараҡ, ул ваҡытта булып үткән ваҡиғалар хәтеремә тәрән уйылып ҡалған.



Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләп, буласаҡ уҡытыусыларға психология фәнен уҡытып йөрөгән ваҡыт. 1990 йылдың 11 октябрендә, иртәнге лекциялар тамамланыу менән, хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы Ижтимағи-сәйәси үҙәк тип йөрөтөлгән бина яғына йүнәлдем. Тап шул бинала БАССР Юғары Советының тарихи сессияһы бара ине. Байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған, барыһы ла, мөкиббән китеп, депутаттарҙың репродукторҙар аша яңғыраған сығыштарын тыңлай, аралаша, фекерҙәре менән уртаҡлаша. Милләттәштәребеҙҙең киләсәк менән бәйле ниндәйҙер оло өмөт-ышаныстары психологик көсөргәнеш тәьҫирендә уларҙың уйсан һәм етди ҡарашлы йөҙҙәрендә бермә-бер сағылыш тапҡан. Тәнәфестә урамға сыҡҡан депутаттар халыҡ менән аралаша, уларҙың ышанысын аҡларға һүҙ бирә. Ниһайәт, тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителде, халыҡ быны, геү килеп, шатлыҡ-ҡыуанысҡа тулы, дәрт-дарманлы ауаздар менән ҡаршы алды, ихласлап тороп, бер-береһен ҡотланы. Шул саҡта үҙем, бина болдорона күтәрелеп: "Йәшәһен суверенитет, ошо тантаналы көндө бөтөн республика байрамы итеп иғлан итәйек!" - тип яр һалдым. Ул аҙаҡтан ысынлап та шулай булды.
Ул осорҙағы хәл-ваҡиғалар хәҙер республикабыҙҙың яңы тарихында үҙ урынын алды. Әле тыуған-үҫкән ватаныбыҙ Республика тип атала икән, был уның дәүләтселеге символы булып ҡала бирә. Әйткәндәй, республика һүҙе үҙе лә үтә боронғо: латин телендәге "res publica" төшөнсәһе, йәғни "йәмғиәт, халыҡ эше" тигән һүҙбәйләнеш, ваҡыттар үтеү менән, дәүләт мәғәнәһендә ҡулланыла башлаған. Шәхсән үҙем ошо сәйәси термин атамаһына борондан уҡ оло бер мәғәнә һалынғанын тоям: республикабыҙҙың асылын, уның йәшәйешен халыҡтарыбыҙ, тотош йәмғиәтебеҙ алып барған дөйөм эшмәкәрлектән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай бит!
Башҡорт халҡының бик боронғо замандарҙан бирле үҙенсәлекле дәүләтселек сифаттары булыуы билдәле инде. Дәүләтте ниндәй критерийҙар дәүләт итә һуң? Иң элгәре ил-дәүләтте хасил итеүсе халыҡ булырға тейеш. Тарих фәнендә иртә урта быуаттарҙан бирле башғарт-башҡорт атамаһы менән билдәле булған ҡәүем хаҡындағы яҙма сығанаҡтар бар. Йәнә билдәле бер халыҡ йәшәгән территория булып, уны биләгән, уға хужа булған халыҡ хаҡында ла мәғлүмәт булыуы фарыз. Ә бит тарихи Башҡорт иле, ул илдең географик сиктәре хаҡында ла бик ышаныслы мәғлүмәттәр бар. Башҡорт иле һәм уның ерҙәре хаҡында байтаҡ ҡына урта быуат тарихсылары яҙма мәғлүмәт ҡалдыра. Уларҙың иң билдәлеләренән XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Мөхәммәд әл Иҙрисиҙе атап үтергә була. Ул Башҡорт иленең ике өлөштән - Тышҡы һәм Эске Башҡорт ерҙәренән хасил булыуы хаҡында яҙа. Иҙриси Хазар ҡағанаты хакимы резиденцияһынан (Волга йылғаһының түбәнге яғында, Каспий диңгеҙенә яҡын ҡала) Башҡорт иленә тиклем 27 көнлөк, бәшәнәктәрҙән эске башҡорттарға тиклем - 10 көнлөк, ә болғарҙарға - 25 көнлөк юл булыуын билдәләй.
Башҡорт иленең ул саҡта ҡалалары ла була. 922 йылда Ибн Фаҙлан да үҙенең сәйәхәтнамәһендә ғәрәп хәлифе илселегенең Болғар ханлығына Башҡорт иленең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш сиктәре аша үтеп китеүен теркәп ҡалдыра. Башҡорт ил-дәүләте менән идара итеүсе хакимдар хаҡында ла тарихи яҙмалар беҙҙең көндәргә килеп еткән. Бында тарихи шәхес булған Башҡорт хан исеме иҫкә төшә. XIII быуаттың 30-сы йылдарында Тарихи Башҡортостан ерҙәренә килгән венгр миссионер-монахтары (Отто, Юлиан, Рубрук) яҙмаларында "паскатир" халҡы сарацин, йәғни ғәрәп динен (Ислам) тотоусы ҡәүем булып, уларҙың хакимының (короленең) бик уҫал кеше булыуы хаҡында иҫкә алына.
Боронғо башҡорттар Бөйөк Болғар хандарын да үҙ хакимдары итеп таный. Артабан, татар-монгол яуынан һуң, Башҡорт илендә вертикаль власть структураһы урынына, ырыу-ҡәбилә ҡанундарына ярашлы, горизонталь идара итеү формаһы (ырыу аҡһаҡалдары, батырҙар, бей-тархандар етәкселеге, йыйындарға хас ырыу демократияһы) нығынып ҡала, ул бер ни тиклем арауыҡта Рус дәүләтенә ҡушылғас та һаҡланып килә бирә (Башҡорт иленең Рәсәй составына инеүе - XVI быуат урталарында - шул уҡ ырыу-ара үҙаллы идара итеү системаһына ярашлы башҡарыла). Быларҙы үҙенсәлекле боронғо Башҡортостан дәүләтселегенең кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле итеп ҡарау фарыз.
Башҡорт халҡының үҙаңында ошондай дәүләтселектәре хаҡында хәтирәләр онотолмай йәшәй бирә, сөнки күп һанлы ихтилалдар, халҡыбыҙҙың теле, дине, ере өсөн көрәшеүе һөҙөмтәһендә улар Рәсәй империяһында ла берҙән-бер аҫаба халыҡ - үҙ еренең хужаһы булып ҡала бирә. Тап шул сәбәпле халҡыбыҙ зыялылары XX быуат башындағы Рәсәй инҡилабы осоронда, яңы дәүләтселеккә нигеҙ һалып, Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә. Граждандар һуғышының иң аяуһыҙ бер мәлендә В.И. Ленин етәкселек иткән Совет Хөкүмәте, Башҡортостандың үҙаллылығын рәсми рәүештә танып, уның РСФСР составында автономиялы республика статусына эйә булыуы хаҡындағы тарихи Килешеүҙе раҫлай.
Шулай итеп, ҡатмарлы совет осоронда ла, унан һуң да халҡыбыҙ, нисек кенә сикләнгән булмаһын, үҙенең дәүләтселеген һаҡлап ҡала алды, сөнки был дөйөм ил берҙәмлеге һәм именлеге өсөн хәл иткес шарттарҙың береһе булып ҡала. Тарих һынауҙарын үткән ошо принцип яҡын һәм алыҫ киләсәктә лә теүәл үтәлер, республикабыҙ йыл һайын үҙенең дәүләтселек көнөн байрам итер тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 239

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru