«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ СЕРЕ
+  - 

1939 йыл. Был фотоһүрәткә төшөү тарихы теүәл генә билдәле түгел. Шулай ҙа ундағы кешеләр иң яҡшы кейемдәрен кейеп, өҫ-башын тәрбиәләп алып, арбаға тейәлешкәндәрҙер ҙә, юлға сыҡҡандарҙыр, тип күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Дилбегә тотҡан атайҙары эргәһендә малайҙар юл буйы шаярып килгәндер. Бына шулай колхоз умартасыһы Хәтмуллин Лотфулла улдары Зәйнулла (уң яҡта тора), Ғәйнулла (һул яҡта ултыра), Фәйзулла (уң яҡта ултыра) һәм күрше малайы, туған тейеш Таҫмағолов Сафуанды фото төшөргә алып бара. Фотограф, моғайын, "Хәҙер ҡошсоҡ осоп сыға", тигәндер. Улар шуны түҙемле генә көтөп, тыныс 1939 йылдан был фото аша беҙгә баҡҡандар. Әммә ошо мәлдә Европа йөрәгендә улар өсөн ҡурғаш иретелә. Быныһы беҙгә билдәле, ә уларға - юҡ.

1923 йылда тыуған Зәйнулла 1942 йылда фронтҡа киткән. Лотфулла бабай улын оҙатҡанда күҙенә йәш алып, уға үҙенең бер серен аса. Ул Империалистик һуғыш мәлендә пленға төшөп, Германияның бер ҡалаһында бай бюргерға ялсы булып эшләгән. Шунда немец ҡыҙына ғашиҡ була, ике улдары тыуа. Әммә тыуған яғын һағыныуына түҙә алмай, ир ҡайтып килә һәм тормошоноң был осоро тураһында береһенә лә һөйләмәгән була. Атаһының ошо сере менән һуғышҡа киткән Зәйнулла 1944 йылдың 10 февралендә Беларусь ерендә башын һала. Ә бына ике кесе малайҙы яҙмыш һуғыш дәһшәтенән аралай, әммә улар тылдағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисерә. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн иртә өлкәнәйергә, бәләкәйҙән эшләп үҫергә тура килә уларға. Фотоға ҡарап, ошо тарихты иҫләнем.

Редакциянан: Рәфҡәт Хәмәтуллиндың"Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алдыҡ был матур хәтирәне. Бында һөйләнгән ғаиләнең Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан булыуын белдек. Лотфулла Хәтмуллиндың империалистик һуғыштағы һалдат сағын һүрәтләгән фотоһын да тәҡдим итәбеҙ һеҙҙең иғтибарға һәм ошондай ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы, яҙмыштарҙы сағылдырған фотоларҙы башҡа уҡыусыларыбыҙҙан да көтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, "Бер фото тарихы" рубрикаһына.

Рәфҡәт ХӘМӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 357

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru