«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШО ТӨҘӨЛӨШТӘР ӨФӨ БИҘӘГЕНӘ ӘЙЛӘНӘСӘК
+  - 

Тормош насар, тип зарланырға яратһаҡ та, баш ҡаланың ҡайһы районын ғына алып ҡарама - төҙөлөш гөрләй. Өфө ҙурайып ҡына ҡалмай, матурлана, күркәмләнә, даны алыҫтарға тарала.

- Дан тигәндәй, ҡалабыҙҙың "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеменә лайыҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә был исем бирелгәс, мегаполиста мотлаҡ ошо хаҡта белдереп торған стела булырға тейеш. Тауыш биреү һөҙөмтәһе менән "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһының Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән ярында, ҡалаға ингән автомобиль күперҙәренән уң яҡта урынлашырға тейешлеге асыҡланғайны. Ниһайәт, 4 ноябрҙә баш ҡалала тағы ла бер тарихи урындың асылыуына шаһит буласаҡбыҙ.

- Шулай уҡ Ленин районында баш ҡаланың иң ҙур поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында тора. 9-сы ҡала дауаханаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Затон биҫтәһенең Әхмәтов, Осоусылар һәм Сержант Пашков урамдары араһындағы кварталда урынлашасаҡ. Ул сменаһына 900 кешене ҡабул итә аласаҡ. Поликлиникала физиотерапия, стоматология бүлектәре, функциональ диагностикалау һәм эндоскопия кабинеттары, инфекцион блок, клиник-диагностикалау лабораторияһы урынлашасаҡ.

- Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына төҙөлөргә тейешле объекттар исемлегенә Ҡурсаҡ театры ла ингәйне. Әлеге ваҡытта объектта реконструкция эштәре бара һәм бер ыңғайҙан бина эргәһендәге "Әкиәт" скверы ла (һүрәттә) яңы һулыш аласаҡ. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында унда үҙенсәлекле стилләштерелгән ҡәлғә төҙөлә һәм балалар китаптары геройҙарының ағас скульптуралары урын ала. Бөгөн ошо ҡаласыҡты һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны яңы элементтар менән байытыу бурысы тора. Сер итеп кенә әйткәндә, ҡәлғә эргәһендә тауыҡ тәпәйле йорт, Пушкиндың уҡымышлы бесәйе менән Һыуһылыуы, шулай уҡ 33 батыр кеүек әкиәт геройҙары урын аласаҡ. Балаларҙың төрлө йәштә булыуын иҫәпкә алып, сквер зоналарға бүленәсәк, унда тыныс ҡына ял итергә лә, уйын майҙансыҡтарында уйнарға ла мөмкин буласаҡ. Территорияны йәшелләндереүгә, ландшафт дизайнына һәм декоратив яҡтыртыуға ла ҙур иғтибар биреләсәк.

- Ә инде күптән "Өфө Арбаты" тип күрергә хыялланған Ленин урамы Арбатҡа әйләнмәһә лә, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Быйыл унда Пушкин урамы киҫелешендә эштәр башланып, ул яйлап ҡына "Өфө-Арена" яғына "шыуыша". Ленин һәм Революцион урам сатында Октябрҙең 50 йыллығы тематикаһында реконструкция эшләнәсәк, бынан тыш, ул юл ашаһындағы күрше сквер менән стилистика буйынса бәйләнешле буласаҡ.

- Йәштәр театры алдындағы майҙанға эскәмйәләр ултыртыласаҡ, территория йәшелләндереләсәк. "Башҡортостан" концерт залы алдында "Өфө картаһы" арт-объекты урын аласаҡ. Унда баш ҡаланың тарихи өлөшөнөң барлыҡ мәҙәни үҙәктәре билдәләнә һәм карта Ленин урамы буйындағы тротуарҙан ДКЗ-ның баҫҡыстарына тиклем ҙур урынды алып торасаҡ.

- Октябрь районында иһә "Гагарин" сауҙа-сервис комплексын һәм уның тирә-яғын реконструкциялау планлаштырыла.

- Баш ҡаланың билдәле урындарының береһе - Непейцев дендропаркы. Ул - ҡала һәм республика өсөн уникаль булған ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған тәбиғәт һәйкәле. Һуңғы йылдарҙа унда төҙөкләндереү эштәре алып барылды, әммә эшләйһе эштәр ҙә байтаҡ. Был рекреацион зонаны үҫтереү концепцияһы прогулка һәм әүҙем ял өсөн мөмкин ҡәҙәре күберәк шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллай. Шуға паркта спорт майҙансығы, воркаут зонаһы, экскурсия һәм сәләмәтлек һуҡмаҡтары булдырыу планлаштырыла. Махсус йыһазландырылған урындарҙа тыныс ҡына тәбиғәт менән аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн төп инеү урынынан тыш, тағы ла өҫтәмә ҡапҡалар, санузел һәм автомобилдәр өсөн парковка урыны эшләнәсәк.

- Дим районында иһә Кустарев күле яры төҙөлөшөнөң икенсе этабы тамамланыу алдында. Яр тулыһынса ҡояш батареялары ярҙамында яҡтыртыласаҡ. Төҙөүселәр тәбиғи ландшафтты боҙмаған һәм ағастарға зыян килтермәгән, шулай уҡ һуҡмаҡтарҙы экологик материалдан - ағастан һалған.

Һәм был уңайлыҡтар, матурлыҡ - барыһы ла ҡала халҡы өсөн эшләнә. Бары тик булғандың ҡәҙерен белеп, һаҡларға ғына кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 303

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru