«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛЫҒЫҘҘЫ ОЙОТМАҒЫҘ!
+  - 


Республикабыҙҙа 80-90-сы йылдарҙа аҡ ҡағыҙҙа нәшер ителгән гәзит-журналдар өлөшөнә ҡалай бәхетле яҙмыш яҙған! Үҙем шаһит ул осорҙағы ҡағыҙ баҫмаларҙың бигерәк тә ауылдарҙағы һәр йортта ҡунаҡлауына, кешеләрҙең йығылып ятып китап-журнал-гәзит биттәрендәге сихри мәғлүмәт донъяһын гиҙеүенә һәм, әлбиттә, редакциялар хеҙмәткәрҙәренең үҙе һайлаған журналислыҡ эшмәкәрлеген бар фиҙаҡәрлеген, тырышлығын, ижади ҡомарын һалып ғәмәлгә ашырыу ваҡиғаларына...

Юҡ, әле улай түгел. Хәл бөтөнләй башҡаса. Бөгөн аҡ ҡағыҙҙа нәшер ителгән гәзит-журналдар яҙмышы бик аяныс хәлдә: уларҙы уҡымайҙар. Йөкмәткеһе менән үткән замандағы баҫмаларға ҡарағанда байтаҡҡа юғарыраҡ, сифатлыраҡ булһа ла, кешеләр уларға түгел, ә социаль селтәрҙәрҙәге имеш-мимеш, сүп-сарға мөкиббән киткән. Сөнки, тураһын әйтергә кәрәк, йәмғиәттә аҡыллы, кәңәшле, хәҡиҡәти һүҙгә ихтыяж кәмей бара. Кешеләрҙең аң, рух кимәле һайығайыуы, асылыбыҙ асылына ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе, уйҙарҙы, ниәттәрҙе беҙгә хас булмаған ҡиммәттәр яулай барыуы тураһында һөйләй был...
Баш ҡаланың башҡорт телендәге "Киске Өфө" гәзитенең 20 йыллығы тураһындағы һүҙемде күңелһеҙ хәбәрҙән башланым. Сөнки бөгөнгө ысынбарлыҡ ошондай күңелһеҙ һығымталар яһата. Ә бит алыҫ булмаған үткәндәрҙә улай түгел ине. 80-90-сы йылдарҙа "Башҡортостан" гәзитенең бер ваҡытта ла булмағанса йөҙ меңдән ашыу тираж йыйыуы, республикаға үҙаллылыҡ яулаған мәлдә барлыҡҡа килгән "Йәшлек"тең шулай уҡ ҙур тираж менән таралыуы милләттәштәрҙең гәзит һүҙенә сарсауына бер дәлил ине. Бындай сарсауҙы ҡандырыуға ихтыяж "Киске Өфө"нө ойоштороу мәлендә лә күҙәтелә ине әле. Шуға ла Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы баш мөхәррирҙәр менән үткәрелгән ултырыштарҙа бер тапҡыр ғына күтәрмәй был "Ҡасан Өфө ҡалаһының үҙенең башҡорт телендәге гәзитен булдыраһығыҙ?" тигән һорауҙы. Башҡа мөхәррирҙәрҙән тәҡдим булмағас, ул саҡтағы Президент Аппараты етәксеһе Илдар Ғимаев "Вечерняя Уфа" гәзитендә баш мөхәррир булып эшләүсе Марат Муллаҡаевҡа төбәй был һорауҙы. Был тәҡдимде ҡолағына һәм күңеленә индереп, Марат Нуриәхмәт улы үҙенең редакцияһы эргәһендә был проектты башлап ебәрергә тәүәккәлләй һәм "Башҡортостан" гәзитендә егерме йылдан ашыу эшләп, инде ҡанға һеңгән, инде күнегелгән эштән айырылырға теләмәгән миңә йүгереп килә. Мин ризалашмағас, "Улайһа, бер һан ғына эшләп ҡарайыҡ әле. Мин уны Президентҡа күрһәтәйем дә, аҙаҡ хәл итербеҙ", - тигән үтенес белдерә. Хеҙмәттәшем Әлфинә Ҡарағужина һәм Марат Муллаҡаевтың үҙенең дә ярҙамы менән өс-дүрт көн эсендә "Киске Өфө"нөң беренсе һанын эшләп, 999 дана баҫтырып сығарабыҙ. 6 ноябрҙә Марат Нуриәхмәт улы "Киске Өфө"нөң ошо тәүге һанын тотоп, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов эргәһенә китә (һүрәттә). Президент шунда уҡ был гәзиттең яҙмышын һәм унда минең баш мөхәррирлек вазифамды мөһөрләп тә ҡуя. Шулай итеп, бурыстың үтә ныҡ яуаплылығын аңлаған мине, икеләнергә лә урын ҡалдырмай, "боҙло һыуға" ырғыталар...
Әйткәндәй, Марат Муллаҡаев тәҡдим иткән проекттың бары тик "Киске Өфө" тигән атамаһы һәм... Президент хәстәрләгән матди базаһы ғына бар ине. Проект бөтөн асылы, эстәлеге, рухы менән эш барышында ижад ителде. "Башҡортостан" гәзитендә эшләгән йылдарҙа тупланған түл, тәжрибә, һабаҡтар артабан төн йоҡларға бирмәгән, туҡтамай әйләнеп торған фекерҙәр, идеялар ҡуласаһына әүерелде лә, мине бер тапҡыр ғына түгел, даими рәүештә, аҙна һайын әлеге лә баяғы "боҙло һыуға" ташланырға мәжбүр итте. Ҡуласа әйләнә икән, туҡтап тороу, әйләнә-тирәңә ҡараныу, икеләнеүҙәр юҡ. Идеяларыңды йөкмәйһең дә, уларҙы ғәмәлгә ашырырға тип, алға йүгерәһең. Шул мәлдә бергә эш башлаған йәш журналистар Әлфинә Ҡарағужинаға, Айҙар Хәкимйәновҡа, Валера Ғәйнетдиновҡа, Азат Ярмуллинға, гәзитте версткалаусы Шамил Харисовҡа, корректор ҙа, текстарҙы компьютерҙа баҫыусы ла, тәржемәсе лә бурыстарын башҡарған Әминә Имашеваға, бер нисә айҙан беҙгә килеп ҡушылып, иңемдәге йөктө еңеләйтә биргән Әхмәр Үтәбайға рәхмәтлемен. Улар алдына ҡуйылған талап еңелдән булманы: яңы баҫма яңыса ижад ителергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте төп ҡағиҙәбеҙ итеп алып, матбуғат майҙанында үҙебеҙҙең ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле эҙебеҙҙе һалырға тейеш инек. Уҡыусыларға һәр кемде уйландырырлыҡ, аңын ҡуҙғытырлыҡ, ҡанын ҡайнатырлыҡ, сәмен уятырлыҡ, аҡылын һәм һәләтен эшкә егерлек мәғлүмәт биреү ине тәүмаҡсат.
Ижад майҙанында еңеллек эҙләмәнек, уҡыусыларыбыҙҙың күңел донъяларын еңел-елпе хәбәрҙәр менән сүпләмәнек. Гәзитебеҙҙе республикала ла, Өфөлә лә таратыу бик еңелдән булмаһа ла, арыу ғына тираж йыйыуға ла өлгәштек. Һәр хәлдә, юлдар республика буйлап алып сығып китеп, халыҡ менән осрашыуҙар мәлендә ябырылып яҙыла инеләр гәзиткә. Баш ҡала гәзите булараҡ барлыҡҡа килгән баҫма шулай республика буйлап, төпкөл ауылдарға тиклем таралды. Был, әлбиттә, яңы баҫманың танылыуына, баһаланыуына, "Баш ҡалаға ниңә кәрәк башҡорт телендәге гәзит?" тип аптыранған, Өфөлә ошондай ихтыяж барлығын танырға теләмәгән ҡайһы бер ҡала етәкселәренә лайыҡлы итеп яуап бирергә, йөҙөбөҙ яҡтылығына булышлыҡ итте...
Ә бөгөн... Беҙҙең дә, башҡа баҫмаларҙың да уҡыусылары йылдан-йыл кәмей - был бөгөнгө хәҡиҡәт. Шуға ла ҡағыҙ баҫмаларҙы ябыу, эшмәкәрлекте социаль селтәрҙәрҙә дауам итеп, интернет-гәзиттәр булдырыу тураһындағы хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Ләкин беҙ әлегә был хәбәрҙәрҙе ҡабул итергә теләмәйбеҙ. Сөнки халыҡтың күпмелер өлөшөнөң ҡағыҙ баҫмаларҙан айырылырға теләмәүен, гәзит һүҙенә нығыраҡ ышаныуын беләбеҙ. Почта хеҙмәте бик ауыр осор кисереүгә, элеккесә эшләмәүгә ҡарамаҫтан, тоғро уҡыусыларыбыҙ гәзит-журналдарҙа яҙылыу иғлан ителеү менән почталарға йүгерә һала. Әлбиттә, баштан уҡ билдәләгән, егерме йыл тоғро ҡалған, бер аҙға ла кимәлен төшөрмәгән йүнәлештәге йөкмәткебеҙ менән дә йәлеп итәбеҙ уларҙы. Ә йөкмәткене журналистарыбыҙ, хеҙмәткәрҙәребеҙ генә түгел, авторҙарыбыҙ ҙа тәьмин итә икәнен яҡшы беләһегеҙ. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, егерме йыл буйы беҙҙең гәзит биттәренән төшмәгән авторҙарыбыҙ бар: улар - Фәүзиә Усманова-Яхина, Хәлил Һөйөндөков, Әғләм Шәрипов, Урал Мостафин, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Радик Өмөтҡужин (Исмәғзәм Исмәғилев), Зәкирйән Әминев, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Иҙрис Ноғоманов, Хәйҙәр Тапаҡов. Һуңыраҡ килеп ҡушылған авторҙарыбыҙ ҙа етерлек. Штаттан тыш хәбәрселәр тип аталыуға ҡарамаҫтан, штаттағы хеҙмәткәрҙәр кеүек эшләгән ошо авторҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Редакция кабинетында ғына ултырған журналист түгелмен, республика райондары, ауылдары буйлап күп йөрөлә, осрашыуҙар үткәрелә. Осрашҡан аудитория башлыса ҡағыҙ баҫмаларҙан айырылмаған өлкән быуын, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр. Улар мәғлүмәтле, улар фекерле, улар белемле, улар кәңәшле. Улар беҙгә гәзит биттәрендә күберәк ниндәй темаларҙы яҡтыртырға кәрәклеге тураһында ла кәңәшен еткерә. "Киске Өфө"лә әленән-әле яңы рубрикалар барлыҡҡа килә икән, тимәк, ул ана шул осрашыуҙарҙа ҡолаҡҡа элгән тәҡдимдәр икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Тимәк, ике яҡлы бәйләнеш һәр ваҡыт күҙәтелә. Әммә...
Ошо сәфәрҙәрем мәлендә лә, Өфөләге мөхиттә лә күргән-аңғарғандарымдан шундай һығымта яһарға батырсылыҡ итәм: аҡ ҡағыҙ битенән уҡымау кешене деградацияға алып килә, уны кешелек асылынан, милли тамырҙарҙан ситләштерә. Әҙәм балаһының иң ҙур трагедияһы, бар бәләләренең башы - асылыңдан ситләшеү икәнен күрә-белә йөрөйбөҙ хәҙер. Ошо мәхшәрҙе туҡтатыр, халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәштәребеҙҙе тоғро юлға күндерер һүҙ кәрәк халҡыбыҙға. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, Зәйнулла ишан һымаҡ дин әһелдәренең һүҙе. Эйе, туған телдәге баҫмалар, шулай уҡ "Киске Өфө" гәзите журналистары, авторҙары ла ошондай һүҙҙәрҙе ынйы бөртөгөләй йыйып, уларҙы бер епкә теҙеүҙе дауам итә. Әммә тағы ҡабатлайым: ошо аҫыл һүҙ ҡомартҡыһын күҙенә элгәндәр, үҙ иткәндәр һирәгәйә. Райондарға командировкаға сығып, гәзиткә яҙылырға өндәп тә, һинең һүҙҙәреңдең һауала эленеп ҡалған мәлдәре күберәк хәҙер. Бына шул әрнеү, борсолоу менән ҡаршылайбыҙ гәзитебеҙҙең ошо юбилейын...

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Был риүәйәтте лә һөйләгәнебеҙ барҙыр. Һүҙебеҙгә раҫ килтереп, тағы бер ҡабатлауҙан зыян булмаҫ. "Бер саҡ Хоҙай Тәғәлә кешеләрҙең туҡтауһыҙ зарланыуынан, уфылдауынан арып киткән һәм уларҙан ҡайҙалыр йәшеренеп, ял итеп алырға булған. Шул саҡ фәрештәләренең береһе Уға шундай кәңәш биргән: "Хаҡ Тәғәләбеҙ, ҡайҙа ғына йәшенһәгеҙ ҙә, кешеләрҙең зарынан ҡотола алмаҫһығыҙ, улар Һеҙҙе Ҡафтау башына ҡасһағыҙ ҙа, диңгеҙ төбөнә төшһәгеҙ ҙә табасаҡ. Кеше таба алмаҫлыҡ бер генә урын бар: ул кешенең күңелендә. Шунда йәшеренегеҙ. Кеше бер ваҡытта ла үҙенең күңеленә күҙ һалмай..." Бына шулай. Аңлы, рухлы, бәхетле, уңышлы, өлөшлө, эшле һәм ашлы булыр, тормош маҡсатыңа өлгәшер өсөн бары тик үҙ күңелеңә, үҙ асылыңа күҙ һалыу етә, тигәнгә ишара был. Быларға өлгәшеү өсөн "Киске Өфө" нө уҡығыҙ, ундағы фекер-кәңәштәрҙе ҡундырып алығыҙ күңелегеҙгә, тигәнде лә өҫтәп ҡуям. "Киске Өфө"бөҙҙө уҡып, ундағы фәһемле һүҙҙәр менән күңел һауыттарығыҙҙы тултырып, матур йәшәү өлгөләренә һәм һыналған тәжрибәләргә эйәреп, тормоштоң ваҡ-төйәктәренә иғтибар итмәйенсә алға, маҡсатыңа табан ынтылып, юғарыға ҡарап фекер итеп, булғанына шөкөр итеп йәшәгәндә... отасаҡһығыҙ! Аҡылығыҙҙы ойотмағыҙ, милләттәштәр!

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru