Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡайнап йәшәй. Был әүҙемлек театрға иғтибарлы тамашасының зауығына, ихтыяжына тап килеү маҡсаты менән генә үлсәнмәй. Тамашасының зауығына һәм йәшәйешебеҙ йүнәлештәренә тап килерлек маҡсатлы эш алып барыуы менән йәлеп итә театр. Мәғәнәле әҫәр, оҫта белгестәр һәм сәхнәнең булыуы - тәү шарт. Әммә бер урында, бер генә ерлектә тапаныу киңлектәр өсөн мөмкинлектәр асмай. Аралашыу, хәл белешеү, үҙеңә ситтән ҡарау - ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Форсаты ла сығып тора: быйыл Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына өс фестивалдә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Сентябрҙә, театрҙың 33-сө ижад миҙгеле асылыу менән, театрҙың рус труппаһы саҡырыу буйынса Владикавказ ҡалаһына "Театр көҙө" Рәсәй Милли театрҙар фестиваленә барып, А.С. Пушкин әҫәре буйынса ҡуйылған "Капитан ҡыҙы" (режиссеры - Искәндәр Сакаев) спектакле менән сығыш яһап ҡайтты. Фестивалдең ойоштороусылары - Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән "Балтик йорто" (Санкт-Петербург ҡалаһы) театр-фестивале. Быйыл фестиваль афишаһын Башҡортостан, Сыуашстан, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Марий Эл, Татарстан, Төньяҡ Осетия һәм Мордовия театрҙары тулыландырҙы.
25 сентябрҙә театрҙың Л.Пантелеев һәм Г.Белых әҫәре буйынса "Республика ШКИД" спектакле (режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев) Мордовия Республикаһында "ХудСовет" регион-ара йәштәр театрҙары фестивалендә ҡатнашты. Фестивалгә ебәрелгән 60 видеояҙманың 12-һе һайлап алынған. Ҡатнашыусыларҙың географияһы төрлө - Мәскәү, Санкт-Петербург, Элиста, Мичуринск, Өфө, Таганрог, Донецк. Быйыл беренсе тапҡыр үткәрелгән был фестиваль Мордовия Республикаһы театр эшмәкәрҙәре Союзы тарафынан мәҙәни башланғыстар, Президент фонды ярҙамында ойошторолдо. Рәсәй театрҙарының йәштәр көсө менән булдырылған сағыу һәм аутентик постановкаларын берләштергән фестиваль бик ихлас һәм йылы сараға әйләнде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектаклен тамашасы бик оҡшатты, актерҙарҙы сәхнәнән оҙаҡ ҡына ебәрмәй, аяғүрә баҫып алҡышланы.
Октябрҙә - Марий Эл республикаһында уҙған "Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса пьеса" тип исемләнгән Йәш тамашасы театрҙары фестиваленә Милли йәштәр театры Л.Соловьевтың "Хужа Насретдин мажаралары" спектаклен (режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев) тәҡдим итте һәм ҡатнашыуға саҡырыу алды. Ойоштороусылар беҙҙең театрҙың күңелле, дәртле спектаклен һәм актерҙарҙың иҫ киткес итеп уйнауын билдәләне. Был фестивалдән театр бик күп наградалар менән ҡайтты: "Хужа Насретдин мажаралары" спектакленең ҡуйыусы рәссамы Геннадий Скоморохов - "Иң яҡшы спектакль"; "Иң яҡшы костюмдар"; Хужа Насретдин роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов - "Иң яҡшы ир-егет роле"; Отун биби роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева - "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"; Ишәк роле өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ренат Фәтхиев "Иң яҡшы эпизодик роль" номинацияларында бүләкләнеүгә лайыҡ булды.
Сәнғәтте аңлаған, хатта тамаша барышында ысынбарлыҡ менән иҫәпте өҙөп торорға ризалашҡан халыҡ йыйыла фестиваль спектаклдәрен ҡарарға. Улар бер ҙә тамашаға мохтажлыҡ кисермәй, ә шулай ҙа ситтән килгән таныш булмаған театр сығышына һыуһап, тыны менән тартып алырҙай ҡабул итә алыуҙары таң ҡалдыра. Ошондай фестиваль, бәйгеләрҙә ҡатнашыу мөмкинлектәре - театр эшмәкәрҙәре, коллективтары өсөн мәртәбә, үҙеңде һынап ҡарау, аралашыу ғына түгел, ә үҙ хаталарыңды, етешһеҙлектәреңде лә аңлау өсөн майҙансыҡ булып тороуы менән әһәмиәтле.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|