«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИМ РАЙОНЫНЫҢ ЙӨРӘГЕ БЫЛ ПАРК
+  - 

Республика Башлығы Радий Хәбиров, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Дим районындағы яңыртылған парк менән танышып, халыҡ менән аралашты. Был объект Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығына бағышлана.

- Бынан бер йыл элек социаль селтәрҙәрҙә баш ҡалала ниндәй парктарҙы тәү сиратта төҙөкләндереү кәрәклеген асыҡлау өсөн тауыш биреү башлағайным, унда Дим районының үҙәк паркы тауыштар буйынса лидерҙарҙың береһе булды. Вәғәҙә - иман. Бөгөн бында эштәр тамамланды. Һеҙҙе ял өсөн уңайлы, заманса һәм матур урынға эйә булыуығыҙ менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһының Ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереү институтының Проект офисы белгестәре, халыҡ фекерен иҫәпкә алып, паркты реконструкциялау проектын эшләгән. Кәрәкле процедуралар үткәреп, подрядсы асыҡланғас, быйыл яҙғыһын эш башланған.
Хәҙер паркты танырлыҡ түгел, ул заман талаптарына яуап бирә. Тигеҙ, тротуар плиткаһы һалынған уңайлы юлдар барлыҡҡа килгән. Фонарҙар һәм гирляндалар кис етеү менән паркты яҡтылыҡҡа күмә. Ял итеү һәм йәйәү йөрөү өсөн эскәмйәләр һәм һуҡмаҡтар артҡан. Балалар өсөн махсус ҡатлам түшәлгән заманса сағыу уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған. Паркта һәр кем үҙен иркен тойһон өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырылған. Видеокүҙәтеү ҡуйылған.
Парктың үҙәк өлөшөн яңы сәхнә биҙәй. Киң күләмле мәҙәни саралар ойоштороуҙы күҙаллап, майҙансыҡ йыһазландырылған. Үҫмерҙәр өсөн скейт-парк бар һәм төрлө заманса бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылған. Бындағы йәшел зона һаҡланған, шул уҡ ваҡытта ағастарға етди санитар тикшереү үткәрелгән, ҡарт ағастар ҡырҡылған. Был саралар парк биләмәһен һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеге бирә, ә ҡырҡылған ағастар урынына яңылары, ҡыуаҡтар һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртылған. Яңыртылған паркта шулай уҡ сауҙа павильондары, прокат һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн урындар әҙерләнгән, аттракциондар өсөн айырым зона бар. Ҡышын бында боҙ ҡаласығы урын аласаҡ, ә яҙғы-йәйге осорҙа мәҙәни сараларға күберәк иғтибар биреләсәк. Киң ҡоласлы яңыртыу эштәренән һуң Дим паркын райондың йөрәге тиергә мөмкин һәм уның ошо хәҙерге матурлығында һаҡлау зарур.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.22 | Ҡаралған: 233

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru