«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ БОРОНҒОЛАРҘЫҢ АМАНАТЫ БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

"Ашҡаҙар" радиоһы республиканың Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә "Ашҡаҙар моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсын үткәрәсәктәре тураһында иғлан биргән саҡта, әлбиттә, уның күпселек тарафынан хуплап ҡаршы алынырына шик юҡ ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы яңы талантлы йырсыларҙы табыу һәм асыу, билдәле һәм һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын һаҡлап алып ҡалыу һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала килә.

Шулай ҙа алда торған бурыстарҙың ябай түгеллеге лә асыҡ ине - Гәүһәр Батталова етәкләгән "Ашҡаҙар" радиоһы бындай ҙур конкурсты беренсе тапҡыр ойошторҙо. Уны нисек ҡабул итерҙәр, ҡатнашырға теләүселәр күп булырмы, йыр маһирҙары ҡайһы яҡтарҙан һәм нисә йәштәгеләр булыр, тигәнерәк һорауҙар тыуып торҙо. Тәүәккәлләгән - таш ярған, һәр яңы эш асыштар һәм табыштар менән ҡиммәт. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты ла. Иғлан бирелеү менән бер-бер артлы ғаризалар килә башланы. Төрлө тарафтарҙан 120-нән ашыу ғариза алынды.
Абруйлы баһалама ағзалары, республиканың билдәле шәхестәре Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәфисә Тулыбаева, Миләүшә Иҙрисоваға үҙешмәкәр йырсылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы еңел булманы. Шуны ла өҫтәргә кәрәк, улар финалға 21 башҡарыусыны "күрмәйенсә тыңлап" һайлап алдылар. Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәһенән дә килделәр. Финалға килеп еткән һәр йырсының йомғаҡлау концертында ҡатнашырға теләге шул тиклем көслө ине, уларҙың үҙҙәренә был ваҡытта ауырып китергә лә "рөхсәт итмәнеләр" һәм бөтөн башҡа мәшәҡәттәрен дә артҡа ҡуйҙылар.
"Ашҡаҙар моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсы финалистарының концерты Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында гөрләп үтте. Концерт беҙ күнегелгән тәртиптән бер аҙ айырылып, йыйын рәүешендә барҙы, оҫталар сәхнәлә теҙелешеп ултырҙы. Шул яғы менән ул бик отошло ла килеп сыҡты: йырсы һәм тамашасы бер тулҡында булды. Моң, күңел нурҙары менән бергә тоташты улар. Финалистар барыһы ла "тере тауыш" менән йырланы.
Концерт залында башҡорт йырына ғашиҡ тамашасы йыйылғайны. Олоһон да, кесеһен дә халыҡ моңо берләштерҙе, рухландырҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова үҙенең сәхифәһендә ошолай тип яҙып ҡуйҙы. Хәйер, ул күптәрҙең фекеренә ауаздаш: "Илаһи концерт! Моңға тулышҡан башҡорт ирҙәрен, башҡорт бикәстәрен күрҙем, бирелеп тыңланым уларҙы! Күҙ йәштәрем аша оло шатлыҡ кисерҙем. Ниндәй Илаһи моң, Илаһи ҡеүәт, көс Башҡорт йырҙарында! Рухланып ҡайттым! Ейәнем Асҡарҙы ла бергә алып килгәнемә ныҡ ҡыуандым. Ҙур рәхмәт моңло радиобыҙ "Ашҡаҙар"ға, уның барлыҡ уңған хеҙмәткәрҙәренә!"
"Каруанһарай" йырын башҡарып, Күмертау ҡалаһынан табип Ришат Вахитов беренсе урын яуланы. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, йәмәғәтселек был уҙаманды яҡшы белә. Сираттағы еңеүе ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫланы ғына. Хәйер, финалға сыҡҡан һәр бер үҙешмәкәр йырсы - еңеүсе. Улар халыҡ йырҙарын үҙҙәре йәшәгән төбәктә пропагандалай, милләткә сәнғәт аша һөйөү тәрбиәләй. Башҡорт халыҡ йыры көслө идеология ҡоралы ла. Бөгөнгө еңел булмаған заманда ул боронғоларҙың беҙгә аманаты, тормошто раҫлау ауазы булып яңғыраны. Үлемһеҙ йырҙарыбыҙ халыҡты берҙәмлеккә, уяулыҡҡа саҡырҙы.
"Ашҡаҙар моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсы финалистарының концерты башҡорт халыҡ йыры "Урал" менән тамамланды. Сәхнә ҡурай моңона күмелде. Финалистар һәм тамашасылар аяғүрә баҫып, халҡыбыҙҙың мәшһүр гимнын башҡарҙы. Күптәрҙең күҙҙәрендә йәштәр емелдәне, күңелдәр ғорурлыҡ менән тулышты. Тарих менән бөгөнгө осрашҡанда, халыҡ йыры киләсәккә оран булып яңғырағанда тап шулай булалыр ул. "Ашҡаҙар" радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталоваға, уның хеҙмәткәрҙәренә ошондай матур сара ойоштора алғандары өсөн рәхмәт әйтергә генә ҡала. Әлеге проекттың дауамы, һис шикһеҙ, булыр тип ышанабыҙ.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.22 | Ҡаралған: 256

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru