«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АБҘАҠ ҠЫҘЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Ҡаҙан ҡалаһында үткән билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә Белорет районы Абҙаҡ ауылы ҡыҙы Эвелина Йомағолова еңеү яулап ҡайтты. Ул Абҙаҡ урта мәктәбендә унынсы синыфта белем ала, Салауат Дауытов етәкселегендә спорт түңәрәгендә шөғөлләнә һәм Башҡортостан йыйылма командаһы составына ингән.

Биш балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ спорт ярата, билбау көрәшенән тыш, волейболға ла бик теләп йөрөй. Ул быға тиклем республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашҡан, былтыр донъя беренселегендә бишенсе урын яулаған. - Билбау көрәше менән 10-11 йәштән, бишенсе синыфтан алып шөғөлләнәм. Әле 15-17 йәшлектәр араһында донъя беренселегендә ҡатнаштым, - ти Эвелина. - Билбау көрәше менән ҡыҙыҡһынып китеүем ҡайҙан килгәнен әйтә алмайым, мәктәптәге ошо түңәрәккә үҙем теләп йөрөй башланым былай. Тренерыбыҙ Салауат Ғәзиз улы Дауытов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән балалар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, даими еңеүҙәр яулап тора. Мәҫәлән, Эльвина Ғәҙелшина 2019 йылда Үзбәкстанда уҙғарылған донъя беренселегендә беренсе урын алғайны, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла һынатмай. Мин үҙем Ҡарасай-Черкес республикаһында үткәрелгән Рәсәй беренселегендә беренсе урын, былтыр Татарстанда донъя беренселегендә бишенсе урын яулағайным. Быйыл тырышыбыраҡ, ныҡлы әҙерләнеп барҙым. Тәүҙә Үзбәкстан, шунан үҙебеҙҙең Рәсәй спортсыһын еңдем. Был ярыштарҙа үҙемә күп һабаҡ алдым, иң мөһиме, күберәк күнекмәләр яһарға кәрәклеген аңланым. Хәҙер мин көн һайын кәмендә ике сәғәтемде төрлө күнекмәләр эшләүгә бүләм. Ни тиһәң дә, ҡыҙҙарға билбау көрәше еңел бирелмәй бит. Ә шулай ҙа беҙҙә билбау көрәше менән шөғөлләнеүселәр араһында ҡыҙҙар күберәк, малайҙар, нишләптер, киләләр ҙә китәләр. Был спорт төрөнә үҙҙәрен бағышлап, оҙағыраҡҡа тотҡарланғандары һирәк. Минән тыш, һеңлем һәм ҡустым билбау көрәше менән мауыға, тик һеңлем һуңғы ваҡытта үҙен күберәк волейбол уйынына бағышлай башланы.
Эвелина спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла һынатмай: тик бишле-дүртлегә генә өлгәшә икән. Киләсәктә юридик белем алырға хыялланыуын, ләкин әле бер аҙ икеләнеп тороуын да йәшермәне. Әммә ниндәй генә йүнәлеште һайламаһын, ата-әсәһе һәр ваҡыт күтәрмәләп торасағына һәм үҙенең дә маҡсатынан тайпылмаясағына ышана ул.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 573

Киске Өфө
 
Кеше фәрештә лә, хайуан да түгел, һәм уның бәхетһеҙлеге шунда: ул ни тиклем фәрештә булырға ынтыла, шул тиклем хайуанға әйләнә бара.

(Б. Паскаль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru