«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЛАМ
+  - 

Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә бер ҡатын килгән. Арҡаһындағы ауыр тоҡто саҡ-саҡ күтәреп тора икән үҙе.
- Арыныңмы, һылыу? - тип борсолоуын белдергән Аллаһ. - Тоғоңдо төшөрөп тор, бер аҙ ултырып ял ит.
- Рәхмәт, мин оҙаҡҡа түгел. Бер нәмә генә һорайым да кире йүгерәм. Мин юҡта өйҙә бер-бер хәл булһа, ғүмерҙә үҙемде ғәфү итә алмам.
- Үҙеңә нимәне ғәфү итә алмаҫһың һуң? - тип ҡыҙыҡһынған Аллаһ.
- Балам менән берәй бәлә була ҡалһа... Әле лә һиңә "Баламды һаҡлай күр бер үк", тип һорарға килеп ултырыуым.
- Минең былай ҙа бар эшем шул бит инде. Әллә берәй тапҡыр шикләнергә сәбәп бирҙемме?
- Юҡ та ул... Тормошта бит төрлө ҡурҡыныс хәлдәр, кире йоғонтолар, насар күренештәр күп. Ә баламдың шундай ваҡыты - бөтәһен дә үҙе күреп, татып, тотоп ҡарағыһы килә. Ә мин бәлә-ҡазаға юлыҡмаһын, ауыртынмаһын-һыҙланмаһын, кеше яуызлығына тарымаһын, тип борсолам.
- Берҙе ауыҙы бешһә, икенсе тапҡыр өрөп ҡабырға яҡшы булыр ине. Ауыртыу нимә икәнен үҙ тәнендә тойоп ҡарарға тейеш бала, - тигән Хоҙай. - Ниңә уның үҙ тәжрибәһе булыуына ҡаршыһың?
- Юҡ, минең балам тик яҡшы нәмәләр генә күреп, бәхетле йәшәргә тейеш. Уны аңһыҙ һәләкәттәрҙән һаҡлау өсөн бына ошолай тоҡ менән һәр ваҡыт һалам йөрөтәм. Ул ҡоларға мөмкин ерҙә түшәй һалып ебәрәм.
- Үҙең һалам йөрөтәһең, тағы минән балаң алдына һалам түшәп тороуымды һорайһың. Улайһа, бына ҡара! - тигән дә Аллаһ тауҙай һалам хасил итеп, ергә һипкән.
Ҡатын улының нисек һалам араһында буталаныуын күргән. Үҫмер һалам ҡулсаһын йырырға теләп, берсә үрһәләнә, берсә өмөтһөҙлөккә бирелә, ти. Ахыр сиктә, ул кеҫәһенән шырпы сығарған да һаламға төрткән. Һалам гөлт итеп ҡалған, тирә-йүнде төтөн баҫҡан. "Улым! - тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырған әсә. - Көт, мин ярҙамға барам".
- Нимә, тағы ла һалам ташламаҡсы булаһыңмы? - тигән Аллаһ Тәғәлә. - Белеп ҡуй: ата-әсәләр һаламды күберәк түшәгән һайын, баланың унан ҡасыу теләге көслө була. Килеп сыҡмаһа, ул бына шулай ғүмерен әрәмгә "яндыра" башлай. Ул бит һыҙланыуҙың нимә икәнен белмәй... Һин арҡаңда һалам тоғо тип уйлайһың, ысынында, ул бит проблемалар тоғо. Унда һинең бөтә ҡурҡыуҙарың, хәүефтәрең, борсолоуҙарың ята. Шуларҙы күтәреп йөрөтөп, уны ҡабат-ҡабат энергияң менән көсәйтәһең... Шуға һинең арҡаң бөкөрәйгән, йөгөң ауырайғандан-ауырая...
- Шунан мин улым тураһында хәстәрләргә тейеш түгелме? Һинме шундай хәбәр һөйләйһең, Аллам?
- Теләгәнсә хәстәрлә балаңды. Тик борсолма, ҡурҡма, хәүефләнмә. Улары бит минең бурыс. Миңә лә эш ҡалдыр! Ҡамасаулама!..

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 442

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru